Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Февраль 2023, 20:30

Әсәй Хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Айрат атаһы менән генә йәшәй.  Уның әсәһе булмауға аптырайым. Ауылда бөтә кешенең әсәһе бар,  уныҡы ғына юҡ. Әсәйһеҙ нисек йәшәй икән? Бигерәк ҡыйындыр инде. Беҙ әсәй күрше ауылға йомош-фәләнгә киткән арала уны һағынып бер булабыҙ.

Әсәй      Хикәйә       Венер ИСХАҠОВ
Әсәй Хикәйә Венер ИСХАҠОВ

– Әсәй ҡайҙа ул?

– Ҡайҙа китте? Ҡасан ҡайта?

Ҡыҙҙарым   ишектән инер-инмәҫтән иң тәүҙә һәр ваҡыт әсәй тип һөрәнләй.  Ҡайһы берҙә шаяртып:

– Әсәйегеҙ булмаһа, мин  бар ҙа һуң, - тиһәм:

– Һин атай бит, - тиҙәр. 

Ә инде әсәй һүҙенә ҡаршы яуап булмаһа, тауыштары үҙгәрә, йөҙҙәрен моңһоулоҡ баҫа. Әсәйҙәренең, әү, бәпкәм, тигән йөрәк йылытҡыс тауышын ишетеү менән  береһенән-береһе уҙҙырып ҡыуанысын  һөйләй башлай.

– Әсәй, мин бөгөн “бишле” алдым!

– Әсәй, нимәкәй        бешерҙең ул? Тәмле еҫ килә.

     – Әсәй... әсәй...

Бөгөн өлкәненең кәйефе юҡ ине. Ишектән килеп инеү менән:

– Әсәй, - тип  ҡосағына барып ташланды ла сеңләп илап ебәрҙе.

– Нимә булды, балам? Ниңә илайһың?

– Математиканан контроль эштән  уҡытыусы “өслө” генә ҡуйған. Алһыу минән күсерһә лә, уға “дүртле” булғансы. – Ҡыҙым һулҡылдай-һулҡылдай сәбәбен аңлатты.

– Йә, илама, тыныслан! Шул да булдымы хәсрәт! Йә сисен, ҡул-биттәреңде сайы ла сәй эсеп алайыҡ. Һеҙ яратҡан пиццаны бешерҙем. “Бишле”һен дә алырһың. Һин бит башлы ҡыҙыҡай. Уҡытыусы ла буталып киткәндер. Көнөнә әллә нисә баланың  дәфтәрен тикшерә бит ул. Икенсеһендә мотлаҡ “бишле” алырһың әле. Бына мин әйтте тиерһең.

    – Ысынлап “бишле” булырмы, әсәй?

      – Атаҡ, шулай булмайса! Был сиректә лә отличник булырһың. Тырышырға ғына кәрәк.

       Бер аҙҙан улар күңелле генә итеп сәй эсеп ултыра ине. Ҡыҙымдың нимәгәлер көлгән тауышын ишетеп, үҙемдең дә кәйеф күтәрелде.  Әсәйҙең бер йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы  барлыҡ хәсрәттәреңде  шул минутта онотторор ҡөҙрәткә эйә шул.

        Әсәй, әсәй... Ҡыҙҙарымдың әйләнгән һайын яратып әйткән һүҙе бала саҡ хәтирәләренә алып ҡайтты. Үҙебеҙ ҙә шулай тупһанан үтер-үтмәҫтән “әсәй” тип һөрән һалып ҡайтыр  инек бит.

 Беренсе класта уҡып йөрөгән йыл.  8 Март байрамына әҙерләнәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ Сәлиха апай һәр беребеҙгә ҡағыҙ киҫәгенә яҙылған шиғырҙар бирҙе лә:

– Әсәйҙәр байрамында концерт ҡуябыҙ, – тине. – Бөтәгеҙ ҙә матур итеп ятларға өйрәнегеҙ. Оятҡа ҡалырлыҡ булмаһын. Байрамда әсәйҙәребеҙҙе мәктәпкә ҡунаҡҡа  саҡырабыҙ.

– Урр-а-а-а! – Бөтәбеҙ ҙә ҡыуаныстан шау-гөр килештек.

Шатлана-шатлана өйҙәргә таралыштыҡ. Хәҙер инде байрамда күңелле булыуын яҡшы  аңлайбыҙ. Октябрь байрамында октябртяҡа алдылар, күктәребеҙгә Ленин бабай торған биш мөйөшлө значоктар таҡтылар. Беҙ сафҡа теҙелеп, Ленин бабай кеүек яҡшы уҡырға, тәртипле, ярҙамсыл булырға вәғәҙә бирҙек, шиғырҙар һөйләнек. Унда ла әсәйҙәребеҙ килде. Яңы йыл байрамы һаман күңелдән сыҡмай. Яҡшы уҡығандарға китаптар бүләк иттеләр. Миңә лә бирҙеләр. Ул китапты ныҡ ҡәҙерләп һаҡлайым. Бәләкәс һеңлеләрем бысратып ҡуймаһын тип шкаф башына уҡ йәшерҙем.  Кәрәк ваҡытта ипләп кенә алып уҡыйым да тағы урынына ҡуям.

Мәктәптән ҡайтышлай уҡ уҡытыусы биргән шиғырлы яҙыуҙы иң ҡәҙерле әйбер кеүек кеҫәмдән сығарҙым да ятлай башланым:

"Әсәй!" тип телем асылған,

"Әсәй!" тип юлға сығылған,

"Әсәй!" тип бәхет табылған,

"Әсәй!" тип урап ҡайтылған.

       Шул саҡ башыма ҡапыл Айрат дуҫым иҫкә төштө. Ҡыҙыҡ, әсәһе булмағас, уның теле кем тип асылды икән? Атай типме икән?  Был хаҡта әсәйемдән һорайым әле. Моғайын, ул беләлер. Өйгә ҡайтып инеү менән әсәйемә шул һорауҙы бирҙем.

– Әсәй, Айраттың теле кем тип асылған икән?  – Был һорауға әсәйем дә аптырап ҡалды шикелле.

– Ҡайҙан ундай уй башыңа килде?

– Бына  шулай яҙылған бит! – Ҡағыҙ киҫәгенә әсәйемә һондом. Әсәйем шиғырҙы уҡыны ла:

– Әсәһе булмағас, моғайын,  “атай” типтер инде, – тип яуапланы.

– Ә минеке нисек асылды?

– Әсәй тип.

- Ә ни эшләп әсәй тип?

- Сөнки сабый бөтә ваҡытын әсәһе  менән уҙғара. Илаһа, йыуата, имеҙә...

- Ә Айратты кем имеҙҙе икән?- ешәгә һөт алып эсергәндәрҙер.

– Әсәй, әсәй, беҙ ауырыһаҡ, һин гел баштан тотоп ҡарайһың? Шунан рәхәт булып китә. Ә Айраттыҡын кем тотоп ҡарай икән? Әсәһе юҡ та инде.

– Бәй, атаһы бар бит!

– Атайҙар ҙа шулай итәме ни?

– Эйе.

– Ә ни эшләп беҙҙең атай тотоп ҡарамай?

– Мин бар бит.

Әсәйем минең һорауҙарымдан ялҡып китә шикелле. Ул һүҙҙе икенсегә борорға теләп:

 – Асыҡҡанһыңдыр, әйҙә сәй алайыҡ, – тип өҫтәл янына саҡыра.

Сәй эскәндә лә һорауҙарым кәмемәй.

– Кем уларға сәй ҡайната?

– Атаһы инде.

– Бауырһаҡ та бешерәме?

– Уй, Аллам балам, бигерәк күп төпсөнәһең. Барыһын да ҡайҙан ғына беләйем!

       Айрат беҙҙең урамдың икенсе осонда йәшәһә лә, бәләкәйҙән дуҫ булдыҡ. Аҡыллы, ярҙамсыл малай. Яҡшы уҡый. Бөтә уҡытыусылар уны бүтәндәргә өлгө итеп ҡуя. Башҡа малайҙар кеүек һуғышып, мин шуны туҡманым, тип маҡтанып та йөрөмәй, ҡыҙҙарға ла һуҡмай. Атаһы уға ағастан ҙур итеп машина, башҡа уйынсыҡтар эшләп биргәйне. Көнө буйы уларҙа рәхәтләнеп уйнабыҙ. Асығып китһәк, баҡсаларына инеп рәхәтләнеп алма менән һыйланабыҙ. Бер аҙ үҫә төшкәс, атаһы Айратҡа фотоаппарат алып бирҙе. Ауылда берҙән-бер фотоға төшөргән кеше ул булды.

       Айрат атаһы менән генә йәшәй.  Уның әсәһе булмауға аптырайым. Ауылда бөтә кешенең әсәһе бар,  уныҡы ғына юҡ. Әсәйһеҙ нисек йәшәй икән? Бигерәк ҡыйындыр инде. Беҙ әсәй күрше ауылға йомош-фәләнгә киткән арала уны һағынып бер булабыҙ. Күңелһеҙ, өйҙә торғо ла, ашағы ла  килмәй. Атай бар ҙа ул, барыбер әсәй һымаҡ түгел. Хатта  атай менән генә йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым.

Бер көндө әсәйемдән:

– Ни эшләп Айраттың әсәһе юҡ ул? – ти һораным.

– Ташлап сығып китте.

– Бүтән бер ҙә ҡайтманымы?

– Юҡ.

– Йәлләмәнеме икән? Әсәйһеҙ бигерәк ҡыйындыр инде.

– Йәлләмәгәндер, күрәһең. Йөрәге булһа, балаһын ташлап ҡалдырмаҫ ине.

- Әсәһе ҡайтмағас, Айрат ныҡ илағандыр инде. – Үҙемдән бәләкәс ике һеңлемде күҙ алдына килтерәм. Гөлсәсәк саҡ атлай башланы. Ашағыһы килһә, аҡырып илай башлай. Шунан әсәйем тиҙ генә күкәрәгенә ҡыҫып имеҙә.

- Иламай бер бала ла үҫмәй. Илағандыр инде.

– Ә кейемен кем йыуа, кем ашарға бешерә икән?

- Атаһы.

- Атаһы ашарға бешерәме? – Аптырауымдың сиге юҡ. Атайҙар ҙа ашарға бешерә икән. Беҙҙең атайҙың бер ваҡытта ла бер нәмә лә бешергәнен күргәнем юҡсы. Эшкә киткәндә әсәйем вис уға әҙерләп бирә. Шешәгә һөт тултырып бирә, тоҡсайға икмәк һала. Хатта атайым да әсәйемдең сәй яһап биргәнен көтөп ултыра.

Һуңынан шул билдәле булды. Айраттың әсәһе күрше ауылдан булған. Өс айлыҡ ҡына ваҡытында уны ихата яғынан ишек алдына һалған да үҙе Үзбәкстан яғына сығып киткән. Эштән ҡайтҡан атаһы улын шунда табып ала. Минең Айрат менән бер йылғы ағайым бар ине. Ҡайһы ваҡыт өләсәһе уны әсәйемә имеҙергә лә килтерер булған.

Бер ваҡиғаны әсәйем йыш һөйләй торғайны. Өләсәһе Айратты күрше ауылға укол ҡаҙатырға алып барған.

–  Ҡайтышлай беҙгә килеп инделәр, – ти әсәйем. – Көн эҫе булғас, малай илап, ярһып, буҫығып бөткән. Өләсәһе үҙе өлкән кеше бит инде. Арыған. Тиҙ генә баланы ҡулға алып, түшемде ҡаптырҙым. Айрат үҙе миңә текләп ҡарай, ят кеше икәнемде белә бит инде. Шулай ҙа асыҡҡас, ни хәл итһен, күкрәгемде матҡып алып супылдатып имә башланы. Ныҡ асыҡҡан булған бахыр. Имеп туйғас, ҡосағымда уҡ иҙрәп йоҡлап китте. Эй, шул ваҡыт бисараны йәлләүем. Түҙмәй илап ебәрҙем. Баланы шаҡтай ваҡыт шулай ҡосағымда ҡосоп ултырҙым әле, тәмле йоҡоһонан уятып ҡуйырмын тип ҡурҡтым.  Әсәй булған әҙәм нисек йөрәге етеп ташлап китте икән? Ғибрәт! Ни йәне менән тыныс йәшәп яталыр...

    Әсәйем һөйләгәнде тыңлап, минең дә күҙҙән йәш килеп сыҡты.

           Ысынлап та, әсәһе булмағас, өйҙәре лә икенсе төрлө шул. Тыш яҡтан беҙҙекенән матур ҙа һымаҡ. Солан тәҙрәләре ваҡ-ваҡ итеп бүленеп эшләнгән, аҡҡа буялған, әллә ҡайҙан күренеп тора. Эстә инде беҙҙеке һымаҡ ҙур сәскәле ҡорғандар, селтәрҙәр ҡуйылмаған. Әсәйем ҡыш көнө бер төрлө ҡорғандар ҡуйһа, көндәр йылынғас, күмәкләп өйҙө йыуып сығарғас, икенселәрен ҡуя. Ул саҡта өйөбеҙ бөтөнләй икенсе булып киткәндәй була, ҙурайып киткән һымаҡ. Ә уларҙың  гел бер төҫһөҙ генә ҡорған тора. Ул да һарғайып бөткән. Тәҙрә төптәрендә гөлдәре лә юҡ.

          Шулай ҙа  минең күҙ ҡыҙған әйберҙәр ҙә бар уларҙа.  Айраттарҙың өйөндә ситтәре семәрләп, бөрмәләп-бөрмәләп эшләнгән ике крисла  тора. Китаптарҙа күргән элекке байҙарҙыҡы һымаҡ. Барған һайын шунда ултырырға яратам. Их, беҙҙең шундай крисла булһа ине! Бер көндө ошоно әсәйемә лә әйтте.

– Эй, балам, – тине әсәйем. – Бик тә алыр инек. Аҡса яғы  наҡыҫ бит. Һеҙ алтау,  ә Айрат бер үҙе. Атаһы алтын ҡуллы булғас, аҡсаны күп эшләй. Колхозда аҡса юҡ бит. Атайың был айҙа 60 һум ғына аҡса алды. Шул аҡсаға нимә алмаҡ кәрәк. Ярай, Хоҙай насип итһә, беҙ ҙә алырбыҙ әле!

Ысынлап та, Айраттың атаһы ныҡ оҫта шул. Айытбай ағай  кеүек оҫталар хатта күрше-тирә ауылдарҙа ла юҡ, ти. Ул ат арбаларына тәгәрмәстәр, саналар, мин белеп бөтмәгән тағы әллә нимәләр эшләй.

      Атаһы Айратҡа ике тәгәрмәсле арба ла эшләп биргән. Ундай арба беҙҙең ауылда башҡа берәүҙә лә юҡ. Шул арбаға ултырып, бер-беребеҙҙе һөйрәп йөрөйбөҙ. Эй, рәхәт!

    Әсәйемдең, беҙ ҙә алырбыҙ әле, тигән һүҙен тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән урамға сығып йүгерәм. Урамда бергә уйнаған дуҫтарыма һөрән һалам.

– Беҙ ҙә Айраттарҙыҡы һымаҡ крисла  алабыҙ.

   Күп тә үтмәй Айраттарға барып инәм. Айрат менән атаһы ихлас ҡаршы ала. Айытбай ағай һәр саҡ хәлемде һораша. Ә мин уға әллә яуап бирҙем, әллә юҡ:

– Әсәйем беҙ ҙе һеҙҙеке һымаҡ кресло алабыҙ, – тип әйтте үәт!  – Айытбай ағай ихлас йылмая!  

        Айытбай ағай бүтән атайҙарға бөтөнләй оҡшамаған. Һәр ваҡыт йомшаҡ итеп һөйләшә. Беҙҙең атай саҡ ҡына тауышлана башлаһаҡ, ҡайыш менән һуғып алырға ла күп һорамай. Күрше Ғүмәрҙең атаһы гел эсә, һуғыша. Ул  ҡустыһы, әсәһе менән гел беҙгә атаһынан ҡасып килеп йоҡлайҙар.

        Айрат менән уйнауы күңелле булһа ла, барыбер үҙебеҙҙең өйҙәге кеүек түгел.  Өйҙәренең ҡояшы юҡ кеүек. Өйҙә әсәй булыуға етмәй инде. Креслола ултырып та ялҡам. Беҙҙең телевизор бәләкәс кенә, уныһы ла насар күрһәтә. Айраттарҙың ҙур телевизорында мультфильм ҡарау ҙа ҡыҙыҡ булмай башлай. Тиҙерәк ҡайтырға сығам. Әсәйем, моғайын, бер нәмә бешерәлер. Ысынлап та, ниндәйҙер тәмле еҫ ихатаға уҡ таралған. Түҙмәй     өйгә йүгереп инәм.

– Әсәй, шул тиклем тәмле еҫ килә! Нимәкәй бешерҙең? – Унан алтыр булып тулып ятҡан һап-һары бауырһаҡты күреп, берәүһен алып та ауыҙыма эләктерәм. Әллә ни эшләп бауырһаҡ яратам.  Эй, тәмле! Шул мәл ошо еҫ Айраттарҙың өйөндәге креслонан да, телевизорҙан яҡшыраҡ булып күренде. Юҡ, бер нәмә лә кәрәкмәй, әсәйем генә булһын, үлеп кенә ҡуймаһын! Унан әсәйемә һырылып:

– Әсәй, беҙгә крисла ла, дәү телевизор ҙа   кәрәкмәй, һин генә бул, - тип әйтәм.  

 Әсәйем бит остарын уймаҡландырып йылмая. Ә мин тағы теҙәм.

– Айраттарҙың өйөндә барыһы ла бар, уйынсыҡ машина ла, алма ла. Хатта улар өйҙә  генә йыуыналар.  Ҡалалағы һымаҡ. Ҡалала бер тапҡыр булырға тура килмәһә лә, телевизорҙан күреп беләм бит.

Уларҙың өйө барыбер беҙҙеке һымаҡ түгел. Сөнки уның әсәһе юҡ, эйе бит! – Был һүҙҙе ишетеүгә әсәйемдең йөҙө уйсанлана. Моғайын, ул да Айратҡа еңел булмауын аңлайҙыр.

         Уйҙарымдың иге-сиге юҡ.  Нисек инде әсәйһеҙ   йәшәмәк кәрәк? Бигерәк ҡыйындыр инде. Ә беҙ әсәйһеҙ бер минутта тора алмайбыҙ. Хатта кейенә башлау менән бер ауыҙҙан:

– Әсәй, ҡайҙа бараһың? – тип төпсөнә башлайбыҙ.

– Миңә кендегегеҙ береккәндер шул, - тип еңелсә асыуланып та ала әсәй. Хатта атайым да эштән ҡайтҡанда әсәй өйҙә булмаһа:

– Әсәйегеҙ ҡайҙа китте ул? – тип һорай һала. Ҡыҙыҡ инде ошо атай. Уға әсәй нимәгә кәрәк икән?

             Беҙҙең ауыл ҙур түгел. Бер бәләкәй генә магазин бар. Унда пиченйә, берәмниек кеүек аҙыҡ-түлек һатыла. Бөтә йомошҡа колхоз үҙәге булған Сәйетбабаға йөрөйбөҙ.    Әсәйем Сәйетбабала тыуған. Өләсәйем дә шундай йәшәй.    Шуға ла әсәйем унда йыш йөрөй.   Һуңғы ваҡытта өләсәй ҙә ауырыштырып торғас, оҙаҡлап та китә. Әсәйһеҙ  шул тиклем ҡыйын. Хатта өйҙә торғо ла, ашағы ла килмәй ҙә. Шунан оло юлға сығып әсәйҙе көтә башлайбыҙ. Уны күреп ҡалыу менән йүгереп барып ҡосағына ташланабыҙ.

- Әсә-ә-ә-әй! – Уның ҡулындағы сумкаһына үреләбеҙ.

- Нимәкәй алдың? – Әсәйебеҙ кәнфитме, печеньемы алып бирә. Әсәй менән бергә ҡайтып инеү шул тиклем күңелле! Әлдә әсәйем бар әле, тип эстән генә ҡыуанам. Үлеп кенә ҡуймаһын  тип теләйем эстән. Үгәй әсәйҙәр ныҡ яуыз була, тиҙәр. Айҙағы Зөһрә ҡыҙ ҙа үгәй әсәһенән ҡасып шунда киткән бит.

        Бер мәл шулай әсәйебеҙ  Сәйетбабаға  магазинға китте лә ҡайтмай ҙа ҡайтмай. Ауыл осона сығып көтә торғас, арып бөттөк. Инде кис төшә башланы. Бына бер ваҡыт алыҫтан ҡулына тоҡсай тотҡан әсәйем күренде. – Ур-ра, әсәй ҡайтып килә-ә-ә!

– Әсә-ә-ә-ә, нимәкәй алды-ы-ы-ң?

Ике һеңлем менән ҡыуаныстан һөрәнләй-һөрәнләй  әсәй ҡаршыһына йүгерҙек.  Һеңлеләрем ҡыуаныстан әсәйҙе ҡосаҡлап уҡ алды.

– Әсәй, әсәй!

– Мин әсәйегеҙ түгел шул!  – Әсәй тигәнебеҙ беҙҙән ике өй аша йәшәгән Зәйнәп апай булып сыҡты.

– Әсәй ҡайҙа? Ни эшләп ҡайтмай? – Һеңлеләрем үкереп илап ебәрҙе.

Минең дә  танау төштө. Әсәй менән Зәйнәп апайҙың бәлтәһе бер иш шул. Зәйнәп апай беҙгә әсәйебеҙҙең ҡапыл ауырып китеп, уны район үҙәгенә дауаханаға алып китеүҙәрен әйткәс, һеңлеләрем үкерешеп илай башланы. Ул, әсәйегеҙ дауаланып ҡайтыр, һеҙгә кәнфит, матур күлмәк алып ҡайта тип йыуатырға тырышһа ла,  уларҙы илауҙан туҡтала алманыҡ. Гөлсәсәк хатта  ергә тәгәрәп үкһергә тотондо:

– Әсәй, әсәй! Ҡайт!

– Беҙгә күлмәк тә, кәнфит тә кәрәкмәй! Беҙгә әсәй кәрәк.

Зәйнәп апай сумкаһынан матур тышлы кәнфит сығарып тотторғайны, һеңлеләрем уны ергә алып бәрҙе.

– Беҙгә кәнфит кәрәкмәй, әсәй кәрәк.

Улар илай торғас, ҡыҙарып-буҙарып, буҫлығышып  бөттө. Шулай ҙа Зәйнәп апай:

– Әйҙәгеҙ, ҡайтайыҡ, кис көнө ергә ултырырға ярамай,  ен һуғыр ҙаһа, – тип һеңлеләремде көскә тынысландырып, ҡайтыу яғына йүнәлдек.  

Атайыбыҙ иртән тора ла эшкә сығып китә. Ул киткәндә беҙ йоҡлап ҡалабыҙ. Бер көндө ныҡ асыҡҡас, күкәй бешереп ашарға булдыҡ. Мин һарай эсенә инеп, күкәй алып индем дә табаға һытып, мейескә ултырттым. Тыштан утын индереп, эсенә күп итеп гәзит төрөп һалып, шырпыны һыҙҙым. Гәзит гөрләп янып китте. Әммә бер аҙҙан ул янып бөттө лә утынға тоҡанманы. Өйгә әсе төтөн еҫе  таралды. Тағы ла гәзит һалып, тағы ла яндырҙым. Был юлы ла ут һүнде. Төтөнгә сәсәй башланым. Шул мәл өйгә Зәйнәп апай килеп инде лә:

      – Ни эшләйһегеҙ, үләһегеҙ бит! – тине.

      – Күкәй бешерәбеҙ.

       – Эй балалар, балалар! – Зәйнәп апай ишекте асып ебәрҙе. Йүшкәне асмағанһығыҙ бит. Төтөнгә тонсоғон үлергә уйлайһығыҙмы ни?!

Шунан Зәйнәп апай үҙе мейесте тоҡандырып, күкәйҙе бешереп, сәй ҡайнатып эсерҙе. Беҙгә шырпы менән булашмаҫҡа ҡушты. Үҙе көн һайын көндөҙ килеп, сәй эсереп йөрөнө. Әсәйебеҙ оҙаҡ ҡына ятты дауаханала. Үҙен һағынып үлә яҙҙыҡ. Ярай, беҙҙең әсәй ҡайтты. Ә бит Айраттың әсәһе бер ваҡытта ла ҡайтмай.

       ... Көндәрҙең береһендә  уйнап йөрөгәндә дуҫыма күптән йөрәгемде өйкәп йөрөгән һорауҙы бирҙем.

– Айрат, һинең әсәйеңде күргең киләме?

-Юҡ, мин уны күргем дә килмәй!

- Ә яратаһыңмы?

- Юҡ!

- Яратмайһың? Әсәйеңде? – Дуҫымдың яуабына аптырап, ҡабатлап һорайым. Нисек инде әсәйҙе яратмаҫҡа була?

- Ни эшләп яратайым! Ул бит мине ташлап киткән.

- Әсәйеңде бер ҙә күргәнең булманымы?

- Кәртешкәнән күргәнем бар.

- Миңә лә күрһәт әле. Әсәйеңде күргем килә.

- Утҡа яҡтым бит ул кәртешкәне. Кәрәкмәй миңә ундай әсәй! Әсәйҙәр һинеке кеүек була.

Үҫә төшкәс, дуҫымдан башҡаса әсәһе хаҡында бер ҙә һорашманым. Хәҙер инде был һорарға ярамағанын яҡшы аңлайым.

– Башҡаса улай һорама, уның күңел яраларын ҡуҙғатма. Әсәйемде яратмайым тиһә лә, уға ҡыйын түгел тип уйлайһыңмы?  Бына миңә һаман да  әсәй кәрәк.

        Йылдар үтә торҙо.  Айрат ир ҡорона инде. Ауылға ҡайтҡанда әсәйемдән тағы:

- Айраттың әсәһе килгәне бармы икән? – тип һораным.

- Былтыр ҡайтып киткән, күрше ауылға туғандарына килгән. Улын күрергә теләге барлығын әйткән.

- Шунан?

- Айрат бармаған. "Миңә ундай әсәй кәрәкмәй", тигән.

- Ни эшләп улай итте икән?

- Эй, балам... – тине әсәйем. – Күрәһең, ғәфү итә алмағандыр. Әсәйле була тороп әсәйһеҙ үҫеүҙән дә ҙур бәхетһеҙлек юҡтыр...

   Тиңдәштәре башлы-күҙле  булып, балалар үҫтерә башланы. Тик Айрат ҡына ғаилә ҡорорға  ашыҡманы. Итәғәтле, һәйбәт эше, һәр ваҡыт аҡсалы егет янында уралған ҡыҙҙар ҙа аҙ булманы түгел. Кем белә, бәлки, бәләкәйҙән ҡатын-ҡыҙ хыянатына  дусар булған сабыйҙың  йөрәгендә гүзәл затҡа  ҡарата ышанмаусанлыҡ, үпкә кеүек мәңге иремәҫлек боҙ хасил булғандыр. Бөтә әсәйҙәр бер төрлө булмай ҙа инде.

Фото: kartinkin.net

 

  

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: