Шоңҡар
-4 °С
Облачно
Иҡтисад
17 Февраля 2024, 11:15

Яугирҙың исеме мәңгеләштерелде

Динар Байрас улы  илебеҙ именлеге, беҙҙең тыныс һәм бәхетле тормош өсөн башын һалған ҡаһарман яугир. Ул  хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены һәм "М.Шайморатов" миҙалы менән наградланды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугирҙың исеме мәңгеләштерелдеЯугирҙың исеме мәңгеләштерелде
Яугирҙың исеме мәңгеләштерелде

Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған  Динар  Билаловҡа ул уҡыған Атингән мәктәбендә мемориаль таҡтаташ асылды.

Сарала Хәйбулла район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты  И. Сәлихов, Атингән ауыл биләмәһе башлығы А.Юнысов, яугирҙың әсәһе, ҡатыны, туғандары, ауылдаштары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Мемориаль таҡтаташ асылғандан һуң сарала ҡатнашыусылар Динар Билаловты һәм һәләк булған барлыҡ  яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Динар Байрас улы  илебеҙ именлеге, беҙҙең тыныс һәм бәхетле тормош өсөн башын һалған ҡаһарман яугир. Ул  хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены һәм "М.Шайморатов" миҙалы менән наградланды. 

Рәзилә Байғусҡарова.

"Хәйбулла хәбәрҙәре"

 

 

Автор:
Читайте нас