Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Ноябрь , 20:50

17 йәшлек башҡорт ҡыҙы миллионер булған!

Был тиклем аҡсаны ҡайҙан алған? 

17 йәшлек башҡорт ҡыҙы миллионер булған!
17 йәшлек башҡорт ҡыҙы миллионер булған!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының  11-се класс уҡыусыһы Әлиә Исҡаҡова 17 йәшендә миллионер булды. Ул «Артек»та «Оҙон тәнәфес» конкурсында бер миллион һум отҡан. Уның менән "Уфа 1" порталы һөйләшкән. Әлиә әйтеүенсә, «Оҙон тәнәфес» бөтә Рәсәй конкурсы март айында уҡ башланған. Ул «Иң мөһиме тураһында һөйлә» саҡырыуында ҡатнаша. Конкурс дүрт этаптан торған. — "Танышыу"- видеотека һәм үҙең турала эссе  төшөрөргә кәрәк ине. «Саҡырыуға яуап бир» - унда һинең саҡырыуың менән бәйле проблеманы хәл итергә һәм тулы  проект эшләргә кәрәк ине. "Ярымфинал" авгсута  Пермдә үтте. Беҙ кейстарҙы хәл иттек һәм яҡланыҡ. "Финал" - Ҡырым ярымутрауындағы "Артек" үҙәгендә ике сменала уҙҙы. Беҙ командаларға бүлендек һәм кейстар систек, - тип әйтә ул. Финалдан һуң икенсе көндө еңеүселәрҙе иғлан иткән бүләкләү тантанаһы була. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, конкурстың беренсе этабында 3,5 миллион кеше ҡатнашҡан, ә бары тик 11-се  кластан 150 кеше генә еңеүсе булған.

– Был маҡсатыма мин ике йыл барҙым! Былтыр  ярымфиналға тиклем барып еттем, ләкин финалда балдарым етмәне. Ә хәҙер минең өсөн һуңғы мөмкинлек булды, һәм мин ныҡлы ышаныс менән еңергә тейеш тигән ҡарарға килдем! Бик хафаланған инем, әммә барыһы ла яҡшы ғына килеп сыҡты, - тип белдерә Әлиә. Йәш миллионер һүҙҙәренсә, "Оҙон тәнәфес" уға бай  тәжрибә генә түгел, ә бөтә донъя буйлап бик күп дуҫтар, иң ғәжәйеп тойғо-кисерештәр, белем бүләк иткән. Аҡсаны  нисек тоторға икәнен мин әлегә хәл итмәнем. Киләсәктә үҙ тормошомдо медиасфера менән бәйләргә теләйем, сөнки мин бик ижади кеше,  кешеләр менән аралашырға яратам, — тип уртаҡлашҡан Әлиә.

Фото: "Уфа.ру"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: