Земфира БАЙБУЛДИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Гәлсәр һандуғас” проекты етәксеһе:
– 2001 йылда, “Айҙар” студияһының ун йыллыҡ юбилей концертына әҙерләнгән ваҡытта беҙ уның менән танышып, аралашып, дуҫлашып киттек. Ил буйлап 80-гә яҡын концерт ҡуйырға тура килде, шул саҡта уҡ башҡорт халыҡ йыры “Зөлхизә”не үҙенсәлекле тембр, ҡабатланмаҫ матурлыҡ, тәрән драматизм менән башҡарып, тамашасы күңелен яуланы. “Тыуған яҡ” йыры тиҫтәләрсә йыл дауамында үҙенең популярлығын юғалтмауы йырсының талантын дәлилләй. Дуҫ булараҡ та Вәсилә асыҡ, ихлас булды. Күңелендә бер ваҡытта ла кер тотманы, оҡшамаған йәки ярамаған ҡылыҡ булһа, кешегә һөйләп йөрөмәне, ә йөҙгә бәреп әйтерлек ҡыйыулыҡ таба белде. Тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыны, ауырлыҡтарҙы ла күрҙе. Тамашасы күңелен яулау уға еңел бирелмәне, аяҡ салыусылар ҙа табылып торҙо. Әммә ул һәр һынауҙан һабаҡ алып, нығынып, алға ынтылды. Йәлләп, үкенеп иҫкә алырлыҡ түгел, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә лә беҙҙең күңелдәрҙә тәрән эҙ ҡалдырҙы.
"Тамаша" журналынан