Шоңҡар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Октябрь , 20:40

Йәшәһен "Ҡәрҙәшлек кәштәһе"!

Бынан утыҙ йыл элек Башҡортостан менән Татарстан китап нәшриәттәре араһындағы бер-береһенең китаптарын сығарыуға килешеү төҙөү был яҡынлыҡты тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. 

Йәшәһен "Ҡәрҙәшлек кәштәһе"!
Йәшәһен "Ҡәрҙәшлек кәштәһе"!

Башҡорт менән татарҙан да бер-береһенә яҡын халыҡтар юҡтыр. Бынан утыҙ йыл элек Башҡортостан менән Татарстан китап нәшриәттәре араһындағы бер-береһенең китаптарын сығарыуға килешеү төҙөү был яҡынлыҡты тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Килешеүгә ярашлы Татарстан китап нәшриәте - башҡорт, ә Башҡортостан китап нәшриәте татар яҙыусыларның китабын  сығара. Быйыл  прозаик, журналист Венер Исхаҡовтың Ҡазанда "Министр була яздым" тигән китабы донъя күрһә,  татар  яҙыусыһы  Рафис Ҡорбандың башҡорт телендә китабы сыҡты. Ошо айҡанлы Ҡазанда  китаптарҙың исем туйҙары үтте. 

Байрам бик йәнле барҙы. Уҡыусылар авторҙарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, автографлы китаптар алды.

Байрамға шулай уҡ  З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире Әлфиә Теләмова, балалар шағирәһе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина килгәйне.

Йәшәһен "Ҡәрҙәшлек кәштәһе"!
Йәшәһен "Ҡәрҙәшлек кәштәһе"!
Йәшәһен "Ҡәрҙәшлек кәштәһе"!
Автор:
Читайте нас: