Шоңҡар
-2 °С
Облачно
Иҡтисад
16 Августа 2023, 11:20

Көнәфиндар йәбешһә

Фәнил менән  Йәмилә һылыуҙың 7 балаһы ла, үҙҙәренә оҡшап, бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, эштә бешегеп, ата-әсәһенә  ҙур ярҙамсы булып үҫеп килә, шөкөр!

Добавить в предпочтительные источники Google
Көнәфиндар  йәбешһәКөнәфиндар  йәбешһә
Көнәфиндар йәбешһә

Шулай булмай ни, Бөрйән районы Иҫке Монасиптың Көнәфиндары тотош ҙур ғаиләһе менән йәбешһә, бер эш ҡалмай. Фәнил менән  Йәмилә һылыуҙың 7 балаһы ла, үҙҙәренә оҡшап, бәләкәйҙән ҡул араһына инеп, эштә бешегеп, ата-әсәһенә  ҙур ярҙамсы булып үҫеп килә, шөкөр!

- 2012 йылда КФХ булып теркәлдек. Автоһауғысты быйыл алып ҡуйҙыҡ. Ҡымыҙныйҙағы биш стеналы яңы өйгә лә быйыл индек. Быйыл йәйләүгә һуңлаңҡырап  - 2 июлдә генә сыҡтыҡ, әммә үҙ һатып алыусыларыбыҙ бар: туристар ҙа, юлаусылар ҙа һуғыла, заказ биреп тә ҡымыҙ алыусылар бихисап. Көндәлек һауым 70-80 литр, көнөнә дүрт йә өс рәт һауабыҙ бейәләрҙе. Литр ярымлыҡ шешәләгеһен 250 һумдан һатабыҙ. Көнөнөкө көнөнә бөтөп тора, - ти Йәмилә.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

"Таң" гәзите.

 

Автор:
Читайте нас