Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Октябрь 2023, 10:36

Аҡса тота беләһеңме?

СССР-ҙа 90-сы йылдарҙағы көрсөк миҫалынан сығып башлайыҡ.

Аҡса тота беләһеңме?
Аҡса тота беләһеңме?

СССР-ҙа 90-сы йылдарҙағы көрсөк миҫалынан сығып башлайыҡ. Ул ваҡытта үҙәкләштерелгән иҡтисадтан баҙар иҡтисадына күсеү ауыр була. Һөҙөмтәлә иҡтисад ҡапыл төшә. Гиперинфляция, эшһеҙлектең артыуы, валюталарҙың хаҡы төшөүе, финанс пирамидаларҙың барлыҡҡа килеүе һәм халыҡтың аҡса менән эш итә алмауы ил өсөн һәләкәткә әйләнде. Был осор барыһына ла халыҡтың финанс грамоталылығы ни тиклем мөһим булыуын иҫбатланы.

Финанс белеме нимә ул?

Финанс белемдең нимә икәнен ябай миҫал менән генә аңлатып китәбеҙ.
– Артур менән Айтуған икеһе лә Себерҙә эшләй һәм бер үк эш хаҡы ала. Артур аҡсаны ҡулланыу буйынса бүлә: ҡайһылыр өлөшөн һаҡлыҡҡа, бер өлөшөн коммуналь түләүгә һәм көндәлек сығымға. Уның ипотеканан тыш кредиттары һәм бурыстары юҡ. Ҡатмарлы тормош хәлендә егет алдан йыйып барған аҡсаһына иҫәп тота ала.
Айтуған "бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ" тигән уй менән йәшәй. Шуға ла аҡсаны һаҡлап тоторға уйламай ул. Эш хаҡы алғандан һуң, ул блогерҙар реклама яһаған һуңғы модель ноутбук һатып алырға ҡарар итә. Кредитҡа, сөнки ноутбуктың хаҡы Айтуғандың килеменән күпкә юғары. Эш хаҡының бер өлөшө – телевизор һәм телефон өсөн кредиттарҙы ҡаплауға, икенсе өлөшө ҡуртымға алынған фатир өсөн түләүгә һәм ашауға китә. Ә аҡсаның ҡалған өлөшөн ваҡ төйәккә, күңел асыуға йәлләмәй. Һөҙөмтәлә күп тә үтмәй ул дуҫтарынан, бергә эшләгән иптәштәренән аҡса теләнселәй башлай.

Финанс яҡтан нисек белемле булырға?

Үҙ бюджетығыҙҙы нисек алып барырға кәрәклеген белегеҙ. Был – финанс ғилеменең тәүге дәресе, ул һәр кемгә кәрәк. Аҡсағыҙҙы тотоноуҙы, эш хаҡы буйынса пландар төҙөй башлағыҙ, сығымдарҙы контролдә тотоғоҙ. Аҡсағыҙҙың нимәгә сарыф ителеүен банктың ҡушымтаһында ғына ҡарағыҙ. Бюджеттарҙың бушлай шаблондарын интернетта табырға мөмкин. Бында, әйткәндәй, ҡыҫҡа ваҡытлы (йылына) һәм оҙайлы ваҡытҡа (йылдан аҙыраҡ) маҡсаттар ҡуйыу инә.

Кредит рейтингын белешегеҙ

Кредит мәсьәләләре аңлашылмай икән – интернетта дәреслекте асығыҙ һәм займдар тураһында уҡыһағыҙ, кредит рейтингы менән проблемалар тыуыуы ихтимал. Ул һеҙгә кредит бирерҙәрме һәм һеҙгә ниндәй проценттар тәҡдим итеүҙәре хаҡында белешмә бирә. Рейтинг тураһында мәғлүмәттәрҙе махсус дәүләт сервисы йәки банктар аша арттырырға мөмкин. Юғары кредит рейтингы аҡсаларҙы һәр ваҡыт кире ҡайтарған ышаныслы заемсы булыуығыҙҙы аңлатасаҡ. Түбән рейтинг – киреһенсә, ышанысһыҙ. Рейтинг менән бергә отчетты ла ҡарарға мөмкин – ул тикшереүсе органдар һәм кредит ойошмалары өсөн финанстарығыҙҙың ниндәй торошта булыуын күрһәтәсәк.
Һаҡлыҡ иҫәбен асығыҙ

Был инвестиция проектына илткән юлдың тәүге аҙымы. Иҫәп банктың ҡушымтаһында асыла. Уның буйынса ставка вкладҡа ҡарағанда түбәнерәк, ләкин аҡсаны ла теләһә ҡайһы ваҡытта һалып ала алаһығыҙ. Банктарҙың һаҡлыҡ иҫәптәре буйынса тәҡдимдәрен өйрәнегеҙ һәм һеҙҙең өсөн хәүефһеҙ булғанды һайлағыҙ. Һуңынан һеҙ ҡыҙыҡһынып китерһегеҙ һәм инвестиция менән булыша башларһығыҙ – хәҙер үк башларға кәрәк тигән эш түгел. Аңлағыҙ һәм ҡурҡмағыҙ, был алым һеҙгә аҡса килтерәсәк.
"Ҡара көн"гә аҡса һалып барығыҙ. Улар менән сағыштырғанда, күберәк аҡса йыймайынса йәшәү ҡурҡынысыраҡ. Хәүефһеҙлек өсөн финанс мендәре һәр саҡ һеҙҙә булырға тейеш. Хәүефте күрә белергә өйрәнегеҙ: эште юғалтыу, сираттағы көрсөк, яңы инфекция пандемияһы һ.б. Әкренләп йыйып барығыҙ, эш хаҡынан күпме алып ҡала алаһығыҙ, әгәр был сумма 5–10 проценттан ашмаһа ла. Сығымдарҙы кәметегеҙ, кәрәкмәгән нәмәләргә аҡса түкмәгеҙ.

Финанс грамоталылыҡҡа тест

Аҡса мәсьәләһендә үҙ белемеңде, түбәндәге һорауҙарға дөрөҫ яуап биреп, баһаларға мөмкин:
1. Сығымдарҙы һәм килемдәрҙе иҫәпкә алыу һеҙҙең өсөн ғәҙәти хәлме?
2. Бурысты һәм йөкләмәләрҙе ҡыҫҡартыу өсөн ниҙер ҡабул итәһегеҙме?
3. Һеҙгә табыш бер генә ерҙән киләме?
4. Әгәр берәй хәлгә тарыһағыҙ, яҡындарығыҙға матди ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәйенсә, уны үҙегеҙ генә йырып сыға алырһығыҙмы?
5. Табышығыҙҙың айлыҡ килеме сығымдарҙан күберәкме?
6. Ярты йыл эсендә күпме аҡса тотонғанығыҙҙы беләһегеҙме?
7. Һалым ҡайтармалары менән файҙаланаһығыҙмы?
8. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе бер ҡасан да тотҡарламайһығыҙмы?
9.Страховкалауҙан инвестицияларҙың нимәһе менән айырылып тороуын беләһегеҙме?
10. Страховкалау функцияларын һәм мәсьәләләрен аңлайһығыҙмы?
Һәр ыңғай яуап өсөн 1 балл ҡуйығыҙ. Ни тиклем күберәк балл йыяһығыҙ, финанс белемегеҙ шул тиклем юғары. Һөҙөмтә 4-тән кәм булһа – насар, ләкин уны төҙәтергә мөмкин.
Эшләп тапҡан хәләл аҡсаңды дөрөҫ итеп тотона белеү һәр кеше өсөн мөһим. Юҡҡа ғына халыҡта "бәрәкәтле булһын" тип әйтмәгәндәр.

Аҡсаң булһын тиһәң...

Эшләп байып булһа, ат байыр ине, шулаймы? Һуңғы хәлдәргә бәйле күптәребеҙ байлыҡ тураһында түгел, аҡсаларҙы еткереү тураһында уйланалар. Был йәһәттән беҙ һеҙгә бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
Бурысты алһағыҙ, уны ваҡлап бирегеҙ. Аҡса биреп торған кешегә был оҡшамаҫ инде. Тик бурысты бүлеп биреү байлыҡ килтерә тигән һынамыш бар.
Аҡса янсығы бүләк итһәгеҙ, тимер аҡса һалып бирегеҙ.
Аҡса булһын тиһәгеҙ, теләнселәргә саҙаҡа бирегеҙ.
Эш хаҡын алған көндө үк тотонмағыҙ. Икенсе көнгә тиклем булһа ла өйөгөҙҙә ҡунһын.
Ғәҙел булмаған юл менән табылған аҡса ҡайғы килтерә.
Ҡиммәтле материалдан эшләгән аҡса янсығы байлыҡ килтерә.
Аҡса янсығына ҡағыҙ аҡсаны алғы яғы менән теҙеп барығыҙ. Серия номеры яҙылған яғы – аҡсаның алғы яғы, йәғни йөҙө була.
Кемгә лә булһа гөл, ағас йәки хайуан биргәндә, бер аҙ ғына булһа ла аҡса алығыҙ.
Магазинда ҡайтарып биргән аҡсаны тиненә ҡәҙәр һанап алығыҙ. аҡса һанағанды ярата.
Аҡсаны һул ҡул менән алығыҙ, уң ҡул менән бирегеҙ.
Кеҫәләрегеҙ тишек булһа, тегеп ҡуйығыҙ. Тишек кеҫә – хәйерселек өҫтәй.
Аҡсаның ҡайҙан килгәнен һәм ҡайҙа киткәнен теүәл аңларға кәрәк. Ваҡ аҡсаларға битараф булмағыҙ.
Аҡса кәрәк һәм файҙалы әйберҙәргә китергә тейеш.
Аҡсаң күп булғас, һин нисек йәшәрһең? Үҙеңде нисек хис итерһең? Был һорауҙарға теүәл яуап белегеҙ һәм күҙ алдына килтерегеҙ.
Урамда табылған һәм хатта йыуылған аҡсаның да ҡәҙерен белегеҙ.
Аҡса ул купюралар һәм тәңкәләр. Һирәк кенә булһа ла картанан алып янсығығыҙға һалып тороғоҙ.
Байлыҡ бөгөн һиндә ҡунаҡ, иртәгә – миндә, ти халыҡ мәҡәле. Ә бер генә ерҙә торһа, ҡунаҡ ҡунаҡ булыуҙан туҡтай. Шуға күрә "ҡунаҡ"ты гел үҙегеҙҙә тотмағыҙ, башҡалар ҙа уны һағынып көтә бит.

Айнур АҠЫЛОВ.

Автор:
Читайте нас: