Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Сентябрь 2023, 20:45

Оҫта Повесть (5) Рәлис УРАҘҒОЛОВ

Ах, күпме нужа күрһәтте сабыйҙарына. Бер саҡ шулай "запойға" киткән сағында ҡайтып диванға ауған. Төшләнепме, иҫереклеге тамам етепме, ятҡан ерендә салбарын еүешләгән.

Оҫта Повесть (5) Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Оҫта Повесть (5) Рәлис УРАҘҒОЛОВ

... Мотаhарҙың өйө "hә" тигәнсе янып бөттө. Колхоздың янғын hүндереү машинаhы ватыҡ. Ҡабыҙа алманылар. Райондан килгәне hуңланы. Һуңламаhалар ҙа өй тәңгәленә саҡлы инә алмаҫтар ине – урамды көрт баҫҡан. Алыҫ ҡоҙоҡтан биҙрәләп ташылған hыу, бәрелгән ҡар ҙа ярҙам итә алманы. Киреhенсә, утҡа кәрәсин hипкән hымаҡ ине. Ялҡын шажлай-бажлай ҙа, тағы көсәйә. Ә иң ҡурҡынысы шул булды: hуңынан ут-күмер араhында соҡсонған, hерәйеп ҡалған бүрәнәләрҙе аҡтарып, ут сығыуҙың сәбәбен эҙләгән райондың янғын hүндереүселәре...

– Мал-фәлән hуйғандар инеме әллә? – тине уларҙың береhе.

Былай ҙа янғындан шаңҡыған халыҡ тағы аптырашта ҡалды: "Мотаhарҙың малы юҡ ине лә!" Өйкөм-өйкөм гәпләшкән бисәләр, арып-талған ир-ат, сабый йөҙҙәренә етдилек сыҡҡан бала-саға өй урынына табан атланы. Һәр аҙымын hағайып, шомланып баҫты улар. Бер, ике, өс...

Баштар түбән эйелде, өҙөк-өҙөк ауаздар ишетелде:

– Мо-та-hар...

– Мотаhар!!!

Әкрәмдең башы әйләнде. Ни-ни-се-ек, Мотаhар? Нисек була инде, өсөнсө көн генә инеп ултырған өй ҙә, эргәлә генә карауатында хырылдап ятҡан Мотаhар ҙа юҡ булhын, ти?! Ышанып булмай. Ир күҙҙәрен йомдо. Бына ул кире асыр ҙа, яңыраҡ ҡына бар урамды биҙәгән йортто күрер, күтәрмәлә тәмәке көйрәткән хужаhы Әкрәмгә ҡул болғар. Fәҙәтенсә ул сәтәкәй менән баш бармаҡтарын ғына бөкләмәйенсә ҡалдырыр, әйҙә инәйек, тип ымлаған башы ишек яғын күрhәтер. Ләкин...

Әкрәм менән Гөлмәрйәм шым ғына ҡайтты. Һәр ҡайhыhы үҙ уйында. "Ә бит Мотаhарҙы ҡотҡарып була ине, – тип фекер йөрөттө ҡатын. – Моғайын, янғын яйлап сыҡҡандыр. Төтәгәндер, ялҡын телдәре hауаға үрләгәндер? Күрше-тирә бар, яҡындары. Һай, hаңғырауҙар шул беҙ, hуҡырҙар..."

Әкрәмдең күңеле hыҡтай ине: ҡырҡҡа ла етмәй, ҡатын наҙы ла күрмәйенсә китте, йә-әл... Илап ҡалыр балаhы булмауы бер яҡтан яҡшы ла hымаҡ, икенсе яҡтан... "Тыуғанда бәләкәй инем, үлгәндә иҫерек булдым", – тип торор микән тегендә hорау алғанда Мотаhар? Уйлаhаң ҡыҙыҡ та, ҡурҡыныс та. Бынан бер нисә сәғәт элек кенә мин дә шунда барыр инем. Шулай уҡ янып. Айырма нимәлә: тәнең утта янды ни, эс-бауырың утлы hыуҙан ни? Әсәләргә, атайҙарға ауыр. Шуның өсөн тапҡандармы hуң уны, мине, Иректе? Һанай китhә-әң, осона сығырмын тимә. Ҡайhыhы күптән теге донъяла, ҡайhыhы бында тере мәйет...

– Ҡара әле, Гөлмәрйәм, беҙҙең урамдан hуғышта күпме кеше үлде икән дә, хәҙер араҡынан күпме ҡырылды икән?

– Атаҡ! – Ҡатын иренең күҙҙәренә ҡараны. – Нишләп шулай тиhең?

– Беләhеңме, бахмурҙан баш ҡына ауыртмай бит ул, ә hис ҡасан уйлап бирмәгән уйҙар ҙа инеп сыҡҡылай. Әле Мотаhарҙың үлеме шуны уйлата. Тә-әк...

– Ҡәйнәм бит ауылдан етмеш кеше ҡайтманы, урамдан ун ике, ти торғайны...

– Дауай эскәндәрен hанайым әле. Тә-әк, hуғыштан ҡайтып үлгәндәр, ҡартайып киткәндәрҙе иҫләмәйек. – Әкрәм бармаҡтарын бөгә башланы. – Мотаhар – уттан китте, тужы эсеүҙән. Хәниф – аҫылынды. Рәсүл – тужы. Ы-ы... – Бармаҡтар бөгөлдө лә бөгөлдө. Ике ҡулынан ары уҙҙы. – Дә-ә... Әле мин беҙҙең урамдыҡыларҙы ғына hананым. Белгәндәре генә лә ун алты: аҫылынған, атылған, сәнселгән, янды, бахмурҙан, авария! Инә-әңдең башы бит бы-ыл... Уйлап ҡараhаң, барыhы ла оҫталар ине. Һәр ҡайhыhы ауыл өсөн кәрәкле оҫ-та-лар!

Ҡатындың да иҫе китте:

– Бәй, ҡартайып үлгәндәр өсәү генә түгелме hуң? Ә ауыры-ып... Рак менән тик Рәшит кенә. Башҡа ю-уҡ.

– Беләhеңме, бөтәhе лә утыҙ менән илле араhында-а... – Әкрәм телен шартлатты. – Был бит – тотош взвод!

Бына өйҙәре. Ҡайттылар. Икәү. Сөкөрҙәшеп, hөйләшеп. Күптән былай йөрөгәндәре юҡ ине. Ни сәбәп hуң әлегеhенә? Мотаhарҙың үлеме. Һай, тормош, ниңә hуң ҡайhы саҡ кеше ҡайғыhы кемдәрҙелер берләштерә, икенселәрҙе... Ҡуй, тормошҡа hылтанмайыҡ. Бар ауырлыҡ та, мәшәҡәттәр ҙә бит әҙәм балаhының үҙенән килә. Ә был донъяға уларҙы Аллаhы тәғәлә саф көйө ярата.

Ошолай уйланы тупhаны аша атлаған ҡатын.

– Г-гөл-мәрйә-әм...

Ни ҡылана был Әкрәм? Нишләй ул: ағарынды, сайҡала, быуынhы-ыҙ...

– Әк-рә-әм! Ә-әк-рр-рә-әм!!!

...Кузовҡа икеhен бергә hалдылар. Йәшниктә – Мотаhарҙың тәненән ҡалған ағзалар. Уның өҫтөнә аҡ япма, одеал ябылған. Ошо сепрәктәр осоп китмәhен өсөн атаhы Нәҡиулла ҡарт тотоп бара. Аяҡ осонда – ҡустыhы. Ҡаштар емерек, йөҙҙәрҙе hөрөм баҫҡан, күтәрәлмәҫ ҡайғы йөрәктәренә ҡурғаш булып ҡатҡан.

Икенсеhе – Әкрәм. Уның аҫтына ҡалын итеп hалам түшәгәндәр. Сайҡалғанда башы бәрелмәhен тип Гөлмәрйәм уны итәгенә hалған. Өҫтөнә тун япҡандар. Машина hикерткәндә күтәрелеп, эсендә ел уйнамаhын өсөн икенсе ҡулы менән ҡатын ошо тунды тотоп бара. Аҙыраҡ барған hайын тун эсенә ҡулын тығып ҡарай: иренең йөрәге тибеүҙән туҡтамағанмы?

Кабинала – шофер Илhам менән Зилә. Машина hикерткәндә ҡыҙ егеттең беләгенә йәбешкән була. Йылы уларға. Тәгәрмәстәр тәгәрәй. Йомшағыраҡ ҡарға килеп сумhалар, кузовтағыларҙы үсекләп, бер алға, бер артҡа шыжлайҙар ҙа, әсе hыҙғырып, батҡан урынды тағы артта ҡалдыралар.

"Аллаhы Тәғәләм, зинhар өсөн тиҙерәк барып етәйексе, – тип hыҡрай Гөлмәрйәмдең күңеле. – Хәйерен, кесаҙна, йома hайын әбей-hәбейгә саҙаҡаhын илтермен, Ураҙаhын ҡалдырмам. зинhар өсөн..."

Кузовта тағы бер кеше бар – Ирек. Ниңә ултырғандыр, унда береhенең дә эше юҡ. Бәлки, машина эләккәндә үҙ йомошо менән район үҙәгенә китеп баралыр, кем белә инде...

* *

Миңлениса тертләп китте. Ҡулындағы сынаяғы иҙәнгә төшөп ярылды. Эҫе сәй, пар уйнатып, иҙән буйлап юл алды. "Б-бала-ам..."

* *

Яна! Тәҙрәнән ҡап-ҡара булып сыға ла, hауаны иркен hулап, ҡара-ҡыҙыл төҫкә инә, hуңынан ҡайнай башлай, борғолана-борғолана бейеккә күтәрелә. Тағы ҡайнай. Ҡыҙыл-hары, йәшел-күк, әйтеп аңлаталмаҫлыҡ башҡа төҫтәргә буялып түбәлә генә йөҙгөн аҡ болоттарҙы ҡарайта, бүтәндәрен ҡыуа-ҡыуа ҡойроғон әллә ҡайҙарға олаҡтыра. Аждаhа тағы башын Мотаhарҙың өйөнә бора: берсә ул нимәнелер сытырлатып сәйнәй, берсә тешен шаҡылдата, өй ҡыйығына ябылған шифер онтағын шартлата-шартлата алыҫҡа осора. Fаләмде ҡурырлыҡ тынынан өй бүрәнәләре селтәрләнә, уфылдашып ауа...

Ни ғәләмәт, ошо ғәрәсәт эсендә Мотаhар пәйҙә булды. Ул тәүҙә бер, аҙаҡ икенсе күҙен аҡайтты. Әкрәмде быуынhыҙ итте. Ҡараштарын бер нөктәлә туҡтата алмайынса оҙаҡ аҙапланды. Ахыр сиктә, дә-әү аҡ шар-күҙҙәр эсендә ҡара нөктәләр хасил булды ла Әкрәм тирәhен бырауланы. Халыҡ араhынан шундуҡ сырамытты: ауыҙы эсенән ҡанлы hеләгәйе ағып төштө, танауын hыҙғыртып тартты, телен оҙон итеп, килбәтhеҙ сығарҙы ла тештәрен шыҡы-шыҡы килтерҙе:

– Ә-әк-рәм! Һин бит бы-ыл, – тип бармаҡтарын тармаҡландырҙы.

– Ки-ил бын-да-а! Ки-ил!

Ут ялмаған өйҙө hүндерешергә барған Әкрәм, биҙрәhен бер, балтаhын икенсе яҡҡа быраҡтарып, үҙҙәренә табан hыпыртты. Ләкин Мотаhарҙың оҙо-он ҡулы уның артына бына-бына етә яҙа, ҡайнар тыны арҡаhын яндыра, тәнендәге ҡанын, барса шыйыҡсаны ҡайната. Ошо ҡайнарлыҡ боғаҙына етә, ҡоро hауа булып ауыҙ, танау эстәренә тула, тышҡа бәреп сыға.

– Хәҙер, нашатыр үҙ юлын таба ул. Ҡайғырма, аңына килер...

Әкрәмдең бар тәнен йәшен hуҡтымы ни, күҙәнәктәрҙе ниҙер семетте. Тегеләре, этешә-төртөшә, башҡаларын ҡыуаланы.

– Бына әйттем бит. Система ҡуйҙыҡ, бөтәhе лә яҡшы булыр. Шулай бит, герой!

Әкрәм ниҙер аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Яртышар асылған күҙҙәр томан аша ап-аҡҡа төрөнгән, hап-hары сәсле ҡыҙҙы шәйләне. "Йә-ә, Хоҙай, эләккәс эләккәнмен икән ожмахтың үҙенә!" Ҡурғаштай ҡатҡан мейе hырҙары буйлап ошо уй йүгерҙе. "Туҡта-туҡта, ә Ирек, Ирек нишләп йөрөй hуң бында? Ул да, тимәк, ожмахта!"

– Уф-ф, ҡурҡыттың ағай, hин дә Мотаhар артынан китеп бара икән тип торам, – теге ауыҙын йырҙы. – Былай булғас, рәхәтләнеп йәшәйбеҙ әле, ағай! Ауылды көнләштерерлек итеп...

– Нимә ләпелдәйhең ул, Ирек? Мин бер ни аңламайым, ҡайҙа беҙ?

Әлбиттә, был hүҙҙәрҙе әйтергә теле әйләнмәне Әкрәмдең. күңеленән генә шулай тине, күҙҙәрен генә мөлдөрәтте. Ысынлап та, ҡайҙа ул? Уның баш өҫтөндә Иректең шәүләhе бәүелә, тағы әллә кемдәр күренеп-күренеп ҡала. Уң яҡлап ҡара тимер күтәрелгән, уға бер нисә банка, шешә беркетелгән, шуларҙан нәҙек кенә эсәктәр Әкрәмгә табан төшкән. Йә, Хоҙай, был нәмәҫтәкәй ҡулына ҡаҙалған!

– Нимә, герой, аңыңа килдеңме? – Фәрештә пәйҙә булды. Уның йомшаҡ ҡына ҡулдары Әкрәмдең маңлайына ҡағылды. – У-у, тәнең янып бара, температураң юғары әле. Мин хәҙер...

Температура. Тимәк, тимәк, ул – дауаханала! Нисек килеп эләккән дә, ҡасан булған hуң был хәл? Тәк, Айнур килде, мунса... Туҡта, унда эскәндәрме ни? Юҡтыр, hыҡмыр күпте бирмәҫ. Янғын. Эйе, янғын! Гөлмәрйәм. Туҡта, ә ҡайҙа Гөлмәрйәм?

– Гө-өлмәрйәм... Г-гөл...

– Ағай, тыныслан, ул өйҙә. Һине апкилде лә, балнисҡа ҡалдырып, килгән машинала кире ҡайтып китте. Мин hинең менән ҡалдым. Өфөгә апкилделәр беҙҙе hуңынан, – тип аңлатырға тырышты Ирек. – Хәлең насар ине бит. Хәҙер беҙ нарко... Һәй, тел әйләнмәй инде, теге ней, эскелектән дауаланабыҙ. Аңланыңмы инде хәҙер?

– Ә hи-ин hу-уң?

– Ә-ә... Һине бит Мотаhарҙың кәүҙәhе менән бергә hалып апкилделәр. Ҡарап-ҡарап торҙом да, мәйтәм, былай йөрөhәм миңә лә күп ҡалмаған бит тип, ултырҙым да киттем, – Ирек, ғәҙәтенсә, устары менән ботона hуғып алды. – Һине лә бит үлер тигәйнеләр... Бына, Аллаға шөкөр, hушыңа килдең.

– Ни-нисек Мотаhарҙың кәүҙәhе менән? – Әкрәм бер ни иҫләмәй ине.

– Бәй, ул янды бит...

– Ни-нисек янды?

– Өйө-ние менән – вис янды!

Шул саҡ ҡына Әкрәм был ҡот оскос хәлдең төшөндә генә түгел, өндә лә булғанлығын аңланы. Ошо уны тамам фанилыҡҡа алып ҡайтты.

– Ирек, ә беҙ, беҙ ҡасан килдек hуң бында? – тип ыңғырашты ул.

– Өсөнсө көн. Тәүҙә район балнисында ҡундыҡ. Унда hиңә укол ҡаҙауҙары, система ҡуйыуҙары-ы... – Ирек күҙҙәрен йомдо. Устары менән боттарына шапылдатыуға, уларҙы ҙур итеп асып ебәрҙе. – Иҫ китәрлек! Һин hушыңа килдең дә, тағы "тегендә" киттең. Аҙаҡ инде йоҡлатҡандарҙыр, әле саҡ уяндың.

Әкрәм тамам аңына килде. Үҙенең бында ятыуына көйөндө, тынысhыҙланды. Ләкин уға Иректең эргәлә тороуы көс бирҙе, ситтә таяныс эҙләрҙәй кешеhе булыуы күңелен тынысландырҙы. Тәнендә лә еңеллек тойҙо. Шешәнән төшкән hәр тамсы hайын hалҡынлыҡ йүгерҙе, тубалдай башындағы ойошҡан йомғаҡты hүтә барҙы, таратты. Тик бына эсендә еңел йомошо ғына тулышҡандан-тулышты, сыҙамаҫлыҡ итте. Быны hиҙгән Ирек, ҡулдары менән "мин хәҙер" тигән хәрәкәт яhап, күҙ алдынан юғалды. Күп тә үтмәне, теге ҡыҙҙы эйәртеп килеп тә инде.

– Бына, милочка, тәмәке тартырға ине бит әле, – тигән булды ул.

Ҡара hин уны, hарыбашты "милочканан" ғына hалдыра. Ауылдағы Ирек тә тимәҫhең, тип уйланы Әкрәм.

– Ирек, ошо hауыт бушаhын да, төймәhен борорhоң. Һуңынан миңә өндәшерhең, – тип, фәрештә ишек артында юғалды.

... Бер уйлаhаң, hәй, ҡыҙыҡ икән дауаханала ятыуҙары Берәү мәрәкә hөйләй, икенсеhе ысын булған хәл тигән булып алдай, өсөнсөhө башҡа ваҡиғаны шыттыра. Һәр береhе hөйләүсенең себендән дөйә яhап ултырыуын белә, ләкин өндәшмәй, киреhенсә, күршеhе фәстергәндә үҙе менән "булғанын" иҫкә төшөрә, унан да арттырыбыраҡ ебәрергә тырыша. Бында шулай кәрәк. Бигерәк тә бер нисә, улай ғына ла түгел, тиҫтәләрсә йыл айыҡ тормош күрмәй, яңы күҙҙәре асылғандарға, үҙҙәре менән булған иҫереклекте әллә ҡайҙа тороп ҡалған тип иҫәпләүселәргә. Шуға ла хәл-ваҡиғалары гелән ошо тирәлә урала. Әле уларҙың күбеhе, бик күбеhе стенаның теге яғында hаман шул тормош көтөүен белмәй. Һаман әшнәләре тамаҡ хаҡына эшләп йөрөй, hаман үтескә hораша, магазин төптәрен hағалай, hаман уларҙы "алкаш"тан hалдыралар. Дауахананан сыҡҡас бындағыларға ла айыҡ тормош әҙерләп ҡуймағандар. Хәйер, уныhы алда. Ә бында – береhе "капельница" аҫтында иҫереклек менән айныҡлыҡ, үлем менән йәшәү араhында көрәшә, икенселәре – тоҙаҡтан саҡ ысҡынғандар – йөҙҙәрен баҫҡан hаҡал-мыйығын ҡыра, көсләп булhа ла тәүге ҡабым ризыҡ ашарға тырыша, өсөнсөләре – оҙағыраҡ ятҡандары иhә – Ирек менән Әкрәм палатаhына йыйыла. Бында – гөр килешәләр.

Әкрәмдә уйын ҡайғыһы юҡ. Көндөҙөн арлы-бирле йөрөштөрөп, нисек ваҡытын үткәрергә белмәй тегендә-бында һуғыла ла, төнөн уйға сума. Ҡатынын, балаларын күҙ алдынан үткәрә, әсәһе тураһында уйлай. Үкенеү, көрһөнөүҙәр аша хис-тойғоларын йүгертеп, киләсәк хаҡында хыяллана. Тора-бара күңеле тағы бушлыҡҡа табан тәгәрәй, иҫереклектә үткән көндәре бәғерен үтмәҫ бысаҡ менән телгеләй. Һа-ай, күпме михнәт күрһәттең һин яҡындарыңа, тип намыҫы, айыҡ уйҙары осло тырнаҡтары менән күңел-хәтерен йыртҡылай...

