Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Июнь , 15:25

Шәфҡәт ағай беренсе еләктәрен тәмләп тә ҡараған

Һеҙ ҙә шундай шәп егеттәр бармы? Яҙығыҙ Бүтәндәр ҙә белһен. 

Шәфҡәт ағай беренсе еләктәрен тәмләп тә ҡараған
Шәфҡәт ағай беренсе еләктәрен тәмләп тә ҡараған

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Иштанов Шәфҡәт Әсҡәт улы оҙаҡ йылдар буйы шофер булып эшләгән. Быйыл ул баҡсасылыҡҡа тотоноп, еләк үҫтереү маҡсаты менән картуф урынына, ете төрлө еләк үҫентеләрен ултыртҡан. Был йүнәлеш Йәнтеш ауылында ғына түгел, районда яңы шөғөл.
Йүнсел шулай уҡ ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ һәм картуф та сәскән.
Мал-тыуар инмәһен өсөн ер участкаһының тирә -яғын кәртәләп алып, электр көтөүсегә, шулай уҡ телефонына тоташтырып камера ла ҡуйған. Кәзә-һарыҡ, һыйырҙар баҡсалыҡҡа үтеп инә алмай, был осраҡта уларға еңелсә ток һуға. Күҙәтеү камералары ла малдар йөрөүен күрһәтеп тора.
Шәфҡәт Әсҡәт улы беренсе еләктәрен тәмләп тә ҡараған. Был хаҡта тырыш ир-егеттең улы Тимерхан белдергән.
Афарин, Шәфҡәт! Эшең ыңғай барһын, мул итеп йәшелсә-емеш уңышы алырға яҙһын! Яңы башланғысыңда уңыштар теләйбеҙ!

Йәнтеш мәҙәниәт йорто төркөмөнән.

Шәфҡәт ағай беренсе еләктәрен тәмләп тә ҡараған
Шәфҡәт ағай беренсе еләктәрен тәмләп тә ҡараған
Автор:
Читайте нас: