– Кем булып эшләйем тиһең? — Юлиәнән тағы һораным.
– Видеомейкер, – тип ҡабатланы ул.
Шулай мин уның блогерҙарҙы видеоға төшөрөүсе икәнен белдем. Быға тиклем уларҙың операторҙары бар тип тә уйламаным, йәнәһе, үҙҙәрен үҙҙәре йә дуҫтары төшөрә. Кадр артында ҡалып, социаль селтәрҙә контент эшләүселәр — видеомейкерҙар икән.
Бик ҡыҙыҡлы эш. Аҡсалы ла. Танышымдан был һөнәр тураһында ныҡлап һораштым.
Сочиҙа йәшәүсе яҡташыбыҙ Юлиә ХАРРАСОВА инде бер нисә йыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә видеомейкер булып эшләп, тәжрибә туплаған, һөнәрҙең барлыҡ нескәлектәрен белә.
– Иң беренсе һорау: кем ул видеомейкер?
– Шул уҡ видеооператор тиергә була. Әммә видеомейкер — заманға яраҡлаштырылған һөнәр. Беренсенән, беҙ күп осраҡта социаль селтәрҙәр өсөн контент булдырабыҙ. Икенсенән, видео эшләүҙең бөтә этаптарын да алып барабыҙ: сценарий яҙыу, төшөрөргә урындар табыу, төшөрөү, монтаж яһау, тап килгән музыка табыу... Нолдән башлап әҙер видео барлыҡҡа килгәнсе тир түгәбеҙ.
– Был өлкәгә нисек килеп эләктең?
– Видео булдырыу миңә электән ҡыҙыҡ. Тәүҙә үҙем, дуҫтарым өсөн генә төшөрҙөм. Бер заман телефон аша барлыҡ матурлыҡты күрһәтә алғанлығымды аңлап ҡалдым. Ирем дә һәләтеңде йәшермә тигәс, был өлкәне ныҡлап өйрәнә башланым. Төркиәлә тәүге клиентымды — әхирәтемде төшөрҙөм. Сәйәхәттән ҡайтҡас, ныҡлап уҡырға тотондом.
– Был һөнәрҙә уңышлы булыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?
– Видеомейкер бөтә нәмә лә эшләй белергә тейеш! Һәр саҡ уҡырға, үҫешергә кәрәк. Заманса программаларҙы үҙләштереү, әйләнгән һайын техникаңды яңыртыу, уларҙы ҡулланырға өйрәнеү мөһим. Һәйбәт итеп төшөрөү генә етмәй, монтаж яһау, яңы-яңы идеялар тыуҙырыу, ҡыҙыҡлы контент булдырыу ҙа кәрәк. Бынан тыш, һин бит кешеләр менән эшләйһең, тимәк, яҡшы мөнәсәбәт ҡороу, аралашыу сифаттарын да үҫтерәһең.
– Видеомейкерға ниндәй техника кәрәк? Телефон ғына етәме?
– Нимә төшөрөүеңә ҡарап инде. Мин, мәҫәлән, яңы башлағанымда унынсы айфонды ҡуллана инем. Тәүге ҙур килем төшкәс тә, ун дүртенсене алдым. Әммә эштең сифаты техниканың яҡшылығынан, ҡиммәтлегенән тормай. Дөрөҫ ракурс һайлаһаң, камераны нисек көйләргә икәнен аңлаһаң — барыһы ла килеп сыға. Тәүҙә, әлбиттә, бер телефон да етә. Үҫешә барған һайын, эштәрең ҡатмарлыраҡ, ҡыҙығыраҡ була башлай, шуға ла стабилизатор, ут, штатив, микрофон һәм башҡалар ҙа кәрәк буласаҡ.
– Ә был һөнәргә ҡайҙа уҡырға була? Оҙаҡмы?
– Интернетта уның өсөн кәрәкле дәрестәр бар. Мин тәүҙә төрлө видеолар ҡараным, мәҡәләләр уҡыным. Аҙаҡ инде, төп нескәлектәренә төшөнгәс, тәжрибәле кешенән дәрес һатып алдым, ундай курстар күп. Оҙаҡмы, түгелме икәне кешенән тора. Белемде бит һәр кем үҙ яйы менән һеңдерә, аңлай, ҡуллана.
– Был өлкәлә конкуренция бармы?
– Барлыҡ өлкәлә лә конкуренция ҙур инде ул. Башта, эйе, миңә ауыр булды. Клиенттар юҡ, үҙемде нисек, ҡайҙа күрһәтергә белмәнем. Тәүге аҙымдарын яһаусыларға реклама һатып алып, хеҙмәттәреңде башҡаларға тәҡдим итергә мөмкин. Эшеңде яҡшы башҡарһаң, йүкә телефоны ла эшләйәсәк, клиенттарың да ҡабаттан мөрәжәғәт итәсәк.
– Яңы эшләй башлаған видеомейкер күпме аҡса эшләй ала?
– Һәр кемдең хаҡы төрлөсә. Яҡшы, грамоталы видеомейкер айына алтмыш меңдән өс йөҙ илле мең һумға тиклем эшләй.
– Һөнәрҙә ниндәй ауырлыҡтар осрай?
– Әлегә мин ауырлыҡтар менән осрашҡаным булманы, сөнки эшемде шул тиклем ныҡ яратам! Әммә заказдар күп булғас, телефонға, ноутбукка оҙаҡ ҡарап ултыраһың, күҙҙәр арый.
– Ниндәй ыңғай яҡтары бар?
– Ыңғай яҡтары тигәндә, яңы танышыуҙарҙы, сәйәхәтте, төрлө урындарҙы күреү мөмкинлеген билдәләр инем. Графигыңды ла үҙең төҙөйһөң. Ҙур эш хаҡы тураһында әйтеп тороу кәрәкмәйҙер.
– Билдәле блогерҙар менән эшләгәнең бармы? Кемдәр менән хеҙмәттәшлек иткең килә?
– Әлеге мәлдә Эльвина100 менән эшләйем. Уға видеолар ҙа әҙерләйем, менеджеры ла булып йөрөйөм. Ул – Өфөнөң иң асыҡ, ихлас, ярҙамсыл блогеры. Үҙен дә, ғаиләһен дә ныҡ хөрмәт итәм.
Бынан тыш, матурлыҡ өлкәһенән Мәскәү эшҡыуарҙары, коучтары менән хеҙмәттәшлек итәм. Шулай уҡ яңыраҡ сыҡҡан “Постучись в мою дверь в Москве” сериалына рилстар эшләйем. Унда уйнаған актриса Джулия Аммадиға эшләп ебәргән видео оҡшаған ине, хәҙер улар менән тығыҙ бәйләнештәмен. Алла бирһә, Мәскәүҙе яуларға уйлайым. Баш ҡала блогерҙары менән эшләргә теләйем.
– Был эш ваҡытты күп аламы? Мәҫәлән, бер рилсты эшләү нисә сәғәт талап итә?
– Әйтәйек, утыҙ секундлыҡ рилсҡа монтаж яһау өсөн 25—30 минут китә. Оҙонораҡ видеолар, мәҫәлән, эксперттыҡына йә репортажға бер сәғәт тирәһе кәрәк. Күптән түгел ике сәғәтлек видеоға монтаж яһаным, ундай форматта тәүгә эшләнем, шуға ла 4-5 көнөм китте. Әлбиттә, тәжрибә туплана барған һайын, шәбәйәһең, йышылаһың.
– Бөтә кеше лә видеомейкерға уҡый аламы?
– Минеңсә, һәр кем үҙләштерә ала. Ысын профессионал булырға теләгәндәргә һәр саҡ трендтарҙы күҙәтеп барыу мөһим, ҡыйыу ҡарарҙарҙан, тәжрибәләрҙән ҡурҡмаҫҡа кәрәк.
– Был өлкәгә килергә хыялланған, яңы эш башлаған видеомейкерҙарға нимә теләр инең?
– Һөнәрҙәрен ысын күңелдән яратһындар! Клиенттарҙың да төрлөһө осрай, ауырыраҡ булған мәлдәрҙә сабыр булырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, белемдәрен камиллаштырып торһондар!
Айгөл СӘЛӘХОВА.
© 2026 «Шоңҡар» - Башҡортостан йәштәренәң ижтимағи-сәйәси, әҙәби-нәфис журналы


