Фамилияһы ҡолаҡҡа бер аҙ ятыраҡ, ҡаҙаҡса яңғыраған Ринат Жамаловтың исем-шәрифе учалыларға яҡшы таныш. Шулай булмай әллә − Ринат Заһрый улы «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә 35 йыл ғүмерен биргән кеше! Ул осҡон сәсрәткәнсе тыпырлатып туҙҙырған итектәрҙең иҫәбе-хисабы юҡтыр. Үҙ табан-үксәһе нисек түҙгән тиһең анау ҡәҙәрем бейеүгә?! Хәйер, бейеү сәнғәтенә аҡҡоштар, эттәр тоғролоғон һаҡлаған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре бынан тыш гармунда ла уйнай, йырлай ҙа − бер үҙе тотош концерт ҡуйырлыҡ һәләт эйәһе инде! Шуға ла концерттарҙа моңло тауышлы Илдар Жамалов исемле йырсы егет күренә башлағас та, барыһы ла, был Ринаттың улы, тип шунда уҡ уны таныны, бигерәк матур йырлай, тип һоҡланды, атаһы юлын дауам итә, тип ҡыуанды. Учалы сәнғәт колледжында вокал бүлегенең 4-се курсында (Дилара Сәхәүетдинова класында) белем алыусы егет атаһы юлын дауам итеү генә түгел, ә уны таҡырайтырға, нәҫелдәренән килгән йыр-моңға һәләтен үҫтереүгә лә күп көс һала.
− Атайымдың ғына түгел, әсәйемдең дә (Мәүә Сабирйән ҡыҙы − авт.) тауышы бик моңло, − ти Илдар. − Бер туған ағайым Илшат та йырға әүәҫ, тик ул сәнғәтте түгел, бөтөнләй икенсе өлкәне һайланы. Һеңлем Резеда иһә бәләкәйҙән бейергә ярата, хәйер, ул торғаны менән артистка инде, ни эшләһә лә үҙенә харап килешә!
Ә ни эшләп күмәкләп тотоноп, ғаилә ансамблен ойоштормайһығыҙ, тигән һорауға, ул турала, дөрөҫөн әйткәндә, уйлаған да юҡ, тип яуапланы:
− Ғүмере буйы мәктәптә балаларға белем биргән әсәйем дә (ул Башҡортостандың мәғариф отличнигы), атайым да хәҙер хаҡлы ялда. Әйткәндәй, хаҡлы ялда булһа ла, атайым Башҡортостанда берҙән-бер халыҡ ансамбле статусына эйә булған ир-егеттәр ансамблен ойоштороп («Байрамғол егеттәре» тип атала), бар көсөн, ваҡытын шул ансамблгә бирә. Яңы ғына, октябрь айында, тағы бер тапҡыр «халыҡ ансамбле» исемен яҡлауға һынау тотоп, дәртләнеп эштәрен дауам итәләр. Мин дә шул ансамбль составында йырлайым.
Кемдер йырлап тыуа, тигәндәй, кемдеңдер тауышы сәңгелдәк бәүелткәндә бөрөләнә, пенсияға сығып, фольклор төркөмөнә йөрөй башлағас ҡына вокал һәләте асылыусылар ҙа бар. Ә Илдар сәхнәгә иртә лә түгел, һуң да түгел, ун йәшендә баҫа. Бер үк ваҡытта ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнә. Башҡорттарҙың боронғо музыка ҡоралы уға тынын үҫтерергә, тауышын көслөрәк асырға, баҙыҡландырырға ярҙам итә. Ғаиләһендә гел йыр-моңға сорналып үҫкәс, Илдар, әлбиттә, йырсы булырға ниәт итә. Ябай ғына вокалист түгел, ә мотлаҡ опера йырсыһы булырға хыяллана ауыл балаһы. Ата-әсәһе лә улдарының маҡсатына ҡаршы килмәй, киреһенсә, ҡеүәтләп ебәрәләр, ярҙам итәләр, таяныс булалар. Әллә ҡайҙа алыҫҡа китмәй, Учалылағы сәнғәт колледжына документтарын тапшырған тырыш егет, уҡыуҙан тыш, Учалы филармонияһында эшләп тә йөрөй (теория менән практика бергә үрелеп бара). Репертуарында күбеһенсә һәүәҫкәр композитор Илгиз Йомағужиндың һәм үҙенең йырҙары. Эйе, эйе, йырлап ҡына йөрөмәй, әсәһенә оҡшап, тыныс, йомшаҡ күңелле, бай хисле Илдар, үҙе лә йырҙар яҙа. Гөлназ ҡотоева, Абдулхаҡ Игебаев, Назар Нәжми, Флүзә Әхмәҙиева, Рафаэль Сафин, Фәтих Сайфрандың һүҙҙәренә «Асыуланма», «Бәхетле бул», «Һөйөү илендә», «Яуапһыҙ һөйөү», «Тальяным», «Һин ҡайтырһың микән», «Көтөп алам», «Мин ғашиҡмын», «Һине хәтерләтә», «ҡояшыма» йырҙарын ижад иткән.
Илдар шулай уҡ «Буранбай», «Азамат», «Сибай» һәм башҡа халыҡ йырҙарын ихлас тыңларға ла, уларҙы башҡарырға ла ярата. Классик йырҙарға ла, опера шедеврҙарына ла битараф түгел. Уның әйтеүенсә, музыкаль-драматик сәнғәт жанры өлгөләренән айырыуса Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәре күңеленә ятышлы, шулай уҡ Салауат Низаметдиновтың операларын да мауығып ҡарай, әҫәрләнеп тыңлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, зауығына тап килгән, күңел талабына ярашлы булған йырҙарға мөкиббән киткән.
− Йырсыларға килгәндә иһә үҙебеҙҙең Абдулла Солтанов, Вәхит Хызыров, Илһам Вәлиевтың, Рәсәй артистарынан Дмитрий Хворостовскийҙың ижады ныҡ оҡшай, − тип әңгәмәне дауам итә Учалы һандуғастарының береһе. − Улар эшенә, һәләтенә яуаплы ҡарай − бар күңелен биреп йырлап, йырҙарға йән өрәләр. Уларҙы тыңлағанда, кешеләргә хоҙай һәләтте бирһә бирә лә ҡуя, тип таланттары бөйөклөгөнә һоҡланам, өлгө алам.
Буш ваҡытын һөйөклө ата-әсәһе янында, гүзәлдәрҙән-гүзәл тыуған ауылы Яңы Байрамғолда үткәрергә яратҡан Илдар, ҡайҙарҙа йөрөһәм дә, яҡындарымды, тыуып үҫкән еремде һағынам, ти. Айырыуса уның өсөн бесән эшләгән Батмабил яланы ҡәҙерле. Эргәлә генә Янтыҡбаш тауы, Баҡшай ҡаласығы, Яйыҡ һәм Миндәк йылғалары булғанғамы икән, бесәнлектәре уны үҙенә тартып, ылыҡтырып торған һымаҡ. Тыуған төйәгенән тыш, уны илһамландырған, ҡанатландырған тағы бер сығанаҡ бар. Ул да булһа һөйөклө кәләше Айгөлгә булған бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәте. Хәйер, Илдар, миңә ҡалһа, бар булмышы менән кешеләргә, донъяға, сәнғәткә ғашиҡ. Һәм ошо һөйөү хисен ул байытып, көйгә һалып, нурландырып, тыңлаусыларға, беҙгә, еткерә.
тыш, Айгиз Илдар башҡарыуындағы «Уҙа ла ғына ғүмер» йырына ла клип төшөрә.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.
Архив.