Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Сентябрь 2023, 19:25

Бәхил булығыҙ, Азия апай!

Азия Хажим ҡыҙы – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында танылған шәхес.  Ғүмеренең иң сағыу йылдарын Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына нигеҙ һалыуға, уның эшенең республикабыҙ һәм күрше өлкәләрҙә таралыуына, Рәсәй кимәлендә көслө ойошма булып танылыуына ҙур өлөш индерҙе. Шулай уҡ ул милли матбуғат баҫмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте.

Бәхил булығыҙ, Азия апай!
Бәхил булығыҙ, Азия апай!

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итеүенсә, төндә Азия Күсимова баҡыйлыҡҡа китеп барған. Уға 92 йәш ине.

Азия Хажим ҡыҙы – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында танылған шәхес.  Ғүмеренең иң сағыу йылдарын Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына нигеҙ һалыуға, уның эшенең республикабыҙ һәм күрше өлкәләрҙә таралыуына, Рәсәй кимәлендә көслө ойошма булып танылыуына ҙур өлөш индерҙе. Шулай уҡ ул милли матбуғат баҫмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте.

Азия Кусимова атҡарған йәмәғәт эштәре бихисап. Ул оҙаҡ йылдар Өфөләге "Әбйәлилдәр” ойош­маһын етәкләне. Шулай уҡ райондаштар осрашыуын тәү башлап ойоштороусыларҙың береһе.

“Азия апай шул хәтлем матур, фәһемле, һоҡланғыс, ғорурланырлыҡ тормошта йәшәне, йәне йәннәттә, иманы юлдаш булһын”, – тип белдерҙе Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте советы ағзалары.

Уны иртәгә тыуған ерендә – Әбйәлил районының Асҡар ауылында ерләйҙәр.

Башҡорт халҡының рухлы ҡыҙы Азия Хажим ҡыҙының ятҡан ере ожмахта булһын.

Фото: bashgazet.ru

"Башҡортостан" гәзитенән.

Автор:
Читайте нас: