Арыҫлан йөрәкле ирҙәр
...Беҙ уның бер туған ҡустыһы Әҡсән менән таныш булғанбыҙ икән.
Әле лә хәтеремдә: 1991 йылдың йәй аҙағы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында эшләйем, бер төркөм әҙиптәр – Хәсән Назар, Таңһылыу Ҡарамышева, Азат Мағазов, – ул саҡтағы Свердловск ҡалаһына барҙыҡ. Осрашыуҙар уҙғарҙыҡ, урындағы башҡорт милли йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән күрештек. Йәмәғәтселәр араһында Сөхфәт Надиров, Нәүфил Шәүҡәтов менән Әҡсән Арыҫлановтар бар ине.
Әйткәндәй, өлкә ҡалаһындағы Мәжит Ғафури исемендәге милли-мәҙәни үҙәк етәксеһе Сөхфәт Надиров бынан алда ғына өйөмдә ҡунды. Ул Свердловск ҡалаһында башҡорт яҙыусылары һәм артистары менән осрашыу ойоштороу маҡсаты менән Өфөлә йөрөп ята ине. Ғафури районы артистарын Свердловскиға барырға ҡоҙаларға тип, Красноусолға йыйындыҡ. Унда “Табын” район гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов беҙҙе үҙҙәренә алып ҡайтты.
Свердловскиҙа булғаныбыҙ, ҡәрҙәштәр менән осрашыуыбыҙ бөгөнгөләй хәтерҙә. Бер нисә шығырым тулы мәҙәниәт һарайында халыҡ араһында сығыш яһаныҡ, Ғафури районы һәүәҫкәрҙәре үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Ул осорҙа күрше өлкәлә ғәйнә башҡорто Сөхфәт Надиров менән Ҡатай ырыуы вәкиле Әҡсән Арыҫлановтар милли-мәҙәни хәрәкәттең ысын лидерҙары ине. 1990 йылда улар “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең Свердловск бүлеген ойоштора, бер нисә ҡала, район мәктәбендә туған телде өйрәнеү кластары астырыуға өлгәшә. Шулай өлкәлә милли рух өсөн көрәш йәйелдерәләр, төбәктә йәшәгән башҡорт, татарҙарҙың милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡайғыртып, уларҙың үҙ сәнғәтенә ҡарата булған һыуһынын ҡандыралар. Нисәмә тапҡыр Башҡортостан, Татарстан артистарының, яҙыусыларының сәфәрен ойошторалар. Әҡсән Арыҫланов менән Сөхфәт Надиров 1995 йылда Өфөлә I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат булып ҡатнаша, ә Ауырғазы һабантуйында уларға элек тархандарҙа ғына булған башҡорт еләне кейҙерәләр. Һуңынан тыуған Юлдаш-Ҡатай ауылына ҡайтҡанда ла Әҡсән (ул 1986 йылда ауылдың 400 йыллығын ойоштора, 2010 йылда вафат була) еләнен һис иңенән төшөрмәй.
...Бына шундай илһөйәрҙең бер туған ағаһы ул Әсләм ағай Арыҫланов. Ул – Свердловск дәүләт педагогия институтын тамамлаған уҡытыусы. 1974 йылда Башҡорт АССР-ы “Госстрах” идаралығының кадрҙар бүлеге начальнигы, аҙаҡ Башҡортостан Һаҡлыҡ банкының шулай уҡ кадрҙар һәм махсус хеҙмәттәр бүлеге начальнигы була.
Нәҡ ошонда эшләгәндә Ҡатай балаһы Әсләмде Һаҡлыҡ банкы системаһында, етәкселектә башҡорттарҙың аҙ булыуы аптырата. Был уны милли хәрәкәткә, үҙ тарихы тамырҙарын юллауға килтерә. Әсләм Ислам улы боронғо Ҡатай ырыуы тарихын өйрәнә башлай, ошо хаҡта ике китап – “Юлдаш-Катай Нязепетровский и известные катайцы” (Уфа, 2011), “Между Азией и Европой” (Уфа, 2014) – яҙа, ҡатайҙар араһынан яңы шәжәрәләр таба.
Шундай риүәйәт тә бар: “Бынан 500 йыл әүәл Ҡатай тауында (хәҙер ул Нязепетровск ҡалаһының уртаһында ҡалған) Ҡатай исемле бай, дәрәжәле башҡорт йәшәй. Уның дүрт улы була. Олоһо – Оло Ҡатай. Оло Ҡатай әлеге Өфәлей һыртын, Ҡарабаш, Ҡыштым, Кәсле ҡалалары, Арғаяш, Ҡоншаҡ районы биләмәләрен биләй. Уртансыһы – Ҡайып Ҡатай Өфө (Ҡариҙел йылғаһы тип беҙ атаған йылғаны ҡатайҙар Өфө йылғаһы тип йөрөтә, ә Ҡариҙел тип башҡорттар элек Каманы атаған икән) йылғаһы буйҙарын ала. Өсөнсөһө – Юлдаш Ҡатай әлеге Юлдаш тирәһенә (Силәбенең Нязепетровск районы ауылдары), Балаҡатай районы биләмәләренә ултыра”.
“Башҡорт ырыуҙары” (Р.З. Йәнғужин, Ф.Ғ. Хисамитдинова, Өфө, 2007) китабы буйынса Яланҡатай, Иҙелҡатай, Инйәрҡатай һәм башҡалар – улар бөтәһе лә ОлоҠатай менән Бала Ҡатайҙың нәҫелдәре. Әсләм Арыҫланов билдәләүенсә, ХIХ быуат һуңында был риүәйәттәр ололарҙың раҫлауы – һүҙе булып йөрөгән.
Автор ошо иҫтәлектәр нигеҙендә тыуған ауылы Юлдаш-Ҡатайҙа, Башҡортостандың әлеге балаҡатайҙар йәшәгән төбәге – Балаҡатай районы ауылдарында (Билән, Кәркәй, Иҫке Масҡара, Әшәй) шәжәрә байрамдары, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кисәләре ойоштора. Был эшкә бөтә яҡташтарын, урындағы етәкселәрҙе, журналистарҙы йәлеп итә.
Әсләмдең иҫе китә: башҡорт ерҙәре ҡайһылай өҙгөләнгән-йыртҡыланған, ысын мәғәнәһендә уңған килендең теткеләнеп бөткән алъяпҡысына оҡшап ҡалған! Бала Ҡатай уланының үҙәге өҙөлә. Исмаһам, ти, ул тарихи хәтерҙе һаҡлайыҡ, башҡорт халҡының үткәнен онотмайыҡ. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, беҙҙең үткәнебеҙ менән бөгөнгөбөҙ туранан-тура бәйле. Әлеге Силәбе, Свердловск өлкәләре – башҡорт ерҙәре, унда меңәр йылдар буйы ата-бабаларыбыҙ йәшәгән! Әле лә беҙ ул ерҙәрҙән тайпылырға, баш тартырға тейеш түгелбеҙ! Ошо башҡорт ауылдарында Шәжәрә байрамдары, ырыу йыйындары үткәреү үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе танытыу, ҡайҙа, ниндәй ерҙә йәшәүебеҙҙе, ҡайһы яҡтың һыуын эсеүебеҙҙе бүтән ят бауырҙарға иҫкәртеү ҙә ул.
Әлбиттә, ошондай оло йыйындарҙы ойоштороу шәхестән ҙур түҙемлек, етәкселек һәләте талап итә. Был – бик тә мәшәҡәтле, ығы-зығылы шөғөл. Һәм, нисек кенә сәйер тойолмаһын, Әсләм Арыҫланов, Әҡсәндең туғаны, был эштәрҙән ялҡмай ҙа, һынмай ҙа, бөгөлөп тә төшмәй. Ни әйтәһең инде, уның был фиҙакәр хеҙмәтенә рәхмәттәр генә уҡып, хупларға ҡала. Илем, телем, халҡым тип йүгереп йөрөгән ошондай илһөйәребеҙҙе бары ҡеүәтләргә, уға һәр төрлө ярҙам, хөрмәт күрһәтергә кәрәктер. Ундай заттар үҙҙәре өсөн тырышмай, уларға был оло эштәре өсөн бер кем бер тин дә түләмәй, гәрсә дәүләт ундай эшмәкәрлекте үҙ яҡлауына алырға бурыслы булһа ла...
Ринат КАМАЛ,
яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.
Автор:Венер Исхаков