Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Декабрь 2023, 20:20

Ике йыл хеҙмәт итербеҙме?

Дәүләт Думаһының бер юлы ике депутаты хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы яңы тәҡдим менән сыҡты.

Ике йыл хеҙмәт итербеҙме?
Ике йыл хеҙмәт итербеҙме?

Хәрби хеҙмәт срогы артырмы? Дәүләт Думаһының бер юлы ике депутаты хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы яңы тәҡдим менән сыҡты. Андрей Горулев һәм Виктор Соболев хәрби хеҙмәт срогын бер йылдан ике йылға арттырырға кәрәк, тип һанай. Улар фекеренсә, һалдаттар  беренсе ярты йылда өйрәнһә, ә ҡалған 1,5 йылда хәрби ғәскәрҙәр сафында хеҙмәт итергә тейеш. Был Рәсәйҙең ысынлап та ла "көрәшә алыу көсөн" арттырыр ине, тип әйтә парламент вәкилдәре. Илдең Оборона министрлығы иһә хәрби хеҙмәткә алыу өсөн сәләмәтлеккә бәйле булған талаптарҙы үҙгәртергә тәҡдим итә. Инициативалар хәрби хеҙмәтте тәьмин итеү өсөн сәләмәтлегендә артыҡ мөһим булмаған кәмселекле ир-аттарҙы армияға ҡабул итеү тураһында һүҙ бара. Билдәле булыуынса, 1 декабрҙә Президент Владимир Путин армия сафтарын тағы 170 меңгә арттырып, 2 209 130 кешегә еткерергә тигән ҡарарҙы имзаланы. Махсус хәрби операция башланғансы ил армияһы 1 013 628 кешенән ғибәрәт ине. Оборона министрлығы штат контракт хеҙмәте үтәүселәр иҫәбенә артасаҡ, мобилизацияның яңы тулҡыны булмаясаҡ, тип иҫкәртә.

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас: