Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель 2023, 07:55

Бөгөн - Аҡса көнө

Аҡса юҡ    Хикәйә    Венер ИСХАҠОВ

Бөгөн - Аҡса көнө
Бөгөн - Аҡса көнө

Дүшәмбе

– Уның ошо һүҙ-е-е-е... тамам үҙәккә үтте бит! Хет хәҙер үк сыҡ та бышыңды элмәккә тыҡ. Бөгөндән эштән китәм, бөгөндән...
Инде нисәмә йыл оперативканан сыҡҡан һайын йәшәүҙән ваз кискән, эштән киткән Рәфис был юлы ла тиреһенә һыйыша алманы. Өҫтәленә ҡәләме менән дәфтәрен шартлата ырғытты ла берсә Айнурға, берсә миңә күҙен төбәне:
– Ниңә шулай түгелме ни? Шул өс бөртөк эш хаҡы өсөн дә үтте һытып алып бара бит. Имеш, “аҡса юҡ... булғанына шөкөр итегеҙ...“ Эшләмәгән, тик йөрөгән кеше һымаҡ күрә. Ҡайҙан ошо һөнәргә уҡығанмын. Бер файҙаһы юҡ бит, бер файҙаһы. Ана “икеле”гә, “өслө”гә һөйрәлеп йөрөгәндәр лутсы донъя көтә. Минең яҙыусы булып йөрөүем... Ҡарауылсы булып эшләгән дуҫымды күрҙем әле кисә. Минән әллә нисә тапҡыр яҡшы йәшәй. Бер көн эшләй, ике көн рәхәтләнеп ял итә. Ишшеү буш ҡайтмай бит әле. Магазиндан ысписать иткән аҙыҡ-түлекте, һыраларҙы багажнигына тултырып алып ҡайта. Кисә генә шунан алып ҡайтҡан һыраны эсергә саҡырҙы. Ну, шәп ине. Шуға бөгөн баш гөжләп торған һымаҡ. Бер шешәһен миңә биреп сығарғайны. – Рәфис сумкаһынан шул шешәне сығарып бөкөһөн асты ла һемереп ебәрҙе. Унан йәнә бер сама уртлағас:
– Ҡалай рәхәт булып китте әле, – тип, йәнә беҙгә ҡарап, ҡәнәғәт төҫ менән ауыҙын йырҙы. – Аптырағандан әйтәм инде. Шул һүҙҙе ишетмәҫ өсөн генә башыңды әллә ҡайҙа олаҡтырмаҡсы булаһың да, был заманда тота килеп кенә ҡайҙа барып баш төртәһең. Кем көтөп тора, тиһең! Исмаһам, бында өйрәнгән баш. Этелеп-төртөлөп, эт ишетмәгәнде ишетеп, кәмкәкләнеп булһа ла йөрөгән булаһың.
Коллективҡа быйыл килеп ҡушылған шаян Айнур ғына аптырап та бирмәй: етәксебеҙҙең һәр һүҙен уның үҙе кеүек булып эләкләп, барыбыҙҙың күңелен күрә, төрлө этлектәр табып тора. Телефондан етәксе булып шылтыратып башҡаларҙы үҙенә саҡырһынмы, берәй эш ҡушһынмы! Был юлы ла Тәлғәт Саматович булып ваҡ-ваҡ аҙымдар менән атлап күрһәтеп, биш бармағын өҫкә күтәреп һелкеп, йөҙөнә беҙҙе йәлләгән төҫ сығарып:
– Һәр берегеҙ биш бармағым кеүек ҡәҙерле миңә, – тигәс, бөтәбеҙ ҙә бырх итеп көлөп ебәрҙек. Хатта Рәфис ауыҙындағы сәйен күршеһендәге Камилға бөркөп ебәргәнен дә һиҙмәй ҡалды. – Коллективты ҡыҫҡартырға кәрәк. Әлбиттә, мин был аҙымға бара алмайым. Ҡайһы берәүҙәр ипотека түләй, кредиты бар, бала үҫтерә. Тота килеп кемегеҙҙе урамға сығарып ебәрәйем. Һәр берегеҙ биш бармағым кеүек ҡәҙерле, ҡәҙерле...
Әле генә зарланышып ултырғандар бөтәһе лә рәхәтләнеп көлдө.
– Айнур һиңә журналист түгел, ә артист булырға кәрәк. Академтеатр ниндәй шәп артис­тан мәхрүм ҡалған, – тибеҙ.
Айнур беҙгә яуап итеп:
– Бәләкәй саҡта аяғың кәкре, һинән ниндәй әртис сыҡһын, тип көлгәс, барманым да ҡуй­ҙым, – ти.
Унан Рәфис йәнә ҡыҙа:
– Юҡ, юҡ, бөгөндән эштән китәм. Уның шул һүҙен ишетмәҫ өсөн генә. Туйҙым, ғарҡ булдым.
Уға үҙен Юлай Аҡташ тип нарыҡлаған, зарланыуҙан башы сыҡмаған шағир ҡушылды:
— Ысынлап та, ни эшләп бында өс тингә һеперелеп йөрөйбөҙ әле? Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең гәзитте асабыҙ. Бына тигән гәзит сығарасаҡбыҙ, халыҡ эҙләп йөрөп аласаҡ. Фәлән айҙа фәлән һум алһаҡ, бында йөрөгәндең ярты йыллыҡ эш хаҡын алабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Рәфис, Айнур өсәү сығарабыҙ уны. Беҙгә артыҡ әрәмтамаҡтар кәрәкмәй. Шәп итеп сығарабыҙ.
Шул саҡ кемдеңдер ишек шаҡыуы һөйләшеүҙе өҙҙө. Корректорҙар Сажиҙә менән Әҡлимә икән.
— Оперативка нисек үтте? Нимә тинеләр? – Әҡлимәнең тәүге һорауы шул булды. Ғәҙәттә, корректорҙар оперативкаға инмәйҙәр. Берәй етди хата киткәндә йәки башҡа аңла­шылмаусанлыҡ килеп сыҡҡанда ғына уларҙы саҡыра торғандар.
– Аҡса тураһында өндәшмәнеме? Артамы икән? – Быныһын Сажиҙә бирҙе.
– Арта, күп арта! – Айнур һәр ваҡыттағыса ауыҙын йырҙы.
– Ысынмы? Күпмегә? – Ҡыҙҙарҙың күҙҙәре балҡып китте.
– Шаярта бит ул! Булғанын ҡырҡмаһалар ярай ине, әлеге лә баяғы аҡса юҡ, ти. – Рәфис шулай тигәс, ҡыҙҙарҙың кәйефе төштө.
– Эй, беҙҙә булһа шул булыр инде. Түрәләргә генә аҡса бар.
– Быныһы килгәс, исмаһам, эш хаҡы артырмы тиһәк. Түрәләрҙең үҙҙәренең кеҫәһе генә яҡын...
Был көндә бер кемдә лә эш ҡайғыһы булманы. Берәүҙәре хужаны эттән алып беткә һалып һүкте, икенселәр ҙурыраҡ етәкселәрҙе әрләне, өсөнсөләр ник ошонда килеп юлыҡҡанына үкенде.
– Бөгөндән эштән китәм...
– Иҙән йыуыусы ла беҙҙән күберәк ала...
Кәйефе ҡырылған Рәфискә донъяның йәме ҡалманы. Уны был хәсрәттән “зәм-зәм һыуы” ғына дауалай ала ине. Ул ҡаршылағы магазинға йүгереп кенә сығып бер ярты алды. Бер аҙҙан шағир Юлай Аҡташ менән улар күңелле генә ултыра ине.
– Кит, ошо ла булдымы тормош! Шағир башың менән меҫкенлектә ғүмер ит инде, – тип телгә килде Юлай Аҡташ. – Ну элек шағирҙар шәп йәшәгәндәр! Бер китап сыҡһа, гонорарына машина алған, тиҙәр. Күптәре эшләмәй өйҙә генә ятҡан, ял йорттарына йөрөгәндәр. Ә беҙҙең ярты йыллыҡ квартплата йыйылып киткән. Хәҙер тиҫтә йыл буйы ошо майланып бөткән пинжәкте кейеп йөрөйөм. Һин, Рәфис, үҙеңде уйлап ҡара! Бөгөн беҙҙең әҙәбиәттә һиңә еткән прозаик бар тиһеңме? Юҡ! Үҙеңдең әле һаман машинаң да юҡ. Фу! Ыстрам! Беҙгә түгел, хужаларға оят булһын!
– Шулай шул!
Ауыҙҙарына бер тейгәс, был хәсрәттән уларҙың теүәл ике-өс аҙнаға юғалып тороуына коллективта бөтәһе лә күнегеп бөткәйне. Айныҡ сағында кешеләргә күтәрелеп тә ҡарарға ҡыймаған шағирға әкиәттәге батырҙар ҡыйыулығы күсте. Бер аҙҙан бүлмәләр буйлап йөрөй башланы: ҡыҙҙарҙың берәүһенә мөхәббәт шиғыры уҡыны, икенсеһенә һөйөүен белдерҙе, өсөнсөһөн һөйөп ҡосаҡларға, үбергә ынтылды...
– Һиңә үлеп ғашиҡ булдым. Әйҙә миңә икенсе кәләш булып кил, мохтажлыҡ күрмәҫһең. Юҡ, юҡ, бөгөндән һине үҙемә кәләш итеп алып ҡайтам. Ошондай сибәр ҡыҙ тап минең кеүек шағирҙың ҡатыны булырға тейеш. Ана миңә ғашиҡ булыуың хаҡында күҙҙәрең һөйләп тора.
...Туҙынмаҫлыҡ та түгел шул. Кәңәшмә һайын баш мөхәррир Тәлғәт Саматович бер үк нәмәне тылҡый ҙа тылҡый. Үҙенә “Ағас игәү” тип исем дә ҡушып ҡуйҙылар. Был юлы ла уның бүлмәһендә сәғәт ярым буйы барған кәңәшмәнән хәбәрселәрҙең кәйефе бөтөнләй ҡырылып сыҡты. Бығаса “Яҡшы тормош” гәзитендә бындай оперативка аҙна аҙағында ғына үтһә, Тәлғәт Саматович килгәне бирле эш көнө ике сәғәткә һуҙылған һөйләшеүҙән башлана. Хәҙер уның артында исем-шәрифе менән әйткән кеше лә юҡ, шикелле. “Ағас игәү шулай ти...” “Ағас игәү ҡушты...” “Ағас игәү...”

Шишәмбе

Рәфис тәҙрәнән хозурланып ҡышҡы тәбиғәтте күҙәтеп тора. Тышта йыл һайын Яңы йыл алдынан ҡабатлана торған илаһи күренеш. Ябалаҡлап эре ҡар яуа. Рәфис сәғәтенә күҙ һалды: ике тулып килә. Бәй, бөгөн бит Яңы йылға әҙерлек барышы тураһында бер ойошма етәксеһе менән осрашырға һөйләшкәйне. Иртән оперативкала баш мөхәррир үҙе ҡушты. Ул йәһәт кенә курткаһын эләктереп коридорға сыҡҡан ыңғайға, Тәлғәт Саматович менән маңлайға маңлай төкөшә яҙҙы.
– Төш башынан ҡайҙа бараһың? Әле эш ваҡыты бөтмәгән. – Етәксенең тәүге һүҙе шул булды.
– Фәлән ойошманың етәксеһе менән осрашырға. Үҙегеҙ ҡуштығыҙ бит! – Бөгөн сәғәт өстә осрашырға һөйләштек.
– Ярай, уныһы ҡасмаҫ. Хәҙер оперативка була! – Етәксенең тауышы ҡәтғи яңғыраны.
– Тәлғәт Саматович, бер килешкәс, уңайһыҙ бит әле. – Рәфистең әле һаман кире боролорға уйламауы баш мөхәррирҙе сығырынан-сығарҙы:
– Һиңә бында мин етәксеме, әллә шул кешеме? Эш хаҡын, аҡсаны ул түләйме? Өсөнсө йыл матди ярҙам биргәйнек, бәлки, уны ла ул биргәндер?.. – Етәксе уҫал екерҙе лә ваҡ-ваҡ аҙымдары менән үҙенең кабинетына ҡарай атланы. Рәфискә кире бүлмәһенә инеүҙән башҡа сара ҡалманы. Тиҙҙән коридор буйлап йүгерә-атлай килгән секретарь ҡыҙҙың тауышы ишетелде:
– Тиҙ генә оперативкаға! Тиҙ генә! Бөтәгеҙ ҙә инегеҙ!
Бер аҙҙан барыбыҙ ҙа урындарыбыҙҙа ултыра инек. Ул арала баш бухгалтер Гөлназ Илдус ҡыҙы ла килеп ингәс, бөтәбеҙ ҙә эстән генә, Яңы йыл бит, моғайын, премия-фәлән булалыр тип кәңәшмә башланыр ваҡытты көтә башланыҡ. Тәлғәт Саматович, беҙгә бер талай ҡарап алды ла, тамағын ҡырып һүҙ башланы:
– Хөрмәтле коллегалар, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, бөтә донъяны ялмаған көрсөк, афәт беҙгә лә килеп ҡағылды. Шуға ла был хәлде Гөлназ Илдус ҡыҙы үҙе аңлатып китер.
– Ысынлап та, хәлдәр шәптән түгел, – тине баш бухгалтер. – Кисекмәҫтән етди саралар күрмәһәк, беҙҙең ойошма ла лыпыр емерелеп төшәсәк. Шуға ла ошо хәлдән сығыу, бергәләп фекер алышыу өсөн йыйылдыҡ. Мәҫәлән, беҙгә был хәлдән ҡотолоу өсөн әлегә гонорар күләмен ҡыҫҡартырға, оҙаҡ йылдар эшләгән выслуганы бөтөнләй алып ташларға тәҡдим иттеләр. Был, әлбиттә, беҙҙең идея түгел, беҙ баш мөхәррир менән һеҙҙең хәлде нисек тә яҡшыртыу яғындабыҙ. Әммә өҫтән ҡушҡас, тыңламай сара юҡ.
Шул саҡ бөтәһе лә “уф” тип ауыр һулап ҡуйҙы. Был Тәлғәт Саматовичҡа оҡшаманы.
– Әлегә булғанына шөкөр итеп йәшәргә кәрәк, – тип телгә килде ул. — Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, аҡса юҡ. Был әле башы ғына. Киләсәктә тағы ла ауыр көндәр көтөлә, әҙер булырға кәрәк. Шуға ла беҙгә булғанын экономиялап йәшәп өйрәнергә кәрәк. Кисә кабинеттар буйлап йөрөгәнде үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ. Мин бит тиктомалға ҡыҙыҡ булған өсөн генә йөрөмәйем. Минең дә эшем күп. Ошо гәзиттең бер юлын ғына уҡымай ҡара, күпме хата китәсәк. Шулай ҙа ваҡыт табырға тырыштым. Кисәге йөрөүемдән һеҙ дәүләт аҡсаһын елгә туҙҙыраһығыҙ тигән фекергә килдем. Сығымдар күп. Был айҙа ут өсөн сығымдыр өс айҙыҡынан да күберәккә артып киткән. Бүлмәлә төшкә тиклем ут янып тора, икенселәр оялмайынса йылытҡыс ҡуйған. Бөтәһе лә аҡсаға барып тоташа.
– Мәҫәлән, Айнур, һеҙҙең бүлмәлә төшкә тиклем ут янып тора. Бына өйөгөҙҙә берәү ҙә шулай ҡыланмайҙыр, – тине хужа. – Унан Сажиҙәгә төбәлеп:
– Һеҙҙең бүлмәләгеләр бер туҡтауһыҙ сәй эсә. Шунан бәҙрәфкә йөрөй. Ниндәй бөткөһөҙ сәй эсеү ул. Тефаль аҡсаны күп һөйрәй, йылытҡыстарҙы йыйып алабыҙ, был эш урыны, мунса түгел.
Әлегә тиклем редакцияла бындай хәлде ишетмәгән коллектив ҡорт күселәй гөжләй башланы.
– Беҙҙә йылытҡысһыҙ булмай, тәҙрәләрҙән ел гөжләп тора.
– Аллаға шөкөр, өҫтөгөҙҙән ҡойма ямғыр яуып тормай. Ана минең әсәйем менән атайым ғүмер буйы колхоз эшендә һеперелһәләр ҙә, зарланғандарын ишетмәнем. Ә сәйҙе ашханала эсегеҙ йәки термос менән өйҙән алып килегеҙ. Минең әсәйем менән атайым дәүләт иҫәбенә сәй эсеп ултырманы.
Уның һүҙен йәнә баш бухгалтер элеп алды:
– Телефондан саманан тыш күп һөйләшәһегеҙ, артыҡ һөйләшкән өсөн ошо айҙан һеҙҙең эш хаҡынан тотоп ҡала башлаясаҡбыҙ.
Ахырҙа Тәлғәт Саматович танауындағы күҙлеге өҫтөнән һөҙөп ҡараны:
– Кемдең һорауы бар?
– Булмаған ғына эш хаҡын да киҫеп бөтәһегеҙ. Беҙҙең алған эш хаҡынан хәҙерге заманда тауыҡ көлөрлөк бит. Бына йәштәргә ҡыйын, күбеһе ипотека түләй, – тине күптән эшләгән Динә Вафировна.
– Динә Вафировна, кем-кем, һеҙҙән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәренән, ошондай һүҙҙе көтмәгәйнем. – Етәксе тағы ла һөҙөп ҡараны.
– Бына мин дә, ғүмер буйы хөкүмәткә бил бөгөп, бер фатирлыҡ аҡса эшләй алманым. Ана, ҡала ситендә өй һала башлағайныҡ, һаман төҙөп бөтә алмайбыҙ, әле ҡыҙымдың баҡсаһында йәшәйбеҙ. Бер ҙә зарланмайым. Ә һеҙ йәш әле. Ә бит хәҙер хөкүмәт берегеҙҙе лә мәхрүм итмәй. Бына Илдар һин, өсөнсө балаң тыуғас, ҡутара әсәлек капиталы алдың, унан бушлай ер участкаһы бирелде. Шәп бит! Ә беҙҙең дәүерҙә бер тин эләкмәне. – Етәксе Илдарға тишә яҙырҙай ҡараны ла һүҙен дауам итте. Унан Сажиҙәгә төбәлеп:
– Бығаса берәүҙең дә тәүге бала өсөн тиктомалдан аҡса алғаны юҡ ине, бына Сажиҙә һин тәүге балаңа ла фәлән һум аҡса алдың. Ниндәй бәхетлеһең! Үҙең генә аңларға теләмәйһең! Шулай булғас, зарланырлыҡ түгел. Аллаға шөкөр, хөкүмәтебеҙ ҡарай. Әлегә берәүҙең дә астан үлгәне юҡ. Аҡсаһыҙ кеше аллы-гөллө кейенеп йөрөй алмай. Бына бөтәгеҙ ҙә бер-берегеҙ менән ярышып тигәндәй шәшке тун алып бөттө.
Тәлғәт Саматович тамағына нимәлер булып, сәсәп, ҡапыл туҡталып ҡалды ла алдындағы шешәнән һыу ҡойоп эсте. Унан йәнә дауам итте: – Аллаға шөкөр, берегеҙҙең дә зарланырлыҡ урыны юҡ. Һәр берегеҙ дәүләттән ниндәйҙер ярҙам алаһығыҙ. Мәҫәлән, Рәфис, һин биш бала атаһы булыуың менән ниндәй бәхетле! Коммуналь түләүҙәргә әллә ниндәй ташламалар бар, ҡатының бер көн хөкүмәткә эшләмәһә лә, илле йәштән пенсияға сыҡты. Шулай бит! Ауыр тибеҙ. Был әле хәлдең башы ғына. Артабан билде биштән быуырға тура киләсәк. Беҙҙең тармаҡ нефть, газ сығармай. Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙ дотацияға ҡарап ултырабыҙ. Урамға сығарып ебәрмәгәнгә шөкөр итәйек. Ана, фәлән завод ябылып, күпме кеше эшһеҙ ҡалды. Авансын, эш хаҡын көнөнөкөн көнөндә үк алып тораһығыҙ. Шөкөр итә белергә кәрәк. Ана, беҙҙең ауылда күптән аҡсалы эш юҡ, колхоз юҡ. Илап, зарланып йөрөгән берәүҙе лә күргән юҡ. Алла бирһә, аҡсаһы ла артыр, сабыр итәйек, көтәйек. 2030 йылға бик матур программалар ҡабул ителгән. Ә хәҙер киләһе һанда яҡтыртасаҡ мәсьәләләргә күсәбеҙ...
Хужа алдындағы компьютерға текәлде, бөгөн республикалағы, илдәге, донъялағы ваҡиғаларҙы, бөтәгеҙ ҙә белһен, тигәндәй, ҡысҡырып уҡыны. Унан күҙенә салынған яңылыҡ бик оҡшаны, ахырыһы, Рәфискә сәнсеп ҡараны ла телгә килде:
– Бына бит донъяла әллә ниндәй яңылыҡтар булып ята. Ә беҙ шуны күрмәйбеҙ ҙә, белмәйбеҙ ҙә. Кисә “Урмантау” шифаханаһы директорын тикшергәндәр, урлашып ятҡан, шунса һум аҡсаны туҙҙырыуҙа ғәйепләнә. Тап ошондай уғрыларҙы беҙ фаш итергә тейешбеҙ. Рәфис, ниңә һаман шул хаҡта яҙмайһың? Үҙегеҙ әйләнгән һайын аҡса һорарға беләһегеҙ, әйтеп- иҫкәртеп тормаһаң, бер нәмәне лә яҙмайһығыҙ. Мәҫәлән, гәзиттә тәнҡит етешмәй. Ни эшләп яҙмайһығыҙ? Нимәнән ҡурҡаһығыҙ? Журналист бер нәмәнән дә ҡурҡырға тейеш түгел. Киреһенсә, беҙҙән шөрләп торорға тейештәр. Шул саҡта илдәге хәл дә көйләнер, эш хаҡы артыр. Улар бит беҙҙең аҡсаны, беҙҙең эш хаҡын урлай. Рәфис, ошо хаҡта тәнҡит мәҡәләһе яҙ. Уға ла көн бөттө, халыҡ зарлана ине. Дөрөҫ булған бит. Әсе көл! Иртәгә үк номерға биреп ебәрәбеҙ. Бар, сыҡ та яҙа башла!
Рәфис кәңәшмәнән тиҙерәк ҡотолоуына ҡыуанып, бүлмәгә ҡарай атланы. Фельетон — иң яратҡан жанры уның. Шуға тотонһа, тын юлдары асылып киткәндәй. Шулай ҙа етәксе был юлы ла ғәҙәтенә тоғро ҡалды: ике юл яҙып өлгөрмәне, эске телефондан шылтыратты. Ҡайҙандыр килгән авторҙың хатын эҙләтте, бер сама үткәс, гәзиттә бынан өс йыл элек сыҡҡан мәҡәләне табып бирергә ҡушты.
Иртәгеһенә Рәфис фельетонды гәзиттең сираттағы һанын әҙерләгән урынбаҫар өҫтәленә индереп һалды. Әммә мәҡәлә ул көндә лә, иртәгеһенә лә гәзиттә баҫылманы. Рәфис, хәлдең айышына төшөнөргә теләп, Тәлғәт Саматовичтың бүлмәһенә инде.
– Әлегә бирмәй торабыҙ, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ киткән, – тип яуапланы етәксе.
Киләһе аҙнала Тәлғәт Саматович аҙна буйы эштә булманы. Отпускыға киткәнме, дауаханаламы? Кемдән генә һораманылар, бер кем бер нәмә белмәне. Шәмбе көнө телевизорҙы ҡабыҙһам, бәй, етәксебеҙ һөйләп тора лаһа! “Урмантау” шифаханаһында ял итеп ятыуы икән. Теге аҙнала ғына тәнҡит мәҡәләһе яҙҙырған директорҙы иҫе китеп маҡтай ине ул...


Шаршамбы

– Тыуған көнөң менән!
– Рәхмәт!
Бөгөн Әҡлимәнең тыуған көнө. Иртән осраған һәр кем уны байрамы менән ҡотлай. Төштән һуң ул бүлмәһендә тыуған көнөн билдәләргә йыйына. Шуға ла бөтәһенең дә кәйефе шәп күренә. Корректор булып иң аҙ эш хаҡына йөрөһә лә, ҡунаҡ һыйлауҙың рәт-сиратын белә ул. Былтыр ана ниндәй итеп табын әҙерләгәйне – йылҡы, ҡаҙ ите өйөлөп ята, ҡаҙылыҡ, ҡымыҙ, коньяк...
Иртән кемуҙарҙан баш мөхәррир бүлмәһенә барыуыбыҙға, секретарь ҡыҙ:
– Оперативка булмай, – тигәс, ауыр эштең осона сыҡҡан кеүек, барыһы ла еңел һулап ҡуйҙы.
– Ниңә булмай икән? Берәй ергә киткәнме? – тип төпсөндө Рәфис. Белеп торам: хужа саҡ ҡына булмайыраҡ торһа, һәр кем үҙенә ҡушылғанын йәһәт кенә яҙып тапшыра ла сығып тайыу яғын ҡарай.
– Белмәйем! Миңә әйтеп йөрөмәй! – Секретарь ҙа һуңғы ваҡытта яһиллана башланы.
– Аллаға шөкөр, эш көнөбөҙ әҙәмсә башлана икән. – Бөтәһе лә һөйләнә-һөйләнә бүлмәләренә таралды.
Бүлмәлә лә етәксебеҙҙең ни эшләп булмауының сере ҡыҙыҡһындырҙы.
– Ауырып-фәлән китмәнеме икән? – тине Рәфис. – Теге ваҡыт “бына мин сәсрәп ауырыһам да килдем”, тип мышҡылдап ултыра ине.
– Ауырыһа, ишшеү шәп булыр ине, исмаһам, ял итеп ҡалыр инек, – тип уның һүҙен элеп алды шаян Айнур. – Ул булмаһа, эш, киреһенсә, шәберәк бара. Көнө буйы йүнләп эшләргә ирек бирмәй, ту быныһын таптыра, ту әллә ниндәй хатты эҙләтә.
Бер аҙҙан Әҡлимәнең бүлмәләр буйлап кешеләрҙе саҡырып йөрөгәне ишетелде:
– Әйҙәгеҙ, инегеҙ.
Ысынлап та, табын ғәжәп мул ине. Шешәләр асылды. Бына сиратлап ҡотлай башланыҡ. Кемдер тиҙерәк ипотекаһын түләп бөтөүен теләне, кемдер уның матур сифаттарын теҙеп сыҡты. Һәр ҡотлаусының теләктәренең йәһәт кенә бойомға ашыуын теләп рюмкаларҙы сәкәштереп ҡуйырға ла онотманыҡ. Бер аҙҙан коллективта йырсы булараҡ дан алған Миңһылыу ҡотлап, йыр башланы:

Уфтанма, ғүмерҙәр яҙ кеүек үтә, тип,
Сал cәcең күрhәң дә уфтанма.
Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә,
Уфтанма, уфтанма, уфтанма.
Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә.
Уфтанма, уфтанма, уфтанма...

Уға бөтәбеҙ ҙә ҡушылдыҡ:

Яҙ килә лә китә, ғүмер шулай үтә.
Уфтанма, уфтанма, уфтанма...

Шул саҡ дөбөр-шатыр ишек асылып китте лә унан Тәлғәт Саматовичтың ҡобараһы осҡан йөҙө күренгәс, йыр кинәт өҙөлдө. Барыбыҙ ҙа баҫҡан урында шаҡ ҡатып ҡалдыҡ. Шарт иткән тауышҡа терт итеп ҡалған Рәфистең хатта ҡулындағы рюмкаһы иҙәнгә төшөп китеп, селпәрәмә килде. Ә Сажиҙәнең инде ауыҙына ҡабам тигән майлы ит киҫәге Әҡлимәнең ап-аҡ күлдәгенә барып төштө. Әле генә шау-гөр килгән табын шып туҡтаны.
— Ниндәй байрам, ниндәй эске, ә! – Күҙе аларған етәксенең тауышы зәһәр сыҡты. – ЧП, бомба, безобразие, хата! Ә былар иҫтәре лә китмәй байрам итә! Оятһыҙҙар!
Тәлғәт Саматович күҙенең ағы менән өҫтәлде айҡап ҡараны ла кире сығып китте. Байрам кәйефе юғалды. Әммә был пауза оҙаҡҡа һуҙылманы. Уғаса булмай, коридорҙа секретарь ҡыҙҙың ҡарлыҡҡан тауыш менән ҡысҡырып килгән тауышы ишетелде:
— Оперативкаға! Йәһәт кенә йыйылығыҙ!
— Нимә булыр икән?
— Белмәйем, ингәс күрерһегеҙ.
Барыбыҙ ҙа тиҙ-тиҙ генә йыйынып хужа бүлмәһенә йүнәлдек. Һөмһөрө ҡойолған Тәлғәт Саматович, бөтәгеҙ ҙә бындамы тигәндәй бөтә урынды аларған күҙе менән ҡапшап ҡараны:
– Ни эшләп Гүзәлде күрмәйем? Әллә уға был кәңәшмә ҡағылмаймы?
– Ул больничныйҙа, – тине кемдер.
– Больничныйҙа?! – Етәксе, ғәжәпләнеүҙән, күҙлеген бер систе, бер кейҙе. – Теге айҙа ғына больничныйҙа булды түгелме ни? Ниндәй бөткөһөҙ ауырыу?
– Балаһы ауырый, шикелле.
– Шунан ни булған? Шунан һәр сөскөргәнгә больничныйға китәйекме?
— Нәзирә лә күренмәй...
— Ул да ауырып тора.
Барыбыҙ ҙа эстән генә хәҙер шағир Юлай Аҡташты һорармы икән тип көтөп ултырһаҡ та, уны иҫенә төшөрөргә онотто.
– Был ни ғиллә, ә? – Етәксенең асыуы йөҙөнә сыҡты. – Аҡса таптырырға беләләр, ә эшләргә тиһәң, әҙәм заты юҡ! Әйҙә берәй дауахананың филиалын асып ебәрәйек! Бына минең дә һау ерем юҡ! Ғүмер буйы гәзит сығара, һеҙҙең кеүек наҙандарҙың артынан өтөр, хәреф сүпләй торғас, күҙҙән ҡалып барам! Бөгөндән инвалидность бирергә әҙерҙәр. Йөрөйөм бит! Мин эшләмәһәм, кем эшләр? Һәр ваҡыт аҡса уйлап, зарланып йөрөгәс, ауырырбыҙ ҙа шул. Оптимист булырға, йылмайып-көлөп йәшәргә кәрәк! Бөтә ауырыуҙар риза булмауҙан, бары менән ҡәнәғәт булмауҙан килә. Ярай, ауырыуҙар менән башҡа ваҡытта һөйләшербеҙ. Ә хәҙер төп проблемаға күсәбеҙ.
Бөтәбеҙ ҙә һағайып етәксегә төбәлдек. Нимә булды икән? Унан Тәлғәт Саматович гәзиттең бер ай элек сыҡҡан һанын алып, һелкә-һелкә, бер шағирҙың шиғырҙарын беҙгә күрһәтте.
— Ошо һанда кем дежур булды? Шағир Ҡотләхмәттең аҙаҡҡы һүҙендә ә урынына ө хәрефе киткән. Был кемдең хатаһы? Ояты ни тора! Гәзитте хатаһыҙ сығарыу хаҡында уйлаған юҡ, ә аҡса тип быуып алып бараһығыҙ! Һеҙҙең бөтә уйығыҙ аҡса. Шуға ла хатаны күрмәйһегеҙ! Был бит бомба! Кемегеҙ шулай этләшеп мине эштән ҡыуҙыртырға теләй. Хәҙер шул ғына етмәгәйне.
Был һүҙҙе ишетеүгә, һәр ваҡыт бөтә етәксегә лә ярап, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, һүҙ аңдып, аҙаҡ шуны түкмәй сәсмәй етәксегә түңкәреп, ғүмер буйы урынбаҫар булған Мәйсәрә Ғилмановна тәүгеләрҙән булып һикереп торҙо:
– Ысын шулаймы? – тип һүҙен башланы ул. – Күпме әйтәм, иғтибарлы булығыҙ, тип. Кисә корректорҙар бүлмәһенә инеп сыҡтым, ҡат-ҡат уҡығыҙ тинем. Һаман хата, һаман хата. Ысынлап та, оят.
Әле генә шып-шым ултырған хәбәрселәр геүләшә башланы.
— Бында иң тәүҙә шиғырҙы әҙерләп биргән бүлек етәксеһе яуаплы булырға тейеш, – тине өлкән йәштәге Динә Вафир ҡыҙы. — Ул яуап тоторға тейеш. Моғайын, Нәрисә әҙерләп биргәндер.
— Бәй, шулай булмайса! Ауыл хужалығы бүлегендә ултырған Айнур әҙерләп бирмәҫ инде. – Уны Зөбәйҙә йөпләне.
Бөтәһе Нәрисә ултырған урынға төбәлде, һәр ваҡыттағыса уның урыны буш ине. Әммә етәксебеҙ, Нәрисәнең ире министрлыҡта эшләүен иҫенә төшөрҙө, шикелле, йәнә телгә килде:
– Гәзитте бер Нәрисә генә сығармай. Ул коллектив хеҙмәт емеше. Ә ни эшләп корректорҙар юҡ? Әллә улар эшкә байрам итер өсөн генә йөрөймө? Аҡсаһы булмаған кеше эске ойоштороп ултыра алмай. Тиҙ генә саҡырығыҙ әле үҙҙәрен. Был шиғыр Нәрисә ҡулынан үтһә лә, корректор уҡыған. Шуға мин һеҙгә һәр ваҡыт шикләнеп ҡарағыҙ тим. Әлфиә, корректорҙарҙы саҡыр.
Бер нисә минуттан биттәре алһыуланған Әҡлимә, Миләүшә, Сажиҙә килеп инде. Бөтә коллектив йылп итеп уларға боролоп ҡараны. Нимә булыр хәҙер, йәнәһе.
– Ҡыҙҙар, ошо битте кем уҡыны? – Етәксе тишә яҙып уларға ҡараны. – Ҡотләхмәттең шиғырының һуңғы һүҙендә етди хата киткән.
Ғәҙәттә, аҙаҡҡы битте гел Сажиҙә уҡый. Ул:
– Мин, – тине.
– Һин? – Баш мөхәррир быны көтмәгәйне, шикелле. Ул һиҫкәнеп китте. Нәшриәт директоры ҡатыны була тороп бындай хатаны ебәреүе мөмкин түгел тип уйланы эстән генә. – Бында ниндәйҙер яңылышлыҡ киткән, – тип һүҙен дауам итте. – Редакцияға килгән хаттарҙы иң тәүҙә кем ала, кем теркәй? Әлбиттә, хаттарҙы теркәүсе. Ул хаттарҙы алғас та бөтәһен ентекле уҡып сығып, хатаһын төҙәтеп тапшырырға тейеш.
– Нисек инде хаттарҙы теркәүсе? – Әлеге лә баяғы Динә Вафир ҡыҙы телгә килде. – Ҡасандан был шулайға әйләнде?
– Әйҙәгеҙ бәхәсләшмәйек, бында һеҙ баш мөхәррирме, минме? Хаттар теркәүсене тиҙ генә саҡырығыҙ. Ул нимә өсөн аҡса ала тип уйлайһығыҙ? Шуның өсөн ала, аҡсаһын ала белгәс, эшенә лә яуаплы ҡарарға тейеш.
Сәлимә килеп инер-инмәҫтән етәксе уның “хатаһы” өсөн бешә башланы:
– Был ниндәй оятһыҙлыҡ! Гәзиткә бомба һалып, мине шартлатырға уйланыңмы?! Килеп сыҡмаҫ! Беҙҙең арала үҙ вазифаһына яуапһыҙ ҡараған һинең кеүек наҙандарға урын булырға тейеш түгел. Хәҙер үк эштән китергә ғариза яҙ. Һиңә түләнгән аҡсаны башҡаларға бүлеп бирербеҙ...
Бер нисә минуттан Сәлимә күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә ғариза яҙып ултыра ине. Уның бер үҙе ике бала тәрбиәләүен етәксе белергә лә теләмәне...

***
Ваҡыт тигәнең ағым һыу кеүек. Йәйҙе – көҙ, көҙҙө һалҡын ҡыш алмаштырып, йыл артынан йыл үтте. Көн һайын бер сәғәт, сәғәт ярымға һуҙылған кәңәшмәлә көн дә тигәндәй шул уҡ һүҙҙәр ҡабатланды:
– Эшләмәйһегеҙ!
– Әлегә эш хаҡы артмай, аҡса юҡ.
– Булғанына шөкөр итергә кәрәк.
Ошо һүҙҙәрҙе ишетмәҫ өсөн генә бер нисә хәбәрсе, башҡаса бәпәй алып ҡайтырға иҫәп тотмаһа ла, декретҡа сығып ҡотолдо. Ә бүтәндәр ҡайҙа барһын! Биш бала менән ятаҡтағы бер бүлмәлә тамам биҙрәгән Рәфис ҡала ситенән ер алып, йорт төҙөү хыялы менән күптән яна ине. Атай-әсәйҙәре ярҙам итешәсәкбеҙ, тип торалар. Көндәрҙең береһендә танышы ҡаланан утыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы ауылда ер һатылыуын әйткәс, Рәфис дәртләнде лә китте. Ҡатыны, балалары был һүҙҙе ишетеү менән, гүйә, әле үк яңы өйгә күскән кеүек, ҡыуанысының сиге булманы.
– Үҙебеҙҙең айырым бүлмә буласаҡ, – тип һикергеләне Гөлсөм менән Наҙгөл.
– Мин ҙур эт алам, – тип һөрәнләне биш йәшлек Юлай.

Кесаҙна

Эштән һуң участканы ҡарарға килгәс, Рәфис эргәһендә ҡыҙыл кирбестән биҙәкләп төҙөлгән ике ҡатлы ҙур йортто күреп, иҫе китте. Үҙе ике метр самаһы бейеклектәге кирбес ҡойма менән уратылған. Ихатала тағы ла әллә ниндәй ҙур нәмәләр күренә. Үҙенең бер ваҡытта ла бындай хан һарайы төҙөргә хәленән килә алмаясағын аңлаған ир йортҡа бер талай ҡарап торғас:
– Был тиклем йортта, моғайын, берәй олигарх йәшәйҙер инде, – тип ҡуйҙы.
– Олигарх тип ни, бер гәзиттең мөхәррире йәшәй инде.
– Китсәле, кем икән? – Рәфис был һүҙгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне.
– Эйе, – тине участканы һатыусы. – Ышанаһығыҙмы, бер йылда төҙөп сыҡты.
– Бер йылда? – Рәфистең күҙе маңлайына менде. – Мөхәррир аҡсаһына шул тиклем йорт төҙөп буламы?! Яңылышаһығыҙҙыр?
– Ни эшләп яңылышайым. Бик хәлле йәшәйҙер ул. Ҡатынында ла, үҙендә лә яҡшы машина. Анау күршеләге йортта оло ҡыҙы йәшәй, уң яғында улына һалдылар. Теге оста — баш бухгалтерҙыҡы. Шул мәл тәҙрәнән кемдеңдер ҡарағаны күҙгә салынды. Бәй, әллә Тәлғәт Саматович инде! Рәфис уны үҙҙәренең баш мөхәрриренә оҡшатҡандай булды ла, танып ҡалмаһын тип, ҡарашын ситкә бора һалды. Унан, бәлки, шулай тойолғандыр ғына, тип уйлап ҡуйҙы. Бәлки, уға оҡшаған берәй кешелер. Баш мөхәррирҙәр ҙә аҡсаны тоҡлап алмағаны һәр кемгә билдәле. Юҡтыр, моғайын, бүтән кешелер. Кем-кем, Тәлғәт Саматович былай ҡыланмаҫ.
Икенсенән, етәкселәре — үтә намыҫлы кеше. Һис тә нәфсеһе ҙурҙан ҡубып, бындай хан һарайындай өй һала торған кешегә оҡшамаған. Теге ваҡыт кәңәшмәлә нимә тине әле? “Хәҙер ҙур йорттар төҙөү модала түгел, уның өсөн утына түлә, һыуына түлә. Икенсенән, йәш барған һайын көс тә кәмей, ундай йортто йыйыштырыу үҙе бер бәләгә әүерелә. Бөгөн күптәр ҙур йорт һалғанына үкенә”.
Рәфискә лә, балаларына ла оҡшаны был урын. Яҡында ғына урман башлана. Әкрен генә иҫкән яҙғы елдә ағастарҙан килгән йәш япраҡ еҫе күңелде иләҫләндерә. Унан ары ҙур ғына күл йәйрәп ята. Йәйен урманда рәхәтләнеп емеш-еләк йыйырға була. Тик бына ошо тиклем бейек йорттар араһында үҙенең буласаҡ өйөн күҙ алдына килтергәс, күңеленә бер аҙ әллә нисегерәк булып торҙо. Бик теләһә лә, был сама йорт һала алмаясаҡ ул.
Тирә-яҡта бер аҙ йөрөштөрөп килгәс, тағы ла баяғы участка янына туҡталдылар. Шул мәл теге йорттоң бейек ҡапҡаһы үҙенән-үҙе асылып китте лә унан ҙур машина килеп сыҡты. Рулдә, ысынлап та, уларҙың баш мөхәррире Тәлғәт Саматович ине...

Йома

Иртәгеһен баш мөхәррир тағы ла сираттағы оперативкаға йыйҙы. Йәнә сәғәт ярымға һуҙылған кәңәшмәлә, эшләмәйһегеҙ, бында сәй шөпөрләтер өсөн генә киләһегеҙ, һеҙҙең хаталарҙы төҙәтә-төҙәтә һуҡыр ҡалып бөттөм бит, тип парын сығарҙы.
– Гәзитте бөтә кеше эҙләп йөрөп уҡырҙай итеп сығарырға кәрәк. Көн ҡаҙағындағы мәҡәләләр кәрәк. Журналист бер нәмән дә ҡурҡмаҫҡа тейеш. – Ахырҙа танауындағы күҙлеге өҫтөнән һөҙөп ҡараны ла:
– Кемдең һорауы бар? – тине.
– Эш хаҡы бик аҙ, ҡасан артыр икән? Элек ай һайын премия була торғайны. Был айҙа булырмы? – тине хәҙер инде бөтә наградаларҙы юллаған, улар өсөн тағы ла өҫтәмә аҡса алған, пенсияға сығып та етенсе йыл эшләгән Рәсих Аһылай улы. Уның һүҙен башҡалар ҙа йөпләп, етәксегә өмөтлө ҡарашын йүнәлтте. Баш мөхәррирҙең былай ҙа һытыҡ йөҙө тағы ла һытылды, уның әле һеҙҙең тынығыҙ сығамы, тип әйтергә теләгәне йөҙөнә сыҡты, ҡыҫыҡ күҙҙәрен селт-селт йомоп алды. Унан телгә килеп, был юлы ла яратҡан һүҙҙәрен ҡабатланы:
– Әле эштән ҡыуылған Сәлимәнең эш хаҡын бөтәгеҙгә ғәҙел генә итеп бүлеп биреп торабыҙ. Ә һеҙ һаман риза түгел. Аҡса һорар алдынан иң тәүҙә эш күрһәтергә кәрәк. Ә мин әлегә ундай һөҙөмтә күрмәйем. Икенсенән, минең бит аҡса баҫа торғаны станогым юҡ. Шөкөр итә белергә лә кәрәк. Мәҫәлән, минең атай-әсәйем трудоденгә йөрөгән. Йәшәгәндәр бит. Өсөнсөнән, һеҙҙе берәү ҙә бында көсләп алып килмәгән. Үҙегеҙ ғариза яҙып урынлашҡан кеүек, бөгөндән үк ғариза яҙып китә алаһығыҙ. Ана, урамда эш эҙләп йөрөүселәр көтөүе менән йөрөй...
Бер аҙҙан кәйефе төшкән хәбәрселәр тағы бүлмәләрендә геүләште. Ә шағир Юлай Аҡташ менән яҙыусы Рәфис йәнә ҡаршылағы магазиндан араҡы сығып алдылар.

Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: