Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Сентябрь 2023, 09:20

Атай эҙенән Повесть (6) Рәйес НИЗАМОВ

«Донбасс шахталарын азат итәбеҙ. Эттәрҙең ҡылған ҡылыҡтарын тыныс ҡына һөйләрлек түгел. Күпме кеше дар ағасына аҫылған, бер шахта шурфына ғына мең ярым шахтерҙы ырғытҡандар. Ҡот осҡос хәл. Иҫләмәҫтән генә үксәләренә баҫырҙы көтмәгәндәр,

Атай эҙенән Повесть (6)  Рәйес НИЗАМОВ
Атай эҙенән Повесть (6) Рәйес НИЗАМОВ

VIII

 

Юлсы юлын дауам итте. Ысынлап та, Рәҡипкә сәйәхтсе төҫө инде, өҫ-баштары таушалды, йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫты.

Бына Ростов өлкәһе менән Украинаны сикләп аҡҡан Төньяҡ Донец йылғаһы. 8-се кавалерия корпусы дошман тылына тәрән рейдҡа ошонан инеп киткән. Паром көткән арала Рәҡип башҡорт атлыларының һуғышсан юлын тасуирлаған, тышы таушалған китаптың биттәренә күҙ һалды. «...Паулюс армияһы тар-мар ителгәс, һуғышыусы ике яҡ өсөн дә хәлдәр ҡырҡа үҙгәреп, ҡап уртаға Украинаның индустраиль йөрәге – Донбасс һырты ҡалҡып сыҡты. Совет Армияһы ҡаршыһында беренсе сиратта промышленность районының үҙәге булған Ворошиловградты азат итеү бурысы тора ине.

Һөжүм итеп килгән совет ғәскәрҙәрен туҡтатыу өсөн, гитлерсылар ашығыс рәүештә оборона һыҙыҡтарын нығытыу сараһын күрҙе. Ворошиловград өс ҡат тимер-бетон нығытмалар менән уратып алынды. Шул уҡ ваҡытта фашистар ҡаланың үҙен ҡоралланған крепосҡа әүерелдерҙе. Миус йылғаһының бейек ярҙары буйлап тылдан тағы бер нығытма – «Миус-фронт» төҙөлә башланы. Фашистарҙың Кавказдағы 1-се танк армияһы берләшмәләре ошо яҡҡа күсерелде, 5 февралдә Гитлер ставкаһында махсус хәрби кәңәшмә уҙғарыла, унда фашист генералдары Төньяҡ Донец йылғаһы буйында килеп тыуған ҡырҡыу хәлде тикшерә. Ҡоралланыу һәм һуғыш припастары министры Шнеер һәм күмер мәсьәләләре буйынса империя вәкиле Плейгер, фюрерға хәлдәрҙең айышын тасуирлап, беҙ Донбастан башҡа герман хәрби экономикаһын күтәреү юлын күрмәйбеҙ, унһыҙ беҙҙе һәләкәт көтә, тип белдерәләр. Гитлер ҙа улар фекеренә ҡушыла. «Донец бассейнын нисек кенә булһа ла бирмәҫкә, әгәр ҙә беҙ уны ҡулдан ысҡындырһаҡ, артабан һуғыш алып барыу бик ауырға төшәсәк», тип бурыс ҡуя.

8-се кавалерия корпусына ҡараған Башҡорт кавалерияһы дивизияһы 2 февралдән алып 3-сө гвардия армияһы составында хәрәкәт итә башланы. Армия, өҙлөкһөҙ ҡаты һуғыштар менән Төньяҡ Донец йылғаһын кисеп, Ворошиловградҡа яҡынлашты. Бында фашистарҙың иң ышаныслы 6-сы, 7-се, СС «Рейх» танк дивизиялары һәм башҡа күп берләшмәләре тупланғайны.

Ворошиловградты туранан-тура һөжүм итеп алыу мөмкин булмағанлыҡтан, 3-сө гвардия армияһы штабы төп ударҙы бер юлы ике флангынан һәм, ҡаланың көньяҡ-көнбайышынан урап үтеп, дошмандың тәрән тылынан яһарға ҡарар итте. Флангыларҙан һөжүмде 18-се уҡсы, 2-се танк, Тацинский гвардия танк корпустары башланы. Дошман тылына ярып инеп, тәрән төпкөлдән удар яһау бурысы беҙҙең ҡыйыу атлыларға – 8-се корпус өлөшөнә төштө...»

Ана ниндәй мәлдә Ерәнсәй килеп етә Төньяҡ Донец ярҙарына, ана ниндәй шарттарҙа атаһы дошман тылына кереп китә. «Беҙ оҙайлы заданиеға йыйынабыҙ. Хәбәр-хәтер килмәй торһа, борсолмағыҙ. Үҙебеҙҙең өҫкә төшкән бурысты үтәмәйенсә әйләнмәйәсәкбеҙ. Тағы ла ҡабатлап әйтәм: тыныс булығыҙ, иле иҫән кеше үлмәй. Хәҙергә хушығыҙ», – тип яҙғайны ул һуңғы хатын. Иле иҫән кеше үлмәй, тигән. Нимәлер һиҙенгән. Ләкин ул ҡурҡып ҡалмаған, төшөнкөлөккә бирелмәгән. Быны һуңғы һүҙҙәре һөйләп тора.

Паром һаман арғы ярҙан ҡуҙғалманы.

Төньяҡ Донец йылғаһы талғын ғына аға, ике ярын да ағастар ҡаплаған, ҡоштар сутылдай. Холҡо менән Димгә лә оҡшап ҡуя, наҙлы йылға күренә. Ерәнсәй ҡайһы тәңгәлдәнерәк уны кисеп сыҡты икән? Ҡайһы ерҙә уның даға эҙҙәре уйылып ҡалды икән? Ул ошо тирәнән ары китмәгәндер, әле булһа муйыл ағастары араһында бышҡырып, башын һелкеп торған Ерәнсәй «һин ҡайҙа?» тигәнгә кешнәп килеп сығыр төҫлө.

Һәр ҡайҙағыса, яр буйындағы ҡомда малайҙар ҡыҙына. Күҙҙе ҡыҙҙырып, сәсрәтеп һыу инәләр. Айраты ла шулай күл буйында шаярып яталыр. Атаһын иҫкә ала микән? Әллә онотто ламы? Юҡтыр, малайҙар аталарын онотамы һуң? Бәлки, ул иптәштәренә атаһының ҡайҙарҙа йөрөүен һөйләйҙер? Малайҙар, ҡулдарын яңаҡтарына ҡуйып, алыҫ илдәр хаҡында хыяллана торғандарҙыр...

Рәҡип түҙә алманы, сисенеп ташланы ла ҡолас ташлап йөҙөп китте. Ана нисек тигәндәй, һары башлы малайҙар бер-береһенә ҡарашып ҡуйҙы. Рәҡип һыуҙан сығыуға, улар ят кешенең ҡаршыһына килеп ултырҙы.

– Һин ниндәй кеше, ағай? Шпион түгелһеңме? – тип төпсөнөргә батырсылыҡ итте берәүһе.

– Һаҡалдарың йәмһеҙ, шикле кеше кеүекһең.

– Ихтимал, бик ихтимал...

– Ни бар унда, балалар? – тине кемдер.

Рәҡип артына әйләнде – паромсы ҡарттың тауышы ине был, яңы ғына килеп туҡтағайны.

– Ана бит, уның да һаҡалы бар, – тине Рәҡип, һаман көлөп.

– Һин, ағай, Тарас бабайҙың һаҡалына теймә, уныҡы – аҡ, ә һинеке – ҡара. Ана беҙҙең ауыл, кем ниндәй һаҡал йөрөткәнен яҡшыраҡ беләбеҙ.

– Ауылығыҙ йылғаның арғы яғында ултыра, ә үҙегеҙ был яҡта, төшөнмәйем, – тине Рәҡип, һаман шаяртып.

– Бында ҡом һәйбәтерәк, – тине һары сәсле малай, тотлоғоп.

– Эләктерҙеләрме әллә? – тине яғаһы сигелгән оҙон аҡ күлдәк кейеп, билен быуып ебәргән мыҡты кәүҙәле, ҡуйы һоро ҡашлы, аҡ һаҡаллы ҡарт. – Уларҙан булыр. – Тарас ҡарт күрешергә имәндәй ҡулын һуҙҙы. – Ниндәй елдәр ташланы? – Күпте күргән ҡарт таныш түгел кешенең йөҙөн төҫмөрләгәндәй әйтеп ҡуйҙы: – Алыҫтан, Урал яғындағы башҡорт еренән киләһегеҙ, буғай.

Малайҙар аптырашып ҡалды. Тарас бабалары ят кешенең ҡайҙан килеүен нисек белә икән?

– Эйе, – тине Рәҡип. Ниндәй ниәт менән Төньяҡ Донецҡа юлыҡҡанын һөйләп бирҙе.

Малайҙар ауыҙҙарын асты.

– Изге эш менән йөрөйһөң, туған, – тине Тарас ҡарт, киң танауын һыпырып, – һуңғы йылдарҙа һинең шикелле эҙәрмәндәр йыш килә беҙҙең яҡтарға. Берәүҙәр атаһын, икенселәр улын эҙләй. Эйе, быға тиклем форсат булманы шул. Донъяны рәтләгәнсе байтаҡ йылдар үтте. Хәҙер бер аҙ тын алдыҡ. Шөкөр. Яу батырҙары ауған ерҙәрҙә иркенләп йөрөргә мөмкин. – Ҡарт, етен һаҡалдарын һыпырып, үткәндәрҙе хәтерләне. – Бында ла мәхшәр булды. Фашситар ошо йылға өҫтөнә көслө ут астылар, ҡыҙыл кавалеристарҙы нисек тә ауылға ебәрергә теләмәнеләр, һәр тотонор нәмәгә теш-тырнаҡтары менән йәбештеләр, ҡәбәхәттәр. Юҡ, һыбайлылар барыбер уларҙы һындырҙы, урамдарҙан: «Алға!» – тип, йәшен һымаҡ үттеләр. Беҙҙең ауыл ҡиммәткә төштө. Ай, күҙ алдына баҫтырһаң, йөрәк тертләп китә. Күпме ат, күпме һалдат һәләкәткә осраны. Яраланған ике башҡорт егете минең өйҙә үлде. Февраль, ҡаты һыуыҡ ине. Зыярат йыраҡ ҡына, алып бара алманым, ярҙамлашырға кешеһе лә табылманы, сығарып, үҙҙәрен баҡса башына күмдем. Туң, етмәһә, ташлы ерҙе ҡаҙыуҙары еңел булманы. Өҫтәренә шинелдәрен яптым, хәрбиҙәрсә ерләргә тырыштым инде. Аҙаҡтан, мәңге һеҙгә дан, Урал бөркөттәре, тип мылтыҡтан атып ҡуйҙым. Унан ҡәбер өҫтөнә улытырып иланым.

– Йондоҙҙарын ҡайҙа ҡуйҙың? – тине шым ғына тыңлаған бер малай.

Тарас ҡарт малайҙың арҡаһынан һөйҙө.

– Бүректәре менән бергә күмдем. Эйе, мәрхүмдәрҙең туғандары, нәҫелдәре был хаҡта бер нәмә лә белмәй. Исемдәрен, адрестарын яҙып алырға кәрәк булған да бит, аҡыл етмәгән. Әйтеүе анһат, ул саҡта ҡырҡ төрлө ҡайғы ине. Хәйер, береһенең карточкаһы тороп ҡалды, кеҫәһенән төшкәнмелер, һуңынан койка аҫтынан таптыҡ.

– Юғалманымы ул? – тине Рәҡип, ҡыҙыҡһынып.

– Юҡ, – тине ҡарт, – Коля, теге папканы йүгереп кенә барып алып килсе, шүрлектәген. Хәйер, туҡта, теге яҡҡа нисек сығаһың? Хәтер юҡ, паромды ҡуҙғатайыҡ.

Тарас ҡарт менән Рәҡип артынан малайҙар ҙа эйәрҙе. Төньяҡ Донецты аша сыҡҡанда ҡарт ауылға табан ҡулын һуҙҙы:

– Анауы тауҙа, туғандар ҡәберлегендә, ята байтаҡ ҡына башҡорт егеттәре. Бронзанан һәйкәл ҡуйҙыҡ. Бер нәмә лә йәл түгел батырҙарға. Шунда пионерға, комсомолға алалар, йәштәрҙе армияға оҙатабыҙ. Ант биреп, тыуған тупраҡтарын алып китәләр.

Паром туҡтар-туҡтамаҫтан, Коля ярға һикерҙе һәм арлы-бирле иткәнсе килеп тә етте. Фотола, ике йәштәр самаһындағы малайын тотоп, ябыҡ сырайлы ҡатын ултыра. Тимәк, яралыларҙың береһенең бисәһе булған. Бәлки, һалдат һуңғы минуттарҙа ошо фотоны ҡулына алғандыр... Был малай, иҫән торһа, үҙе хәҙер ҡайҙа йәшәйҙер? Башҡортостандамы, әллә башҡа ерҙәме?

Рәҡип фотоны һаман ҡулында тотоп торғас, ҡарт:

– Алығыҙ, бәлки, үҙҙәрен эҙләп табырһығыҙ, – тине. – Шуны әйтегеҙсе: мин һаман «алға!» тигән һүҙҙе иҫтән сығара алмайым, нимәне аңлата ул?

Рәҡип уға төшөндөрөп бирҙе.

– Мин шулайҙыр тип уйлағайным да, яңылышмағанмын икән, – тине ҡарт, кинәнеп.

Рәҡип туғандарса айырылды, малайҙарҙың да һәр береһенә ҡулын биреп хушлашты. Бәләкәй генә йылы устарҙы ҡыҫыуы уға күңелле лә, яманһыу ҙа булды. Уның күҙ алдына алыҫтағы улы баҫты.

– Алға? – тине Тарас ҡарт, йылмайып.

– Алға, алға, – тине Рәҡип. – Йә, ҡара морондар, яңынан күрешкәнгә тиклем.

– Тағы беҙгә килерһегеҙме?

– Әлбиттә. Туғандар ҡәберендә ятҡан яҡташтарҙың исемдәрен асыҡлап белербеҙ, уйып ташҡа яҙырбыҙ, сәскәләр һалырбыҙ.

– Дөрөҫ, – тине Тарас ҡарт, – беҙ уларҙың кемдәр икәнен белергә тейешбеҙ. Улар – ысын батырҙар, исемдәрен урамдарға ҡушырбыҙ, улар быға хаҡлы.

Тауҙы күтәрелгәс, Рәҡип артына боролоп ҡараны. Тарас бабалары менән һары баштар яр буйынан һаман ҡул болғайҙар, шулар араһынан сәстәре көнбағыш сәскәләренә оҡшаған малай айырыуса айырылып тора ине.

Рәҡип туғандар ҡәберенә башын эйҙе лә артабан атланы. Инде Украина киңлектәре, Донбасс ҡаршыланы уны. Әленән-әле ғәжәйеп яңы донъя асыла барҙы. Офоҡтан-офоҡҡа тоташҡан тыныс иген баҫыуҙарында йәшел тулҡындар уйнай. Диңгеҙ уртаһындағы аҡ утрауҙар һымаҡ, аҡ хуторҙар күренә. Эҫе елдәр менән күмер еҫе лә һирпелгәндәй була.

Рәҡиптең күңеле күтәрелеп китте, ят ҡырҙарҙы яңғыратып, йырлағыһы килде, тик нимәлер тотҡарлағандай итте, яңғыҙы ғына барһа ла, тартынды.

Төшкә табан болоттар өйөлөп маташты ла, бер аҙ ямғыр һипкеләгәндән һуң, таралышты. Йәнә ҡояш ҡыҙҙыра башланы. Рәҡип һыуһаны, ирендәре кипте, юл буйындағы хуторҙарҙың береһенә боролдо ул. Колонка янына етәрәк арбалағы ағас мискәгә терәлеп ултырған украин ҡатыны:

– Ҡабланма, Башкирка, бер аҙ тын алайыҡ, – тип атын туҡтатты.

Рәҡип, ғәжәпһенеп, юлаусыға текләне.

– Ғәфү итегеҙ, уның исеме ысынлап та Башкиркамы? – тине ул, ҡыҙыҡһынып.

– Әллә оҡшамаймы? – Сибәр ҡатын йылмайҙы, һорауға һорау менән яуап бирҙе.

– Оҡшай, тик сәйерерәк ишетелә.

– Шулаймы? – тине ҡатын, ваҡ ҡына аҡ тештәрен йылтыратып. Шыбырҙап аҡҡан колонканан яланаяҡтарын киреп һыу эсте, аҡ муйынын, йыуан балтырҙарын йыуҙы. Сит кеше бар, тип тартынып торманы. – Дөрөҫмө, бушмы, был байталдың әсәһен Башҡортостандан килгән, тиҙәр.

– Бик мөмкин, – тине Рәҡип, – һуғыштан һуң беҙҙең республика байтаҡ йылҡы малын Ворошиловград өлкәһенә оҙатты. Хатта минең һалам тарттырған атымды ла ебәрҙеләр.

– Бахырҡайымды атһыҙ ҡалдырғандар, – тине һылыу ҡатын, һаман шаяртып. – Бәлки, шуның балаһылыр. Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, ҡайҙа теләйһегеҙ, шунда илтәм. Башҡорт аты менән бөтә донъяны урап сығырға мөмкин, изгелеген күрегеҙ.

– Рәхмәт, минең юлым оҙон, алып барып еткерә алмаҫһығыҙ.

– Ҡатындарҙан ҡурҡҡан ниндәй ир ул, Салауатҡа оҡшамаған, – тип был атының башынан тартты, үҙе рәхәтләнеп көлдө. – На, Башкирка.

Рәҡип, йылмайып, елкәһен тырнаны һәм оло юлға табан ыңғайланы. Күҙ күрмәгән яҡтар һаман үҙенә әйҙәне.

Шахталар, төтәп ятҡан террикондар күренә башланы. Бына ниндәй икән ул Донбасс! Һуғыш сығыр алдынан ғына булған бер ваҡиға Рәҡиптең хәтеренә төштө. Әсәһе яғынан туған, ауыл халҡын тетрәтеп тотҡан әзмәүерҙәй дыуамал ағаһы Донбасҡа вербовать ителеп китте. Үҙе менән аҙна-ун көн генә элек өйләнгән кәләшен дә алды. Оҙатырға күрше-күлән йыйылды. Ахырҙа шул ситкә әҙерләнгән ағаһының күңеле тулды, ярайһы ғына хәмер йотҡайны, һәр кемде ҡосаҡлап үбергә тотондо.

– Һин дә килдеңме, себеш? – тине ул, Рәҡиптең башынан һыйпап, – ниңә иламайһың, мине йәлләмәйһеңме? «Юҡ», – тине Рәҡип, ирендәрен ҡымтып. Нисек ул һүҙҙе ҡурҡмай әйткән, әле булһа аптырап ҡуя, сөнки ауыл халҡы уның ыңғайына ғына һыпырып тора ине. «Себешһең шул», – тине лә ары атланы был бәүһлеүән һәм һыҡтарға кереште.

– Йә, тыныслан, үҙең теләп яҙылдың бит, ваҡыт тиҙ үтә ул, ҡайтырһың да килерһең, – тине атаһы, йыуатып.

Эйе, ул, Оҙон ҡырлала ятҡан оло ташты һуңғы тапҡыр үбеп, гармунын уйнай-уйнай Донбасҡа китте. Шул китеүҙән ҡайтманы, ғәрәсәт ҡупты...

Рәҡиптең атаһы яҙған көндәлектәр Донбасс хаҡында хәүефле иҫтәллектәрҙе һаҡлай.

«Донбасс шахталарын азат итәбеҙ. Эттәрҙең ҡылған ҡылыҡтарын тыныс ҡына һөйләрлек түгел. Күпме кеше дар ағасына аҫылған, бер шахта шурфына ғына мең ярым шахтерҙы ырғытҡандар. Ҡот осҡос хәл. Иҫләмәҫтән генә үксәләренә баҫырҙы көтмәгәндәр, ҡәбәхәттәр. «Мин ғәйепле түгел, Гитлер», – тип аяҡ аҫтында тәгәрәйҙәр, шыңшыйҙар. Юҡ, беҙҙең бәғерҙәр ҡатҡан, үлемгә – үлем!»

Нисек тура килгән бит әле, атаһы Донбасс шахталарын фашистарҙан таҙартҡанда, Рәҡип Ташкисеүҙән өс саҡырмда ғына ятҡан шахтала эшләп йөрөнө. Атаһы ошо хаҡта белһә икән, баштарын сайҡар ине, сайҡарлыҡ та шул...

Зәйнетдиндең саңы йөрәктәрҙе ярһыта башлауы менән, шахта гудогы һуҙып-һуҙып ҡысҡырырға тотона. Уның тауышы алыҫтарға, Балҡантауға китеп яңғырай.

Һуғышҡа тиклем үк Ҡыҙырымташ тауында һоро күмер ятҡылығын асҡайнылар. Күп тә үтмәне, унда шахтерҙар поселогы төҙөлдө. Ҡышын яғыулыҡты тирә-яҡ колхоздар станцияға ат менән ташынылар, сана ҡанатының йүкә сырмауҙарын өҙөп төшөп ҡалған ҡара таштар юлдың буйынан-буйына сәселер ине, ә йәйен бында кузовтары йәнселеп бөткән иҫке-моҫҡо автомашиналар йөрөнө. Юғары сифатлы булмаһа ла, паровоз мейесенә ярай, тинеләр. Донбасс һымаҡ ҙур күмер бассейндары дошман яғында ҡалғас, быға талап бермә-бер артты.

Тағы бер нисә урын астылар. Авариялар йышайып, кешеләр баҫыла башлағас, «шахта» тигән һүҙҙән һағайып ҡалдылар. Ғүмер баҡыйға мал үрсетеп, иген иккән Ташкисеү халҡы, эргәһендә генә ятһа ла, ер аҫтына төшә һалып барманы. Ә шахта үҙенекен талап итте, көн дә иртән гудок ҡысҡырҙы, эшсе көсөн һораны.

 

IX

Автор:
Читайте нас: