Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Сентябрь 2023, 20:00

Йырланмаған йырым һин Повесть (9) Венер ИСХАҠОВ

–       Мин бында донъя көтәм, бала ҡарайым, ә һин һаман төн уртаһына тиклем күңел асып ултыраһыңмы? – Ул берсә Хәсәнгә, берсә бүтәндәргә тишә яҙып ҡараны. – Етмәһә, сәй эсеп ултыраһың. Әллә һине өйҙә ас тотаммы?

Йырланмаған йырым һин Повесть (9) Венер ИСХАҠОВ
Йырланмаған йырым һин Повесть (9) Венер ИСХАҠОВ

Фәриҙәлә  байрам ҡайғыһы ҡалманы. Иртәнге кәйефе һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты.  Ул үҙ-үҙенә урын тапманы. Ни эшләп бөтә нәмә уға ҡаршы килеп тора әле? Остоҡ бәхеткә лә хаҡы юҡмы ни? Был һүҙҙе бөтә донъяға Кәримә тултырған! Йылан! Әхирәт булып йөрөгән була бит әле! Яңыраҡ ҡына ниндәй бәхетле ине ул. Гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Сабыйы тыуҙы. Ә бөгөн?! Ҡара нимә ти әле: “Йә, балаңды Хәсәндеке тип алдамаҡсы булаһыңмы?  Йәш егетте алдатып сыҡҡаныңды  бөтә общяга халҡы һөйләй...”

Өфө миллионлы ҡала булһа ла, ҙур ауыл кеүек, тиеүҙәре дөрөҫ бит ул.  Ғәйбәт йәшен тиҙлегендә йөрөй. Ярай, уны кеше белмәһә лә, Хәсәнде бөтәһе лә таный, белә тигәндәй.  Барыбер бер көндө уға ла был хаҡта еткерәсәктәре көн кеүек асыҡ. Артабан был ҡалала ҡалыу мөмкин түгел. Ниндәй сәбәп табырға һуң?” Фәриҙәнең  мейеһендә береһенән-береһе буталсыҡ һорауҙар ҡайнашты, йөрәге әрнене. Ҡатын, күңеле тулышып, иланы ла ебәрҙе.      

Хәсән улының тыуған көнөнә ҙур йомшаҡ айыу, һуттар, тәмлекәстәр тотоп ҡайтып ингәндә Фәриҙә илап, буҫығып бөткәйне.  

– Нимә булды? – Аптырап ҡалған Хәсәндең тәүге һорауы шул булды.

 – Ба-а-а-лнисҡа ба-а-а-арғайным. – Фәриҙә һыңҡылдай-һыңҡылдай көскә яуапланы.   

– Нимә балниста? Аңлатыбыраҡ һөйлә әле.

– Врачтар ауылға ҡайтырға ҡушты.

– Ауылға? Нимәгә?

– Улыбыҙҙың хәле шәптән түгел. – Фәриҙә бер аҙ тынысланғандай булды. – Үҙең беләһең, Өфөнөң һыуы насар. Балаға шул ныҡ влийәт итә, аллергия.  Балағыҙҙы юғалтҡығыҙ килмәһә, тиҙ арала Өфөнән китегеҙ, тинеләр...

Фәриҙә шулай тиҙ генә хәйлә уйлап таба алыуына үҙе аптыраны.

Таныш егетте яллап, ваҡ-төйәк әйберҙәрен машинаға тейәп, иртәгеһенә үк Хәсәндең ауылына ҡайтып та  киттеләр. Тәүҙә ата-әсәһе менән бергә йәшәнеләр. Һуңынан буш торған өйҙө йыйыштырып алып, шунда күсеп сыҡтылар.

 

ххх

 

Ауылда Хәсәнде мәҙәниәт йортона  саҡырҙылар. Күңеленә ятышлы эш табылыуына ҡыуанып бөтә алманы ул. Дәртләнеп, күңел һалып тотондо. Вокал ансамбле, драма түңәрәге ойоштороп ебәрҙе. Тиҙҙән районда үткән конкурста уларҙың драма түңәрәге беренсе урынды яуланы. Йәш белгесте маҡтап бөтә алманылар. Әммә Хәсәндең был ҡыуанысы ла оҙаҡҡа барманы.

Районда еңеп ҡайтҡас, “Йәнекәй” драма түңәрәге Өфөлә үтәсәк республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Репетициялар көн һайын, һәр кем төп эшенән бушағас, кис башлана.  Әҙерлек ҡыҙыу барҙы.

Бына конкурсҡа китер көн дә яҡынлашты. Һуңғы репетицияға райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы, тағы бер нисә кеше килде. Спектаклде ҡат-ҡат ҡабатлап, ниһайәт, тынысланып, мәҙәниәт һарайында  сәй эсергә ултырҙылар. Шул мәл ишек шарт асылып китте лә ярһып Фәриҙә килеп инде. Йөҙө аларған ҡатын әллә һаулыҡ ҡушты, әллә юҡ, ят кешеләр барлығын да иҫәпкә алманы.

–       Мин бында донъя көтәм, бала ҡарайым, ә һин һаман төн уртаһына тиклем күңел асып ултыраһыңмы? – Ул берсә Хәсәнгә, берсә бүтәндәргә тишә яҙып ҡараны. – Етмәһә, сәй эсеп ултыраһың. Әллә һине өйҙә ас тотаммы?

–       Фәриҙә, ни эшләүең был? – Хәсән урынынан тороп баҫты. – Берәү ҙә күңел асып йөрөмәй. Был – минең эш урыным. Бына райондан ҡунаҡтар килгән...

Йәнле генә барған табындың йәме китте. Бер аҙҙан барыһы ла һаубуллашып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Ҡатынының шулай тиктомалдан тауыш сығарып йөрөүенә Хәсәндең һарыуы ҡайнаны...

–       Фәриҙә, ниндәй кеше ул һин? Мин һине һис аңлай алмайым. Кеше алдында һәр ваҡыт уңайһыҙ хәлдә ҡалдыраһың. Әҙерәк әҙәп белергә кәрәк. – Бығаса һис ҡаты әйтеп өйрәнмәгән Хәсән был юлы күңелендәгеһен ҡатынына тура ярҙы. – Теге ваҡыт филармониянан да һинең арҡала киттем. Шул саҡ иҫемә төшһә, әле һаман ғәрләнәм.

Иренән бындай һүҙҙе көтмәгән Фәриҙәгә тағы тоҡанырға етә ҡалды.

– Оятҡа ҡалырға теләмәһәң, төн уртаһы еткәнсе бисәләр менән сәй эсеп ултырма.

– Фәриҙә, аҡылыңа кил! Береһе лә теләһә ниндәй кеше түгел. Әҙерәк оят белер инең.

– Миңә аҡыл өйрәтмә.

– Үҙең белмәгәс, өйрәтермен дә.

Ул кистә улар әрепләшә-әрепләшә ҡайтты.

Конкурста “Йәнекәй” театры беренсе урынды яуланы. Өфөгә барғансы, унан ҡайтҡансы ла  Хәсән күп уйланды һәм ахырҙа артабан сәнғәт тирәһендә эшләп булмаясағын аңланы. Бер нисә көндән эштән китеү тураһында ғариза яҙҙы.

Бер аҙҙан атай-әсәйҙәре ярҙамы менән бәләкәйерәк булһа ла йорт һалып сыҡтылар. Тик был өйгә тыныслыҡ, имен тормош ҡына килергә ашыҡманы. Дуҫ-ише йомош менән кергеләһә лә өнәмәне ҡатыны, яҡты сырай күрһәтмәне.

— Өйгә бысраҡ һөйрәп йөрөмәһендәр, мин кеше артынан таҙартырға тормайым, — тип туҙынды ул, берәйһе  инеп сыҡҡандан һуң.

Ауылда Хәсән бура бурау эшенә йөрөй башланы. Шуныһы ғәжәп, атаһының был шөғөлгә әллә ни таһыллығы булмаһа ла, уны Хоҙай  һәләттән мәхрүм итмәгәйне. Нимәгә генә тотонһа ла, ҡойоп тигәндәй эшләп ҡуя.  Эсергә әүәҫләге булмаған өсөн дә кешеләр уға әйтергә тырыша  ине. Әммә  бында ла тыныс ҡына эшләргә бирмәне ҡатыны. Ире артынан эйәреп йөрөп, аҡсаны аҙ бирәһегеҙ, тип йыш тауыш сығарған ҡатындан биҙеп, Хәсәнде эшкә әйтмәй башланылар.

 

ххх

ххх

 

Хәҙер ауылда   "һыйырҙы айыу йыҡҡан”, “башмаҡты талап ҡайтарған”, “бүре күҙ алдында һарыҡты күтәреп алып китте” тигән хәбәрҙәр  көн дә тиерлек ишетелеп тора. Күптән түгел тоҡом үгеҙе шау ҡанға батып ҡайтты. Мал булырлыҡ түгел ине,  һуйҙылар инде. Былтыр   айыуҙың өҫтөнә барып сыҡҡан Ғирфан ағайҙы йыға һуҡҡан. Ни хәл үлтермәгән?! Бальниста ятып көскә кеше булып сыҡты, тегелмәгән урыны юҡ.  Тәбиғәтте һаҡлау министрлығынан килгән әҙәм:

– Был осорҙа урманға йөрөүҙән тыйылып тороғоҙ, – тигән.

Йәйен, көҙөн малды нисек урамда бикләп тотмаҡ кәрәк?! Икенсенән, ауыл халҡын туйҙырған да, ҡараған да шул урман инде. Анау хәтле емеш-еләк һығылып торғанда ни йәнең менән өйҙә ятмаҡ кәрәк?!

Көндәрҙең береһендә Мансаф ағайҙың да өлкән һыйыры ҡайтмай.  Ир урманға һәүкәшен эҙләргә сығып,  ауылдан китеп оҙаҡ та бармай, айыуҙың ниндәйҙер малды ботарлап ятҡанын күрә лә шым ғына кирегә һыпырта.  Шунса ғүмер кисереп, ул яуыз менән яҡындан тәүгә осрашыуы ине. Яҙын эш бөтәһе түгел. Кемдер баҡсаһында эш менән була, икенселәр йорт-ҡура тирәһен таҙалай. Хәсән утынын бысып ҡуяйым әле тип ихатаға сыҡҡайны,  Мансаф ағай ахылдап килеп етте. Һаулыҡ ҡуштымы-юҡмы, үҙенең хәбәрен теҙә башланы:

– Ҡустым, һыйырымды айыу йыҡҡан. Әйҙә әле шул яуызды дөмөктөрәйек… Шунһыҙ пакуй булмаҫ…

Тағы бер нисә ир йәһәт кенә мылтыҡтарын эләктерҙеләр ҙә урманға  саптылар. Теге мәхлүк һыйырҙы ботарлап, тупраҡ менән күмгеләгән дә табанын ялтыратҡан. Бында уның йәнә киләсәге көн кеүек асыҡ.

Айыу емтегенән алыҫ түгел ағас башына һәндерә яһап, дүрт ир шунда уңайлы ғына итеп менеп ятты. Көнө буйы көттөләр. Әлбиттә, һаҡ ҡыландылар. Юғиһә, тайыштабан ҡурҡыныс янағанын һиҙеп ҡалһа, башҡаса аяҡ та баҫмаясаҡ.

Кискә ҡарай шырлыҡ араһында ағас шатырлаған тауыш ишетелде. Бер аҙҙан алпан-толпан тайыштабан үҙе лә күренде. Һунарсыларҙың һулыштары йышайҙы. Уңайлы мәлде көттө улар. Бына Хәсән көбәген йыртҡысҡа тоҫҡаны. Ба-бах! Айыу бер-ике сайҡалды ла гөрҫ итеп ергә ауҙы… Сәнғәт училищеһында уҡығанда тирға йыш йөрөйҙәр ине. Мәргәнлеккә шунда өйрәнгәйне...

Ауыл халҡы еңел һулап ҡалғандай булды.

– Йәтеш булды әле, – тине кемдер.

– Хәҙер урманға барырға ҡурҡыныс түгел.

 Их, иртә шатланғандар шул!.. Әгәр хәлдең былай булырын белһә, мылтыҡты ҡулына ла алмаҫ ине Хәсән. Шул көндән алып ауыл тыныслығын юғалтты, һил генә йәшәп ятҡан йөҙ  йортлоҡ ауыл умарта күсе кеүек гөж килде. Был юлы уларҙың йөрәгенә шом һалыусы урман батшаһы түгел ине.

Хәсән  төндә кемдеңдер ишекте дөбөрләтеп, емереп алып барыуына уянды. Ҡапҡаны ныҡлап бикләгәйне. Нисек үткәндәрҙер? Хафаланып, ҡатыны ла һикереп торҙо.

– Күршеләргә бер-бер хәл булдымы икән? – тип, ир йүгереп барып ишек асҡайны, ҡаршыһында ике милиционер баҫып тора.

– Айыуҙы һин аттыңмы? – Төнгө ҡунаҡтарҙың тәүге һорауы шул булды.

– Эйе!

– Ниңә аттың?

– Атаҡ, ауыл халҡын тамам алйытты бит.

– Тимәк, һеҙ енәйәт ҡылыуығыҙҙы таныйһығыҙ?

– Ниндәй енәйәт булһын ти?! Хәҙер үҙебеҙҙе ашағанды көтөп ятайыҡмы?

– Аңлашылды. Кейенегеҙ! – Милиция хеҙмәткәренең фарманы ҡәтғи яңғыраны.

Был төндә ауыл йоҡламаны. Өйҙәрҙә бер-бер артлы уттар ҡабынды. Бер-береһенә ҡушылып, эттәр лауҡылданы. Урман батшаһын атыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһын да уяттылар. Тирә-яҡты шомлоҡ баҫты. Һәр өйгә ингән һайын бер үк һорауҙы ҡабатланылар.

– Һеҙ ҙә айыуҙы атыуҙа ҡатнашҡанһығыҙ, нисек булды? Ниндәй маҡсаттан?

Һуңынан барыһын йыйып, айыуҙы атҡан аҡланға алып барҙылар, фотоға төшөрҙөләр, мылтығын, тиреһен тунаған бысаҡтарҙы тартып алдылар. Һунар хаҡында һәр береһенән бәйнә-бәйнә һөйләтеп, ҡат-ҡат киҫәтеп, ҡул ҡуйҙырттылар.

Бынан һуң да милиционерҙар ауылға бер нисә тапҡыр килде.

Бер аҙҙан тәбиғәтте һаҡлау министрлығы вәкилдәре лә пәйҙә булды... Әйтерһең, барыһы ла ҙур ҡайғынан шаңҡығайны...

– Беҙҙең урманда һәр айыу башы ҡәҙерле. Былай ҙа бөтөп баралар. Улар – урман санитарҙары, – тип өгөт-нәсихәт уҡынылар. Бының аҙағы яҡшы бөтмәйәсәген аңлаттылар.

Тауҙар ҡосағындағы бәләкәй генә ауылды бығаса хатта район кешеләре лә йүнләп белмәһә, бер нисә көн эсендә уның даны илгә таралды. Телевидениенан, гәзиттән хәбәрселәр килде, төпсөндөләр, соҡсондолар. Төрлө һорауҙар менән баштарын ҡатырҙылар.

Бының менән генә бөтмәне айыу эше. Егеттәрҙе район үҙәгенә көн дә тиерлек саҡырттылар, бер үк төрлө һорауҙы ҡырҡҡа әйләндереп бирҙеләр. Барыһы ла айыуҙы ниңә атҡан көнгә төштө.

Район үҙәге ауылдан алтмыш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда барып-ҡайтыу өсөн дә аҡсаһы кәрәк әле уның. Ҡатынынан аҡса һорау  файҙаһыҙ. Йә, берәй күршеһенән, йә башҡа нәҫел-нәсәбенән алып тора.

Суд булды. “Тәбиғәт дошмандары”на мул ғына штраф сәпәнеләр. Уның күләмен ишеткәс, егеттәр башын тотто! Кемеһелер мал-тыуарын һатып ебәрҙе, өсөнсөләре эш эҙләп Себергә юлланды. Тик Хәсәндең Фәриҙәһе генә ыҡҡа килергә уйламаны. Хәҙер айыу урмандағы ғына түгел, өйҙәге барлы-юҡлы тыныслыҡты ла урланы…

 

 ххх

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: