-6 °С
Болотло
10 сентябрҙә Өфөлә «Затон-Көнсығыш» биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан күп ҡатлы йорттоң 6 ҡатынан 43 йәшлек ир ҡолап төшөп вафат булған. Ул монолит стенаны тышҡы яҡтан урап үтергә маташҡанда ҡолаған.
Ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары тикшереү барышында асыҡланасаҡ.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Башинформ".