Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Ғинуар 2023, 17:25

Улар һәр саҡ сафта

Тәүлек әйләнәһенә беҙҙең район халҡының именлеге һағында торған 84-се янғын-ҡотҡарыу часында үҙ эшенә яуаплы ҡараған күп ир-егеттәр эшләй. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, янғын һүндереүсе ФаилҠотлоғужин да хеҙмәттәштәренең һәм етәкселектең ихтирамын яулап өлгөргән.

Улар һәр саҡ сафта
Улар һәр саҡ сафта

Ер йөҙөндә һөнәрҙәр күп, улар араһында ҡыйыулыҡ, физик ныҡлыҡ, көс һәм етеҙлек талап иткән ҡотҡарыусылар хеҙмәте айырым урын алып тора. Тыныс көндәрҙә лә ҡотҡарыусылар үҙҙәренең көндәлек хеҙмәте менән кешеләрҙең ғүмере, именлеге өсөн көрәшә, төрлө ғәҙәттәш тыш хәлдәргә, бәлә-ҡазаларға ышаныслы кәртә ҡуя. Тәүлек әйләнәһенә беҙҙең район халҡының именлеге һағында торған 84-се янғын-ҡотҡарыу часында үҙ эшенә яуаплы ҡараған күп ир-егеттәр эшләй. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, янғын һүндереүсе ФаилҠотлоғужин да хеҙмәттәштәренең һәм етәкселектең ихтирамын яулап өлгөргән.

Фаил Ҡаран ауылында Нәзирә менән Нәғим Ҡотлоғужиндарҙың татыу ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Ғүмере буйы Сапыҡ мәктәбендә ашнаҡсы булып эшләгән Нәзирә Зөфәр ҡыҙы менән ғүмерен ветеринария табибы һөнәренә бағышлаған Нәғим Әхмәҙулла улы балалары - Наил менән Фаилға матур тәрбиә бирергә тырыша, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, хеҙмәт һөйөргә өйрәтеп үҫтерә. Көнө буйы эштә булған ата-әсәһе малайҙарға хеҙмәт тәрбиәһе лә бирә, Фаил ағаһы Наил менән мал-тыуарын да ҡарай, хужалыҡ эштәрен дә башҡара, күпселек ауыл балалары кеүек һәр эшкә маһир булып буй еткерә.

Күрше ауылда урынлашҡан Сапыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлағас, Фаил Мәләүездәге 42-се лицейҙа электромонтер һөнәрен ала. Артабан Мәскәү янында ракета-артиллерия ғәскәрҙәрендә Ватан алдындағы изге бурысын үтәй.

  3 йыл Өфөлә, унан тағы бер нисә йыл Мәскәү ҡалаһында төрлө эштәрҙә эшләй. Бынан 2 йыл элек янғын-ҡотҡарыу часына урынлаша.

- Эшең оҡшаймы? – тип һорайбыҙ Фаилдан. – Эйе. Кешеләргә ярҙам итеү, уларҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарыу оҡшай.Минең менән бер командала булған коллегаларым – ҡарауыл начальнигы Руслан Сәлмәнов, бүлексә командиры Руслан Даянов, янғын һүндереүселәр Илназ Бикбаев, водителдәр Салауат Рафиҡов, Венер Ғиләжединов, диспетчер Евгения Путенихиналар менән татыу эшләйбеҙ, һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарай,  үҙ бурысын намыҫ менән үтәй.

- Эшегеҙҙә иң ауыры нимә?

- Ут ҙур зыян алып килә, янғында бөтә мөлкәтен юғалтҡан кешеләр йәл.

- Эш көнөгөҙ нисек үтә?

– Беҙҙең эш көнө ҡәтғи режим буйынса яҙылған. Эшкә килеү менән сафҡа теҙеләбеҙ. Етәкселек шәхси составты тикшереп, төп бурыстарҙы билдәләп сыҡҡас, дежур иткән ҡарауылдан дежурлыҡты ҡабул итеп алабыҙ. Саҡырыу булһа, тиҙерәк ярҙамға ашығабыҙ. Тревога булмағанда янғындарҙы, уларҙа нисек эшләгәнде тикшерәбеҙ, етешһеҙлектәрҙе барлайбыҙ һәм һығымталар яһайбыҙ.

 Көндөң икенсе яртыһы практик занятиеларға арнала. Махсус кейемдәрҙе ваҡытҡа, тиҙлеккә кейеп төрлө күнекмәләр үткәрәбеҙ, район объекттарын өйрәнәбеҙ, - ти Фаил эше менән таныштырып.  

 Алда билдәләп үтеүебеҙсә, был хеҙмәттә физик әҙерлеккә ҙур иғтибар бирелә, шул маҡсатта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында төрлө ярыштар үткәрелә. Фаил хеҙмәттәштәре менән йөҙөү, гер күтәреү, йүгереү һәм футбол буйынса ярыштарҙа ла ҡатнашҡан.

 Хеҙмәтенең тынғыһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, кәләше Нәркәс Ғүмәр ҡыҙына ла, ҡыҙы – 3 йәшлек Диләгә лә иғтибар бүлергә, ата-әсәһенә ярҙам итергә лә ваҡыт таба йәш кеше. Йәш саҡ – дәртле саҡ, бар нәмәгә өлгөрөр, хыял-маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыр, гөрләтеп донъялар көтөр, рәхәтләнеп эшләр, йәшәр саҡ шул.

 Ә беҙ үҙ ғүмерен хәүефле, әммә изге эшкә арнап, бәлә-ҡаза килгәндә халыҡҡа ярҙамға ашыҡҡан һөнәр эйәләренә ауыр эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Розалия Искужина.

"Мораҙым" гәзитенән. 

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: