Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Иҡтисад
24 Март 2024, 07:50

АҒАРТЫЛЫР ЮЛДАР Хикәйә Мирас ИҘЕЛБАЕВ

Күңелемдән бер йыр бөгөн китмәй ҙә китмәй. Иртәнсәк радионан ишетеп ҡалғайным. Көн буйы ҡолаҡ төбөмдә яңғырап тик торҙо. Бәләкәй саҡтан уҡ ишеткәнем бар ине уны, әсәйем йырлағайны. Әле ошо йыр шул көндө хәтерләтеп, бала саҡ менән бөгөнгөнө бергә ҡушып, ус төбөнә һалып ҡарарлыҡ бер мәлгә әйләндерҙе лә күңелде толҡаһыҙ һағышҡа батырҙы.

АҒАРТЫЛЫР ЮЛДАР        Хикәйә Мирас ИҘЕЛБАЕВАҒАРТЫЛЫР ЮЛДАР        Хикәйә Мирас ИҘЕЛБАЕВ
АҒАРТЫЛЫР ЮЛДАР Хикәйә Мирас ИҘЕЛБАЕВ

Күңелемдән бер йыр бөгөн китмәй ҙә китмәй. Иртәнсәк радионан ишетеп ҡалғайным. Көн буйы ҡолаҡ төбөмдә яңғырап тик торҙо. Бәләкәй саҡтан уҡ ишеткәнем бар ине уны, әсәйем йырлағайны. Әле ошо йыр шул көндө хәтерләтеп, бала саҡ менән бөгөнгөнө бергә ҡушып, ус төбөнә һалып ҡарарлыҡ бер мәлгә әйләндерҙе лә күңелде толҡаһыҙ һағышҡа батырҙы.

Яратҡан эшем менән хушлашам бөгөн.  Урынбаҫар иртәнсәк  кабинетына саҡыртып алды. Һоро ялтыр полировкалы өҫтәл артындағы йомшаҡ креслоһына ҡалҡайып ултырып, күҙлек аҫтынан бер генә ҡараш ташланы ла танау эсенән мығырҙаны:

– Ғариза яҙ, егет.

Тәүҙә аңламаным. Ниндәй ғариза һуң ул? Бындай осраҡта кешеләрҙән аңлатма ҡағыҙы яҙҙырып ала торғайнылар ҙа баһа.

– Ғариза?

– Эйе. Үҙең белеп тораһың бит, өмөттө аҡлай алманың.

Шаярталыр, тинем. Ғәбит Ғәлимовичтың етди һөйләп шаярта торған ғәҙәте бар.

– Ғәбит Ғәлимович?..

Шаяртҡанда ул күҙгә туп-тура ҡарай торғайны. Әле турайып ултырып, өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙарға текәлеп яуап бирҙе:

– Үҙ теләгем менән эштән сығам, тип яҙ. Риза түгелһең икән –33-сө статья. Местком яҡлар, тип өмөт итмә.

– Ғәбит Ғәлимович?..

– Бөгөн үк яҙып индер. Бер ай эшләй алаһың әле. Шул ваҡыт эсендә яңы урын эҙләрһең.

Ғәбит Ғәлимович, һүҙ бөткәнен белдереп, ҡағыҙҙарына сумды.

Кабинеттан сыҡҡанда, күҙем томаланғайны. Урынбаҫарҙың ҡабул итеү бүлмәһендә Самираны ла күрмәнем. Репродукторҙан әлеге йыр яңғырай ине. Бер генә куплетын ишетеп ҡалдым.

Мин бәләкәй саҡта ауылда бер генә йортта радиоалғыс бар ине. Ул йорттоң кешеләре миңә, нисектер, айырым, ауылдаштар яҡын юлай алмаҫлыҡ үҙенә башҡа ғаилә һымаҡ тойола торғайны. Тәҙрә аша күренеп ултырған тере тауышлы дүрткел һөйәк ҡумталары менән маҡтанғандай, эргә-тирәгә ишетелерлек итеп һөйләтеп ҡуялар. Сыйырсыҡ ояларының оҙон ҡолғаларынан ике-өс тапҡыр бейеккә үрелгән антенна бағанаһы ла, «беҙҙең радио бар» тип хәбәр һалғандай, әллә ҡайҙан күренеп тора.

Йәйҙең сыуаҡ бер көнөндә, урамдан күңелемә туп-тулы итеп ҡыуаныс һалып алып ҡайтып, әсәйем менән бүлештем:

– Әсәй, мин радио тыңланым! Яңы ғына!

Минең менән бергә шатланырмы, тип көткән әсәйем әрләй башланы:

– Өйҙәренә инепме? Шул өҫ-башың менән, оялмайынса...

– Инмәнем бит унда, тәҙрә аша ишеттем. Баҡсаларының рәшәткәһе эргәһендә торҙом.

Әсәйем һүрелә төштө.

– Унда ла барып йөрөмә икенсе.

– Әсәй, ни тип һөйләй икән ул радио?

– Тыңлап ҡайтҡанһың да баһа, ни һөйләй һуң?

– Эй, унда аңлашылмай бит. Әллә нимәһе тыжылдап тик тора.

Инде әсәйем арҡамдан тупылдатып һөйәп алды.

– Донъялағы төрлө хәлдәрҙе һөйләй, улым.

– Ҡайҙан һөйләй? Уны ҡайҙан белә?

– Өфөнән, Мәскәүҙән һөйләй. Беләләрҙер инде, ҙур ер бит.

– Унда һөйләгән тауыш нисек килеп етә?

– Етә инде, еткерергә теләгәс.

– Ә нишләп еткерергә теләйҙәр икән?

– Эй, Алла, – тип көрһөнөп, мине үҙенең алдына ултыртты әсәйем.–  Бер башлаһаң, ыҫмала кеүекһең. Кем генә булып үҫерһең инде, балам. Нишләп теләйҙәр, тиһеңме? Донъялағы хәлдәрҙе беҙ белеп торһон, тип. Гел һөйләп кенә тормай, йырлап та ебәрә ул радио.

– Ә нимә тип йырлай?

Әсәйем рәхәтләнеп көлдө. Ул, мине һаман алдында ултыртҡан килеш, шырт сәстәремде һыйпап, бер аҙ уйланып алды:

– Бына ошолай тип:

Йырлай-йырлай керҙәр сайҡап эләм,

Улым, әйҙә, кейеп һөйөнһөн.

Ул һәр ваҡыт таҙа кейем менән,

Һәйбәт кәйеф менән, йөрөһөн.

Әсә өсөн тиңһеҙ оло бәхет

Балалар тип йәшәү, йәп атып.

Мөмкин булһа, ғүмер юлыңды ла

Ҡуйыр инем алдан ағартып.

– Һин быны ысын ишеттеңме, әсәй?

– Ишеттем, балам, ишеттем.

– Ҡасан?

– Яңыраҡ. Һинең өҫтөңдө йыуырға һыу йылытыр өсөн уларға ҡуҙ алырға ингәйнем. Радиолары шулай тип йырлап торасы. Үҙем дә хайран ҡалдым.

– Юлды ағартып булмай ҙа инде. Ҡар яумайынса...

– Була шул, улым.

– Нисек?

– Етәр инде, бөтәһен бер юлы белергә тырышма. Үҫкәс, үҙең аңларһың...

Ошо йыр бөгөн күңелемде һағышҡа манды. Тап бөгөн тапшырыуҙарын әйт әле һин уның!

Нишләп былай килеп сыҡты һуң? Кем ғәйепле? Быраулаусы Шәрифуллинмы? Уның ни ҡыҫылышы бар? Улайһа, нимәлә һуң үҙемдең ғәйебем?

Ғәбит Ғәлимовичтан сыҡҡас, оҙон ҡараңғы коридорҙа тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, йә бүлмәмдә тораташ кеүек ҡатып ултырып, һуңғы бер йыл ғүмеремдең айырыуса иҫтәлекле көндәрен ҡабат-ҡабат күҙ алдымдан үткәрҙем.

Хыялыма тоғролоғомдо юғалтҡанмын бит мин. Бөтөнләй һиҙелмәҫтән башланды. Ләкин иң тәүге көнөн бөгөнгөләй хәтерләйем.

Ике-өс ай эшләгәс, ураҡтың иң ҡыҙған мәлендә, командировкаға өлкән хәбәрсе Мәжит Мөхәмәтов менән бергә ебәрҙеләр. Аҙна эсендә өс-дүрт районды урап сыҡтыҡ. Юлда уҡ телефон аша әллә күпме хәбәр бирҙек. Йылдам, һәләт эшләнек. Мәжит ағайҙың үтә йылғырлығына хатта хәтерем ҡалды. Кәрәкле кешеләрҙең әйтер һүҙҙәрен алдан төҙөлгән текст буйынса магнитофон таҫмаһына яҙҙырып ала ла, бүтән бер ниндәй мәғлүмәт һорап-нитеп тормай, артабан саба. Әҙерләгән материалының ҡалған өлөшөн тотош үҙенән тултыра.

Иң аҙаҡҡы хужалыҡта мин алдынғы комбайнсы тураһында яҙырға тейеш инем. Очерк геройы менән көнө буйы һөйләштем. Баҫыуҙа бергә йөрөнөк, эшләгән мәлен күрҙем. Кис өйгә ҡайтҡас, күҙ бәйләнгәнсе ултырҙыҡ. Мәжит ағай ҡабаланып, утҡа баҫҡан бесәй кеүек йөрөнө:

– Тәки көндө юғалттырҙың бит, малай. Ун биш минутлыҡ эште күпмегә һуҙаһың. – Көн эсендә ике-өс тапҡыр күреп, тағы әрләп китте: – Бөгөн бөтәһеңме һин, әллә юрамал ныҡышаһыңмы?

Ни тип яуап бирәйем? Очеркка мәғлүмәт алып бөтөлмәгән. Материал ысынлап та ауыр һәм оҙаҡ алынды. Мин барыбер Мәжит Мөхәмәтовтың анһат юлына баҫманым.

Мәжит ағай менән сыҡҡанға тиклем командировкаларҙа биш-алты тапҡыр булып өлгөргәйнем инде. Арттан берәү ҙә ҡыумағас, кинәнеп йөрөй торғайным. Муйындан материал алып ҡайта инем. Июнь башында ураҡҡа әҙерлек барышы хаҡында рейд үткәрергә ебәргәйнеләр. Юлға китапхананан агрономия буйынса брошюралар алып, уҡып барҙым. Әмәлгә ҡалғандай, гәзиттәрҙә партия Өлкә Комитетының ошо хаҡта ҡарары баҫылғайны. Ентекләп танышып сыҡтым. Районға килеп, хужалыҡтар буйлап йөрөгәндә еңел булды. Ҡайһы колхозда ни эшләнгән, нимә әҙер түгел – асыҡ күренеп тора. Ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙә үҙҙәре ғәйепле. Үҙҙәре генә осона сығырға ҡөҙрәттәре етмәҫтәй етешһеҙлектәр ҙә бар. Рейд үткәрешергә ярҙам иткән иптәштәрҙең береһе район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы ине. Йөрөй торғас, ул минән:

– Һеҙ үҙегеҙ ҙә агрономмы әллә?– тип һораны.

Миңә, яңы эш башлаған хәбәрсегә, шунан да ҙур ҡеүәтләү һүҙе кәрәкмәй ине.

Бер аҙнанан кҡнбяҡ район ауылдарындағы төҙөлөш майҙандарынан репортаж алдым. Уңыштары менән бер юлы  тотҡарлыҡтары ла аяҡ аҫты тулы икән. Төрлөһө бар. Йә подрядсы килешеү шарттарын тупаҫ боҙа, йә ауыл етәкселәре, хужалыҡ ысулы менән төҙөйбөҙ тип, билдәләнгән ваҡыт  артынан ҡыуып, ҡоторған хаҡҡа ситтән килгән кешеләрҙе яллай, ә үҙҙәренең типһә тимер өҙөрҙәй ирҙәре эшһеҙ йөрөй. Минең репортаж тоҙло-боросло булып сыҡты. Райондың коммуналь-төҙөлөш бүлегендә таныш һорауҙы бирҙеләр:

– Үҙегеҙ төҙөлөштә эшләгәйнегеҙме әллә?

Был юлы ғәжәпләнмәнем. Командировканың ошо өс көнөн тотош төҙөлөш донъяһы менән йәшәнем бит. Шундайыраҡ һорауҙарҙы аҙаҡ та ишеткеләнем. Ҡолаҡ уға яйлап күнекте. Ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлгегенең  өлкән  мөхәррире Әхмәт ағай Мырҙағолов эшкә алғанда уҡ, хәбәрсе һәр өлкәлә белгес булырға тейеш, тип аңлатҡайны. Өс-дүрт тәжрибәле хәбәрсенең исемен атап:

– Ана, шул ағайҙарыңдан өлгө алырға тырыш, – тигәйне.

Ысынлап та, Ғәбит Ғәлимович сәғәттәр буйы һуҙған «биш минутлыҡ» һөйләшеүҙәрҙә уларҙың материалдары көн һайын тиерлек маҡталды. Әхмәт ағайҙың үҙенең тапшырыуҙары ла бик оҡшай миңә. Баштағы бер-ике генә һүҙе ҡолағыңа салынып ҡалһа, радиоалғыстан айырылмай, аҙаҡҡа тиклем тыңлап бөткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың.

Эфирҙа өҫтән-мөҫтән эшләнгән, ҡолаҡҡа ятышһыҙ тапшырыуҙар ҙа йыш яңғырай. Ғәбит Ғәлимовичтың үҙенекеләре лә әллә ни түгел. Райондарға сыҡҡанын күрмәһәм дә, очерктары, репортаждары ара-тирә ишетелгеләй. Шундай көндәрҙә нишләптер Мәжит Мөхәмәтов, уның кабинет ишеген яптырмай, бер инеп, бер сығып йөрөнө.

Минең өсөн бик серле кеше ине ул Ғәбит Ғәлимович. Уның ҡыҙыҡ ҡына бер ғәҙәтен абайланым. Эш сәғәте бөтөп, халыҡ таралыша башлағас, тота ла берәйһен кабинетына саҡырта. Был һис тә ғәжәп тойолмаҫ ине, ләкин Самира ауыҙынан ишеткән бер хәбәрҙән һуң аптыраным да ҡуйҙым.

Секретарь-машинистка Самираға – мәктәптән һуң бер йыллыҡ курс бөтөрөп, минән саҡ ҡына алдараҡ эшләй башлаған ҡыҙға – радиола һоҡланмаған егет-елән, ир-ат юҡтыр. Үҙе лә бик илгәҙәк. Һәр береһенең маҡтауын йылмайыуһыҙ, шаян яуапһыҙ ҡалдырмай. Мәктәп ҡыңғырауы кеүек көмөш яңғырауыҡлы тауышы үҙенең бүлмәһенә йәм, ҡот өҫтәп, әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Ә мин уға бер ҡасан да шаярып йәки комплимент өсөн генә һүҙ ҡушманым. Радиоға тәү ҡат аяҡ баҫып, Ғәбит Ғәлимович янына инергә торғанда уҡ күреп, оҡшаттым да ҡуйҙым, йомошом төшһә, һәр ваҡыт тартынып һөйләшәм. Етди мөнәсәбәтемде һиҙгәнмелер, юҡмылыр – ул үҙе лә миңә бүтәнсәрәк ҡарай. Башҡаларға йәлләмәгән төртмә һүҙҙәрен миңә ысҡындырмай, яңғырауыҡлы көмөш тауыш урынына баҫалҡы, яғымлы итеп өндәшә. Эшләй башлауыма ярты йыл самаһы үтеүгә, бөтөнләй яҡынайҙыҡ. Бергә урамда йөрөргә сыҡҡыланыҡ, киноларға барҙыҡ. Үҙ итеп, уйҙарын уртаҡлашты. Яңы йыл алды көндәрендәге бер кистә ябалаҡлап уйсан ғына эре ҡар яуған йылы урам буйлап оҙаҡ айырылыша алмай йөрөнөк.

– Иртәгә тағы командировка...– тинем мин, һуҙып.

– Аҡ юл һиңә. Уңышлы йөрөп ҡайт. Мин һағынып көтөп торормон.

– Аҡ юл... Рәхмәт, Самира. Ҡәҙерле һүҙемде әйттең. Әсәйем дә миңә уҡырға киткәндә гел аҡ юл теләп ҡала торғайны, йыры ла бар әле уның. Беләһеңме, мин уны бәләкәй саҡта уҡ радионан отоп алғайным.

Һүҙҙәрен әйтеп бирҙем. Оҡшатты. Ошонан һуң мин командировкаларға йыйынған һайын, танытманы ҡулыма тапшырғанда аҡ юл теләп ҡалды. Уның фатихаһы миңә эшемде аҡ һәм хаҡ, еңел һәм ғәҙел үтәргә ярҙам итте. Юлдан ҡайтып төшөү менән, уның янына йүгерҙем. Кистәрен өйөнә оҙатып ҡуйҙым.

Ә бер, көн Самира бик моңһоу ине. Оҙата сыҡҡас, байтаҡ өндәшмәй барҙы. Айырылышыр мәлдә генә теле асылды.

– Үткән аҙнала, һин командировкала саҡта, ғәжәп бер хәл булып алды әле, – тип ауыҙ сите менән, үҙ алдына көлөмһөрәп, башлаған һүҙен артабан әйтергә уңайһыҙланып ҡалды Самира.

– Ниндәй хәл һуң?– йөрәгем ниҙер һиҙенеп, жыулап китте.

– Булды инде шунда. Әле һаман осона сыға алмай, ҡаңғырып йөрөйөм.

– Һөйлә һуң. Осона икәүләп сығырбыҙ.

– Икәүләп? – Самира серле итеп ауыҙ ситен тағы ҡыйшайта биреберәк ҡуйҙы. – Ул көндө Ғәбит Ғәлимович, кабинетына инеп барышлай, минең эргәмә үк килде лә, эйелеп, әкрен генә шыбырҙайсы: «Бөгөн әҙерәк һуңлабыраҡ ҡайтырһың, Самира, эш бар», – ти. Эштән һуң көтөп ултырам, ултырам. Халыҡ таралып бөттө, ете тулды. Инде был йомошон онотҡандыр, тип ҡайтырға йыйынып ҡына бөткәйнем, ҡыңғырау биреп саҡыртып алды. Яҙышып ултыра ине, миңә ымлап ҡына өҫтәл ҡаршыһындағы креслоны күрһәтте. Ситенә генә ултырҙым да йомошон әйтерен көтә башланым. Ә ул яҙышып тик ултыра. Ышанаһыңмы, сәғәттән ашыу көттөм. Уңайһыҙ була башланы. Шым ғына сығып китергә уйланым. Ҡуҙғалғайным, Ғәбит Ғәлимович бер һүҙ ҙә өндәшмәне, башын ҡалҡытып, күҙлек аҫтынан әллә нисек яман итеп ҡараны, ҡурҡыуымдан тертләп киттем. Беләһеңме, әллә ниндәй ҡараш бит ул – ниндәйҙер үсле киҫәтеү һымаҡ. Һаман онота алмайым.

Самираның һөйләү ҡиәфәтенән шомло, ҡурҡыныс хәбәр көтөргә әҙерләнеп тә, быны ғына ишеткәс, күңелем еңеләйеп ҡалды.

– Шул ғынамы? Эй, ҡуй әле, юҡҡа өҙгөләнмә. Бер ҡарағанына иҫең киткән икән.

Һүҙҙәрем Самираның ҡолағына инмәне. Ул аҙаҡ та төшөнкө йөрөнө. Тиҙҙән был ҡараштың зәһәрен мин дә татыным.

Аҙнаһына бер тапҡыр бөтә коллектив менән йыйылып, ете көнлөк тапшырыуҙар хаҡында һөйләшеп, бер-беребеҙҙе маҡташып йә теткеләшеп алабыҙ. Тәүге айҙарҙа гел тыңлап ҡына ултыра торғайным. Тора-бара, минең дә телем сыға башланы. Мәжит Мөхәмәтовтың, гонорар артынан ҡыуып, тапшырыуҙарҙы еңел-елпе әҙерләп, көн һайын тиерлек эфирға осороуын күрә-күрә, йән көйөп тора ине. Уның күпселек материалдарының ҡолаҡҡа ятышһыҙ уйҙырмаларҙан яһалыуын әйттем дә бирҙем. Бындай тапшырыуҙарҙың файҙаһы аҙ икәнен иҫбатларға тырыштым. Халыҡты тәрбиәләй торған ошондай изге урында эшләйбеҙ икән, иң тәүҙә үҙебеҙ талапсан булырға тейешбеҙ, тип һүҙемде бөтөрҙөм. Шәп һөйләнем һымаҡ. Тик һис кем иғтибарға алманы. Минән һуң һүҙ алған кеше, сығышымды ботөнләй ишетмәгәндәй, икенсе мәсьәләгә төшөп китте. Унан аҙаҡ һөйләүселәр ҙә был мәсьәләгә әйләнеп ҡайтманы. Мине әллә бер ҡатлыға һананылар, әллә нимәнәндер өрктөләр.

Һөйләшеүҙән һуң, инде эшкә сумдым тигәндә генә, Ғәбит Ғәлимович саҡыртып алды.

– Шәп эшләй башлағанһың, егет, – тине ул, күҙлек өҫтөнән туп-тура ҡарап. – Һуңғы ваҡытта һине, ысын, танырлыҡ түгел. Бик тиҙ өйрәндең, шәп!

Бүтәнсә булыуы мөмкин түгелен, артабан тағы ла нығыраҡ тырышырға тейешлегемде әйтергә теләп, ауыҙымды ғына асҡайным, ҡарашының ҡапыл үҙгәреп, асыулы, ҡурҡыныс осҡон менән ҡабыныуын күреп, аптырап киттем. Уның тауышына ла тап ошо ҡарашындағы кеүек зәһәрлек ҡушылғайны.

– Бына был стеналар эсендә егерме йыл эшләгән ағайҙарыңдан да шәберәк булмаҡсыһың. Әллә ҡайҙарға уҙып китә күрмә. Аңланыңмы?.

Аңламаным. Кабинеттан иҫем китеп сыҡтым. Ғәйепләрлек ни ҡылдым? Ғәҙел сығыш яһаным да баһа. Етәксе кеше лә ғәҙеллекте күрмәһә, яҡламаһа, кем күрергә тейеш?

Ҡабул итеү бүлмәһендә яҙыу машинкаһы артында ултырған Самира хәлемде үтә күргәндәй оҙатып ҡалды, Уға ла һүҙ ҡушманым. Буталған баш менән ҡабат эшкә ултырҙым. Быға тиклем ике һүҙҙең береһендә «туған» да «туған» тип йөрөгән Мәжит ағай ҙа, тап Ғәбит Ғәлимович кеүек, күҙен алартып бер ҡарап ҡуйҙы ла өндәшмәҫ булды. Бынан һуң уның ҡулы аша үтә торған материалдарым йә өтөк себеш кеүек туналды, йә эфирға бөтөнләй сыға алманы.

Аҙмы-күпме ваҡыттан һуң Әхмәт ағай Мырҙағолов үҙенә саҡыртты. Маңлайының танау тапҡырына арҡыры йыйырсыҡ яһап, уйсан күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк һораны:

– Йә, нисек, өйрәнеп буламы эшкә?

«Әллә» тигәнде белдереп, яурын һелктем. Ул миңә баштан-аяҡ һынаулы күҙ йөрөтөп сыҡты ла, бер аҙҙан:

– Материалдарыңа ҡарағанда, эшең шәп,  афарин, – тине.

Быныһы ла шаяртыуҙан башланымы, тип ҡапыл күтәрелеп ҡараным. Юҡ, күҙ ҡараштары етди, тауышы яғымлы ине.

– Тапшырыуҙарыңдағы ентеклелек, ныҡышмаллыҡ оҡшай. Әлегә бер һүҙем дә юҡ, шулай дауам ит... – Әхмәт ағай тауышын баҫыбыраҡ дауам итте: – Тик бына... коллективҡа ла өйрәнергә ваҡыт. Бөтә нәмә бында һин уйлағанса бер ҡатлы түгел. Күҙеңде асыбыраҡ ҡарап йөрө. Кемдең кем икәнен үҙең күреп, танып өйрән. Ғәҙеллек һағын вазифаларҙан ғына эҙләмә.

Ул тоноҡ тауыш менән яй ғына һөйләй бирҙе. Мин ара-тирә баш ҡағып, үҙемсә һығымталар яһап ултырҙым.

– Ҡатмарлы кешеләр түгел, ҡатмарлы мөнәсәбәттәр ҙә күреп өйрән. Бында ғына түгел, командировкаларҙа ла. әммә аптыранып ҡалма. Иң мөһиме – шарттарға яраҡлашырға тырышма. Ана, сығышыңда бик шәп әйттең – үҙ-үҙеңә талапсан бул.

Әхмәт Мырҙағоловтың кабинетынан еңел һулап сыҡтым. Һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙең коллективтағы кешеләр менән йүнләп һөйләшкән дә юҡ ине. Үҙем башлап аралашмағас, улар ҙа һүҙ ҡушып, хәбәр уртаҡлашып барманы. Уйҙарымды, кисерештәремде берәү генә ярты һүҙҙән аңлап торҙо, Самира... Минән дүрт-биш йәшкә кесерәк булһа ла, аҡыллылығына, итәғәтлелегенә һоҡланып туйғыһыҙ. Ошо өс ҡатлы ҙур бина эсендә ҡарбуз тостары кеүек мыжғып торған ир-ат халҡы араһынан мине генә үҙ итеүенә ғорурланып бөтә алманым.

Бергә йөрөргә сыҡҡанда йыш ҡына коллектив хәлдәре тураһында ла һөйләшеп алғыланыҡ. Бер көн эштән һуң яҙғы ҡар һыуҙары эркелеп ятҡан асфальт тротуарҙан яй ғына атлап киттек. Киске уттар яҡтылығында Самираның тулған айҙай нурланған түңәрәк йөҙөнә, осҡонло ҡара күҙҙәренә һоҡланып, нескә биленең йоҡа пальто аша ҡулыма килеп тойолған рәхәт йылыһына иреп, мин уның һүҙҙәрен иғтибарһыҙыраҡ тыңлағанмын икән.

– Ишетмәнеңме ни?– тине ул, мине уятырға теләгәндәй, ҡыңғырау тауышын күтәрә биреп.

– Ишеттем, ишеттем.

– Килешәһеңме?

– Нимә менән?.

– Мәжит ағайҙың кисәге тапшырыуын әйтәм, ишетмәгәнһең бит.

– Ә-ә, унымы? Тыңланым мин.

Самира үҙ фекерен ҡырҡа ғына әйтеп һалды.

– Шул да булдымы тапшырыу. Мин дә улай яҙмаҫ инем. Кемдеңдер оҙон шиғыры менән башлап ебәргән булған. Очеркка нимәгә кәрәк? Ярты ваҡытын алған да ҡуйған. Әҙәби тапшырыу түгел дә инде. Ҡалған ваҡытында геройҙың үҙ тауышы менән биографияһын һөйләткән дә, үҙе ни бары бер-ике һүҙ ҡыҫтырған. Кем әйтмешләй, эфир бысратып...

– Мин дә шул һүҙҙәрҙе бөгөн летучкала әйтергә ҡыҙышып ултырғайным. Ҡул һелтәнем.

– Ҡул һелтәнең? – Самира ысын күңелдән ғәжәпләнде: – Әйтергә кәрәк ине. Кем-кем, һин әйтерһең, тип уйлағайным.

– Нишләп мин? Бер тапҡыр әйткәйнем бит инде. Нимә менән бөттө?

Самираның тауышында шелтәле үпкә билгеләре һиҙелеп ҡалды:

– Ҡурҡаһыңмы? Берәүҙе саҡыртып, ҡотон алғандар икән. Ә мин һине тәүәккәллегең өсөн оҡшатҡайным...

–Иртәнге һөйләшеүҙәгҙә Ғәбит Ғәлимович Мәжит Мөхәмәтовҡа ҡаршы һүҙ әйтергә ирек бирмәй. Ә ниндәй дуҫлыҡ һуң улар араһында?

Самира миңә ялт итеп боролдо. Киске ут яҡтыһында ғәжәпләнеүҙән түңәрәкләнгән күҙҙәрен абайланым.

– Шуны яңы беләһеңме? Һи-и, улар бит бына былай йәшәйҙәр. – Ул усын усҡа һалып, ике ҡулының бармаҡтарын бергә ишеп бөкләп күрһәтте. – Мәжит ағай ауылдарҙан Ғәбит Ғәлимовичҡа тегеһен-быныһын алып ҡайта. Магнитофон яҙмаларына тиклем ташый. Шуға бит уға тегеһе үҙ машинаһын биреп ебәрә. Тапшырыуҙарын бер һүҙһеҙ үткәреп тора. Ғәбит Ғәлимович яҡламаһа, йүнләп яҙа белмәгән көйө радиола эшләп йөрөмәҫ ине...

Асыуым ҡайнаны. Теге радиолы күршеләр әле тағы иҫкә төштө. Минән өс-дүрт йәшкә олораҡ бер малайҙарына шулай асыу килә торғайны. Өйҙәре түрендә селтәр япма аҫтында ултырған шул йәнле ҡумтаны бер генә инеп ҡараған өсөн бала-сағанан хаҡ алып ҡала торғайны – бер ус көнбағышмы, ҡурмасмы, ярты телем майлы икмәкме, тимерлектән табып алып ҡайтҡан уйынсыҡмы шунда. Мин бер тапҡыр ҙа инеп ҡараманым, хаҡ та бирмәнем. Уны үсем ҡанғансы туҡмарға хыялландым. Бер мәл, мине һаран тип мыҫҡыллағас, олораҡ икәнен дә онотоп, өҫтөнә ташланғанмын. Әммә үҙемә нығыраҡ эләкте. Танауымдан ҡан бәреп сыҡты. Барыбер ҡарарға инмәнем. Асыуың килмәҫме – үҙенең һис ҡыҫылышы юҡ бит инде, радио урынына һөйләмәй, йырламай. Бары тик шул ҡумтаға күҙ һалған өсөн генә әйбер йыя.

Ғәбит Ғәлимович та бала сағында нәҡ ошо малай һымаҡ ҡыланғандыр кеүек тойолдо миңә. Хәҙер бына хужа булып ултыра. Был йорт стеналарын әллә ҡайҙарға ташлап киткем килде. Әммә ике сәбәп ныҡлап тотто. Икеһе лә үтә мөһим ине шул: яратҡан эшеңдән, иң ҡәҙерле кешеңдән ҡасыу булыр ине был. Өҫтәүенә, коллектив Ғәбит Ғәлимович менән Мәжит Мөхәмәтовтан ғына тормай бит әле. Нисәмә һәйбәт хәбәрсе эшләй. Һине ярты һүҙҙән аңлап торған режиссерҙар, тауыш операторҙары. Студияға барһаң, сыҡҡы килмәй, йыр, музыка урманы эсендә ләззәтләнеп йөрөгән кеүекһең.

Беренсе майға Әхмәт ағай төҙөгән байрам радиокомпозицияһы миндә үҙебеҙҙең коллектив өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятып ебәрҙе. Шәп ине ул. Беҙҙең хәбәрселәр әйтмешләй, – «Мәскәү радиоһы кимәлендә!» Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә эшләгән күренекле кешеләр, республиканың уңыштары күҙ алдына баҫты, байрам рухы күңелемә үтеп инде. Иғтибар итһәң, ундай тапшырыуҙар көн һайын тиерлек яңғырап тора. Бөгөн – Әхмәт ағайҙыҡы, кисә – икенсе иптәштеке, өсөнсө көн – тағы берәүҙеке. Иртәгә, бәлки, минеке яңғырар... Халыҡ күңелендә ялҡынлы ут ҡабыҙа алырҙай урында эшләүемә ҡыуандым. Үҙемдең дә тетрәткес һәйбәт бер нәмә яҙырға дәрт күтәрелеп, ҡул ҡысып китте. Тиҙерәк командировкаға ебәреүҙәрен һораным.

Күңелемә ятышлы эш бирҙеләр. Урал аръяғында, тау-таш, даръялар артында ятҡан бер хужалыҡтағы алдынғы һауынсының сығышын алып ҡайтырға кәрәк. Юл михнәттәренән, ел-ямғырҙан ҡурҡмайым. Улар миңә йыуаныс ҡына. Колхоз идараһына ниндәйҙер йомош менән килгән бригадир теге һауынсы йәшәгән ауылға мине атҡа ултыртып алып ҡайтты. Һигеҙ саҡырым алыҫлыҡта ятҡан шул бәләкәй ауылға етеү өсөн дүрт текә һарҡыу төштөк, бер үк йылғаны ете тапҡыр аша сыҡтыҡ. Йылғаның яҙғы ташҡындан һуң ярһыуы ҡайтмаған – кисеүҙәрҙә һыу арбаның өҫтөнә сығып ағып ята. Резина итек кейеп алған бригадир, кисеүгә еткәс, үҙе арбаға аяғүрә баҫып дилбегә тота, ә мине егеүле атҡа атландыра. Бер ҡулыма ҡалын китап ҙурлыҡ ҡына «Репортер» магнитофонын ҡыҫып тотоп, икенсеһе менән ыңғырсаҡҡа йәбешеп, аяғымды тәртәгә терәп ултырып алам да ташҡын һыуҙан ҡоп-ҡоро ғына сығып китәм.

Ҡояш төшлөгөндә ауылға барып еттек. Малдар әле йәйләүгә сыҡмаған. Зәлифә апай – һауынсының исеме шулай – өйҙә ине. Киске һауымға тиклем ваҡытын алып һөйләшеп ултырҙым да үҙенең әйткән һүҙҙәре буйынса ун минутлыҡ текст яҙып бирҙем. Асыҡ, аңлайышлы итеп һөйләне. Магнитофонға яҙып алғас, ҡайтырға әҙерләндем.

– Гел шулай һөйләтәһегеҙме, энем? – тине Зәлифә апай, мин ишек тотҡаһына үрелгәс.

– Нисек «шулай»?

– Мин әйтәм, гел үҙегеҙ тәүҙә яҙып бирәһегеҙ ҙә, шуны һөйләйҙәрме?

Аптырабыраҡ ҡалдым.

– Юҡ... Үҙҙәре яҙа алһалар, яҙҙыртып алабыҙ. Ләкин ул...

– Яҙмайынса һис ярамаймы ни? – тип ныҡышты Зәлифә апай.

– Ярай, нишләп? Әгәр ҙә шыма ғына килеп сыҡһа.

Ишек тотҡаһы минән әкрен генә алыҫайҙы. Зәлифә апай әле төҫ ташларға өлгөрмәгән алһыу яңаҡлы оҙонса йөҙөнә оялсан йылмайыу сығарып, ҡыйыр-ҡыймаҫ өндәште:

– Һөйләп ҡараһам, шыма килеп сығыр микән? Кешенекен уҡығансы... Яурынға аҫып өлгөргән күн һауытлы магнитофонды яй ғына ҡулға алып, әҙерләй башланым.

– Әйҙәгеҙ һуң. Һеҙҙең теге сығышығыҙ ҙа шәп ине бит, былай...

Зәлифә апайҙың йыйырсыҡланырға өлгөрмәгән маңлайы саҡ ҡына сирышты, теремек һоро күҙҙәре бер мәлгә ситкә йәшеренде. Өр-яңы кассета ҡуйҙым. Мин микрофонды тотторғас, өрөп ҡараған булды. Ул арала ишекте дөбөр-шатыр асып бригадир килеп инде.

– Бик йәтеш индең әле, ағай, – тине ул. – Бына, радионан һөйләргә ҡушалар. Ҡаушаңҡырап тора инем, таяныс булды. Яңылышып-нитеп китһәм, мин өйтәм, төҙәтеп ебәрерһең, һи-һи-һи...

– Һүҙ эҙләп кеҫәгә инмәй торғанһың әле, – тип ҡеүәтләне бригадир. – Һөйләрһең, һөйләрһең!

Зәлифә апай башланы. Теге яҙмалағы оҙон биографияға, өҫтө-өҫтөнә өйөлгән ауыр һандарға туҡталып та торманы. «Ун йыл һауынсы булып эшләйем», – тип кенә әйтте лә бөгөнгө эшенең ләззәтен дә, ҡыйынлығын да ябай, тәбиғи итеп, әхирәте менән бүлешкәндәй, ентекләп һөйләне лә бирҙе. Бригадир менән беҙ тәүҙә ҡеүәтләп баш ҡаға-ҡаға тыңлап ултырҙыҡ. Теге таҫмалағы һөйләм һайын һибелеп ятҡан яңғырауыҡлы һүҙҙәрҙе бөтөнләй ҡулланманы. Шундай ҡыҙыҡтырып һөйләне. Тик кенә ултырыу мөмкин түгел. Үҙ иркемдән тыш, һорауҙар бирә башланым. Уларҙы ярты һүҙҙән эләктереп, яуап ҡайтарҙы. «Бына ултыра бригадир»,– тип уны ла һүҙгә ылыҡтырҙы. Ферманың ауыр яҡтарына төшөп киттеләр. Бригадир ҙа асыҡтан-асыҡ һөйләшмәй булдыра алманы. Мәрәкәләп ебәргән урындарында көлөшөп алдыҡ. Көтмәгәндә үҙенең исемен ҡушып тамамлап ҡуйҙы: «Зәлифәкәй» тигән боронғо йырҙы беләһегеҙ бит. «Зәлифәкәй бахыр көн-төн илай, үҙ ағаһы һатҡас малдарға» тигән һүҙҙәре лә бар. Минең дә исемем Зәлифә. Яҙмышымды боронғо аҙашым яҙмышына сағыштырып ҡарағыҙ инде бына. Яңыраҡ ҡына Май байрамында бөтә колхоз халҡы йыйылған клубта III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены бирҙеләр. Минең бәләкәй генә эшемде шулай иҫ киткес ололап, ҙурлауҙарына күңел тулып китә. Хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәт!»

Яңы танышым Өфөнән радио аша һөйләйәсәгенә ҡыуаныуын йәшерә алманы.

– Эшкә һанап, ошо йәһәннәм хәтлем ергә килеүегеҙгә ҙур рәхмәт инде, энем, – тип өлтөрәп оҙатып ҡалды.

Бригадир менән дәртләнеп юлға сыҡтыҡ. Ҡараңғы төштө. Алда тағы ла дүрт үр, ете кисеү ҡаршыланы. Тағы ыңғырсаҡҡа тотоноп, аяҡты тәртәгә терәп, һыуҙарҙан ҡоро сыҡтым. Алты тапҡыр. Етенсеһендә, иң һуңғы кисеүҙә, текә ярҙан ат ҡапыл юртып төшкән мәлдә, әллә ни арала магнитофон сумкаһы асылып китте. Ҡапҡасын йәшен тиҙлегендә усым менән баҫтым. Ләкин бер кассетам ҡул аҫтымдан шылып һыуға тәгәрәне. Тәнемде ҡапыл ток һуғып үтте, бер ни уйлай алмай торҙом. Ҡараңғы ташҡында уны эҙләргә маташыу кәбәндән энә аҙләү менән бер. Арбаны түңкәрергә киҙәнгән ярһыу күбекле асыулы ағым уны шунда уҡ йотҡандыр инде. «Нишләргә?!»– тигән уй мейене тиште. Һауынсының тәүге сығышы иҫән. Ул кассета ҡулымда. Шуны алып ҡайтырғамы? Ысынлап та, ярарлыҡ та инде...

Юҡ!!! Зәлифә апай ҡайһылай өмөтләнеп ҡалды. Быныһын көтөп, тәүгеһен ишетһә, беҙҙең хаҡта ни уйлаясаҡ? Ләкин нишләргә? Нишләргә?

Аръяҡҡа сығып еткәс, бәләмде бригадир менән уртаҡлаштым.

– Д ә-ә-ә... – тине ул, һуҙып.

– Кире боролоп, яңынан яҙһаҡ?

Бригадир һыҙғырып уҡ ебәрҙе.

– Ҡасан етеп, ҡасан һөйләшеп, ҡасан ҡабат урарбыҙ? Төн уртаһындамы?

– Йоҡламаһаҡ та риза мин.

Юлдашым һүҙһеҙ ҡалды. Ҡараңғыла уның йөҙө асыҡ күренмәне. Уйлана ине шикелле.

– Беҙгә ни, нимә ул, – тине ахырҙа бригадир. – Күнеккән баш. Бына Һеҙ...

Зәлифә апайҙарҙың өйөндә ут юҡ ине. Йоҡларға ятҡандар. Уятып керҙек. Хәлде аңлатып бирҙек. Яңынан яҙҙыҡ. Баяғы кассеталағы кеүек үк сыҡманы, сығыуын. Шулай ҙа үҙем төҙөп биргән иң тәүге текстан барыбер шәп ине. Уныһы күгәрә башлаған баҡыр булһа, быныһы – күҙҙең яуын алып торған көмөш. Шулай итеп, ошо «көмөш» таҫманы алып ҡайтыу өсөн егерме һигеҙ тапҡыр ташҡын кисеү аша үттем. Ләкин рәхәт ине миңә. Асыҡ күңелле эшсән ағайҙар, апайҙар менән осрашыу бер ай командировкаға сыҡмай торған арала башымды ҡайнатҡан ығы-зығыны, сүп-сар уйҙарҙы ел менән осороп алып киткәндәй таҙартып, сафландырып ебәрҙе. Материал эфирға сыҡҡас, коллективта ла оҡшаттылар. Тауыш операторҙарына «Юймаҫҡа!» тигән тамға һалып, өлгөлө тапшырыуҙар рәтенә һаҡлауға ҡуйҙылар.

«Көмөш» таҫмам маҡталғас, үҙемде  иртәнге йыйылыштаҙа ҡыйыуыраҡ ҡатнашырға хаҡлымын, тип һананым. Йомшаҡ материалдарға аяуһыҙыраҡ була башланым. Бер тапҡыр ауыҙ бешкәнен онотоп, тағы Мәжит ағайға килеп бәйләндем:

– Коллективты ла әҙерәк уйларға кәрәк бит. Минеңсә, һөйләтер кешеңде хет халыҡ көлмәҫлек итеп яҙып алып ҡайтырға кәрәк. Юғиһә, Мәжит ағай, һеҙҙең таҫмалағылар үҙҙәре ҡағыҙҙан уҡый, үҙҙәре ике һүҙ һайын тотлоға. Халыҡ тыңлай ҙа инде. Беҙҙең өсөн уңайһыҙ...

Мәжит ағай миңә яуап биреп торманы. Таралышҡан мәлдә коридорҙа осратып һөйләште.

– Беләһеңме, ҡустым, оло ат менән шаярған тайҙың бото һынғанын? Бер аяғың инһә, икенсеһе инмәгән. Шул – инмәҫ борон... һынып ҡуймаһын, тигән һүҙем.

Көн буйы кәйеф булманы. Эш аҙағында Самира янына ашыҡтым. Ошондай саҡтарҙа уның бер йылы һүҙе етә торғайны. Ләкин бөгөн Самираның да кәйефе юҡ ине. Башын аҫҡа эйеп, каштан сәсе менән ҙур электр машинкаһын тотош ҡаплаған да, әллә уйланып, әллә илап ултыра.

Аяҡ тауышыма һиҫкәнеп китте. Нишләптер минән ҡапыл ҡурҡҡан һымаҡ күрҙем.

– Кеше ҡайтып бөттө бит инде. Әйҙә, Самира...

Самира баш сайҡаны ла Ғәбит Ғәлимович кабинеты яғына ымланы.

– Көтөргә ҡушты. Саҡыртырға тейеш...

– Улайһа, мин дә көтәм. Ашығыр ерем юҡ, бергә сығырбыҙ.

– Юҡ!– тип ҡырт киҫте Самира. – Көтмә!

Минең эстә кинәт ниҙер тоҡанып, ҡанды ҡайната башланы.

– Эш сәғәте үтте лә инде. Нишләп саҡырта ул һине?

Самира өндәшмәне. Мин, ҡыҙып, уның йомшаҡ яурындарынан тотоп һелкетә башлағанмын.

– Һорама. Әйтмәйем. Иртәгә белерһең.

– Юҡ, бөгөн!

Ошо ваҡыт уны саҡырып  ҡыүғырау  шылтыраны. Самира минең ҡул аҫтымдан йылғыр ғына шылып сыҡты ла, артына әйләнеп тә ҡарамай, кабинетҡа инеп китте.

...Яңы ғына ситлеккә ябып ҡуйған ҡош кеүек ярһыған йөрәгемде төн буйы тыя алмай сығып, иртәнсәк эшкә килгәс тә, Самираны күрергә атлыҡтым.

Ул үҙ урынында ине. Мине күреп, әле бер һүҙ ҙә әйтергә өлгөрмәһә лә, арабыҙға һалҡын ел өргәнен күҙ ҡарашынан тойҙом. Иң яҡын күргән кешеңдең ҡапыл ятҡа әйләнеүе йән өшөткәс ҡурҡыныс икән. Әйтер һүҙем башымдан таралып бөттө. Янына барып баҫҡанмын да тик торам.

– Ҡалдыр мине, зинһар, – тигән һүҙенә һиҫкәнеп киттем.

Уның ҡыңғырау тауышы шиңеп, күҙ ҡараштарындағы элекке бер ҡатлы яҡтылыҡ һүнеп ҡалған. Яңылыш килеп ингән сит кешегә инәлгәндәй өндәште:

– Үтенеп һорайым, сыҡ бынан, йәме? Һәм... бүтән килмә. Бер ни ҙә юҡ беҙҙең арала... тип һана. Бөттө...

Аралағы һалҡын елде тойһам да, үҙенән ишетермен, тип көтмәгәйнем. Уның һүҙҙәренән аңҡы-тиңке хәленә төшкән күңелем ғәйеп осон эҙләп маташты.

– Кисәге йомошоң шул инеме ни? – тинем, үҙем дә һиҙмәҫтән, Ғәбит Ғәлимович кабинеты яғына ымлап.

Самира тоҡанып, машинка өҫтәле артында аяғүрә баҫты. Уның элек гел наҙ менән генә тулған күҙҙәре тәү тапҡыр миңә асыу уты менән ҡараны.

– Унда һинең эшең булмаһын! Сыҡ, тинем бит! Нишләп һаман тораһың?!

Сығып барышлай, Самираның башы аҫҡа эйелеп, каштан сәстәре машинканы тағы ла тотош ҡаплағанын күреп ҡалдым.

Йоҡоһоҙлоҡтан көн менән төндәрем буталып, Самираға ла, бүтәндәргә лә ҡабарған асыуымды тыя алмай ярһып йөрөгәндә, яңы командировкаға ебәрҙеләр. Бик етди эш ине. Бөтә илгә танылған тау-байыҡтырыу комбинаты үҙенең ҙур юбилейын үткәрә. Шуға арналған бер нисә материал алып ҡайтырға кәрәк.

Тәүҙә иптәнге һөйләшеүҙә  һүҙ булды. Кемде ебәрергә кәрәклеген уйлаштылар. Ғәбит Ғәлимович сәнәғәт тапшырыуҙары бүгененең  өлкән мәхәрриренә  барырға ҡушты:

– Үҙеңә йөрөп ҡайтырға тура килер. Яуаплы эш бит.

Тегеһе баш сайҡаны.

– Шулай ҙа ул, Ғәбит Ғәлимович... Инде нисәгә ярылырға була? Промышленноста яңғыҙ үҙем ҡалдым. Эфирға сыға торған әйберҙәрҙе кемгә тапшырып китәйем?

«Булмай инде, ысынлап та», – тиештеләр. Ошо мәлдә Мәжит Мөхәмәтов минең яҡҡа ымлап өндәште.

– Ниңә, беҙҙең бик шәп хәбәрсе бар ҙа баһа. Ебәрәйек. Әйҙә, барып ҡайтһын яуаплы ергә.

Уның ирониялы тонына әүерәгән ике-өс кеше, тынлыҡты һытып, танау аша көлөп ҡуйҙы. Ғәбит Ғәлимович уйлана төштө. Промышленность тапшырыуҙары редакцияһының өлкән редакторы урынынан ҡалҡынып ҡуйҙы.

– Ул, ысынлап та, тау-байыҡтырыу комбинатынан бик шәп бер материал алып ҡайтҡайны. Таныш ер, үҙе барам тиһә, мин риза.

Ғәбит Ғәлимович күҙлек аҫтынан миңә бер һөҙөп ҡарап алды.

– Ризамы-юҡмы – беҙҙән тора. Ебәрһәк-ебәрәбеҙ ҙә ҡуябыҙ.

Ул комбинатта ике тапҡыр булғаным бар ине. Хатта Шәрифуллин тигән быраулаусы менән яҡындан танышып та алғайным. Тәүге барғанымда уның карьер төбөндәге быраулау машинаһында һөйләштек. Аҙаҡ  ишелмә  кеүек урауү-крау юл буйлап рудник автобусы менән күтәрелдек. Автобус, сменаны тамамлаған быраулаусылар, экскаваторсылар, шоферҙар менән шығырым тулы ине. Эргәләге эре кәүҙәле, бәһлеүән яурынлы бер ағай, туҙанлы комбинезонын минең кейемгә тигеҙмәҫкә тырышып, арттағы кешеләрҙе арҡаһы менән этеп, ара һаҡлап йылмайып торҙо ла:

– Хәбәрсеме? – тип һораны.

– Хәбәрсе. Ҡайҙан белдегеҙ?

– Шәрифуллинға килгәс, бүтән кем булһын? – Ул минең юлдашҡа боролдо. – Эй, Фәтих, тағы алдап яҙҙыртаһыңмы?

Фәтих Шәрифуллин, йомшаҡ урынына энә менән төрткәндәй һиҫкәнеп, ҡалҡып ҡараны. Ел сатнатҡан ҡытыршы сикәләре буҙарҙы, күҙҙәре асыулы тоҡанды.

– Ҡасан алдап яҙҙырттым, ҡасан? Нимә юҡты һөйләйһең, кеше аптыратып? Етәкселәр ебәргән бит уны минең янға. Үҙе эҙләп килмәгән. Һиңә ебәрмәгән бит, миңә ебәргән. Шуға эсең көтөрләйме?

– Ышанмағыҙ һеҙ уға, – тине миңә теге ағай. – Һеҙҙе түгел, нормалаусыларҙы ла көн һайын алдай ул. Илле метр быраулаһа, яйын табып, илле биш тип яҙҙыра. Ҡырҡ биште быраулаһа – илле тип. Шундай юл менән эшләгәс, һин алдынғы булмай, кем булһын?

Автобус ер өҫтөнә менеп етеп, руда идаралығы бинаһы алдына килеп туҡтаны ла, таусылар төрлөһө-төрлө яҡҡа таралышты. Шәрифуллин менән икәү аулаҡта ҡалдыҡ.

– Күрә алмайҙар, – тип дауам итте ул автобуста башланған һүҙҙе. – Беҙҙә шулай ул, туған. Саҡ ҡына эш күрһәтә башлаһаң, төрлө яҡлап аяҡ салалар. Яҙҙыртырһың алдап! Биш метр түгел, биш сантиметр өсөн ҡалтырап торалар.

Кемгә ышанырға белмәнем. Икенсе килгәндә комбинаттың баш инженерының сығышын яҙып алдым. Алдынғылар исемлеген әйткәндә, ул иң тәүҙә Шәрифуллиндан башлап ебәрҙе. Эште бөтөргәс, унан һорамай түҙмәнем:

– Шәрифуллин... ниндәйерәк кеше ул?

Баш инженер, ҡырҡ йәштәрҙәге, үтә етди сырайлы кеше, миңә бер ғәжәпле ҡараш ташлап алды.

– Нисек – ниндәй? Алдынғы быраулаусы. Ил күләмендә рекордтар ҡуйырлыҡ. Беҙ уны орденға тәҡдим итергә уйлайбыҙ. Нимә, уны беләһегеҙме ни?

– Белеп етмәйем шул. Уның тураһында очерк яҙып алып ҡайтҡайным. Уйлап йөрөнөм-йөрөнөм дә эфирға сығарманым.

Телефон шылтыраны ла, инженер, трубканы ҡулына алышлай, минән иғтибарһыҙ ғына һораны:

– Нишләп сығарманығыҙ һуң?

– Бергә эшләгән иптәше осрап, Шәрифуллин нормалаусынан өҫтәп яҙҙырта, тигәйне.

Инженер, һөйләшә башлаған ерҙән, трубкаһын ҡапыл ҡолағынан айырҙы, миңә баяғы кеүек текләп ҡараны:

– Өҫтәп яҙҙырта?

Ул тағы ниҙер әйтергәме, һорарғамы йыйынды. Ләкин ҡулында һаман ныҡышып сыйылдаған трубканы кире тыңларға мәжбүр булды. Ул һөйләшкәнсе, мин йыйынып бөтөп, сығырға әҙерләндем.

Баш инженерҙы трубка аша мөһимерәк эш баҫты, ахырыһы: минең менән тағы иғтибарһыҙ, һүлпән хушлашып, телефон аша ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләшеп ултырып ҡалды.

Бына хәҙер шул комбинатҡа өсөнсө тапҡыр барам. Сәеәғәт тапшырыуҙары  бүлегендә командировкаға күрһәтмәләр алған арала, һуңғы хәбәрҙәр редакцияһындағы апай йүгереп килеп еткән.

– Зинһар, барып төшкәс тә иң беренсе эшең шул булһын инде, туған, – тине ул, беҙҙе һөмһөҙ бүлдереп: – Барып төшкәс тә, хәбәр ебәр. Тос булһын, түңәрәк һанлы булһын!

Бүлектәрҙә  йомошто бөтөргәс, эш аҙағында Самира янына танытма алырға барҙым. Самираның кәйефен тәүге күҙ ҡарашынан уҡ билдәләргә өйрәнгәйнем. Ҡабул итеү бүлмәһенә инеү менән шәйләп, ғәжәпләнеп ҡуйҙым: бөгөн ул мин көткәндән яғымлыраҡ тойолдо. Ләкин элекке үҙ күргән йылылығы юҡ ине. Арыған күҙҙәре менән хәсрәтле итеп бер тултырып ҡараны ла көрһөнөп ҡуйҙы. Шуны күреп, ғорурлығымды тыйып, үҙем башлап өндәштем.

– Юлға сығам, Самира. Яуаплы юлға. Аҡ юл теләмәйһеңме ни?

– Теге көн өсөн нишләп асыуланмайһың? – тип шыбырҙаны ул. – Юрамал ҡаты өндәштем бит һиңә. Биҙҙерер өсөн. Шулай кәрәк. Булдыра алһаң, ғәфү ит тә онот.

Аралар берәй заман төҙәлеп, элеккесә яҡынайып китербеҙ, тигән тырнаҡ осондай ғына өмөт сатҡыһы күңелемдә бар ине әле. Хәҙер уныһы ла һүнде. Йылмайһа ла, яғымлы булып күренергә тырышһа ла, ҡарашында иремәҫ һалҡынлыҡ ята бит инде.

– Аҡ юл теләйһеңме, Самира?

– Аҡ юл теләр өсөн, үҙеңә аҡ күңелле булырға кәрәктер бит. Хаҡым юҡ минең. Иҫән-һау йөрөп ҡайт. Тағы ла... үтенеп һорайым, минең тирәлә өйөрөлмәҫкә тырыш. Юғалттың инде, юҡ Самираң. Дөрөҫөрәге, үҙем юғалттым һине. Ярай, бар кит...

Юлда барғанда самолетта ла, автобуста ла салон тулы халыҡ араһында тәү тапҡыр үҙемде далала аҙашып йөрөгән кеүек яңғыҙ тойҙом. Эргәмдә мыжғып, шаулап торған кешеләрҙе бөтөнләй күрмәнем. Тау-байыҡтырыу комбинатына килеп, эшкә сумғас та баҫылманы әрнеүем.

Комбинаттың цехтарын берәм-берәм йөрөп сыҡтым. Иң тәүҙә рудниктағы таусылар, байыҡтырыу фабрикаһындағы флотаторҙар менән осраштым. Тәүге көндә үк байрам очеркының һөлдәһе күҙ алдыма килә башланы. Ләкин эш күп ине әле – кәмендә ике-өс көн ентекләп танышып, төплө материалдар алып ҡайтырға кәрәк.

Рудниктың партбюро секретары кабинетында, ҡул аҫтыма килеп ингән ҡағыҙҙарҙы өйрәнеп, һандар, күрһәткестәр күсереп, байтаҡ ултырҙым. Партбюро секретары төрлө йомош менән бер инеп, бер сығып йөрөнө. Ҡапыл ике ҡатлы ишек шар асылып, майлы комбинезонда таныш кеше күренде. Шәрифуллин! Минең яңғыҙ ултырғанымды күреп, ҡалын иренле ҙур ауыҙын ҡолағына еткерә яҙып йырып, һирәк һарғылт ҡаштарын йыйырып йылмайсы.

– Сменанан сыҡһам, таныш корреспондент килгән, тип ишетеп ҡалдым. Туҡта, мин әйтәм, күреп сығайым әле. Һаумы, туған!

Ҡул бирешеп иҫәнләштек. Минең ауыҙ асҡанды ла көтмәй, теҙеп алып китте.

– Байрам яҡынлаша баҙҙә. Шуға килгәнһегеҙҙер? Әйтеп сығайым әле, мин әйтәм, бәлки, кәрәге тейер: биш йыллыҡ башынан бөгөнгө, эй, кисәге көнгә тиклем йөҙ мең метр бырауланым. – Ул минең ҡағыҙҙар эсенә инеп китерҙәй булып ынтылып ҡараны: – Кәрәк булһа, шунда бер ергә өҫтәп яҙып ҡуйығыҙ.

Йөҙ мең? Юбилейға? Түңәрәк һанлы тос хәбәр бит был! Туҡтауһыҙ һыҙлаған йөрәгем үҙендәге хәсрәттәрҙе шул тулҡын менән бер аҙ йыуып төшөргәндәй булды. Ҡабатлап һорашып, яҙып алдым. Эш көнө бөтмәҫ борон уҡ Өфөгә шылтыратып, «һуңғы хәбәрҙәрҙәге» апайҙы ҡыуандырҙым. Биш-алты юллыҡ мәғлүмәтте  мин телефон аша шәп итеп уҡыған арала, ул тегендә,  яңылыҡтар  бүлегендә стенография тамғалары менән яҙып та алды. Трубканы рычагҡа элгәндәге «шылҡ» иткән тауыш менән күңелемә «келт» итеп шомло уй төштө. Шәрифуллин алдаманымы? Түңәрәк һаны менән сихырламанымы ул мине? Нишләп дөрөҫлөгөн тикшермәнем? Элек гел ышаныслы сығанаҡтар менән генә эш итә торғайным да баһа. Әле лә һуң түгел. Нормалаусыларҙан барып белергә лә, руда идаралығындағы телефондарҙың береһенән Өфөнө ашығыс һоратып, хәбәрҙе дөрөҫләргә була. Шулайтырға ҡапыл уҡталып та ҡуйғайным, яйлап һүрелдем. Мәжит ағайҙың буш һүҙҙәр менән тулған тапшырыуҙары иҫкә килеп төштө лә, тынысландым. «Ярар, – тинем, – миңә лә бер тапҡыр бәләкәй генә йомшаҡлыҡ эшләргә мөмкиндер. Бүтән улай итмәм. Бәлки, дөрөҫтөр ҙә әле».

Күңелемә юл башынан Самира һалып сығарған олораҡ сәбәп ошо «бәләкәс кенә» тынысһыҙлыҡты ҡыҫырыҡлап сығарҙы ла тиҙ үк онотторҙо.

Икенсе көн иртән комбинаттың баш инженеры янына индем. Оҙон кабинеттың алыҫ осондағы өҫтәл артында эшкә сумып ултырған еренән миңә бер тапҡыр ҡарап алып, ҡабат ҡағыҙҙарына эйелергә иткәс, ҡапыл башын яңынан күтәрҙе.

– Ә-ә, таныш егет! – Ул өҫтәл артынан тороп, миңә ҡаршы килеп, ҡулын һуҙҙы: – Хәбәрсе күҙе бар һеҙҙә, афарин ! Теге ваҡытта бер генә реплика ҡалдырып киткәйнегеҙ, шул дөрөҫкә сыҡмаҡсы бит. Тикшерергә ҡуштым.

– Ә ысынында күпме быраулаған ул? Биш йыллыҡ башынан?

– Биш йыллыҡ башынан уҡ кәрәкме ни?  – Ул саҡ ҡына уйланып торҙо. – Асыҡларбыҙ, асыҡларбыҙ. Бөгөн генә ҡайтмайһығыҙҙыр бит.

Ул көндө үк ҡайтыуын-ҡайтманым. Баш инженерҙан сыҡҡас, үҙем асыҡларға тырышып ҡараным. Комбинаттың да, руда идаралығының да эш һәм хеҙмәт хаҡы бүлектәрендә «Шәрифуллин» фамилияһын бик серле ҡабул иттеләр.

– Нишләп Шәрифуллин? Беҙ һеҙгә унан башҡа ла әллә күпме бына тигән быраулаусының исемлеген бирә алабыҙ.

– Миңә Шәрифуллин кәрәк ине шул...

– Ну-у, иптәш... Уның күрһәткестәре әҙер түгел әле. Асыҡлайһы нәмәләр бар...

Аҙаҡҡы мәлдәрҙә баш инженерҙың эше тығыҙ булды. Уны күрә алманым. Тәки белә алмай ҡайтып киттем.

Комбинаттың юбилейы көнөнә тура килтереп, ҙур материал әҙерләнем. Таусыларҙың һәүәҫкәр артистарының концертын бирҙек. Тапшырыу үҙемә лә оҡшаны. Аҙналыҡ  йомғаҡлауға  йыйылғас, Ғәбит Ғәлимович маҡтап бер-ике һүҙ әйтмәй китмәҫ, тип көтөп ултырҙым. Ҙурырағын күрмәһә лә, бындай ваҡ мәсьәләләргә ҡарата ул бик ғәҙел булырға тырыша торғайны. Ысынлап та, аҙналыҡ йомғаҡты ул комбинат юбилейынан башлап ебәрҙе.

– Унда кем барһын, тип күпме баш ваттыҡ, барыбер яраҡлы кеше таба алмағанбыҙ, – тине Ғәбит Ғәлимович. – Йәш хәбәрсебеҙ барып, «бутҡа бешереп» ҡайтҡан.

Халыҡ бер-береһенә ҡарашты. Мәжит Мөхәмәтов мәкерле йылмайып ҡуйҙы. «Һуңғы хәбәрҙәрҙәге» апай, урынбаҫарҙы ҡеүәтләп, үҙ алдына һиҙелер-һиҙелмәҫ етди баш ҡаҡты. Ғәбит Ғәлимович күҙлеген маңлайына мендереп, миңә туп-тура секерәйеп ҡарап, дауам итте:

– Һуңғы хәбәрҙәргә өс юллыҡ мәғлүмәт  биргән. Бер генә һан ҡулланған. Шуны егерме меңгә арттырып ебәргән. Егерме мең метр быраулау өсөн, беләһеңме, туған, күпме ваҡыт кәрәк? Да-а, бик йәмһеҙ килеп сыҡты. Ниндәй ваҡытта бит әле – комбинаттарының юбилейы алдынан. Республиканың бөтә таусылары беҙҙең хәбәрҙәрҙе ҡолаҡтарын ҡарпайтып тыңлаған мәлдә! Һанды түңәрәкләргә мөмкин, но был хәтлемде... Мин уйлайым, иптәштәр, йәш хәбәрсе өсөн бик ҡаты тупаҫлыҡ был. Биш-алты йылдан һин, былай булғас, нимәләрҙе түңәрәкләмәҫһең? Ҡаты сара күрергә тура килер, иптәштәр.

Тороп, аҡланып маташманым. Бүтәндәр, әлбиттә, хәлдең бөтә нескәлегенә төшөнөп етмәне. Үҙем түңәрәкләгәнмен, тип ҡабул иттеләр. Асыуым ҡайнаны. Бер кемгә лә төбәлмәгәйне ул асыу. Баш инженер минең һорауым буйынса шылтыратҡан икән. Вәт, кеше! Үҙе эш аралаш, тыңлар-тыңламаҫ ишетеп ҡалған кеүек, үҙе шуларҙың барыһының осона сығып ултыра. Миңә лә: «Асыҡларбыҙ», – тип вәғәҙә биргәйне. Бына, шылтыратҡан бит. Самира трубканан «баш инженер» тигән һүҙҙе ишеткәс, аңлар-аңламаҫтан, уны Ғәбит Ғәлимович менән тоташтырған. Быныһы «һуңғы хәбәрҙәр» коллективын тотош саҡыртып, һораша башлаған. Яңылыҡ инде, әлбиттә, шул көндә үк эфирҙа яңғыраны. Хәҙер инде үҙеңә асыуланырға ғына ҡала. Ерҙе быраулап инеүе, бәлки, анһатыраҡтыр ул. Ә һин, хәбәрсе кеше, бер күреүҙә үк кеше күңеленә үтеп инеп ҡара.

Иртәгеһен миңә Ғәбит Ғәлимович ғариза яҙырға ҡушты.

...Инде бөтәһе лә бөттө. Инде мине был йортта бер ни ҙә тотмай. Бәйләгән ептәр шартлап өҙөлдө. Самираны минән биҙҙерҙеләр. Хәҙер яратҡан эшемде тартып алалар. Ҡөҙрәтле ҡулдар... Икеһе лә татлы төш кеүек күренделәр ҙә ҡапыл юғалдылар. Хәҙер ҡайҙа барып олағырға? Юғары белем менән эш таба алмай йөрөүен-йөрөмәҫмен. Тыуған яҡтарға ҡайтып, бәлки, район гәзитендә урынлаша алырмын. Ә бындағы юғалтҡандарымды ҡабат берәй заман таба алырмынмы? Яңы эшләй башлаған саҡтарымда төндәрен уянып, башыма һыйҙыра алмай уйланып ята торғайным: нисек ышанып тапшырҙылар миңә шундай яуаплы эште? Бөтә республика һинең ус төбөңдә, йылы тыныңды өрөп, йәнләндер, уят, балҡыт! Ә хәҙер тәгәрмәс туғынынан сәсрәгән тупраҡ кеүек ситтә ятып ҡалам. Донъя кемдәрҙең ус төбөнә күсә? Кемдәр уға йән өрә? Мәжит Мөхәмәтовмы? Ғәбит Ғәлимовичмы? Әхмәт ағайҙарға таяныс кәрәкмәйме? Минең ҡулымдан килмәйме?

Бер тороп, бер ултырып, коридорҙы әле былай, әле тегеләй тапап, көн буйы уйландым.  Төшуө ялға  сығыусылар миңә йә аптырашлы ҡараш ташлап үттеләр, йә яныма килеп, һорашып торҙолар. Һис тә сәсрәп ятып ҡалған тупраҡ кеүек түгел, үҙ итеп, коллективтың тулы хоҡуҡлы, кәрәкле кешеһе итеп, күңелгә үтеп инергә тырышып, ғәжәп йылы һөйләштеләр. Улар, әлбиттә, Ғәбит Ғәлимовичтың миңә ниҙәр әйтеп сығарғанын белмәйҙәр. Элеккесә үҙ күрәләр. Үҙ күрмәҫкә, шул хәтлем ни эшләгән әле мин? Ысынлап та, ни өсөн китергә тейешмен? Быға тиклем түҙеп торғоһоҙ насар эшләнемме ни? Нишләп, иртәнсәк саҡыртҡанда, өҙөп кенә ҡаршы һүҙ әйтмәнем. «Ғәбит Ғәлимович» та «Ғәбит Ғәлимович», имеш! Үҙемдең яңылышлыҡтан үҙем һабаҡ алып, эфирҙың артабанғы таҙалығын яҡлап көрәшеү өсөн булһа ла ҡалырға тейешмен, бит мин бында. Ҡөҙрәтенән килһә, сығарһын 33-сө статья менән. Ә мин үҙем башлап ғариза яҙмаясаҡмын. Ғәбит Ғәлимовтчты ризалаштырыу мөмктн түгел Хәҙер үк төп хужаға  инәм дә, инәм дә бөтәһен дә үҙем аңлатып бирәм.. Ҡалһам, бүтән һиҙгерлегемде юғалтмаҫҡа тырышасаҡмын. Бигерәк тә – юлға сыҡҡанда. Хәбәрсе юлы иң изге, иң аҡ юл булырға тейеш.

Көн буйы уйлаған уйҙарымдың осона килеп сыҡҡан кеүек тойҙом үҙемде. Еңелерәк булып ҡалды. Ауыр йөктән арынған күңелемә теге моң ҡабат килеп инде. Һүҙҙәре лә ҡолаҡ төбөмдә асыҡ яңғыраны:

Мөмкин булһа, ғүмер юлыңды ла

Ҡуйыр инем алдан ағартып...

Шул моңдан ҡеүәт алып, урынымдан һикереп торҙом да, бая тапанған коридор иҙәнен яңғырата баҫып,  ҡабул итеү бүлмәһендә Самираға күҙ ҙә һалмай,  Ғәбит Ғәлимович ишеге ҡаршыныда ғы  төп хужа кабинетына ҡарай ашыҡтым.

 
 
 
 
Автор:
Читайте нас