Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Иҡтисад
21 Июнь 2024, 10:05

Бар нәмәне ҡойоп ҡуя

Ижад кешеһе бер ваҡытта ла буш тормай. Туҡтауһыҙ эҙләнә лә. Хатта бәләкәс бала ҡарағанда тәүлек әйләнәһенә төп эш – әсәлек бурысы йөкмәтелгәндә лә. Гөлназ да, кинйә улы Булат тыуғас, түшелдеректәр эшләргә тотона. Үҙенсәлекле әйберҙәрҙе алыусылар шунда уҡ табыла. Бынан тыш, Гөлназ ҡул эштәрен бүләк итергә ярата. Бигерәк тә бәләкәстәрҙе һөйөндөрөүҙән кинәнес таба. Балалар өсөн эшләгән түшелдеректәренең һәр береһен айырым бер ижад өлгөһө итеп ҡабул итергә мөмкин.

Бар нәмәне ҡойоп ҡуяБар нәмәне ҡойоп ҡуя
Бар нәмәне ҡойоп ҡуя

Уңған, булдыҡлы, тырыш йәштәр һәр ваҡыт донъя тотҡаһы булып һанала. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ ЮЛЫҠОВА ла шулар рәтендә. Нимәгә тотонһа ла, ҡойоп ҡуя ул.

Гөлназ Ғафури районының Красноусол ауылында тыуһа ла, юлыҡтар өсөн һәр ваҡыт үҙ кеше. Мул, таҙа һыулы Еҙем йылғаһы, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был ауылда уны һәр ваҡыт олатаһы Булат Шәкирйән улы менән өләсәһе Роза Миңнул­ла ҡыҙы көтөп тора. Олатаһы гүр эйәһе булғас, ауылда яңғыҙы ғына йәшәгән өләсә­һе­нең терәгенә әйләнә. Ял етеү менән Гөлназ­ды ауылға йөрөгән автобусҡа ултыр­тып ебәргәндә туғандары: “Юлыҡҡа ғына кейәүгә сығырһың инде”, – тиҙәр. Юра­ған­­­дары юш килә. Бынан ун ике йыл элек Юлыҡ ауылы егете Альберт менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Бөгөн дә тыуған яҡтарына эҙҙе һыуытмай улар. Ике яҡҡа ла ҡайтып, ярҙам итеп торалар. Улдары Айрат менән Булат та өләсәйҙәр йылыһын тойоп үҫә. Етмеш йәшенә тиклем һыйыр ҡараған, әлеге мәлдә лә донъяһын гөлт итеп тотҡан Роза апай – ауылда һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың береһе. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигән кеүек, Гөлназды ла “Роза әбейҙең ейән­сәре” тип йөрөтәләр һәм уның уңғанлы­ғына, тырышлы­ғына шунан да юғары баһа юҡтыр.

– Миңә биш-алты йәштәр ҙә өләсәйемә эйәреп бәйләп ҡарағым килә. Мауығыуымды өлкәндәр ҙә хупланы. “Миңә башалтай, миңә бейәләй бәйләп бир”, – тип заказ бирә башланылар. Йүкә сөй ҡағыусылар булһа, күңел үҫеп китә бит. Мин дә яйлап ҡына энә, ырғаҡ тота башланым. Красноусолда беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт элекке ҡул теген машинаһы ултырҙы. Ҡасан, кем алғандыр, уныһы менән ҡыҙыҡһынғаным да булманы. Уны ла эшһеҙ ултыртманым. Һүтелгән, йыртылған әйберҙәрҙе тектем, ҡыҫҡарттым, тарайттым тигәндәй. Өләсә­йе­мә, үҙемә өйҙә кейергә күлдәктәр ҙә тектем. Ҡатын-ҡыҙға донъя көткәндә иң кәрәкле эштәрҙе шулай бәләкәйҙән өйрәнеп үҫтем. Ике яҡ иңемдә ике фәрештә – өләсәйем менән әсәйем Гүзәлиә Булат ҡыҙына дөрөҫ, матур тәрбиәләре өсөн ғүмерем буйы рәхмәт­лемен, – ти Гөлназ, бала саҡтағы йылы хәтирәләргә бирелеп.

Олатай йоғонтоһо, абруйы ла Гөлназ күңелендә мәңгелеккә урын ала. Кесе улы бер айға ваҡытынан алда тыуғас, бер аҙна сама­һы реанимацияла ята. Табиптар, бала ныҡла­нып китһен өсөн, берәй металл исемен ҡушыр­­ға кәңәш итәләр. Гөлназ олатаһының исемен бирә. Үҙе булат ҡылыстай ныҡлы уның кеүек яҡшы кеше булып үҫһен, тип.

Гөлназ һүрәт төшөрөргә лә ярата. Һөнәрен шул йүнәлеш менән бәйләп, Красноусолдағы 1-се мәктәптең IX класты тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы педагогия колледжына уҡырға керә. Уҡыу йортонан һуң, Өфөгә килеп төрлө урындарҙа эшләй. Рәсем, һыҙма уҡытыусыһына буш урындар табылмай. Бер мәл яҡын бер туғаны: “Ҡурсаҡ театрында һинең һөнәрең буйынса хеҙмәткәрҙәр кәрәк икәнлеген күрҙем. Шунда барып ҡара әле”, – тип кәңәш бирә. Һыҙма-һүрәттәр күрһәтеп, уны бер ни тиклем тикшергәс, иртәгәһенә үк эшкә саҡыралар. Рәссам-бутафор булараҡ ун өс йыл театрҙа алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр һанала. Шул арала М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның художес­тволы графика факультетын ситтән тороп уҡып, дизайнер һөнәренә эйә була.

Бында уҡығанда күңелендә милли асылыбыҙ менән ҡыҙыҡһыныу тыуа. Күп курсташтары кейеҙ баҫыу, гөл һауыттары эшләү кеүек әйберҙәрен тәҡдим итә. Гөлназ башҡорт туйын һынландырыуға тотона. Йәш кейәү, кәләш, ҡәйнә – ҡурсаҡтарҙы үҙе эшләй, уларҙы борон­ғоға ярашлы итеп кейендерә. Эш урынын­да бәләкәс кенә уйынсыҡ һандыҡ эшләп бирәләр. Уға бирнәлек әйберҙәрен үҙе тегә, бәйләй.

Театр – ул коллектив эшләү урыны. Күмәкләшеп бер идея менән янған саҡта ғына, тамашасының күңеленә хуш килерлек әҫәрҙе сәхнәгә сығарырға мөмкин. Ҡурсаҡ театрында сәхнәлә йөрөүселәр иһә – тегелгән ҡурсаҡтар. Әҫәрҙең йөкмәткеһенә ярашлы итеп образ һынлан­дырыу өсөн Гөлназ кеүек хеҙмәт­кәр­ҙәрҙең иңенә төшә. Бер үк персонажды бер нисә хәрәкәттә эшләргә кәрәк булғанда, әллә нисә хеҙмәткәр эшкә йәлеп ителә. Кешене тың­лай, ипләп кенә кәңәштәрен бирә белгән Гөлназ менән уртаҡ тел табыуы хеҙмәттәштәренә лә еңел. Етмәһә, башҡорт халҡының милли үҙен­сәлеге менән ҡыҙыҡһынған, өйрәнгән кеше үҙе­нең идеяларын да тәҡдим итә. Йәнә эш алды­нан сәхнәгә ҡуйыласаҡ тексты уҡып сығырға күнек­кән. Шунда ғына уны авторҙың уйла­ға­нын бар тулылығында тамашасыға етке­рер­гә мөмкин икәнлеген яҡшы аңлай ул. Йыл һайын театр­ҙан Гөлназды Рәсәйҙең төрлө төбәгенә тәжрибә уртаҡлашырға, һөнәри яҡтан каммиллашырға, белем алырға ебәрәләр. Был уға ҡарата етәкселектең ҙур өмөттәр бағлауын белдерә.

Ижад кешеһе бер ваҡытта ла буш тормай. Туҡтауһыҙ эҙләнә лә. Хатта бәләкәс бала ҡарағанда тәүлек әйләнәһенә төп эш – әсәлек бурысы йөкмәтелгәндә лә. Гөлназ да, кинйә улы Булат тыуғас, түшелдеректәр эшләргә тотона. Үҙенсәлекле әйберҙәрҙе алыусылар шунда уҡ табыла. Бынан тыш, Гөлназ ҡул эштәрен бүләк итергә ярата. Бигерәк тә бәләкәстәрҙе һөйөндөрөүҙән кинәнес таба. Балалар өсөн эшләгән түшелдеректәренең һәр береһен айырым бер ижад өлгөһө итеп ҡабул итергә мөмкин.

Был шөғөлөн артабан да дауам итергә, үҫешергә һөнәре, хеҙмәт урыны ла ярҙам итә. Светлана Чураеваның Өфө ҡалаһына арналған “Батыр һыуһар” әҫәрен сәхнәгә сығарырға әҙерләгәндә, Гөлназ ундағы персонаждарҙың береһе Ҡаҙға түшелдерек, ҡашмау эшләй. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли баш кейеме шунда уҡ яҡшы килеп сыға. Өйөндә уның күсер­мәһен, кейерлеген тегә. Аҙаҡ Фәнүзә Аллағо­лованан оҫталыҡ дәрестәре ала. Әлеге ваҡытта аҡ, ҡыҙыл төҫтәрҙәгеһе бар. Уларҙы кейеп фотоға төшөргә теләүселәргә биреп тора. Килә­сәктә һатып алыусыларҙың ихтыяжынан ҡарап, был эш менән туҡталып ҡалырға уйламай.

Һуңғы ваҡытта ғаилә менән бер иштән кейенеү, бер төҫтәге биҙәүестәр тағыу модала. Гөлназ түшелдеректәргә өҫтәп, бер төҫтән милли биҙәкле галстуктар ҙа эшләй.

Оҫтаға башҡа төрлө һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итәләр. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡушъяулыҡ­тар тегеп биреүен һорағандар. Теләктәренә ҡаршы килмәгән.

– Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, нимәлер кәрәк тиһәләр, эшләргә тырышам. Һатып алыусымдың ышанысын аҡлауым дәрт өҫтәй. Киләсәктә тәңкә һуғырға өйрәнгем килә. Ҡайҙа йөрөһәм дә, сифатлы тауар, галстуктар, сәйлән күрһәм, һатып алырға тырышам. Фатирыбыҙҙың бер мөйөшөн биләп тора улар. Теген машинам да бар. Ғөмүмән, яңылыҡтан, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмайым. Бөгөнгө заманда кем эҙләнә, кем эшенә яратып, ижади ҡарай, шуға уңыш йылмая. Бер үк ваҡытта балалар тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен ваҡытында үҫтереүҙе лә онотмаҫҡа кәрәк. Оло улым Айрат, башҡа бик күп тиҫтер­ҙәре кеүек, робот техникаһы менән ҡыҙыҡһына. Булаттың иң актив сағы әле. Бейеүгә лә йөрөй, һүрәт тә төшөрә, ағаһы кеүек, замана технология­лары менән дә мауыға.

Ниндәйҙер шөғөл менән булышҡанда икенсе яртыңдың дәртләндереп тороуы ла кәрәк. Үҙ мөйөшөмдә төнө буйы эш менән ултырһам да, Альберт бер ваҡыт­та ла туҡта, тигәне юҡ. Ул хуплай, үҙ фекерен әйтә, – ти ул, замандаштарына кәңәштәрен биреп.

 

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Автор:
Читайте нас