39
Фаризаның дипломын туғандарын саҡырып йыуҙыртты Гөлйыһан. Күптән инде улайтып ҡунаҡ йыйып ултырғаны юҡ, хәҙер кеше шулай итә, тигәс ҡыҙы, ризалашты. Үҙенең дә ҡыуанысы ҙур шул – баш балаһы һөнәрле булды. Һөнәренең дә ниндәйе бит әле – уҡытыусы! Үҙҙәре ҡаралыҡтан сыҡманы, исмаһам, балалары, таҙанан кейенеп, йылыла эшләһен шулай. Артабан уҡы, институтҡа ин, тип ҡағыҙ бирһәләр ҙә, алмаған, эшләйем, әсәйемә ярҙам итәм, тип ауылға ҡайтҡан.
Эшкә йүнәлтмә Фаризаға тыуған районына тейҙе, Йылайырҙан иһә ҡыҙҙы Һултантимергә юлланылар. Йәш уҡытыусы ҡыуанды ғына, сөнки Матрайҙан артыҡ алыҫ түгел, ул ауылда әсәһенең ҡарындашы Зәйтүнә апаһы йәшәй, элек Зифа апаһы уҡытып киткән мәктәпкә бара – яҡын кешеләре йөрөгән, күргән тараф.
Олайыр йылғаһын сығып, тапалған юлға төшкәйне, ҡул күтәрмәһә лә, артынан ҡыуып еткән “УАЗ” машинаһы туҡтаны. Шикләнмәй барып ултырҙы Фариза.
– Ҡайҙа юл тотаһың, һылыу? – тип һораны үҙе руль артындағы хужаға оҡшаған ағай кеше.
– Һултантимергә... Распределение буйынса эшкә ебәрҙеләр, документтарымды тапшырырға китеп барам.
– Йәш кадр, тимәк.
– Эйе...
– Яҡшы, бик яҡшы... Йәштәр беҙгә кәрәк... Районға... Ауылға... Партия егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы ауылда ҡалырға саҡыра... Подъемный бирә. Йәш ғаиләләргә – торлаҡ ... Рәхим ит, йәшә генә кинәнеп!
– Эйе, хәҙер ауылда йәшәүе рәхәтерәк...
– Һултантимерҙә йәш агроном Ғәләүетдинов эшләй... Шәп егет, иғтибар ит... Бәлки, шунда төпләнеп тә китерһең... Тормош шулай ул, уйламағанда ҡапыл килеп сыға...
Шулай ғәпләшеп барған кеше райкомдың икенсе секретары Лавров икәнен Фариза белмәй ине.
Кире ҡайтҡанда ла йәш уҡытыусыға ылау осраны – көплө машинала туйға китеп барыусылар ултыртып алды уны.
– Ҡустылар, күҙ йомоп ултырмағыҙ, сибәркәй үҙе килеп инде, күбәләктәй осоп... Йомоғоҙ усығыҙға, – тине шаяртып, дала ҡояшы аҫтында суйындай ҡара янған мыйыҡлы ир.
– Эйе шул, эйе, – тиештеләр ҡатын-ҡыҙҙар.
“Был тиклем дә ҡара кеше булыр икән... Ысын монгол бит әле... Чабандыр инде...” – тип уйланы Фариза ағай кешегә һирпелеп кенә ҡарап.
Олайыр кисеүен сыҡҡас машинанан төшөп ҡалған ҡыҙ күңелле атланы артабан. Ҡартәсәһе Сәбилә менән был юлды аҙ тапаманы. Түш ауылына Разыяға барып киләйек, тип, йәйәүләп сыға ла китә торғайны ул. Матрайҙа бер урамда өс өй аша йәшәгән Үтәй ҡарт мәрхүмдең улы Файзуллаларға туҡтап сәй эсеп китерҙәр ине Һултантимерҙә.
Иңкеүе Олайырға табан тартҡан киң түбәләс итәгендәге тәрән үҙәктәргә боролмай түҙмәне Фариза. Унда еләк күп була йыл да. “Әлмирә менән килеп йыйып алырға кәрәк быны. Әҙерәк тегеләргә алып ҡайтайым әле”, – эйелеп торған суғылйым ҡыҙыл еләкте һабағы менән төбөнән өҙөп, бер тотам йыйып алды. Араларына сәскә атҡан сал ҡылған бөртөктәре ҡыҫтырып ҡуйғайны, матур гөлләмә булды ла ҡуйҙы ул.
– Биргәнһең һин миңә ал нурын таңдарҙын,
Йыйғанһың һин миңә бар гөлөн даланың,
Биргәнһең ҡанаттар талпыныр сағымда,
Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла.
Ҡәҙерләп үҫтергән мин һинең емешең,
Ҡуйының – гөл баҡса, наҙлы ел – һулышың.
Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын,
Куңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын... – Киң дала тынлығына моңло йыр өҫтәлде, ҡояш нурына мансылған донъяла ла һағышҡа урын бар шул. Инде үҫкән ҡыҙ әсәһенең был тормошта, балаларым, тип кенә йәшәгәнен аңлай ине. Ете ауыҙға икмәк хәстәре менән ал да, ял да күрмәгән әсәһенең уларҙы наҙлап ултырырға форсаты ла юҡ шул. Эйе, йырҙағы кеүек, тик күҙҙәрендә генә уның бар йылыһы. “Эшләп китһәм, исмаһам ярҙам булыр уға”, – тип уйланы ҡыҙ.
– Пионер саҡта 19 майҙа бында гел костер яға торғайныҡ, – ҡаҙып, йондоҙ рәүешле соҡолған ерҙәге ҡара күмерле усаҡ урынына еткәс, тағы йырлап ебәрҙе Фариза:
– Взвейтесь кострами,
Синие ночи!
Мы пионеры –
Дети рабочих!
Близится эра
Светлых годов,
Клич пионеров:
«Всегда Будь готов!» – ошо кәйефтә, ҡыуанып, өйгә ҡайтып инде.
Рөстәм ферманан атын тотоп алып ҡайтты ла, сәй эсеп алғас, юлға йыйына башланы. Хәйер, малайға ни, уның нимәһе, һәр саҡ әҙер ул – әрһеҙгә лә, таҙаға ла бер кейеме. Кисә әсәһе мейестә бешергән бер оликмәкте, унлаған йомортҡаны моҡсайына һалып ҡына алаһы ҡала.
Атҡа һикереп менеү әле хыялында ғына Рөстәмдең. Уның ҡарауы, эйәргә ҡунаҡлағас, атын урынында бейетеп үрәпсетте лә:
– Һе-һей-й-й!.. На-а-а!.. – тип алға ҡыуҙы һәм, бына шулай ул мин, тигәндәй, маһайыулы йылмайған йөҙөн оҙатырға урамға сыҡҡан туғандары яғына борҙо.
– Беренсе сентябргә уҡырға ҡайт, штобы, – тип ҡысҡырҙы артынан Мәмдүҙә. – Ошо Рөстәм ен дә инде, – тине шунан хафалы сүрәттә, ҡустыһы киткән яҡтан ҡарашын алмай.
– Минең дә Рәхим менән атта йөрөгәнем бар, – тине Илшат ағаһының егетлегенә күҙе ҡыҙып.
Шунан бер килке тын торҙолар.
– Төшмәйем дә!.. Анауынан, Солтан бабайҙар осонан, тағы йөрөтөп алып кил, – бер яҡтан аяғын һәлендереп, руль тотҡан Рәсим ағаһының ике ҡулы араһында велосипед рамында ултырған Зарифа ҡәтғи бойорҙо мыжый биреп.
– Шунан миңә бирәһең, ағай, – баянан бирле сиратын көткән Зәлиәнең сабырлығы юҡ инде.
– Апай, мине һин ултыртырһың, йәме, – Илшат Зәлиәнең ҡулына ҡағылды, мышнап танауын тартып алды.
Өлкән улы, велосипед урлап тотолоп, оятҡа ҡалдырғас, ҡалайтһа ла һатып алды Гөлйыһан былтыр ул нәмәне. Икенсе йыл инде балалары өҫтөнән төшмәй.
– Рәсим, бир әле сәпитте, Нурғәлене тағы күрәйем барып... Зарифаны ла йөрөтөп алып киләм... Зәлиә һиңә аҙаҡ бирермен, –эскәмйәлә уйсан ҡиәфәттә кәйефһеҙ ултырған Фариза һүҙгә килде.
Уға тағы юлға сығырға, Һултантимергә барып, эш башларға ваҡыт етте. Әйберҙәрен төйнәне. Ҙур бер сумка булды. Уны күтәреп, йәйәүләп атлап булмай, шуға мотоцикл менгән класташ егеттәрен әйләнгән һайын бимазалай, тик фәтүә сыҡмай ҙа ҡуя. Ураҡтың ҡыҙған мәле, бөтәһе лә эш өҫтөндә, буш түгелдәр. Әсәһе лә хәҙер комбайнсыларҙы өс тапҡыр ашата, таң менән сығып китә, кисләп кенә ҡайтып инә.
Тағы юлы уңманы Фаризаның.
– Өйҙә юҡ... Иртәгә уже эштә булырға кәрәк, – тине илар хәлгә етеп, өйгә ингәс.
Инде ни ҡылырға, тип күңелһеҙ уйҙарға батҡан апаһына ярҙамға Рәсим килде. “Былайтайыҡ беҙ”, – тине ул һәм уйлағанын уртаға сығарып һалды. Ысынлап та, нишләп кеше көнлө булырға уларға, ҙурайғандар бит инде.
Иртәгәһенә Фариза әхирәте Әлмирәнән велосипед һорап торҙо. Ҙур сумканы уның багажнигына нығытып бәйләнеләр. Рәсим Зәлиәне ултыртты ла, ике “тимер” ат менән юлға ҡуҙғалдылар.
Быҙаулыҡ түңенә күтәрелеп, Олайыр үренең көн битләүе буйлап тартылған юлға төштөләр.
– Ана-а-а әсәй тора, – тине тирә яҡты байҡап барған Зәлиә, яңғыҙ ҡайын эргәһендә ҡул болғап торған кеше һынына ымлап.
Туҡтанылар.
– Әсә-ә-әй!.. – Фаризаның шат тауышы яңғыраны йылға буйлап.
Тағы ике сәғәттәй ваҡыт үткәс, ошо уҡ юлдан велосипед менгән малай менән ҡыҙсыҡ кирегә үтте. Һүрәнләнгән август ҡояшы тын дала йөҙөн, уның уртаһында булған ике баланы иркәләп бәпләй кеүек ине.
Гөлйыһан эш араһында улы менән ҡыҙының йәнәш кенә барыуын алыҫтан күҙәтеп торҙо. “Үҙ көндәрен үҙҙәре күрә башланылар инде... Аллам биргәненә шөкөр”, – тип уйланы ул. Иңендәге ауыр йөгөнөң бер өлөшөн күренмәгән кемдер үҙ өҫтөнә күсереп һалғандай тойоп, еңел һуланы ҡатын.
Йөҙ йәшәр яңғыҙ ҡайын, төптән ергә сүгеп аушайып киткән дә, дүрт аршын буйындай үҫкәс, тарбаҡланып, кире өҫкә, ҡояшҡа, тартылып, турайып баҫҡан. Өс кеше ҡоласы етмәҫ олоно, ҡарайып, суғырмаҡланып ҡатҡан. Туҙының аҡлығы өҫтә, ҡыҙҙар сулпыһылай елберҙәгән япраҡтар ҡуйылығында ғына күҙгә салына. Текләй биреп китеп ҡараһаң, аҡ йөҙҙәндә “БМР”, АӘҒ”, “ҒҒШ” кеүек яҙыуҙарҙы төҫмөрләткән ҡарағусҡыл юлаҡтар күренеп ҡала. Ерҙә, аҡ һөйәктәр тиерһең, ҡороған аҡ туҙлы ботаҡтар һибелеп ята. Таҡырланған ялтас ян-яғында – һарыҡ-кәзә эҙҙәре.
Ташлы ҡаҡ түбә битендә ҡыу дала елдәре аҫтында япа-яңғыҙ үҙе генә ултыра ул. Күҙ күреме ерҙәге тирә-әйләнәлә башҡа ағас әҫәре юҡ. Ҡасандыр эргәһендә йәшелләнгән һирәк сауҡалыҡ ишәйгән малдан, күңеле ҡорғаҡһыған әҙәм балыһанан тәләфләнеп, ҡоро йәйҙәрҙә ҡыҫыр ерҙән һут тапмай, юҡҡа сыҡҡан, ә йөҙ йәшәр яңғыҙ ҡайын, барыһына ла сыҙап, барыһын да тамырҙары, олоно, ботаҡтары, япраҡтары аша кисереп, тәрән булмаған үҙәктең ауыш йөҙөнә сат йәбешкән дә ултыра бирә. “Кеше, күр, шулай ныҡ бул”, – тип шаулай кеүек ҡаҡ дала уртаһында ҡарт ҡайын. Ә төндәрен Етегән йондоҙлоғо менән серләшә, Ер менән Йыһандың аралашсыһы ла бит ул. Ете балаһы өсөн йән атып йәшәгән Гөлйыһан тураһында ла һөйләй йондоҙҙарға.
Рәсүл БАЙГИЛДИН.
Аҙағы.
Фото: Бәйләнештә.
2021 йыл, ғинуар – октябрь.