Бына тағы уның күҙ алдына балалары килеп баҫты. Улар өсәүләшеп етәкләшкәндәр ҙә, өндәшмәй генә аталарының күҙенә текләгәндәр. Ялбарыулы ҡараштар, һонолған кескәй генә ҡулдар. "Атай, араҡы эсмә бер үк, аҡсаңа кәнфит ал, йәме..." "Атай, минең быймамдың төбө тишелгән..." "Мәктәптә ашханаға аҡса йыялар..." "Атай, ата-ай..."

Әкрәм күҙҙәрен аса. Башын сайҡай. Балалары яйлап, ҡулдарын һонған килеш юҡҡа сыға: "Ата-ай, эс-с-мә-ә... Ата-ай..."

Ах, күпме нужа күрһәтте сабыйҙарына. Бер саҡ шулай "запойға" киткән сағында ҡайтып диванға ауған. Төшләнепме, иҫереклеге тамам етепме, ятҡан ерендә салбарын еүешләгән. Ул саҡта әсәһе лә ауылда ине. Кескәй улы өләсәһенә ниҙер һөйләүенә уянып китте Әкрәм. "Өлә-сәй, ниңә атайым ыстанына бес иткән? Биҙрә ҡуйырға булған, ибет. Быҙау бес итә баслаһа галсук ҡуябыҙ бит", — ти уның төпсөгө Алмаз. Әсәһе ейәненең һүҙен башҡа юҫыҡҡа борорға тырышты. "Бес итмәгән атайыҫ, улым, ана ҡуйынында шешә күренеп торамы, шунан араҡыһы түгелгән. Әйҙә, сығайыҡ, теге өләсәйеңдәргә барып ултырып киләйек", — тип, сабыйҙы кейендереп, ҡоҙағыйҙарына алып сығып китеү яғын ҡараны. Алмаздың сығып китер алдынан әйткән һүҙҙәре Әкрәмдең йөрәген телде: "Өлә-сә-әй, әйҙә атайымдың алаҡыһын алайыҡ та, һыу тултылайыҡ. Һыуҙан иҫелмәй ул..." "Ҡуй, балам, атайыңды асыуландырмайыҡ. Эсер, эсер ҙә, бер заман туҡтар әле. Атайың һәйбәт кеше бит ул, араҡы ғына уны алама күрһәтә", — тине лә әсәһе, уфтанып, ишекте асты.

Төрлө уйҙар инде Әкрәмдең башына. Берсә улар тау hырттары, саҡрымдар аша ауылына табан hуҙылды, берсә йомғаҡҡа уралды, сүкештәй мейеhен төйҙө. Ҡайhы саҡ ҡолағына ауылдаштарының тауышы ишетелеп ҡала, күҙ алдарында йөҙҙәре пәйҙә була. Бына әле лә күңелен иретерҙәй итеп кемдер өндәште hымаҡ: "Әкрәм молодец инде ул, беҙҙең hымаҡ прастуй кеше".

Ирей ҙә китә шул Әкрәм ошо hүҙҙәргә. Уны әйтеүсе яҡын дуҫына, улай ғына ла түгел, туғанына әйләнә. Әй, күңеле шатлана, әйтерhең, ниндәйҙер батырлығы өсөн күкрәгенә миҙал таҡҡандар.

"Прастуй", ябай. Ә нимә hуң ул ябайлыҡ? Ниңә Әкрәмдәр нәҫел-нәсәбе менән ошо төшөнсәне ғүмер буйы hөйрәп килә? Яуабын белә уның: ябайлыҡ – кешелекле булыу, изгелек ҡылыусы hымаҡ ҡабул ителә.

Бәлки, ҡатыны әйтмешләй, ябай түгел, ә "ыштанhыҙ"ҙыр ул? Теге ваҡытты – урманға утынға барғандағыса. Китер алдынан өйҙә үк дүрт мужикка литрҙы кәктеләр ҙә ярты ҡаҙҙы бәрҙеләр. Гөлмәрйәм дә өлтөрәп йөрөй, эше генә барhын. Ултыра торғас, кисләтеп китте. Ярай әле тракторист үҙ кеше, юҡ-юҡта үҙенә лә ярҙам итеп торам, тип уйланы Әкрәм. Барыуын да барҙылар, тик... утындың уға тейгән өлөшө ботаҡ та hатаҡ булып сыҡты. Ә бит диләнкәне ошолар менән бергә киҫкәйнеләр. Тик тағы шул ябайлыҡ: "куб"ҡа өйә башлағайнылар, Айнурға мунсалыҡ кәрәк, икенсеhенең кәртә бағанаhы иҫкергән – таҙа имән hорай, өсөнсөhө аҙбар, hарай нығыта, келәте бөткән... Алhындар, тип уйланы Әкрәм, бүтән ваҡыт уға шулай ҡайтыр. Әлбиттә, "бүтән ваҡыттар" күп булды, тик Әкрәмгә ҡайтманы...

"Беҙҙең заманға бармай кешеләге был сифат", – тине ир үҙ-үҙенә. Кеше ошо изге төшөнсәне аяҡ аҫтына тапаған да эскерhеҙ, ябай әҙәмде алдау яғын ғына ҡарай. Ябайлыҡты йүнhеҙлеккә тиңләй. Ә тегеләре – бер ҡатлылары, башҡаны ла үҙе hымаҡ уйлаусылар – алдана. Гөлкәйе әйтмешләй, ужым быҙауы һымаҡ...

Балалар, әсәһе, ҡатыны йәл. Ҡармаҡ менән булған хәлде оноторлоҡмо һуң? Иҫкә төшә лә, мейеһен быраулап, ирекһеҙҙән, уй-зиһенен ошо ваҡытҡа алып китә.

...Бүлт-бүлт-бүлт. Пүлт-пүлт...

Һырлы стакандың яртыһы булғас, шешә мороно өҫкә күтәрелде. Дыңҡ — төбө өҫтәл уртаһына ултырҙы. Хужаһының бармағы башы тирәләй түңәрәк яһап алды.

— Дә-ә, Гөлкәй, тост әйтәйем әле. Тос тост әйтмәһәң, эскелек була ул, — тине Әкрәм, һүҙенә әллә ниндәй мәғәнә һалырға тырышып. Һуңынан, фәләсүфтәр шикелле, оҙаҡ итеп уйланып ултырҙы. Ниҙер иҫенә төшөрөргә тырышты. Тик хәтер тоғо тишелгәйне. Йүнле нәмә әйтәлмәҫен аңланымы, тиҙерәк ҡулын өткән стаканды түңкәрергә кәрәклеген шайтан ҡолағына шыбырланымы, ҡулын һелтәне. — Әй, ҡатын, бергә йәшәйек әле. Һо-о... Фу-у...

Тәүге мәлдә иренең эскәненә Гөлмәрйәм өндәшмәй торғайны. Шуға ла уфтанып ҡына ҡуйҙы, әле лә аш-һыу менән булашҡан ҡатын танауын сирылтты. Әйтерһең, ире ҡуйынына ҡыҫтырып ҡайтҡан самогон уның уртын яндырып төшкән дә, һаҫыҡ еҫе танау эсен ярып сыҡҡан.

— Уф, Хоҙайым, эсеп үләһең бит. Тышта былай ҙа түҙем торғоһоҙ эҫелек, иш-шу ас ҡарыныңа уттай сәмәй эсәһең...

—Гөлкәй, бергә йәшәйек әле, тинем бит. Минең тос тосты ишетмәнеңме ни? — Әкрәм ҡатынына аҡайып ҡараны.

— Бергә йәшәмәй, кем менән йәшәйем һуң, ҡартыҡайым? — Гөлмәрйәм, ирен яратып, гелән "ҡартыҡайым" тип өндәшә. Был уның иркәләү һүҙе лә ине. — Ана бит, алма кеүек улдарыбыҙ үҫеп килә. Тик һин генә түбән тәгәрәйһең түгелме? Уларға бит айныҡ атай кәрәк. Бөгөнгө заманда...

 

Автор:
Читайте нас: