Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Сентябрь 2023, 20:35

Ҡиблалар буталғанда Повесть (6) Факил Мырҙаҡаев

— Кеше араһына сығырлығымды ла ҡалдырманың, күңелең булдымы? — тигәйне лә, тегеһе урыҫсалап: — Зато я спокойно буду спать, — тине лә урынына ауҙы.

Ҡиблалар буталғанда  Повесть (6)  Факил Мырҙаҡаев
Ҡиблалар буталғанда Повесть (6) Факил Мырҙаҡаев

Дүртенсе сәхифә

Дегет силәге

 

Айҙарҙы осрата алмай бер булды Ильяс. Алыҫ юлдан арып-талып ҡайтып төшкән көндөң иртәгеһенә, өйҙә ятып ялығып киткәс, урамда йөрөштөрөргә сыҡҡан еренән осраҡлы ғына тап булышҡайнылар. Йомошон йомошларға өлгөрмәне, һүҙ алышыуҙары хәл-әхүәл һорашыуҙан уҙманы. Колхоз рәйесе ҡабалана ине, идараға кил, шунда һөйләшербеҙ, тине лә машинаһының ишеген шартлатып япты. Айҙар билдәләгән ваҡытҡа идараға барһа, кабинеты бикле. Эш менән сығып китте, ике-өс көнһөҙ ҡайтмаҫ, тинеләр.

«Бөгөн дә осратып булмаҫмы икән ни?» — Идараға юлланған Ильяс, матур иртәгә хозурланып, күкрәк тултырып  саф һауа  һуланы. Һил. Көтөү ҡыуғандан һуң урамдар бер аҙға бушап ҡалған. Тимерлек яғынан ғына мотор тауыштары ишетелеп ҡала. Механизаторҙар тракторҙарын ипкә-һапҡа килтерә. Уның да шунда барғыһы, баҫыуға сыҡҡыһы килеүҙән йөрәге талпынып ҡуйҙы. Ҡулдарын һелтәп, ялпанлап атланы. Колхоз рәйесен һағалап, көндәре заяға уҙа. Күҙ һатып, һерәнләп йөрөргә уйы юҡ ине, иҫәбе хисапҡа килмәйерәк тора. Эш белешергә лә тиҙерәк өйгә тотона һалырға кәрәк. Ошо арала нигеҙлек таш килтереп ҡуйғанда бер эше күҙгә күренеп ҡалыр ине. Айҙар ғына урынында булһын.

Урынында! Тауышы асыҡ тәҙрә аша урамға яңғырай. Бригадирҙарға, белгестәргә көндәлек наряд бирә, күрәһең. Түрә-ҡараның барыһын да бер ҡамырҙан әүәләгәндәр, ахыры, тегендә, БАМ-да, участка начальниктары ла, бер ни булһа, тота ла ярылырҙай булып ҡысҡырына ине. Айҙар унан да уҙҙыра:

— Үҙаллы бер көн дә эшләй алмайһығыҙ, йыйын әтрәгәләм! Һеҙгә колхозда эшләргә түгел, балалар баҡсаһына йөрөргә кәрәк! Нимә, миңә хәҙер колхозды ҡалдырып бер ҡайҙа ла бармаҫҡамы ни? Ниңә һөттө кәметтегеҙ?!.. Мин әйтмәһәм, һыйырҙарға үлән сабып ашатырға ла башығыҙ етмәйме ни!? Асыуымды килтерһәгеҙ, барығыҙҙы бер юлы колхоздан ҡыуырмын! Күҙле бүкән кеүек аңшайышып ултырмағыҙ, ҡанымды ҡыҙҙырып. Барығыҙ эшегеҙҙә булығыҙ!

Идаранан ҡыҙарынып-бүртенеп сыҡҡан белгестәр башҡа көндәрҙәге кеүек тәмәке быҫҡыта-быҫҡыта мәрәкәләшеп хәбәр һатманы, ҡайһыһы — атҡа, ҡайһыһы мотоциклға атланып, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышты. Ильяс кабинетҡа инергә ҡыймай торҙо. Кәйефһеҙ сағы, әҙәмсә ҡабул итһә ярай ҙа. Төндә бисәһе арҡаһын биреп ятҡанмы әллә? Ул, БАМ-да саҡта начальниктарына отпускыға ғариза индерер алдынан иптәштәре менән үҙ-ара шулай көлөшөп алғандарын иҫкә төшөрөп, үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы. Урынында саҡта инә һалып һөйләшеп ҡалыу кәрәк, түрә-ҡараны белмәҫһең, ашығыс йомошо тыуып, берәй яры китеп барыр. Унан һаҡалыңды һыйпап ҡалырһың.

— Йөрөмәгеҙ бында, эшегеҙ менән булығыҙ, тинем бит! Йөҙ ҡат әйтергәме ни һеҙгә! — Ишек асылғас та, Айҙар тамаҡ төбө менән ҡысҡырып ебәрҙе. Күлдәксән, муйынындағы галстугын бушатҡан, сәстәре туҙған. Ильясты күргәс, уңайһыҙланып, йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарҙы. — Ә-ә, һин икәнһең... Тегеләр тип торам. Эшләмәйҙәр, әҙерәк шыйырып сығарҙым. — Ул Ильястың ҡулын урынынан ҡалҡынмай, теләр-теләмәҫ кенә алды. — Ял итеп буламы?

— Ял ҡайғыһы юҡ әле.

— Башыңа ниндәй ҡайғы төштө?

— Төшмәне лә ул. Эш һорап килгәйнем.

— Бөтөнләйгә ҡайттыңмы ни? Һәйбәт-һәйбәт, күптән кәрәк ине. Әтеү ауылды курортҡа әйләндереп алдығыҙ, ҡыш буйы аҡса һуғаһығыҙ ҙа йәй буйы кәйеф-сафа ҡороп ятаһығыҙ.

«Ҡулыңдан килһә, һин дә шулайт!» — Ильяс шулай тип әйтергә яҫҡынды, ләкин теле икенсене һөйләне:

— Тыуған яҡ тартты.

— Ай-һай, улай ғынамы икән?.. БАМ-да рәт ҡалманымы әллә? Алаһын алып бөттөк, хәҙер ауылға ҡайтып һыйынһаҡ та ярай, тиһең инде, ә?

— БАМ-да әле лә эш етерлек. — Ильястың ҡаштары төйөлдө. — Әйттем дә баһа, тыуған яҡҡа ҡайтҡы килде. — Һүҙе үтемле булһын өсөн, был осраҡта килешеп етмәһә лә, халыҡ аҡылына таянды. — Мал да ашаған еренә ҡайта.

— Ниндәйерәк эш табырға һуң һиңә? — Айҙар, түшәмгә ҡарап, бармаҡтарын өҫтәл өҫтөндә бейетте. — Көтөүгә сыҡ! — тине, ҡарашын Ильясҡа күсереп. — Бәлки һыйырҙарҙың һөтө артыр. Көтөүселәрҙән уңманым, эсеүҙән бушамайҙар.

— Ысынлап әйтәһеңме, әллә көләһеңме? — Ильяс сабырлығын юймаҫҡа тырышты.

— Көлмәйем. Белгең килһә, туғанҡайым (Айҙар Ильястан бер йәшкә олораҡ, шуға баҫым яһауы), әлеге көндә көтөүсенән дә ҡәҙерле кеше юҡ колхозда. Элек кенә уларҙы баһаламағандар, ҡулынан эш килмәгән кешегә генә сыбыртҡы тотторалар, тип көлөп ҡарағандар. Ризалашмаһаң, һин БАМ-дан ҡайтҡан өсөн генә үҙ урынымды бушата алмайым. Мине колхозсылар һайлап ҡуйҙы. Бер тауыштан.

— Шул БАМ-ға ҡаныҡтығыҙ ҙа баһа! — Ильяс сабырлығын юйҙы. — Бер мин генә йөрөгәнмендер шул. Бөтә ил! Урынығыҙға ынтылғаным булманы. Ынтылмаясаҡмын да. Берәй алама трактор бирһәгеҙ, еткән.

— Хәтерем алдамаһа, ауылдан ҡасып киткәнсе комбайнда эшләгәйнең бит әле? Давай, комбайн ал. Запчасҡа ҡытлыҡ, ураҡҡа төшкәнсе икәүҙән берәүҙе йыйырһың, моғайын. Яңыһын алырға колхоздың хәле етмәй.

— Комбайнға?.. — Ильяс өҙә һуҡты. — Юҡ, булмай. Онотолған. Тәжрибә самалы. Мин тегендә лә трактор йөрөттөм.

— Тимер юл һалманыңмы ни?

— Ебеп йөрөмәһәң, унда эш муйындан.

Әллә күпме тартҡылашҡандан һуң ғына һынды колхоз рәйесе.

— Мөхәммәттең тракторына ултырырһың. К-700. Эсеп ауҙарҙы. Үҙе больницала ята. Тиҙ генә сыҡмаҫ. Сыҡһа ла, ҡабат трактор бирмәйәсәкмен мин уға.

— Тракторы эшкинерлекме һуң?

— Әҙерәк ҡараштырырға тура килер, унһыҙ булмаҫ.

— Ярай, рәхмәт! — Ильяс тубығындағы кепкаһын ҡулына алды.

— Был яҡ нисегерәк? — Айҙар боғаҙына сиртте.

— Эштә ҡапҡаным юҡ.

— Ҡара уны, эскән килеш тракторға ултырғаныңды күрһәм, ике һөйләшеп тормаясаҡмын, колхоздан һөрөлгәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Шуны күңелеңә һалып ҡуй: араҡы ауыҙға себен булып инә, йылан булып сыға!

Юлы уңһа ла, Ильяс рәйес кабинетынан асыуы ҡабарып сыҡты. Үҙенә етмәгән аҡылды кешегә һата, әйтерһең, үҙе аҡтан аҡ, пактан пак. Колхоз умарталығында әшнәләре менән көн-төн табын ҡороп ятҡандарын белмәйҙәр тиме икән? Донъя киңлегенең ни файҙаһы, аяҡ кейемдәрең тар булғас. Түрә-ҡараға ни ҡылһа ла бата, йөҙөн йыртып һүҙ әйтеүсе юҡ, ә көнө буйы саң йотоп йөрөгән меҫкен механизаторҙың һәр аҙымы, арестанттыҡы һымаҡ, күҙәтеү аҫтында.

 

...Айҙар илай-илай биргән тракторҙы төҙәтеп алғас, Ильясты пар еренә тиреҫ ташырға ҡуйҙылар. Пар еренә Гөлсирә баҫыуы ҡалдырылғайны. «Гөлсирә баҫыуы» тип атауҙарының үҙенә күрә тарихы бар. Ололарҙың һөйләүе буйынса, әле Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк плугарь булып йөрөгән Гөлсирә исемле ҡыҙ, һабан һөргәндә трактор аҫтында ҡалып, бәхетһеҙлеккә осраған. Үҙе үлһә лә, исеме онотолмаған, үҙенең башына еткән баҫыуға йәбешеп ҡалған.

Гөлсирә баҫыуы шуныһы менән күңеленә яҡын Ильястың: бында ул үҙаллы эш башланы. Ҡыш колхозда ваҡытлыса асылған тракторсылар курсында уҡып ҡулына танытма алғас, уны Хөрмәт ағайға комбайнер ярҙамсыһы итеп ҡуйғайнылар. Ураҡтың иң ҡыҙған мәлендә Хөрмәт ағай бәләгә тарыны: тимер тейеп күҙҙәрен шештергәс, дауаханаға һалдылар. Көнө йылды туйҙырғанда һәр берәмек техника иҫәптә, йәшереп булмай. Районда һиҙеп ҡалһалар, бының өсөн күрмәгәнеңде күрһәтәсәктәр. Колхоз түрәләре үҙ-ара кәңәш-төңәш итте лә Ильясҡа өмөт бағланы. Егет ышанысты аҡланы — райондың йәш механизаторҙары араһында еңеп сыҡты. Хеҙмәт төбө — хөрмәт: ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөндә йыйылышҡа саҡырып, Почет грамотаһы, бүләк бирҙеләр. Етмәһә тағы, йәштәр гәзитендә маҡтап яҙып сыҡтылар. Быныһын Ильяс армияла хеҙмәт итә башлағас ауылдан килгән хат аша белде. Үкенескә ҡаршы, үҙҙәренең Ҡорманай егете яҙған мәҡәләне һаҡлай алманы, урындан-урынға күсеп йөрөй торғас, юғалтты. Үҙен үлтереп маҡтаған ул егетте, Ильяс йыһан гиҙгән арала, яҙыусы булып киткән, китаптар сығара, тиҙәр. Тыуған яҡтары менән араһын өҙмәһә, берәй ауылға ҡайтҡанында тап итеп һорарға кәрәк әле, теге мәҡәлә үҙендә һаҡланманымы икән? Балаларына уҡытыр ине, юҡһа улар аталарының исем-шәрифтәре бер ҡасан да ташҡа баҫылмаған, тигән уйҙа. Алдан әйтеүе ҡыйын, үҙен күрһәтә алһа, тағы маҡталыр әле. Эштәре генә ырамай, тейәгестәре әйләнгән һайын ватыла, төҙәтә-төҙәтә йәндәре сыға яҙҙы. Бөгөн дә иртәнән бирле арҡа йылыталар. Төшкә тиклем юҡты бушҡа ауҙарҙылар ҙа, аптырап, таралыштылар.

Күккә ҡарап ел ҡыуып йөрөмәй хәҙер Ильяс: саҡ ҡына ҡулы бушанымы, өйөнә тотона. Әле лә, тамағын нығытып алғас, тракторын пилорамаға ҡыуҙы. Таҡта ярҙырырға бүрәнәләр илткәйне, әҙер булһа, шуны килтерер; әҙер булмаһа ла, ҙур бәлә түгел, башҡа эштәре лә етерлек. Йорт еткереү йөн тетеү түгел, мәшәҡәте бигерәк күп, осо-ҡырыйы күренмәй. Һеҙ ауылға ҡайтыуға өйҙөң стеналарын ҡуям, тип әйтеп киткәйне ҡатыны менән улына. Ҡайҙа ул стена ултыртыу — нигеҙенең осона яңы сығып килә. Араҡы еткерә алмай хитланды. Кешене эшкә ҡушҡан һайын магазинға сапмаҫ өсөн (унда ла гел булып тормай), йәшниге менән алып ҡуйғайны. Күҙгә лә күренмәне. Өмәселәре лә килешкән — йөҙ грамм ҡапмайынса урындарынан ҡуҙғалмайҙар, тәре бағанаһы һымаҡ тора бирәләр. Таш килтерһәң дә — араҡы, цемент бушатһаң да — араҡы, нигеҙ ҡаҙһаң да — араҡы. Ғөмүмән, араҡыһыҙ бер эш тә ҡырып булмай.

Бер йәшник араҡы нигеҙ ҡорорға ла етмәгәс, әсәһе Ильясҡа кәңәш бирҙе.

— Айҙарға барып ҡара. Шәкәре ҡалғандыр әле келәттә. Көмөшкә ҡыуып бирермен. Былай бөтөн аҡсаң эскегә китеп тора бит.

Әсәһенең һүҙенә ҡарап ник барған көнгә төштө Ильяс. Әллә берәй нәмәгә асыуы килгән сағы ине тегеһенең, бәйеле аҙҙы ла китте.

— Нисек оялмай таптыраһың? Аяғың инһә, башың инмәгән бит әле колхозға!

— Механизаторҙарға ла бирмәгәс, кемгә тейеш һуң ул шәкәр?

— Механизатор... — Айҙар ауыҙын салшайтты. — Беләһеңме, һин кем? — Уның күҙҙәре асыулы секрәйҙе. — Дегет силәге! Арбаға тағылған дегет силәген күргәнең бармы? Ауылда йәшәмәгәс, белмәйһеңдер ҙә әле, бәрелеп-һуғылып бара-бара ла, бер заман ысҡынып китеп, соҡорҙа ятып ҡала.

Ильястың сикәләрендәге ҡан тамырҙары шартлар сиккә етеп типте: «Ҡайҙан башына килә йыйын туҙға яҙмаған һүҙҙәр?»

— Кемдең дегет силәге икәнлеген донъя күрһәтер. Һәр хәлдә һеҙ әйткән соҡорҙа аунап ятмам, — тине лә ҡырт боролоп сығып китте.

— Нимә тинең? — тип ҡысҡырып ҡалды уның артынан Айҙар. — Кире борол! Кемгә әйтәләр, Мысыр фирғәүене!

Боролманы. Үҙенең Айҙарға баш эйеп килеүенә йәне көйҙө. Ниңә беҙҙә генә шулай икән ул? Башҡа яҡтарҙа берәйһе йорт һалырға тотонһа, колхоз ағас-ташын да, транспортын да бүлә. Айҙар эш хаҡы иҫәбенә шәкәр ҙә бирергә ҡыҙғана. Тракторға ултыртҡанда ла ҡырҡ һүҙгә етте. Былай шашынһа, оҙаҡ тотмаҫтар үҙен, урынынан осҡанын һиҙмәй ҙә ҡалыр. Тик көнө бөгөн түгел. Ысындырмы-буштырмы, ҡулы тик тормай, тигән хәбәр ҙә йөрөй кеше телендә. Дөрөҫтөр, утһыҙ төтөн сыҡмаҫ.

Айҙарҙың тоҙһоҙ һүҙҙәренә ҡарап, Ильяс күңелен төшөрмәне, киреһенсә, сәмләнеп тотондо. Шәкәрен дә тапты, ҡәйенбикәһе Заһиҙә үҙенең варенье ҡайнатырға ҡалдырған запасынан өлөш сығарҙы. Өмә яһап, өйҙөң стенаһын күтәреп ҡуйҙылар. Гөлназ ҡайтҡас, түшәм-иҙәнен түшәргә, ҡыйығын ябырға оҫталар ялланылар. Көн дә эшкә йөрөгәс, Ильяс оҫталар янында иртәле-кисле күренеп кенә китә, Гөлназ ашар-эсерҙәренә хәстәрләй. Эштәр ошолай йәпле генә барһа, Алла бирһә, көҙгә үҙ өйҙәренә күсерҙәр. Әлегә ата-әсәләре менән ҡуша йәшәп ятҡан көндәре. Тиҙерәк башҡа сыҡҡылары килә. Шул хаҡта йоҡларға ятҡас ирле-бисәле оҙаҡ-оҙаҡ һөйләшәләр. Ауылды ташлап ситкә сығып китеүҙәренә үкенә биреп тә ҡуялар ҡайһы берҙә. Тиң-тоштарының йорт-ер еткереп, донъя ҡыуыуҙарына эстәре көтөрләүҙән әйтәләр быныһын. Ашар ризыҡтары, эсер һыуҙары йөрөткәндер инде.

— Үҙең йәнгә тейҙең бит, — ти Ильяс.

— Бисә һүҙенә ҡарамаҫтар, ныҡ торһаң, мин бер ҡайҙа ла китә алмаҫ инем, — ти Гөлназ. — Энә ҡайҙа — еп шунда.

— Әллә үкенәһеңме?

— Юҡ та, күңелем болоҡһоп киткәнгә генә әйтеүем.

Көноҙон тракторҙан төшмәгән ирҙе йоҡо баҫа, ә ҡатын, йоҡлар йоҡоһон йоҡламай, уйҙарға бирелә.

«Үҙең йәнгә тейҙең бит». Дөрөҫ әйтә ире, уны ауылдан китергә үҙе күндерҙе. Күндермәҫ тә ине, ғәйбәттән биҙрәне. Иренең элек күҙ атып йөрөгән ҡыҙы Миләүшә: «Уларҙы бергә йәшәтмәйем, Ильясты барыбер һалдырып алам», — тип теш ҡайрай, имеш. Ҡайраһа ла ҡайрағандыр, уны ла аңларға була, ғүмер юлын бергә үтергә вәғәҙәләр бирешеп бөткәс кенә йәнеңдән артыҡ күреп өҙөлөп һөйгән йәрең битеңә төкөрһөн әле! Теш ҡайрау түгел, көпә-көндөҙ бүре булып олорһоң.

Улар шунда уҡ БАМ-ға юлланманы, башта Үзбәкстанда торҙолар. Йылдан ашыу ирле-бисәле булып йәшәһәләр ҙә, кәләшенең буйға уҙмауы тынғы бирмәне йәш иргә. Табиптар ҡайҙан килеүҙәрен белеште лә кире Башҡортостанға ҡайтырға кәңәш бирҙе. Баҡһаң, уларҙы бала һөйөү бәхетенән климат алмаштырыу мәхрүм итә икән. Йәш, ғорур саҡтары — тыуған ауылдары Ҡорманайҙа ҡабат күренергә ғәрләнделәр. Уйлаштылар-уйлаштылар ҙа баштарын атай-олатайҙары ғүмергә аяҡ баҫмаған БАМ-ға алып олағырға һүҙ беркеттеләр. Унда ла, тыуған яҡтарында ла тәбиғәт бер үк тиерлек: ҡышты йәй алмаштыра, сәскәле яҙынан да, уңышҡа бай көҙөнән дә мәхрүм түгелдәр. Үзбәкстандағы кеүек тынды ҡурырлыҡ эҫелек йонсотмай һәр хәлдә. Бәлки, унда, барырға йыйынған ерҙәрендә, ғаиләләренә ырыҫ ҡошо ҡуныр?

Ильяс яңы ерҙә йәшәр урын йүнләгәнсе, Гөлназ ауылға ҡайтып торҙо. Һағыныу сәләмдәре еткереп, ике арала туҡтауһыҙ хаттар йөрөнө. Тәү ҡарашҡа ҡырыҫ холоҡло, һүҙгә һаран, эсендәгеһен тышына сығарып бармаҫ ире хис-тойғоға бай икән дә баһа. Ильястың БАМ-дан яҙған хаттарын уҡып шуны аңғарҙы Гөлназ.

«Беҙ — бер алманың ике яртыһы. Ни өсөн, тиһеңме? Үҙем белгәнсә аңлатып ҡарайым. Тик һин көлмәй генә уҡы, тайгала буталып йөрөй торғас, аҡылына зыян килгән икән, тип уйлай күрмә. Ишеткәнең барҙыр, беҙҙең баш осондағы күк ҡатлы-ҡатлы. Күктең етенсе ҡатында Мөхәббәт аллаһы бар, ти. Ер йөҙөндә йәшәгән көллө кешеләрҙең бәхете — ана шул Мөхәббәт аллаһының мәрхәмәтендә. Ул бер алманы икегә бүлә лә ергә ырғыта икән. Нисек ырғытаһың бит. Мөхәббәт аллаһының кәйефенә ҡарап, алма яртыларының бәғзеләре бер-береһенән ныҡ алыҫ барып төшә, бәғзеләре яҡында ғына төшә, ти. Ергә төшкән биниһая яртыҡайҙар, кешегә әүерелеп, бер-береһен эҙләй. Берәүҙәре тиҙ генә табыша, икенселәре үҙ яртыларын ғүмер буйы эҙләй. Хаталана, ғазаплана. Табышҡандарының йәндәре бер ҡасан да айырылмаҫ өсөн бергә ҡушыла. Һинең менән минең йәндәребеҙ ҙә Мөхәббәт аллаһы ҡулындағы яртышар алманан бер бөтөнгә әйләнеп мәңгелеккә ҡушылған», — тип яҙғайны Ильяс, һөйөп-һөйөлөп туймаҫ борон ваҡытлыса айырылышып торорға мәжбүр булғас. Кәләше ауылда ҡалыр, янына килмәҫ, тип шикләндеме икән әллә? Уныһы ла булғандыр инде, бер-береһен күреп туя алмаҫ саҡтарында икең ике яры йөрөгәс, башҡа төрлө уй килеүсән.

Иренән саҡырыу алғас та юлға сыҡты Гөлназ. Ҡалала йәшәргә хыялланып барған ҡатындың өмөтө аҡланманы: ире уны быуаттар буйы әҙәм аяғы баҫмаған тайгала яңыраҡ нигеҙ һалынған ҡасабаға алып килде. Ильяс йыйылма щиттарҙан төҙөлгән йорттан фатир алғайны. Шунда урынлаштылар, һуңғараҡ, ҡасаба янында күп ҡатлы йорттар һалынғас, бөтә уңайлыҡтары булған фатирға күсенделәр. Тора-бара ғаилә ишәйҙе, бер ҡыҙ, бер малай үҫтерҙеләр. Үҙ-ара килешеп, татыу йәшәнеләр. Бергә аралашып йөрөгән әхирәттәре һоҡланыуҙарын йәшермәне: «Ирең шундай киң күңелле, ярҙамсыл. Беҙҙекеләргә уға етеү ҡайҙа, арҡыры ятҡанды буйға ла һалмайҙар». Яҡшы ат та бер һөрлөгә, тигәндәй, Башҡортостанға бөтөнләйгә ҡайтып китергә йыйына башлағас, ире мөгөҙ сығарҙы, урынһыҙға ҡатынын рәнйетте.

Иренең абруйын төшөргән, үҙенең күҙ йәштәрен бинахаҡҡа түктергән ул хәл былай булды. Донъяның кәрәк-ярағы бөтәме ни, әхирәте нимәлер бирәм тигәнгә, Гөлназ уларға барғайны. Гонаһ шомлоғона ҡаршы, килтереп еткермәгәндәр икән. Кире боролоп ҡайтып китәһе генә ҡалған да бит, бер сыҡҡанда эшен эш итә, йәнәмәһе. Кискә ҡунаҡҡа йыйынған әхирәте сәсенә бигуди урағайны. Күп уйлап торманы, башына ҡара яулыҡ ябынды ла, иренең машинаһына тейәлешеп, өсәүләп сыҡтылар ҙа киттеләр. Әмәлгә ҡалғандай, урамда китеп барғандарын Ильяс күреп ҡалған. Ҡара яулыҡ ябынған әхирәте тегенең күҙенә үҙҙәре менән аралашып йәшәгән көр мыйыҡлы, ҡыш көнө лә ҡара фуражкаһын һалмаған әрмән булып күренгән.

— Бер түгел ике ир менән ҡайҙа китеп бара инең? Тапҡан бит кешеһен дә... — Күҙҙәре аларған ир ҡатыны ишектә күренеү менән ҡара буран ҡуптарҙы.

— Ул түгел ине!

Бер үк һүҙҙәрҙе күпме генә тәҡрарламаһын, Гөлназ ирен ышандыра алманы. Иҫерек булһа — тағы бер хәл, айнығас аңлашырбыҙ, тип ҡул һелтәр ҙә ҡуйыр ине — айныҡ килеш бәйләнеп маҙаға тейә. Әйтеп-әйтеп тә төңөлдөрә алмағас, тәҡәте ҡороған ҡатын, аяғы тартмаһа ла, ирен елтерәтеп әхирәттәренә алып барҙы. Йөрөп ҡайтҡас, Гөлназ:

— Кеше араһына сығырлығымды ла ҡалдырманың, күңелең булдымы? — тигәйне лә, тегеһе урыҫсалап:

— Зато я спокойно буду спать, — тине лә урынына ауҙы.

Гөлназ иренең был ҡылығын күңеленә һалып ҡуйҙы, былай ғына ҡалдырмаҫҡа, ҡон ҡайтарырға ҡәһәтләнде. Сөй эҙләне. Эҙләгән кешегә уныһы ла табылды. Әхирәтенең ҡустыһы апалары янына эшкә килгәйне. Һомғол буйлы, бөҙрә сәсле һылыу егет. Яңы йылды ҡаршылағанда шуның башын әйләндерҙе. Тегене тамам әүрәткәс, иренең күҙ алдында үбергә юл ҡуйҙы. Ильяс ҡунаҡта ла, ҡунаҡтан һуң да ләм-мим өндәшмәне. Юҡҡа булмаған икән, теге бер гонаһһыҙ егеттең ҡотон алған: «Ҡайҙан килдең, шунда кит, юҡһа башыңа етәм!» Берәү үлтереү менән янап торғас, нишләһен, шөрләгәндер, һәр кемгә йәне ғәзиз, башҡаса күҙгә-башҡа салынманы. «Ҡапыл ғына йыйынды ла китте, сәбәбен дә әйтмәне», — тине апаһы. Ире арҡаһында бер ауыҙы бешкән Гөлназ, сәбәбен белһә лә, әйтмәне. Ниңә кешенең күңеленә вәсүәсә һалырға? Нисә йылдар аралашҡан таныш-белештәре менән дуҫтанә мөнәсәбәттәрҙә айырылышыу хәйерлерәк.

Эйе, үткәндәрҙе хәтерҙән һыҙып ташлап булмай.

Оҙаҡламай ире, уның артынан улы менән үҙе ғүмерҙәренең иң матур осоро үткән яҡтарҙы ҡалдырып киттеләр. Тыуған ауылдарына ҡайтыуын ҡайттылар ҙа ул, үҙенә урын тапмай, һуңғы арала әллә ниңә күңеле болоҡһой. Сәбәбен үҙе лә аңламай. Өйҙәрен эш итеп инһәләр, күңеле урынына ултырыр, бәлкем. Кешенән кәм-хур йәшәмәҫтәр, баштары ғына һау булһын.

Автор:
Читайте нас: