Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Февраль 2023, 22:14

Һинең менән йөрөргә лә оялам

Бер көн ҡәйнәһе, ҡыҙмаса булып алғас: - Килен, әйҙә берҙе генә эс, - тип уға бәйләнә башламаһынмы!

Һинең менән йөрөргә лә оялам
Һинең менән йөрөргә лә оялам

-– Әсәй, әллә илап ултыраһың инде! Көтмәгәндә Өфөнән ҡайтып ингән ҡыҙы әсәһенең күҙе йәшләнеп тороуын күреп ғәжәп итте. Гөлфиә апай ҙа ҡыҙынан уңайһыҙланып, йәһәт кенә тороп, сәйнүгенә һыу алып плитәгә ултыртты. Унан битен йыуып алды. Шулай ҙа илауҙан шешенгән күҙҙе йыуып ҡына бөтөрөп булһасы. Ҡыҙы йәнә төпсөндө. - Нимә булды, әсәй? - Бер нәмә лә булманы, балам. Ни эшләптер күңелем тулды ла китте. - Әсәй кеше сәбәбен ҡыҙына һөйләргә теләмәне. Ул арала сәй ҡайнап сыҡты. Икәүләп кенә сәй эсеп алғас, ҡыҙы өйҙө йыйыштыра башланы. Ә Гөлфиә апайҙың күңеленән бөгөн район үҙәгендә йөрөгәндә иренең әйткән бер һүҙ китмәне. “Әле үк баштан әбейҙәр кеүек аҡһап йөрөйһөң. Һинең менән йөрөргә лә оялам!” - тип иҫен китерҙе ире. Элек әйләнгән һайын: “Әлдә һин бар әле, Гөлфиәм, бер үҙем был балаларҙы нисек ҡарар, нисек үҫтерер инем”, - тип әйткән иренең бөгөн шулай тиеүенә шаҡ ҡатты. - Һин ҡыҙыҡ ҡына, - тип яуапланы ул. - Үҙем теләгәндән шулай йөрөмәйем дәһә. Эйе, әле уға 58 йәш булһа ла, аяғы һыҙлап яфалай. Табиптарға ла барҙы инде, тик әлегә файҙаһы ғына тойолмай. Гәрәй - Гөлфиәнең икенсе ире. Тәүҙә икенсе бер районда кейәүҙә булды ул. Педагогия институтын тамамлағас, Урал аръяғы райондарының береһенә эшкә ебәрҙеләр уны. Шунда танышты тәүге ире менән. Колхозда эшләгән Мансаф әрһеҙлеге менән ҡаратты. Ғаилә ҡорҙолар, балалары тыуҙы. Улы ғына түгел, ҡәйнәһе лә төшөрөргә яратҡан ғаиләлә тора-бара үҙен бөтөнләй ят икәнлеген аңланы Гөлфиә. Кинйә ул булараҡ, Мансаф айырым йорт һалып сығырға ашыҡманы. Байрам көндәрендә генә түгел, ғәҙәти ваҡытта ла ҡәйнәһе балалары менән бер кәйеф-сафа ҡороуона иҫе китте уның. Был мөхит уның өсөн бөтөнләй ят ине. Бер көн ҡәйнәһе, ҡыҙмаса булып алғас: - Килен, әйҙә берҙе генә эс, - тип уға бәйләнә башламаһынмы! - Ғүмерҙә эскәнем булманы! - Тәүҙә генә ҡыйын ул. Аҙаҡ беҙҙең һымаҡ өйрәнеп китәһең. - Ҡәйнәһе йәмһеҙ итеп кеткелдәне. Эскенең ҡасан бәхет килтергәне бар инде? Иренең гел шулай эске менән мауығыуы фажиғә менән тамамланды. Шулай бер көн ире күршеләргә бесән ала барғанда, тегене апаруҡ ҡына һыйлайҙар. Ауыл уртаһындағы күперҙән тракторы менән осоп төшөп, Мансаф шунда уҡ йән биргән. Артабан Гөлфиәне был ауыл менән бер нәмә лә бәйләмәй ире. Ул тыуған яғына ҡайтып китте. Ҡайтыу менән мәктәпкә эшкә урынлашты. Әммә оҙаҡ та үтмәй ауылдашы Гәрәйгә димләп килделәр. Күптән түгел эскенән ҡатыны үлеп ҡалған. Оло улы бишенселә уҡыһа, кесеһенә биш кенә йәш. Ирҙән дә бигерәк балаларҙы йәлләп, ризалыҡ бирҙе ҡатын. Унан гел әсәй янында ла йәшәп булмай. Армиянан ҡайтҡан ҡустыһы өйләнһә, барыбер был йорттан китергә кәрәклеген аңлай ине. Гөлфиә Гәрәйҙе лә, мәрхүмә Хәмиҙәне лә яҡшы белә ине. Тиҫтерҙәр бит. Уҡыу алдынғыһы Хәмиҙәнең буй-һыны бөгөнгөләй хәтерҙә. Мәктәптә иң тырыш ҡыҙҙарһың береһе ине ул. Ә сибәрлеге һуң! Ап-аҡ йөҙлө, ҡара сәсле был ҡыҙға иғтибар итмәгән кеше булмағандыр. Мәктәптән һуң ул мәҙәниәт техникумына Йылы һүҙгә, яғымлы ҡарашҡа һыуһаған малайҙар уға тиҙ ылыҡты. Аш-һыуға оҫта Гөлфиә балаларҙы матур тәрбиәләгәс, балалар шунда уҡ таҙарып китте. Хатта бер көн бәләкәсе, ул компот ҡайнатҡас: - Был әсәй һәйбәт! - әйтеп һалмаһынмы! Гәрәйҙең эскегә әүәҫ булмаһа ла, һәлкәүлеге менән аптыратты Гөлфиәне. Йорт эштәренә бигерәк ауыр ҡуҙғала. Шулай ҙа тырыша торғас, ҙурыраҡ йорт һалып сыҡтылар. ...Бер нисә көндән ғәжәп хәл булды. Иртән үҙ аяғы менән урманға утын әҙерләргә киткән Гәрәйҙе ике ирҙең носилка менән алып килгәнен күреп ҡото осто Гөлфиәнең. Өҫтөнә ағас йығылған икән. Тиҙ генә “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, район үҙәгенә дауаханаға юлландылар. Һыҙлауға түҙә алмай юл буйы ыңғырашты ир. Рентген үткәргәс, Гәрәйҙең аяғы өс урындан һынғаны билдәле булды. Ҡатмарлы операцияны бары Өфөлә генә яһауҙарын әйттеләр. “Эй Аллаҡайым, тиҙерәк аяҡҡа баҫһын инде, ғәрипләнеп ҡалмаһын”, - тип үрһәләнде ҡатын. Дауахананан ҡайтыу менән иренең арыуланып ҡайтыуын теләп ҡорбан салдырҙы.

Автор:
Читайте нас: