Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Февраль 2023, 10:20

Минең телем үлер өсөн түгел, йәшәр өсөн сыҡҡан донъяға...

1943 йылда, ауыр һуғыш барған осорҙа, ул армияға алына һәм, ете йыл буйы хеҙмәт итеп, 1950 йылдың август айында ғына ҡайта.

Минең телем үлер өсөн түгел, йәшәр өсөн сыҡҡан донъяға...
Минең телем үлер өсөн түгел, йәшәр өсөн сыҡҡан донъяға...

Милләт – олуғ ул-ҡыҙҙары менән бөйөк. Әгәр ҙә айырым бер халыҡтың ғалимдары, шағир-яҙыусылары, айыҡ аҡыллы, алдынғы ҡарашлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре булмаһа, ул үҫә, үҫешә алмай. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә башҡорт халҡының данлыҡлы улы, телсе ғалим Әкрәм Ғибәҙулла улы Бейешев (Әкрәм Бейеш) эшмәкәрлеге хаҡында хәтерҙе яңыртып китеү урынлы булыр.

 

Борон-борондан башҡорт халҡының йәшәйеш ҡануниәтенә ярашлы яңы тормош ҡорған балаларына тороу урынын йәрәбә тартып билдәләр булғандар. Уның буйынса ер ҡайҙан тейә, шунда төпләнеп, нигеҙ һалынған ауылға үҙ исеме бирелгән.
Беҙҙең Туҡ-Соран буйында, Ырымбур далаларында йәшәгән нәҫелебеҙҙең береһенә йәмле Эйек йылғаһы буйынан өлөш тейә. Шулай итеп Туйөмбәт Бейешев биләмәһендә ауылға нигеҙ һалына. Ул бөгөн дә уның исеме менән – Туйөмбәт булып йөрөй, халыҡ араһында Байулы тип тә атала. Ауылдың тарихы бик бай, ләкин был мәҡәләмдә ошонда тыуып үҫкән, бөтә ғүмерен халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған телсе – ғалим, тарихсы, яҙыусы, шағир, тәржемәсе, үткер политолог булып танылған оло шәхес – ағайым Әкрәм Бейешев тураһында һүҙ йөрөтәсәкмен.
Һәр кем үҙ яҙмышын үҙенсә ҡора. Тик йәшәүҙең мәғәнәһе ғүмер оҙонлоғо менән түгел, ә фани донъяла халҡың өсөн файҙалы эш эшләүең менән баһалана. Ниндәй эш башҡарыуыңа ҡарамаҫтан, уның кешелек өсөн бәләкәй генә булһа ла файҙаһы булыуы мөһим. Һәр нәмәгә халыҡ шаһит, ул теге йәки был кешенең йәшәйешенә үҙ фекерен әйтә килә: яҡшылыҡ ҡылғанға бөтмәҫ рәхмәтен еткерә, яуызлыҡҡа ҡарата нәфрәтен дә йәлләмәй. Тимәк, яуызлыҡ ҡылып, ғүмер буйы нәфрәт йөкмәп йөрөүгә ҡарағанда, изгелек эшләп, халыҡтың рәхмәтен ишетеп йәшәүгә ни етә.
Әкрәм ағай изгелек эшләүҙе үҙенең төп бурысы итеп ҡуйғандарҙың береһе булды ла инде. Ул халҡы хаҡына, уның киләсәген ҡурсалап, мәнфәғәтен яҡлап, һанап бөткөһөҙ фәһемле хеҙмәттәр ҡалдырҙы. Ул 1962 йылда яҙған бер шиғырында: “Мин халҡымдың ҡара ҡоло булып, Эшләр өсөн үҫтем бишектән”, – ти. Был уның йәшәү девизы, йәшәү мәғәнәһе булды. Уның өсөн эште эреһе-вағына бүлмәне, һәр нәмәгә етди тотонор һәм уны аҙағына тиклем тейешенсә эшләр, ҙур ихласлыҡ менән башҡарыр ине. Хеҙмәт кешеһен ихтирам итә лә белде.
Һәр кемдең тормошта үҙенең тәғәйенләнеше булған кеүек, Әкрәм ағайҙың да алдына ҡуйған үҙ маҡсаты, үҙ хыялы булды. Ошо хыялын тормошҡа ашырыу өсөн иҫ киткес ҡатмарлы ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға килде, сөнки ул иленең, халҡының именлеген яҡлауҙа, телен һаҡлауҙа үҙен үтә лә яуаплы итеп тойҙо. Һәм шул тәрән тойғо уны йәшәтте. Һәр ваҡыт халыҡ менән бергә булды, уның аһ-зарын уртаҡлашты.
Нисек итеп үҙем тип йәшәмәк кәрәк,
Үҙеңдән ҙур халҡың булғанда?
Үҙең өсөн йәшәү – был ғүмерҙе
Һыуға һалыу менән бер була,
– тип яҙғайны бер шиғырында. Уның маҡсаты, тимәк, ошо булған.
1943 йылда, ауыр һуғыш барған осорҙа, ул армияға алына һәм, ете йыл буйы хеҙмәт итеп, 1950 йылдың август айында ғына ҡайта. Уның юғары уҡыу йортонда белем алыу теләге бер аҙға кисектерелә, сөнки ул ҡайтҡанда имтихандар тамамланған була. Шуға ул Өфөгә барып, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең әҙәби бүлегенә эшкә урынлаша һәм кистәрен Мәскәү университетына һынау тоторға әҙерләнә. Икенсе йылына имтихандарҙы тик “бишле”гә биреп, Мәскәү дәүләт университетының филология факуль­тетының көнсығыш телдәре бүлегенә уҡырға инә. 1956 йылда уны тамамлап, Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эш башлай.
Ошо институтта телсе-ғалим, төркиәтсе булып формалаша. Һәм үҙенең исемен донъя кимәленә күтәргән илленән ашыу фәнни хеҙмәт яҙа. Ошо ғилми эштәре араһында Әкрәм Бейешевтың “Төрки телдәрендә беренсел оҙон һуҙынҡылар” монографияһы, үҙенең фундаменталлеге менән айырылып, тюркология, алтаистика тарихында алтын хәрефтәр менән яҙылған эштәренең береһе булып тора. “Тюркология фәнендә йөҙәр йылдар буйы ғалимдар араһында йәшәп килгән бәхәсте – беренсел оҙон һуҙынҡылар проблемаһын ошо монографияһында хәл итә Әкрәм ағай”, – тип яҙа филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова.
Әкрәм Бейешев университетта башҡорт теле менән бер рәттән төрки телдәрен өйрәнә, тарихын үҙләштерә, нигеҙен асыҡлай. Уға фәнни яҡтан баһа бирә. Әкрәм ағай кешеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел таба, аралашыу ваҡытында телебеҙҙең асылмаған ҡайһы бер һөйләш үҙенсәлектәрен теркәп бара. “Һәр милләт кешеһенең үҙ теле үҙенә ҡиммәт, кеше уны яҡларға, төрлө юлдар менән үҫтерергә, ғорурлана белергә тейеш, сөнки тел – ул милләттең нигеҙе, тел бөтһә, халыҡ та бөтә, юҡҡа сыға. Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел, халыҡты булдырған сихри көс, мөғжизә. Кеше өсөн иң ҡәҙерле һәм төп нәмә – тел. Ул кеше йәшәйешенең мәғәнәһе, – тиер ине. – Шуға ла был мәсьәләгә һәр беребеҙҙән, бигерәк тә йәштәрҙән етди ҡараш һәм төплө аҡыл талап ителә”.
Халҡыбыҙға хеҙмәт итеүен ул ғилми хеҙмәттәрендә күрҙе, шул юл менән телебеҙҙең ҡиммәтен, юғарылығын аңлатыуҙы, халыҡҡа еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Башҡорт теленең байлығын, гүзәллеген бар халыҡҡа күрһәтеү, телебеҙҙең башҡа телдәр араһында хаҡлы урын алып тороуын, юғары эшмәкәрлелеген хеҙмәттәрендә иҫбатлай алды.
Минең телем үлер өсөн түгел,
Йәшәр өсөн сыҡҡан донъяға,
– тип телебеҙҙең үлемһеҙлегенә ышана, уға дан йырлай. Шуға ла Әкрәм ағай 1960 йылдарҙа беренсе булып башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөргә тотона. Был уның күптәнге хыялы була. Эргәһенә лайыҡлы хеҙмәткәрҙәр йыйып, бөтә ихласлығын һалып эшләй. “Оло эшкә тотонғас, ул үҙенең яратҡан фонетикаһын да, докторлыҡ диссертацияһын да кисектереп тора. Бөтә көсөн, булмышын һүҙлек төҙөү эшенә бирә, сөнки ул телебеҙҙе иҫ киткес ярата ине. Шулай итеп, Әкрәм ағай был һүҙлек менән халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән рухи байлығын киләсәк быуынға тапшырыу миссияһын тулыһынса үтәп китте”, – ти Фирҙәүес Хисаметдинова.
Ысынлап та, 55 мең һүҙҙән торған был һүҙлек бөртөкләп йыйылған алтынға бәрәбәр. Ғалимдың туған теленә ҡойолған һәйкәле ул. Түбәндәге бер шиғырында олуғ әҙиптең халҡына хеҙмәт итеүҙән алған ҡәнәғәтлек тойғолары ла асыҡ сағыла:
Уҙыр йылдар, күп быуаттар уҙыр,
Халҡым, бәлки, булмаҫ донъяла.
Ләкин уның теле –
Минең телем.
Мәңгелеккә бөгөн юл ала.
55 мең һүҙҙе генә түгел, һәр өнөн, ижеген, өтөр-нөктәһен үҙ күҙе менән күреп, йөрәге аша үткәреп, саф күңел менән эшләгән эше ул Әкрәм Бейештең. Күпме юлдар үтелгән, күпме кешеләр менән осрашыуҙар уҙғарылған. Һәр күрешеү, бихисап әҙәби китаптар, гәзит-журналдар, хатта революцияға тиклемге рәсми ҡағыҙҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Һәр береһенән халыҡтың һөйләшеү теленә ҡағылышлы миҫалдар йыйылған. Быға ниндәй көс, ныҡышмаллылыҡ, түҙемлек кәрәк булыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Былар барыһы ла Әкрәм ағайҙың илебеҙгә, киләсәк быуынға изгелек килтереү маҡсаты менән эшләгән оло хеҙмәте.
Әкрәм ағайҙы халҡыбыҙ яҙмышына ҡағылышлы һәр нәмә борсой ине. Шуға ул һүҙлек төҙөү осоронда ла дәүләт кимәлендәге проблемаларҙы хәл итеүгә булышлыҡ итте. Тел, сәйәси мәсьәләләрҙе сисеү, рәсми документтар менән эш итеү кеүек сетерекле һорауҙар буйынса матбуғат биттәрендә үҙенең һүҙен әйтә килде.
1980-се йылдар... Илдә аңлайышһыҙ тынғыһыҙлыҡ башланған осор. Милли телдәргә, милли матбуғатҡа ҡағылышлы ғәҙелһеҙ реформаларҙың барлыҡҡа килеү ихтималлығы халыҡта борсолоу тыуҙырҙы. Беҙҙең “Баш­ҡортостан” гәзитенә лә янау башланды. Ошо ваҡытта Әкрәм ағай Бейешев менән Рәми Ғарипов, Обком йорто алдына сығып, башҡорт телендәге матбуғатты япмауҙы талап итәләр. Шулай итеп, улар башҡорт телендә нәшер ителгән гәзиттәрҙе һаҡлап алып ҡалалар. Милләтте юҡ итергә ҡоролған сәйәсәттең халыҡ өсөн ни тиклем афәт килтереүен төптән аңлаған Әкрәм ағай Бейешев, ул ваҡыттағы сәйәсәт менән риза булмауын белдереп, халҡыбыҙҙың хоҡуғын яҡлауын һорап, Берләшкән милләттәр ойошмаһына хат яҙырға ла көс таба.
Ошо болғансыҡ йылдарҙа булған тағы бер мөһим мәсьәләне әйтмәй булмай. Республиканың етәк­селәре башҡорт орфографияһындағы баш­ҡорт теленә тап килмәгән ҡайһы бер кәмселектәр, телгә хас булмаған ҡағиҙәләр менән ризалашмай, яңынан төҙөүҙе талап итә. КПСС-тың өлкә комитетында фән һәм уҡыу штаттары бүлегендә эшләгән Әхмәр Аҙнабаевҡа был эште башҡарырлыҡ кеше табыуҙы йөкмәтәләр. Әлеге үтә лә яуаплы бурысты ул Әкрәм Ғибәҙулла улына ышанып тапшыра.
“Оҙаҡ ҡына һөйләшеп, төрлө дәлилдәр килтергәндән һуң Әкрәм ағай риза булды һәм бер-ике ай ҙа үтмәне, яңы орфографияның ҡулъяҙмаһын минең алдыма килтереп тә һалды, – тип хәтерләй Әхмәр Аҙнабаев үҙенең иҫтәлектәрендә. – Күп ҡаршылыҡтар менән был орфография ҡабул ителде. Шулай итеп, Әкрәм ағай Бейешев башҡорт теле орфографияһының яңы һәм һуңғы вариантын эшләп китте. Беҙҙең орфография башҡа ҡәрҙәш төрки телдәре араһында иң еңеле, камиллашҡаны, сөнки уның ҡағиҙәләре төрки телдәргә хас булған сингармонизм закондарының бөтә үҙенсәлектәренә, талаптарына таянып, фәнни нигеҙҙә эшләнгән орфография ул. Бындай эште тик Әкрәм ағай Бейешев кенә башҡара ала ине. Сөнки ул телде үтә лә яратҡан һәм бар нескәлегендә белгән оло телсе-ғалим булды”. Ысынлап та шулай ине Әкрәм ағай. Уның тел тураһындағы мәҡәләләре, тел сафлығын һаҡлауға саҡырған мөрәжәғәттәре әленән-әле матбуғат биттәрендә донъя күрә, һанай китһәң, улар бихисап. Ғалимды һәр ваҡыт әҙәби телдәге етешһеҙлектәр борсор ине. Шуға ла ул әҙәби телде дөрөҫ ҡулланмаған яҙыусыларға, журналистарға, дәреслек авторҙарына әйтә килде. Ә 1999 йылда “Тел хикмәттәре” китабында аныҡ грамматик формаларҙы, лексик берәмектәрҙе әҙәби телдә боҙоп күрһәтеү факттарын, башҡорт теле ҡанундары күҙлегенән дөрөҫ ҡулланыу өлгөләрен ғилми кимәлдә тикшереп күрһәтте. Был бик ҡиммәтле китап күптәрҙең өҫтәл китабына әйләнергә тейеш. Ләкин ул китапты бөгөн табыуы еңелдән түгел. Бөгөн, телебеҙҙең күп яҡлап дөрөҫ ҡулланылмауын иҫәпкә алып, уны ҙур тираж менән баҫтырып сығарыу кәрәк тә һуң...
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Әкрәм Бейешев халҡыбыҙҙың тарихын ныҡлап өйрәнә башлай. Ул милли сәйәсәт мәсьәләләренең асылын халыҡҡа аңлатыу теләге менән 1993 йылда “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше” тигән китабын баҫтырып сығара. Был китабында ул, беренселәрҙән булып, үҙебеҙҙең тарихты дөрөҫ итеп күрһәтә, үҙбилдәләнеш өсөн көрәштәге халҡыбыҙҙың батырлығын данлай, ерен, динен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлап ҡорбан булғандарға дан йырлай.
Ә инде 1995 йылда Рәсәй кимәлендәге милли сәйәсәткә ҡағылған мәсьәләләрҙе ҡыйыу рәүештә күтәреп сыға, милләттең барлыҡҡа килеүенең тәрән тамырҙарын күрһәтеү маҡсатында ул “Милләт һәм милли сәйәсәт” исемле китабын Мәскәүҙә урыҫ телендә нәшер итә. Оло фекер эйәһе Әкрәм ағайым Бейе­шев тарихсылар, сәйәс­мәндәр эшләп еткермәгән өлкәләрҙә тос та, ҡыйыу ҙа, үткер ҙә, нигеҙле лә фекер­ҙәрен әйтте, уларҙы шул буталсыҡ дәүерҙә яҡлап сы­ғырға баҙнат итте. Замана йәш­тәренә Әкрәм ағай әйт­кәнде төшөнөү һәм йәшә­йештә ҡулланыу өсөн уларҙы мотлаҡ уҡып сығыу, өйрәнеү кәрәк. Ул ошо ике хеҙмәтендә башҡорт тарихы ғазап, аяуһыҙ көрәш йылъяҙмаһынан ғибәрәт икәнлеген иҫбатланы. Был хеҙмәттәре тарих биттәре өсөн генә түгел, хәҙерге йәш быуынға мөрәжәғәт, аманат, хатта оран булып яңғырай.
Ошо уҡ 90-сы йылдарҙа башҡорт йәмәғәтселеге Башҡорт халыҡ партияһы (фирҡәһе) төҙөргә ҡарар итә. Һәм ул ҡатмарлы эште – партия күрһәтмәһенең уставын булдырыуҙы Әкрәм ағайға йөкмәтәләр. Ул тиҙ арала был документты ике телдә эшләп килтерә. Уставта башҡорт халҡының киләсәге нисек булыуы, уның өсөн яңы фирҡә ниндәй эштәр эшләргә тейешлеге күрһәтелә. Партия оҙаҡ эшләй алманы. Теүәл, асыҡ төҙөлгән Устав менән арымай-талмай, бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ла бирешмәй эшләргә кәрәк ине, әммә етәкселәргә ныҡышмаллылыҡ, тәүәкәллек етмәне, күрәһең. Ә бөгөн был документтар төп архивта һаҡлана. Профессор, күренекле яҙыусы Рәшит Шәкүр: “Әкрәм ағайҙың “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше”, “Милләт һәм милли сәйәсәт” китаптарындағы әйтелгәндәре башҡорт халҡына ҡаршы йүнәлтелгән ҡара көстәргә төплө һәм асыҡ дәлилле яуап булып тора, – тип билдәләй. – Әкрәм Бейешевтың башҡорт халҡының аяныслы яҙмышын төптән аңлаған, халҡының тоғро улы булараҡ яҙған хеҙмәттәре күптәрҙе таң ҡалдырҙы. “Милләт һәм милли сәйәсәт” китабы бығаса тарихта күҙәтелмәгән һәм үтә лә төплө нигеҙле булыуы менән ул ваҡыттарҙа Рәсәй милли сәйәсәт министры Рамаҙан Абдулатыповтың да иғтибарын йәлеп итә, ул уға юғары баһа бирә. Ул үҙенең аспиранттарына башҡорт халҡы тарихын Әкрәм Бейешев китабын уҡып өйрәнергә тәҡдим итә”.
Татарстан Республикаһының беренсе Президенты Миңтимер Шәймиев тә 2000 йылда үҙенең бер сығышында: “Әкрәм Бейешев тел ғалимы ғына түгел, тәрән белемле сәйәсмән, ғалим-политолог та. Башҡорт халҡы бындай киң диапазонлы ғалимы менән ғорурланырға хаҡлы”, – тигәйне.
Ғөмүмән, Әкрәм Ғибәҙулла улы тәрән белемле, күп яҡлы ғалим булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ул тик ултырманы, яңынан эшкә сумды. 25 йыл буйы һүҙлек төҙөү осоронда тамамланмаған башҡа эштәре лә күп ине. Тәрән хисле, моңло кеше булараҡ, ул йәштән үҙе өсөн генә шиғырҙар, хикәйә һәм хикәйәттәр ижад итте, ләкин уларҙы китап итеп баҫтырыу тураһында уйламаны ла. Әҫәрҙәрендә лә тура һүҙле, туған теленең, туған халҡының бөгөнгөһө һәм иртәгәһе тураһында тәрән уйланған шәхес икәнлеге күренеп тора.
Халҡым минең, йөрәк ярпым минең,
Зарым минең, йырым һин минең.
Һин булмаһаң, ней тип йәшәр инем,
Нимәм ҡалыр ине һуң минең?
– тип яҙа ул 1956 йылда.
Шулай уҡ Әкрәм ағай үҙен оҫта тәржемәсе итеп тә күрһәтергә өлгөрҙө. Ул А. Пушкиндың шиғырҙарын тәржемә итә. Ә инде “Ҡытай хикәйәләре” китабындағы тәржемәһенең теле шул тиклем бай, һәр ҡытай һүҙенә үҙебеҙҙең телебеҙҙең дөрөҫ мәғәнәһен биреп, оҫта ҡулланған, әйтерһең дә, был китап ҡытай телендә түгел, ә уны Әкрәм ағай үҙе яҙған.
“Ҡөрьән Кәрим”де башҡорт теленә тәржемә итеп, халыҡты ҡыуандырҙы. Сөнки ул төрки һәм фарсы телдәрен яҡшы үҙләштергән ғалим булараҡ, Ҡөръәндең мәғәнәһен башҡорт телендә уҡыусыға аңлайышлы итеп бирә алды.
Көнсығыш телдәрен яҡшы белгән ғалим “Башҡорт телендә йөрөгән ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре” тигән китабын да эшләп китте. Ул журналистар, яҙыусылар, телселәр, телде өйрәнергә теләүсе йәштәр өсөн бик кәрәкле һәм ҡиммәтле.
Ил төшөнсәһе – киң төшөнсә. Уның эсендә бөтә тереклек: кешеләр, хайуандар, ҡоштар, үҫемлектәр донъяһы, йәғни йыһанды бар иткән тотош бер мөғжизә ул. Донъяны барлыҡ булмышы менән сикһеҙ яратҡан Әкрәм ағайҙың үҙенә генә хас йылылыҡ, һоҡланғыс мөхәббәт менән яҙылған юлдар етерлек. Кешелек донъяһындағы йәшен тиҙлеге менән үҫә килгән ғилемдең тотош тәбиғәткә, тереклеккә насар йоғонтоһон күреп көйә, хәсрәтләнә. Бөгөнгө тәбиғәттең вәхшиҙәрсә ҡырылыуына бөтә йөрәге менән янып, бер шиғырында былай ти:
Шул урманды ҡышҡы йоҡоһонда
Ауҙарҙылар ергә ҡырҡ, ҡылап
Яҙға сыҡҡас, башһыҙ түҙлектәрҙән
Ҡып-ҡыҙыл ҡан китте һырҡырап.
Ғөмүмән, тәбиғәтте, бар тереклекте яратҡан, уны һәр күҙәнәге менән тойған кеше булараҡ Әкрәм Бейеш шиғырҙарында пейзаж лирикаһы йыш ҡына күңел объектын сағылдырыусы ысул булып та ҡулланыла. Мәҫәлән, тура һүҙле, ғәҙел шәхес түбәндәге бер шиғырында сит-яттар ағышына ҡушылған елғыуар кәнәрейҙе, телен, илен онотҡан әҙәмдәр менән сағыштырғанын аңларға мөмкин:
Ә мин яратмайым шул кәнәрейҙең
Шарманканан отҡан йырҙарын.
Турғай сырҡылдауын артыҡ күрәм,
Йырлай ул тик ихлас моңдарын.
Әкрәм Ғибәҙулла улы һәр нәмәгә бик иғтибарлы булды. Яҡшыға ысын күңелдән шатлана белде, ә инде тигеҙһеҙлек, ялған, аҡылһыҙлыҡ, хаяһыҙлыҡ тынғы бирмәй ине уға, мин-минләшеү, булдыҡһыҙлыҡҡа көйөнөр булды:
Нахаҡлыҡты хәләл көсө менән
Еңә алмаған был хаҡлыҡ,
Еңгәндә лә уның үҙ эсенән
Өҫкә сыҡҡан йәнә нахаҡлыҡ.
Йәки:
Мин-минлекте аңларға ла мөмкин,
Бер булдыҡлы булһа кешеһе,
Ләкин ғәмәлдә бит мин-минлектең
Булдыҡһыҙҙа була көслөһө:
Бер эште лә үҙе эш итмәй,
Эшләр кешене лә йәшәтмәй.
Әкрәм Бейеш ғүмер буйы хаҡлыҡ эҙләне. Донъяны, кешеләрҙе ул тик яҡшы яҡтан, саф күңелле итеп күрҙе, сөнки уның үҙенең күңеле пак булды, кешеләр тураһында бер ҡасан да насар уйламаны, яуызлыҡ ҡылманы, һәр кемгә үҙенә ышанған кеүек ышанды.
Эшләр өсөн, һөйөр өсөн үҫтем,
Керһеҙ йөрәгемде шар асып.
Мин донъяны, бөтә кешелекте
Туймаҫ кеүек инем яратып.
Ҡыуанысым шундай камил ине
Яҡшылыҡҡа, яҡты донъяға.
Йәнемде мин фиҙа ҡылдым
“Беҙҙә – хаҡлыҡ”, – тигән Аллаға, – ти.
Тик йәшәү, эш дәүерендә ул тормоштоң барлыҡ ғәҙелһеҙлеген, ябай халыҡтың йәшәйешен, юҡҡа сығыуын күреп ғазаплана, ҡай саҡ өмөтһөҙлөккә лә бирелә:
Өмөт һүнде. Үлемесле хәлдә
Таба алмай халҡым бер сара.
Оран ташлап яуға сабыр мәлдә
Шәфҡәт һорап илай, бисара, – ти.
Халыҡтың ошондай хәлгә ҡалыуын тарҡаулыҡта, сараһыҙҙан эскегә бирелеүендә күрә:
Сараһыҙ мин.
Тарҡау, меҫкен халҡым,
Ирек хисен тамам онотҡан.
Иҙеп, тапап сиклекләнгән йәнен
Араҡыға йыуып ойотҡан,
– тип әрней ул. Бәхетһеҙлектең башы эскелектә булыуын аңлап, Әкрәм Бейеш халыҡты айыҡ тормошҡа саҡыра.
Әкрәм ағай халҡыбыҙ тарихын тәрән өйрәнеү менән бер рәттән үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы, нәҫел-нәсәбен өйрәнә һәм “Оло Эйек бөрйәндәре, Туйөмбәт һәм Ҡотломбәт” исемле китабын яҙа. Унда ул Бииш тархан нәҫеленән булыуыбыҙҙы телгә ала һәм ырыуыбыҙ шәжәрәһен төҙөй. Ғүмеренең һуңғы йылдарында “Ил аҙабы” исемле романын ижад итте. Был китабы халҡына бүләге булды.
Ҙур ғилми хеҙмәттәр, романдар, шиғырҙар, хикәйәләр, поэмалар яҙған оло шәхес ифрат ябай, тыйнаҡ, ярҙамсыл булды, халҡым, телем, илем тип йәшәне. Әммә күңелде ҡырған нәмәләр ҙә юҡ түгел. Төрлө өлкәлә юғары кимәлдә ижад итеп яҙған хеҙмәттәре өсөн ул хөкүмәт наградалары түгел, хатта маҡтау грамоталары ла ала алманы. Тағы ла Әкрәм ағайҙың балалар өсөн яҙып ҡалдырған хикәйәләре оло тәрбиәүи көскә эйә. Ләкин улар нәшер ителмәй ята.
90-сы йылдарҙа Башҡортостанда әүҙем рәүештә ырыуҙар хәрәкәте башланып китте. Бер ҡараһаң, ул һәйбәт күренеш булды. Һәр кем үҙ тамырын табырға тырышып, үҙ шәжәрәләрен төҙөнө, йыйындар үткәрелде. Ләкин Әкрәм ағай был яңылыҡты бик үк өнәп етмәне. Тарихты төптән өйрәнгән ғалим булараҡ, ахыры, бындай хәрәкәттең башланыуын хуп күрмәне. Күрәһең, элек-электән башҡорт ырыуҙарының үҙ-ара сыуалыштарын, ҡыйралыштарын аңлап әйткән һүҙе булғандыр. Сөнки уның “Башҡорт халҡының тарихы, азатлыҡ көрәше” китабында ул бына нәмә ти: “Беҙҙең эраға тиклемге бер мең йыллыҡтың беренсе быуатынан башлап ҡына башҡорттар берҙәм ҡәбиләгә әйләнгән, тип әйтергә мөмкин. Һис шикһеҙ, ул дәүерҙә башҡорттар “башҡорт” тигән уртаҡ исемле, уртаҡ телле бер халыҡ булып ойошҡан булған”. Тимәк, ул башҡорттарҙың бер төптән берләшеп, бер халыҡ булып йәшәүен өҫтөнөрәк күргән.
Әйткәндәй, 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбурҙа үткән Башҡорт Мәркәз Шураһы йыйынында: “...Беҙ большевик та, меньшивик та түгел, беҙ – башҡорт”, – тип иғлан итеүҙәрендә лә башҡорттоң берҙәмлеген һаҡлап ҡалыуҙағы, бер төптән ил өсөн көрәшкәндә генә уңышлы булыуынан сығып әйтелгән һүҙҙәр булған ул.
Йомғаҡлап әйткәндә, Әкрәм ағайҙың тормош юлы тик киләсәк быуынға, бөгөнгө башҡорт халҡына әйтеп ҡалдыра торған, донъяның ғәҙелһеҙлегенең төп сәбәптәрен аңлатыуға бағышланған һәм унан сығыу юлдарын күрһәтергә тырышыуҙан ғибәрәт. Уның ижады халҡы өсөн ҡалдырған ихлас хеҙмәт емеше, ғүмеренең, йәшәйешенең төп мәғәнәһе булды. Ул халҡына әйтеп ҡалдыра торған һүҙен әйтергә һәр саҡ ашыҡты. Хатта докторлыҡ диссертацияһын да ситкә ҡуйҙы, ул кеше мәнфәғәтен юғары ҡуя белде. Үҙен генә уйлаһа, ул башҡалар кеүек профессор ҙа, академик та булыр ине. Ләкин ул тотош милләт өсөн ғүмерен фиҙа ҡылды. Һәм үҙ маҡсатына иреште – уның ҡалдырған хеҙмәттәре киләсәк быуын өсөн бик фәһемле, улар мәңгелек. Тик уны өйрәнергә, аңларға һәм йәштәрҙең бер ни тиклем булһа ла тормошта ҡулланыуы зарур. Әлбиттә, тарихыбыҙҙы, башҡорттоң үткән юлын яҡшылап өйрәнмәйенсә, етмәһә, бөгөнгө Рәсәй сәйәсәтенең төбөн үҙләштермәй тороп, илебеҙҙе яҡлау, телебеҙҙе һаҡлау тураһында һүҙ әйтеүе икеле. Сөнки ҙур бер ил эсендә, уның закондары буйынса йәшәп, үҙаллылыҡ, дәүләт телен һаҡлау тураһында һүҙ алып барыуы ла ҡыйын. 1921 йылда уҡ дәүләт теле итеп ҡабул ителгән телебеҙҙе бөгөнгә тиклем йүнләп уҡыта ла, рәсми ҡағыҙҙарҙа үҙ телебеҙҙә яҙа ла алмайбыҙ, оло йыйылыштарҙа үҙ телебеҙҙә һөйләшергә лә баҙнат итмәйбеҙ.
Бының өсөн конституция менән закон­лаштырылған ысын мәғәнәһендәге үҙаллы Республика булырға тейеш. Әлбиттә, матбуғат бар, китаптар сыға, исем өсөн генә булһа ла мәктәптәр ҙә бар, тел, йәнәһе, өйрәнелә, ләкин бөтәһе лә күҙ буяу өсөн генә, ә ғәмәлдә йылдан-йыл ҡыҫым артҡандан арта. Бөгөн йәштәргә хаҡ һәм аҡыл менән эш итә белеү кәрәк. Заманында Әкрәм Ғибәҙулла улы ла ошо фекерҙә булды, халҡын һәр саҡ берләшергә, тупланырға саҡырҙы:
...Батырҙарҙы йотҡан һаҙ өҫтөндә
Салауатҡа һәйкәл ҡуйылды.
Башын сөйөп ул хәтерләй кеүек
Ер һелкетеп үткән бер йылды.
Ләкин бөгөн һәйкәленән бигерәк
Үҙе кәрәк уның иленә.
Илде әйҙәп, алдан башлай алған
Салауаттай даһи ир генә.


Ләлә БЕЙЕШЕВА,
хеҙмәт ветераны, Дуҫлыҡ ордены кавалеры,
РФ Журналистар союзы ағзаһы.

Автор:
Читайте нас: