Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Сентябрь , 23:21

Уҫаҡ япрағы быуындар һыҙлауын баҫа

Мин был дауаны үҙемдә һынаным. Ауыртыуҙың бармаҡ остарынан сыҡҡаны һиҙелә.

Уҫаҡ япрағы быуындар һыҙлауын баҫа
Уҫаҡ япрағы быуындар һыҙлауын баҫа

Интернет селтәренә Сәлим Шарапов ҡуйған яҙма менән уртаҡлашбыҙ. Аяҡ-ҡулдары һыҙлап интегеүселәргә файҙалы кәңәш. Үҙегеҙгә һаҡлағыҙ.

“...Ҡайһы ғына төркөмгә инмә, аяҡ-ҡулы һыҙлауына зарланыусылар күп. Армиянан һуң ҡапыл ғына минең дә аяҡтарым һыҙлай башланы. Хатта аяғымды һоноп ултыра алмай инем. Әсәйем шулай эшләргә өйрәтте: бер пакет уҫаҡ (осина) япрағын йыйып, ҡояшҡа һалып ҡуйырға. Һап-һары булып бешкәс, тәрән тасҡа йәки биҙрәгә һалып, өҫтөнә ҡайнап торған һыу ҡойорға. Төнәтмәнең эҫелеге аяҡты бешермәҫлек булғас, тубыҡҡа хәтлем аяҡтарҙы тығып ултырырға.

Мин был дауаны үҙемдә һынаным. Ауыртыуҙың бармаҡ остарынан сыҡҡаны һиҙелә. Беренсе тапҡырҙан уҡ еңеллек тойҙом. Профилактика өсөн аяҡтарымды ике тапҡыр уҫаҡ япраҡтары һыуында тоттом. Шунан бирле күҙ теймәһен!

Һуңынан ишеттем: Мөжәүир хәҙрәт тә гел кешеләргә ошоно өйрәткән икән. Ул ауырыу ныҡ көслө булһа, япраҡты 40 уҫаҡтан йыйырға ҡушҡан. Юғиһә, йәй буйы аяҡ аҫтындағы дауаны тапап йөрөйбөҙ ҙә ҡыш дарыуханаға йүгерәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙгә бөтәһен дә йәлләмәй биргән. Шуны эйелеп алырға йыбанабыҙ. Һеҙгә яҙғаным ярҙам итер тигән ышаныста ҡалам”.

Әйткәндәй, уҫаҡ беҙҙең төбәктәге башҡа ағастар менән сағыштырғанда һуңыраҡ япраҡ яра. “Уҫаҡ япраҡ ярһа, ысын йәй башлана”, ти халыҡ.

Фото: tatiana-photo.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.
Автор:
Читайте нас: