Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Февраль 2023, 08:55

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул

Көнһылыу Әхмәт ҡыҙын юбилейы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. 

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул
Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул

 

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың  атҡаҙанған уҡытыусыһы Әширбаева Көнһылыу Әхмәт ҡыҙы Баймаҡ районы Байыш ауылында ҙур, татыу ғаиләлә буй еткерә. 1992 йылда Сибай педагогия училищеһын уңышлы тамамлағас, хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай. Бер аҙҙан Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары белем ала. Бөгөн Өфө ҡалаһында йәш быуынға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Көнһылыу Әхмәт ҡыҙы уҡыусылар, хеҙмәттәштәре араһында үҙенең ихласлығы, хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән хөрмәт ҡаҙанған шәхес.

Көнһылыу Әхмәт ҡыҙы уңған хужабикә лә, бәхетле әсәй ҙә. Тормош иптәше Сәғит менән Өфөлә бына тигән йорт төҙөп, матур ғүмер кисерә. Ҡыҙы Шәүрә сәнғәт юлынан китһә, улы Салауат фән юлын үҙ итте. Мәскәү дәүләт университетын тамамлап, бөгөнгө көндә Германияла ла студенттарға белем бирә.

Фото: Бәйләнештә.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: