Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Октябрь , 11:31

"Мин унан ҡурҡам, үлтереүе ихтимал" - тип яҙып бөткән

Хәҙер мин төҙөгән йортта үҙенән ун биш йәшкә кесе егет менән йәшәй. 2 бала бар. Улар илай “Атай, һинең менән йәшәгебеҙ килә” тип.

"Мин унан ҡурҡам, үлтереүе ихтимал" - тип яҙып бөткән
"Мин унан ҡурҡам, үлтереүе ихтимал" - тип яҙып бөткән

Ҡатыным ташланы. Дөрөҫөрәге урамда тороп ҡалғанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Өй төҙөнөк матур итеп. Мин документ эштәренә ҡыҫылманым. Ҡатыным барыһын да эшләп барҙы. Нимәгәлер подпись кәрәк саҡта мин ҡабалан саҡта алдыма алып килеп һалыр ине. Иғтибар ҙа итмәнем, теләһә нәмә уйламаным да. Һөҙөмтәлә уның бар донъяны үҙенә теркәп сыҡҡаны асыҡланды. Дуҫтар "бисәң барыһын да уйлап алдан эшләп барған", ти. Тик минең быға ышанғым килмәй. Яратышып өйләнешкәйнек бит.

Ике ҡатлы йорт әҙер, ә миңә унда урын юҡ. Был хаҡта белгәс, эсеп алып ҡайғынан, ныҡ ҡаңғырҙым. Һуҡманым ҡатынға, бер ҡасан һуҡҡаным юҡ. Ә бына өйҙәге күпмелер нәмәне онтағанмын. Ул полиция саҡыртҡан. Алдан шулай уйлаған булған икән. Сөнки ғаризаһында: "Һәр саҡ мине туҡманы, йорттағы бар әйберҙәрҙе ҡыйратып килде. Мин унан ҡурҡам, үлетереүе ихтимал" тип яҙып бөткән. Участковый: "Ағай, янына барып йөрөмә инде. Башыңды төрмәлә серетер, бик яһил ҡатын, ундайҙарҙы күргән бар. Бер кем еңә алмай ундайҙарҙы",-тип кәңәш бирҙе. 

Хәҙер мин төҙөгән йортта үҙенән ун биш йәшкә кесе егет менән йәшәй. 2 бала бар. Улар илай “Атай, һинең менән йәшәгебеҙ килә” тип. Ә мин алама йортта тороп ҡалдым. Кем миңә балаларҙы бирһен? Ҡатындан ни өсөн улайтҡанын һораным. Мин бәхетле булғым килә тине. Балалар илай, мин көн-төн эсәм дә эсәм, ә ул бәхетле...

М.

Автор:
Читайте нас: