Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июнь , 15:20

Елена Шәймәрҙәнованы табырға ярҙам итегеҙ.

Ул өйөнән 13 июндә үк сығып киткән.

Елена Шәймәрҙәнованы табырға ярҙам итегеҙ.
Елена Шәймәрҙәнованы табырға ярҙам итегеҙ.

Туймазы районының Собханғол ауылынан 63 йәшлек Елена Шәймәрҙәнова хәбәрһеҙ юғалған. «Лиза Алерт РБ» отряды мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын өйөнән билдәһеҙ йүнәлештә 13 июндә сығып киткән.

Юғалған ҡатын зәңгәр төҫтәге күлдәк, ҡара трико һәм алһыу итек кейгән. 

Билдәләре: һоро күҙҙәре, буйы 165 см, тығыҙ кәүҙәле, һоро сәстәре.

Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙың барыһына ла был хаҡта 8-937-3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Автор:
Читайте нас: