Шоңҡар
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Сентябрь 2023, 21:25

Зайнулла ишан (2) Лира ЯҠШЫБАЕВА

- Был уғландың исем-шәрифтәре Зәйнуллаһ булыр! - тине. – Зәйн – биҙәк, Зәйнуллаһ - Аллаһ биҙәге тигәнде аңлата.

Зайнулла ишан (2)   Лира ЯҠШЫБАЕВА
Зайнулла ишан (2) Лира ЯҠШЫБАЕВА

Ул арала ишек алдына биш биҙрә һыу һыйышлы ҡаҙан элеп, аҫтына ут яғып, ҡорбан итен бешерергә һалып та ебәрҙеләр. Икенсе күршеһе эсәктәрҙе йыуып, йөрәк-бауырын турап, әҙерәк тары ярмаһы ҡушып, тултырма әҙерләй башланы. Һарыҡтың баш-тояҡтарын да өтөп, айырым сөгөнгә һалып ебәрҙеләр. Тиҙҙән уларҙың шатлығын уртаҡлашырға бөтә Шәрип ауылы йыйылып киләсәк. Ҡорбан ашы барыһына ла етер, иншаллаһ. Тыуасаҡ улын ислам диненең бөйөк шәйехе буласаҡ тип юраған  Уау Вәхит әүлиәне табындың иң түренә ултыртып ҡуйырҙар.

Табын Хәбибулла хәлфә көткәндән дә мөбәрәгерәк булды. Боҫрап торған һимеҙ ҡорбан ите, һуты ағып торған тултырма, Шәрип ауылының оҫта ҡуллы ҡатындары бешергән бишбармаҡ барсаһының күңеленә хуш килде. Ҡорбан ашын ашаған кеше сауаплы була, тип ир-ат икешәр тәрилкә һалдырып алып ашаны. Ҡыуаҡандар табынға ҡуйылған ризыҡты ана шулай ихлас ашағанды хуп күрә. Хәбибулланың күңеле булды. Әлхәмдүлилләһи шөкөр, башҡорттарға хас йомартлыҡ менән тош-тош ергә мул итеп ҡуйылған татлы ҡорбан ите, алҡындырып, табаҡ-табаҡ итеп ултыртылған бишбармаҡ, иншаллаһ, барыһы ашалып бөттө.

            - Байрам көндө тыуған балаға йәмәғәт менән исем ҡушыу лазым. Әйҙәгеҙ, күмәкләп уланға исем уйлайыҡ, - тине берәү.

Шул саҡ табын түрендә кеше һүҙенә ҡыҫылмай, бөгөнгө хәлдәрҙән сикһеҙ ҡәнәғәтлек кисереп,  өнһөҙ-тынһыҙ ултырған Уау Вәхит әүлиә көтмәгәндә бәхәсләшергә урын ҡалдырмаҫлыҡ ҡәтғи тауыш менән:

            - Был уғландың исем-шәрифтәре Зәйнуллаһ булыр! - тине. – Зәйн – биҙәк, Зәйнуллаһ - Аллаһ биҙәге тигәнде аңлата.

            - Тәүге улым - Фәтхуллаһ, икенсеһе – Зәйнуллаһ,  ҡайһылай йәтеш, кәп килеп тора. -  Улына бирелгән исемдән ҡәнәғәт булған атай кеше ризалығын белдерҙе: - Иншалла, әйҙә, улымдың исеме Зәйнуллаһ булһын!

            - Ҡорбан байрамы көнө тыуған уғланға Аллаһтың хәбибе үә хәлиле булыу яҙһын, - тине ҡунаҡтар.

            - Ата-әсәһенә мәрхәмәтле, иленә игелекле уғлан булһын!

            - Әмин! Теләктәребеҙҙе Аллаһ ҡабул итһен!

            Ҡорбан ашы табынына килеүселәрҙең теләктәре шул саҡлы ихлас ине ки, улар мотлаҡ Аллаһ хозурына барып еткәндер, Хәбибулла хәлфәнең өйөнә бәрәкәт булып әйләнеп ҡайтыр, тип ышанды һәр ҡунаҡ.

            Бер аҙнанан, 5 апрель көнө, Уау Вахит әүлиә үҙе килеп, Аллаһ ебәргән өлөшлө уғландың ҡолағына Зәйнуллаһ тип аҙан ҡысҡырҙы.

            - Улыма Аллаһтың вәсиле, арифы булыу яҙһын! Әмин.

            Ошо хәлдәрҙән һуң ил ҡарты үҙен Аллаһ ҡаршыһында тәғәйенләнешен үтәгән кешеләй  хис итте. Исем ҡушыу табынынан һуң ул күберәген ауылдан биш саҡрымда ятҡан Әүештау тирәһендә йөрөнө. Рамаҙан әл-Оши рухына Ҡөрьән сыҡты. Тау башындағы төрлө төҫтәге, төрлө биҙәктәр менән семәрләнгән йәшмәләрҙе йыйып алып, мосафиҙың ҡәберенә илтеп һалды. Алыҫ Оша ҡалаһынан килеп, был яҡтарға ислам динен таратып йөрөгәндә яуыздар тарафынан үлтерелеп, ошо тау башына дәфен ҡылынған изге шәйех рухы бәрәкәтенә һәр яҙ һайын тау йөрәгенән урғылып шифалы һыу сыға һәм шишмә булып ағып китә. Әле Уау Вәхит инеш сыҡҡан ерҙең тирә-яғын ҡый-ҡыпырҙан таҙартты, Байрамғол ауылы кешеләрен саҡырып, һыу аға торған улаҡты яңыртты. Тиҙҙән, Аллаһ теләһә, май урталарында шишмәнең һыуы асылыр. Инеш һыуы бер айҙай аҡҡандан һуң, июнь урталарында, тағы яҙға тиклем юғалып торор. Урындағы халыҡ бының шулай икәнен яҡшы белә,  шифалы һыуҙы алып ҡалырға ашығып, бөтә тирә-яҡ халҡы Әүештауға ағыла. Йәйге айҙарҙа халыҡ араһында йөрөп ҡайтырға ниәтләгән Уау Вәхит диуана ла улаҡтан һыу аға башлағанды көтөп алды ла, бер биҙрәләй изге һыуҙы турһығына тултырып, Табын ырыуы ерҙәрен әйләнеп ҡайтырға әҙерләнде. Юлға сығыр алдынан Хәбибуллаларға инеп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы:

            - Егет ҡорона еткәс, Зәйнулла уғланыбыҙ ғилем усағы булып танылған Бохараға барам тип йән атыр, әммә барып етә алмаҫ, кире боролор. Уға ир ҡорона тулыр саҡтараҡ Истамбулдағы төрөк шәйехе Әхмәт Зыялетдин бин Мостафа Көмөшхәнәүи хозурына юл асылыр. Шәйехтең мөрите булып, ижазатнамә (диплом) алыу насип булыр. Ошо шәйех аша уға сер ғилеме асылыр. Уау Вәхит әүлиә тағы бер ҡат сабыйҙы ҡулына алып өшкөрҙө лә хушлашыр алдынан:

            - Йоҡлап ятма, улым, зекерҙе күп әйт, хәтерең яҡшы булыр, - тип тиҫбеһе менән йүргәккә төрөлгән сабыйға һуғып-һуғып алды. - Хәбибулла хәлфә, мосафирҙың хәлен үҙең беләһең, күрешә алмаһаҡ, бәхил бул, Зәйнуллаңа  яҡшы тәрбиә ҡыл, уҡыт. Был баланы алда ҙур эштәр көтә. Ғүмеребеҙ булһа, күрербеҙ, бер саҡ уның изге эштәре ҡитғаларҙан ҡитғаларға таралыр, башҡорт халҡын данға күмер, иншалла. Әмин, ошо теләктәремде Аллаһ ҡабулдарҙан ҡылһын!

            Күп тә үтмәне Шәрип ауылы муллаһы өйәҙ ҡалаһына барып, Зәйнулла уғланға "Тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ" алып ҡайтты. Төп кенәгәгә ошолар теркәлгәйне: Атаһы Хәбибулла бин Рәсүл, әсәһе Мәлихә. Уларҙың улы Зәйнулла Рәсүлев бин Хәбибулла хиджри буйынса 1248 йылдың Зөлхизә айында, (яңы иҫәп буйынса 1833 йылдың 28 марты) изге Ҡорбан байрамы көнө Ырымбур  губернаһы, Туңғатар волосе, Троицкий өйәҙе Шәрип ауылында донъяға килде”.

            Изге теләктәрҙең ҡабул булыуылыр, малай теремек булып үҫте, күргән бер кешенең уны ҡулына алып, тупылдатып һөйгөһө килде. Кендек инәһе Бибиниса инәй ҙә үткән-сүткән һайын Мәлихәләргә туҡтай, туптай ырғып-һикереп торған малайҙы усына ултыртып һикертә-һикертә лә:

            - Күҙ теймәһен улыбыҙға, - тип ике ҡашы араһына ҡором һөртә. - Һөймәлекле һөйәге бар баланың. - Мәлихәгә уғлан тыуған көндө күргәндәрен, күктән нур төшөүен, ҡабат-ҡабат иҫләп һөйләп, быны изге билдәгә юрай. - Бәйғәмбәр булыр тиһәм, киләһе бәйғәмбәрҙәр ергә килеп бөткән. Уау диуана әйткәндәр хаҡтыр, был бала әүлиә булыр, - ти. Бәпесте ауылда йөрөгән сәсәк ауырыуынан һаҡларға, бағымсы Уау Вәхит әйткән әйберҙәрҙе: ылыҫлы ағас сайырын, андыҙ тамырын, ҡорт елемен әҙер тоторға ҡуша.  Былай ҙа Мәлихә оло улы Фәтхулланы тәрбиәләүҙе атаһына тапшырып, иғтибарын күберәк кесе улына бирҙе.      

                        Һәтес, һәтес, һәтес тә,

                        Бигерәк матур бәпес тә.

                        Талпынып та, йылмайып та

                        Һөймәҫ ерҙән һөйҙөрә.

Мәлихә абыстай улын шулай һамаҡлап һикертә-һикертә лә,  атаһына тоттора:

                        Ҡара, ҡара, атаһы,

                        Ҡара, ҡалай талпына.

                        Атаһы ҡулын танһыҡлап,  

                        Ҡара, ҡалай ынтыла.

            - Сөбханалла, машалла, улыбыҙға һоҡ теймәһен. -Хәбибулла хәлфә улын ҡулына ала, усына ултыртып  бер килке һикертә лә кире әсәһенә бирә.

            - Улыбыҙға өс йәш тулды, бабаға бирергә ваҡыт.

            - Дүрт йәше тулғанды көтәйек, атаһы. Ағаһы  Фәтхулланы дүрт йәшендә сөннәткә ултыртҡайныҡ бит.

            - Ир сөннәте - ғәүрәттә, ҡыҙ сөннәте - ҡолаҡта. Бәйғәмбәрҙәр һауһаҡ ир баланы өс йәше тулыу менән сөннәтләргә ҡушҡан. Быны мин олатайҙарымдан ишетеп беләм. Изге эште көттөрөргә ярамай, уны үҙ мәлендә башҡарыу хәйерле.  

            - Ярай, атаһы, ярай, һин тигәнсе булһын. - Иренән уҙып, эш эшләмәгән, һүҙ һөйләмәгән мосолман әҙәпле абыстай шунда уҡ хәләл ефете әйткәндәр менән ризалаша.

            - Ауылға Өстамаҡ (Троицк) ҡалаһынан баба килгән, малайҙарҙы өй беренсә йөрөп сөннәткә ултырта, - тигән хәбәр килеп ишетелеү менән хәлфә бабасыны өйөнә саҡырып алды:

            - Улымды сөннәткә ултырт, хәҙрәт, Мөхәммәт өммәтле хаҡ мосолман булып үҫһен.

            - Өс йәше тулдымы?

            - Эйе.

            - Улайһа ярай.

            Улын сөннәтле итеүгә шатланған атай кеше бабасыға саҙаҡаны мулдан бирҙе.

            - Ҡаҫаһын киҫкәндә улығыҙ “ыһ”-та итмәне, Аллаһ үҙе еңеллеген бирҙе, буғай. Изге эшебеҙҙең сауаптарын бирһен Хоҙай. – Улар бер-береһенән ҡәнәғәт булып, йылы хушлашты.

            Мәлихә абыстай улдарын бик ярата ине.  Фәтхулла улы  үҙен ағай тип хис итә, күберәген ярҙам итеп, атаһы тирәһендә йөрөй. Ә әсә кеше кесе улына күберәк иғтибар бирә.  Ул бәләкәсе янына ултыра ла улы йоҡлап киткәнсе бишек йыры йырлай.

                                    Бәү-бәү, улым, бәү генә,

                                   Булыр әле дәү генә.

                                   Булыр әле дәү генә лә

                                   Быуатҡа берәү генә.

            - Бирһен, Раббым, улым бөйөк шәйех булһын, Аллаһы Тәғәләм уға ғаләм серҙәрен асыуҙы насип итһен, - тип теләй. Уау Вәхит әүлиә әйткәндәр дөрөҫкә сыҡһын, улыбыҙ зәрә лә отҡор күренә, - тип уйлай. Башҡорт халҡы аша һөйләшеүҙе хупламауын иҫләп, был уйҙарын бер ҡасан да ҡысҡырып әйтмәй.

            ... Зирәк малай ете йәшендә атаһынан уҡырға, яҙырға өйрәнә, байтаҡ Ҡөрьән сүрәләрен яттан белә. Ғаиләлә йыш ҡына Уау Вәхит әүлиә хаҡында һөйләшәләр, килгән-киткәндәр ҙә уны йыш телгә ала. Өлкәндәр һүҙенә ҡолаҡ һалып йөрөгән отҡор Зәйнулла, бер көндө атаһына һорау бирә:

            - Кем ул Уау Вәхит әүлиә?

            - Ул бабайың була, беҙгә нәҫел. Уның ҡушаматтары күп:  кешеләрҙе төрлө шифалы үләндәр менән дауалауы, өшкөрөп йүнәтеүе килешкәне өсөн бағымсы тиҙәр; алдан әйткәндәре дөрөҫкә сыҡҡаны өсөн күрәҙәсе лә тиҙәр. – Улының иғтибар менән тыңлауын күреп, Хәбибулла дауам итә: - Аҙнасура тигән ишандың мөрите булып, тәриҡәт юлына баҫҡас, суфый булып китә. Сәйер яҡтары ла бар. Беҙ Күк бүре нәҫеленән, ти ҙә ҡай саҡта кистәрен ҡырға сығып, бүре булып олой. Үҙе бер ҡарағанда зирәк, үткер телле, фекерле, ә ҡыланышы ҡәҙимге кешеләрҙекенсә түгел, атҡа менһә алға түгел, артҡа ҡарап ултырып саба. Төптө юҡтан таҡмаҡ әйтеп үҙ алдына бейеп китә. Шуғалыр, ҡай саҡ кешеләр уны диуана тип атай. Мал йыймай, донъя көтмәй ил гиҙергә яратҡаны өсөн дәрүиш тип тә йөрөтәләр.

            - Минең бабайымды  күргем килә. – Хәбибулла улына ғәжәпләнеңкерәп ҡараны ла уйынлы-ысынлы:

            - Уйыңды белеп, ҡайтып та төшөр әле. Кешенең ни уйлағанын белеп тора бит ул, - тине.

            Ысынлап та, кескәй Зәйнулланың үҙен көткәнен белеп, Хәбибулла хәлфәне шаҡ ҡатырып, Уау Вахит әүлиә Шәрипкә ҡайтып төшә.

            - Зәйнуллаһ улымдың мине күргеһе килгән, - ти ул. – Июнь айы иң йәтеш  ваҡыт, Аллаһ теләһә, Муса ағайымдың бүләһенә  Ирәмәлде, уның яратҡан ер-һыуын күрһәтеп алып ҡайтам әле. Унан баш алған йылғаларҙың сыҡҡан ерен күрһәтәм. Шунан Әүештауға ла барырбыҙ. – Борон ата-бабалар Ирәмәлгә менер алдынан ҡорбан салыр булған. Беҙ ҙә башта шул изге ғәмәлде башҡарайыҡ.

            Ҡорбан итен өскә бүлделәр: бер өлөшөн шунда уҡ күмәкләп бешереп ашанылар, бер өлөшөн ҡарт-ҡороға таратып бирҙеләр, бер өлөшөн тоҙлап, Мәлихә абыстай мосафирҙарҙың юл тоғона һалды.        

            Был юлы бөтә иғтибарын тик бер Зәйнуллаға йүнәлтергә ниәтләгән Уау Вәхит сәйәхәткә башҡаларҙы  эйәртмәне. Ирәмәл тауы Шәрип ауылынан алыҫ ҡына, туранан илле-алтмыш саҡрымда булыр. Һыбайлыға көн ярымлыҡ юл. Таныш-тоношло дәрүиш:

            -  Ауыл һайын мәсет, шуларҙың береһенә инеп атыбыҙҙы бәйләрбеҙ, - тине.  

            Мөһабәт тау теҙмәләре алыҫтан уҡ күгәреп күренде.

            - Томан күтәрелгән, тимәк, бөгөн көн аяҙ була, - тине һынсыл бабаһы.  Был тау хикмәтле, уның көтмәгәндә үҙгәрә торған холҡо бар. Әммә һынағаным бар, мин килгән саҡта бында хатта ел дә иҫмәй. Ирәмәлтау хужаһы менән дуҫмын бит. – Бабаһы серле генә итеп көлөп алды.

Бер аҙ тирә-яҡты байҡап алғас, ул төнъяҡҡа төртөп күрһәтте: - Анау күренгәне Суҡташ булыр, арыраҡ Өрөңгө, Нөргөш, Егәлге теҙмәләре теҙелеп киткән. Инде ер-һыу белгесе  көнбайышҡа табан боролдо: - Күрәһеңме айырым-асыҡ һыҙатланған тауҙарҙы, анау биргеһе Нары, арыраҡ Елмерҙәк, Баштау, Арҡырытау китә. – Көнъяҡ тараф монарланыбыраҡ тора ине, уның да холҡон ҡылыҡһырланы: - Ямантауҙың ғәҙәте шулай, гел күгәреп ята, шуға ла Машаҡ менән Юрматау саҡ-саҡ һыҙатлана. Инде көнсығышҡа борол, был яҡлап Уралтау һырты ҡыралары һуҙылып китә. Беҙҙең ата-бабалар Ирәмәлгә килһә, шулай итеп, башта дүрт тарафты байҡап алған, шунан ошолай тип әйтер булған:

                        Иләәһи бихүрмәти Ғабдрахман Мәшрик;

                        Иләәһи бихүрмәти Ғәбдел Кәрим Мәғриб;

                        Аллаһүммә бихүрмәти Ғабдеррашит Шимәль;

                        Аллаһүммә бихүрмәти Ғабдел Джәлил Жүнүд.

Зирәк малай бабаһының һәр әйткәнен күңеленә һеңдерә барҙы. Дүрт яғын тағы бер байҡап алды ла һорау бирҙе:

            - Бабый, ҡайһы тау бейегерәк, Ирәмәлме, Ямантаумы?

            - Аршынға һалғанда Ирәмәл егерме өс-егерме дүрт тирәһе булыр, Ямантау утыҙ аршын самаһылыр.

            Бер ни тиклем ял итеп алғас, Уау Вәхит шишмә урғылып сығып ятҡан ергә генә ҡыуыш әтмәләргә тотондо. Бер аҙҙан аҫҡаҡ яһап, ҡулаға сәй ҡайнатырға ҡуйҙы.

            - Ирәмәл - изге тау, шуға ла уның армыттарынан Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менән донъялағы иң таҙа һыулы биш йылға ағып сыға: Ағиҙел, Яйыҡ, Әй, Уй, Мейәс. Ул йылғаларҙың һыуы бик шифалы, тирә-яғы емеш-еләк менән тулы, тал-тирәктәренә ҡоштар оялай. - Дәрүиш булып ил гиҙгән бабаһы  күпте белә булып сыҡты, йылғаларҙың һәр береһен тасуирләп, тағы байтаҡ һөйләне.

            Күңеле килһә, һүҙгә әүәҫ Уау Вахит дәрүиш. Бөгөн кәйефе айырыуса шәп, сөнки уның янында башҡорттоң буласаҡ шәйехы бара. Ул быны ҙур бәхеткә һанай. Үҙенең йылдар буйы ентекләп йыйған ғилемен, күңеле хазинаһын ошо балаға бәйән итеп ҡалдырырға тейеш. Һүҙен ул үҙе иң мөһим тип һанаған йүнәлештән башланы:

             - Ерҙәге иң оло хазина алтын, көмөш тә, аҫыл таштар ҙа түгел, ә беҙ бер тин шайы ла күрмәгән яп-ябай һыу. Аллаһтың йомартлығы сикһеҙ. Ошо ҡиммәтле ниғмәтте ул кешеләргә мулдан биргән. Йылғалар кешенең ҡан тамыры кеүек ер тәнен ҡаплап алған. Әммә һыу күп, ул бер ҡасан да бөтмәйәсәк, тип уны аслан исрафларға ярамай. Ахры заман етә килә ер өҫтөндә һыуҙар ҡорор, хатта даръялар ер ҡатламдарындағы бушлыҡтарға төшөп йәшеренер, ти. Кешеләр бер йотом һыу эҙләп зар-интизар булыр. Ялтырап ятҡан ерҙе күреп, һыу тип, йүгереп барырҙар, алтын булыр, ти. Һыу эҙләп ерҙе ҡаҙырҙар, алтын сығыр, һыу сыҡмаҫ. Һыуһыҙ әлһерәгән кешегә алтындың ни кәрәге бар, шулай бит, улым?

            Кескәй Зәйнулланың күҙ алдынан, ниндәй хикмәт булғандыр ул,  үҙе ғүмере күрмәгән ерҙәр, һыуға сарсыған, тауҙан-таштан, ҡомдан ғына торған сүллектәр үтеп китте. Абау, донъяла шундай ерҙәр ҙә бармы икән ни, әстәғәфирулла, тип уйланы малай. Уның уйын белеп торған күрәҙәсе:

            - Бар, улым, бар, - тине. – Аллаһ әҙәм балаһы һыуҙың ҡәҙерен белһен өсөн ғибрәт итеп яралтҡан ул ерҙәрҙе. Ирәмәлдә лә бар ундай урын, уны Ташйылға тип йөрөтәләр.

            - Ташйылға? Ташйылға ла буламы ни? Таштары ағамы икән ни?

            - Хәҙер күрерһең.

Уау Вахит малайҙы эйәргә ултыртып ары алып китте. Бер таулы-ташлы ергә килтерҙе лә:

            - Ана, ҡара, күрәһеңме, таштар аҫҡа табан ағылған, - тине. – Ҡасандыр бынан гөрләп йылға аҡҡан булыр, ә хәҙер ҡороған. Беҙ, кешеләр, бынан ғибрәт алырға тейеш. Эсер һыуҙарыбыҙҙы ҡәҙерләмәһәк, ошондағы кеүек, башҡа йылғаларҙан да таштар ғына тороп ҡалыуы ихтимал. Шуға тәбиғәтте бик ныҡ яратырға, Аллаһы Тәғәләбеҙгә зекер әйтеп, ер-һыуыбыҙҙы һаҡлауын һорап торорға кәрәк. Барыһы Аллаһ ҡулында.

            Уау Вахит ниәтләгән урындарҙың барыһын күрһәтеп сыҡты ла иң аҙаҡтан атын Мейәс йылғаһы баш алған ергә килтереп туҡтатты:

            - Күрәһеңме, һыу ер аҫтынан ниндәй көс менән урғылып сыға? Бындай урындарҙы мин яңы тыуған бәпескә оҡшатам. Хәҙергә ул наҙлы ғына, сибек кенә, әммә аға-аға уға башҡа ваҡ йылғалар ҡушыласаҡ,  шулай итеп, тора-бара Мейәс ҙур йылғаға әүрелә.  Сабый бала ла ергә тыуа, кешелек донъяһы барлыҡҡа килтергән ғилем менән күңелен байыта. Туплаған белеме, йыйған аҡылы менән халҡын тәрбиәләгән кеше лә тирә- яғын һуғарған мул һыуы йылғаға оҡшаш. Бына, улым, һинең менән дә  шулай булыр. Барлыҡ ислам тәғлимәтен үҙеңә туплап, халҡыбыҙға ғилем таратыусы булырһың. Берәү белмәгәнде белерһең, күрмәгәнде күрерһең. Кешеләрҙең ни уйлауын, ни булырын ғына түгел, хатта тауҙарҙың, йылғаларҙың, урман-ҡырҙарҙың һулышын тойорһоң. Һин сер ғилеме эйәһе булыр өсөн килгәнһең ергә. Юлыңда монафиҡтар осрар, әммә уларға бирешмәҫһең. Иманһыҙҙарҙан ҡурҡ, улар яһил була, уларҙы иблес ҡоторта.

            Май етеп, Әүештаҙа һыу сыҡҡас, Уау Вахит әүлиә Зәйнулланы Әүештауға алып китте. Тау башына менеп еткәс, уны бик боронғо, ун икенсе-ун өсөнсө быуаттарға ҡараған, ҡәберлек янына килдерҙе:

            - Бында Көнсығыштан килеп ислам динен таратып йөрөүсе шәйех Мөхәммәт улы Рамаҙан Әл-Оши ерләнгән. Уны мосолман динен инҡар иткән, төрлө һындарға табыныусылар үлтерә. Әммә күпселек халыҡ Рамаҙандың хаҡ юлдан йөрөгән изге кеше икәнлеген таный, оло хөрмәт менән мәйетте тау башына мендереп ерләйҙәр. Аҙаҡтан изге шәйехтең рухы бәрәкәтенә тау итәгендә шифа һыулы шишмә сыға башлай. – Ошоларҙы һөйләп бөткәс Уау Вәхит ултырып “Йәсин” сүрәһен тулыһынса уҡып сығып, гүр эйәһенең урыны ожмах түрендә булыуын теләп, доға ҡылды.

            - Улым, был тауҙы онотма, гел килеп йөрө, шәйех рухы аша, иншалла, Аллаһҡа яҡынайырһың. – Был минең һиңә васыятым

 

Автор:
Читайте нас: