Шоңҡар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Октябрь , 09:25

Тыуған көнөң менән, Алмаз!

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының талантлы актеры Алмас Йосопов тыуған көнөн билдәләй. Алмаз, ғүмер байрамың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә сәләмәтлек, бәхетле сәнғәт тормошо, тамашасылар һөйөүенә сорналып йәшәүеңде теләйбеҙ. “Шоңҡар”ҙар.

Тыуған көнөң менән, Алмаз!
Тыуған көнөң менән, Алмаз!

"Үәт шәп артист! Үәт шәп егет! Килештерә бит! Ниндәй матур йырлай ҙа! Был егеттең башҡорт театрының бер биҙәге булырына шик юҡ".  Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Венер Исхаҡовтың "Йырланмаған йырым һин" повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә  (режиссеры - Айрат Абушахманов, сцен. авторы - Динара Ҡәүмова) йәш артист Алмаз Йосоповты йәш Хәсән образында күреп, тамашасыларҙың һоҡланыуынаң сиге булманы. Дөрөҫ, бығаса театр  сәхнәһендә Алмаз Йосоповты: "Шәүрәкәй"ҙә - Вәли,
"Хыялға ҡаршы" героик булмаған повесында - Динис, "Сысҡандар мажараһы" әкиәтендә - Шома, "Ат уйнатып бара"ла - Борисовтың Адъютанты, "Бәхет хаҡы" музыкаль мелодрамаһында - Азат, "Мираликундия. Серле гиппопотам" әкиәтендә - Арыҫлан, "Әсмә"лә - Янһары, "Йәш йөрәктәр" ҙә - Хәйретдин, "Еҙнәкәй" музыкаль комедияһында  Ғиззәт образында күргәйне инде. Был юлы иһә Алмаз Илгизәр улы үҙен һәр йәһәттәни ысын талант булыуын йәнә ышаныслы раҫланы.

Бөгөн ошо талант эйәһенең тыуған көнө.
Алмаз, ғүмер байрамың менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә сәләмәтлек, бәхетле сәнғәт тормошо, тамашасылар һөйөүенә сорналып йәшәүеңде теләйбеҙ. “Шоңҡар”ҙар.

Венер ИСХАҠОВ. 

Фото: Бәйләнештә

Тыуған көнөң менән, Алмаз!
Тыуған көнөң менән, Алмаз!
Тыуған көнөң менән, Алмаз!
Тыуған көнөң менән, Алмаз!
Тыуған көнөң менән, Алмаз!
Тыуған көнөң менән, Алмаз!
Автор:
Читайте нас: