Альберт Салауатовтың һуңғы йылдарҙағы уңыштарына уның ныҡлы терәге булған ҡатыны Гөлшаттың да өлөшө бар. Быны йырсы йәшермәй. Ғаилә тормошо тураһында әңгәмәләшеү өсөн уның үҙен дә саҡырҙыҡ.
– Һеҙҙең танышыу, ҡауышыу тарихы нисек булды?
Альберт:
– Филармонияла йыр конкурсы бара ине, тамашасылар залына инеп, бәйгеселәрҙең сығышын ҡарай башланым. Тәү тапҡыр күргәс тә, күңелемә ятты. Йырлап бөтөү менән гөлләмә тотоп, сәхнә артына, уның менән танышырға ашыҡтым. Тәүҙә дуҫтарса аралаштыҡ. Ярты йыл тирәһе осрашып йөрөнөк тә, сәстәрҙе сәскә бәйләргә тәүәккәлләнек.
– Айырылыу менән тамамланған тәүге никахтарҙан һуң, ғаилә тормошона күңелең ҡалмағайнымы?
– Дөрөҫөн әйткәндә, башҡаса бөтөнләй өйләнмәҫмен, тип ғаилә тормошонан ваз кискән инем. Дөйөм ятаҡ бүлмәһендә көн итәм, йәш тә бара. Өс йылға яҡын шулай йәшәнем. Бер көндө урамда класташым Баймөхәмәт хәҙрәтте осратып, һөйләшеп киттек. Ул миңә бер аҙ дин тәғлимәттәре хаҡында һөйләп алды ла, ҡапыл ғына: “Альберт, ғаилә ҡорорға кәрәк. Яңғыҙ йөрөргә ярамай”, – тип кәңәш бирҙе. Күңелем бер аҙ күтәрелеп ҡалды, дин менән ҡыҙыҡһына башланым. Ошо һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәй Гөлшат, менән таныштыҡ. Баймөхәмәт хәҙрәт беҙҙең ғаилә дуҫы, һәр ваҡыт кәңәштәре менән ярҙам итә. Алтын ҡасабаһынан йорт алғас, Баймөхәмәт хәҙрәттән Ҡөрьән уҡыттыҡ. Балаларға ла исемде ул ҡушты.
– Ә Гөлшаттың ниндәй һыҙаттары күңелеңә ятты?
– Йәшермәйем, уға малайҙарса ғашиҡ булдым. Саф хистәр, аҡ хыялдар менән, барлыҡ донъямды онотоп. 40-ты уҙғас ундай хистәр була икән, тип уйламағайным. Уға тик яҡшы яҡтан ғына күренергә тырыштым, хатта тәмәке тартыуымды ла йәшереп йөрөнөм. Иғтибарын, ихтирамын, һөйөүен яуларға тырыштым. Тәү сиратта матурлығы һәм баҫалҡылығы менән күңелемде яулап алғайны. Уны күберәк белгән һайын нығыраҡ ғашиҡ була барҙым. Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, мөләйем ҡарашы күңел боҙҙарын иретте.
– Гөлшат, һине Альберт менән ҡауышыу ҡурҡытманымы?
Гөлшат:
– Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы булдымы икән, ул саҡта ҡурҡыу, икеләнеү булманы. Йәш айырмаһы ҙур булыуы ғына бер аҙ ситен ине. Мин йырсы булараҡ Альберттың бер ҡасан да фанаты булманым. Быны уның үҙенән дә йәшермәйем. Тәү сиратта, ир-егет булараҡ, тормош юлдашым итеп яратам. Йырҙарын тыңлайым, спектакль премьераларына йөрөйөм, әлбиттә, эшен хөрмәт итәм. Әгәр ул минең кумирым булһа, кейәүгә сыҡмаған булыр инем. Күңелемә сәхнәләге Альбертҡа ҡарағанда тормоштағыһы күпкә яҡын.
– Ғаилә ҡороуығыҙға туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ нисек ҡараны? Кеше һүҙе, ғәйбәт булдымы?
Гөлшат:
– Беҙ бит кем нимә әйтер, тип ҡурҡыр, кемдеңдер фекерен тыңлар йәштә түгел инек. Хәл иткес ҡарарҙы үҙебеҙ ҡабул иттек. Икебеҙҙең дә тормошта айырылыу менән тамамланған никах бар ине, ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә туплағанбыҙ. Тәүге никахтан улым Ринат бар, шуға күрә Альберт тәҡдим яһағас, икәү араһының мөнәсәбәтен күҙәттем. Бик тиҙ уртаҡ тел тапты улар, дуҫлаштылар. Баштан уҡ эштә лә, уйында ла бергә булдылар. Альберт тәҡдим яһағас, ыңғай яуабыма шул йоғонто яһаны. Хатта атай-әсәйем дә ҡапыл ғына, бергәләп ауылға ҡайтып төшкәс кенә, танышты. Аллаға шөкөр, улар ҙа, башҡа туғандар ҙа иремде ҡабул итте, һәйбәт аралашалар. Альберт бит бик ихлас, ябай, һәр кем менән уртаҡ тел таба.
Ә кеше һүҙенә килгәндә, улар һәр ваҡыт була. Икебеҙ ҙә уларға иғтибар итмәйбеҙ. Социаль селтәрҙәрҙән хат яҙлар, тәүге осор шылтыратыусылар ҙа булды. Шулай ҙа, беҙҙең өсөн шатланыусылар күберәк. Айырыуса бала тыуғас, күптәрҙең мөнәсәбәте үҙгәрҙе.
– Ә Альбертҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан мөхәббәт хаттары киләме?
– Ул хаттарҙа күберәк талантына һоҡланыу белдерәләр. Альберт йәшермәй, бергәләп уҡыйбыҙ, матур итеп рәхмәт һүҙҙәре менән яуап яҙабыҙ. Һәр хәлдә, уны ижадын яратыусыларҙан көнләшеп, әрләшеп ултырғаныбыҙ юҡ. Артист ҡатыны булараҡ, халыҡ һөйөүен, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, аңлап ҡабул итәм.
– Гөлшат, “Бәйләнештә” селтәрендә йырҙарыңдың яҙмалары менән танышып була, бик матур йырлайһың. Киләсәктә Альберт менән концерттар ҡуйырға, гастролдәргә йөрөргә тигән теләгең юҡмы?
– Юҡ. Мин тәү сиратта, балалар әсәһе, ир ҡатыны. Һөнәрем буйынса уҡытыусымын. Ә йыр бары тик хобби ғына. Әлбиттә, яҙмалар эшләүҙән, һирәкләп кенә сәхнәгә сығыуҙан баш тартмаҫ инем. Артист тормошо мәшәҡәтле, ғаиләбеҙгә берәү еткән.
– Альберт, ә һин Гөлшаттың ижады менән танышмы? Шиғырҙары оҡшаймы?
Альберт:
– Әлбиттә. Танышҡан саҡта белмәй инем, ә белгәс, ихтирамым, хөрмәтем тағы ла артты. Тик бала һәм йорт мәшәҡәттәре менән ул һуңғы арала ижадтан бер аҙ ситләште. Шиғырҙары миңә генә түгел, күп уҡыусыларға оҡшай. Киләсәктә уларға ижад ителгән йырҙарҙы башҡарырға ниәтләйем. Айгөл Әсәҙуллина менән “Вәғәҙә” тигән дуэт сығарғайныҡ, уны тамашасы йылы ҡабул итте.
– Күп балалы ғаиләнең йөгө лә ауырыраҡ, сығымдары ла күберәк. Нисек быға батырсылыҡ иттегеҙ?
– Ғаилә йәме шул балаларҙа бит. Өй эсе шау-гөр килеп тора. Йоҡларға ятһалар, шып-шым булып ҡала, ҡолаҡтар бер аҙ ял итә. Иртәнсәк мәктәпкә, баҡсаға әҙерләнеү – үҙе бер тамаша. Тормош ҡайнай, ҡыҫҡаһы. Ә сығымдарға килгәндә, зарланмайбыҙ. Булдырырға тырышабыҙ.
Гөлшат:
– Альберт – бала йәнле кеше. Күберәген ул иркәләтә, ә миңә ҡатыраҡ, талапсаныраҡ булырға тура килә. Батырхан атаһына оҡшаған, бәләкәй артист. Йырларға ярата, юхалана лә белә. Әрләгәнде лә шаяртыуға бора белгән таланты бар. Сәнғәт юлынан китергә теләге булһа һис ҡаршылығыбыҙ юҡ. Бәләкәсебеҙ Азамат та үҙ һүҙле булырға оҡшай. Ә оло малай Ринат – беҙҙең ярҙамсы. Ҡулынан килмәгән эше юҡ.
– Эш тигәндәй, һеҙ бик бөтмөр ғаилә. Ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса сәсеп мәж киләһегеҙ...
Альберт:
– Йыл һайын көҙ етһә, икенсе йыл ҡош-ҡорт алмайыҡ, мәшәҡәте күп, тип һөйләшеп ҡуябыҙ. Ысынлап та, башҡалар отпуск ваҡытында сәйәхәткә сыға, ял итә. Ә беҙ тауыҡ, ҡаҙ-өйрәк ҡарап, баҡса тәрбиәләп мәж киләбеҙ. Ялҡытҡан кеүек тойола башлай. Тик ҡыш ял итеп, яҙға сыҡһаҡ, күңел тағы йорт эшен һорай башлай. “Унды ғына ҡаҙ алайыҡмы әллә?”, “Эйе шул... Йәй үткәрергә эш булыр”. “Унды ҡараның ни, утыҙҙы ни... Әллә алғас, күберәк алайыҡмы?” – тигән һөйләшеүҙәр башлана. Һәм хәл йылдағыса ҡабатлана. Икебеҙ ҙә бала саҡтан эш менән тәрбиәләнгән, хеҙмәт һөйгән кешебеҙ. Шуға торлаҡ алыу тураһында һүҙ сыҡҡас, шәхси йортҡа өҫтөнлөк бирҙек. Төҙөлөп бөтмәгән өй алғайныҡ, шуны үҙебеҙсә тамамлап ҡуйҙыҡ. Бынан тыш, емеш-еләккә, көҙ бәшмәккә йөрөргә тырышабыҙ. Хатта миндекте лә мәтрүшкәләп үҙебеҙ әҙерләп ҡуябыҙ.
– Ә Нефтекамалағы улың Юлай менән бәйләнеш тотаһығыҙмы?
– Эйе. Аллаға шөкөр, бәйләнеш өҙөлмәне, яҡшы мөнәсәбәт һаҡлап ҡала алдыҡ. Аралашып, һөйләшеп торабыҙ. Килгәнендә ихласлап ҡаршы алған Гөлшатҡа ла рәхмәт. Ҡустылары менән таныштырҙыҡ. Бергәләшеп бер аҙ Урал аръяғы матурлыҡтары менән таныша-таныша сәйәхәт иттек. Тамырҙарын белһен тип тырышам. Киләсәктә лә шулай булыр тип уйлайым. Элек йырларға ярата ине, сәхнәгә лә сыҡҡаны булды. Хәҙер баш-көллө спортҡа сумған, икенсе йыл, 9-сы класты тамамлағас, Ҡазанға, физкультура колледжына уҡырға барырға ниәтләй.
– Хәҙер артистар үҙ аллы эшләргә тырыша. Һин дә үҙ төркөмөңдө ойоштороп, үҙеңә эшләргә теләгең юҡмы?
– Был уйҙар элегерәк башҡа килә ине, ләкин батырсылыҡ итмәнем. Икенсенән, әйтеп үтеүемсә, театрҙы һағынғанмын. Коллективта эшләү, кеше араһында йөрөү оҡшай. Аҙ ғына коллегаларымды күрмәй, тамашасы алдына сыҡмай торһам, күңелһеҙләнә башлайым. Пандемия үҙҡурсаулығы бик ауыр бирелде.
– Ә ижад иткән саҡта ғаилә мәшәҡәттәре ҡамасауламаймы?
– Киреһенсә, икенсе һулыш асылды. Рәхәтләнеп эшләр өсөн бөтә мөмкинлегем бар – тылым ныҡлы. Гөлшат – һәйбәт әсәй, уңған хужабикә. Тыныс күңел менән эшләйем, гастролдәргә сығам. Һуңға ҡалып эшләргә тура килһә лә, зарланмай. Юлға сыҡҡанда ашарға әҙерләп, таҙа кейемдәрҙе һалып ҡуя. Һәйбәт ҡатын – ир өсөн ярты бәхет. Ғаиләм өйҙә булмаһа, сәй ҙә эсә алмайым. Игеҙәктәр йондоҙлоғонда тыуғанмын бит, яңғыҙлыҡты ауыр кисерәм. Янымда һәр ваҡыт кеше булырға тейеш. Күңелем һәр ваҡыт ауылға тартыла, ҡайны-ҡәйнәм менән аралашырға яратам. Иртә етем ҡалғанғамы, уларға тиҙ генә өйрәндем дә киттем. Үҙҙәре лә улдарындай күреп ҡабул итте, шуға рәхмәтлемен. Ваҡыт булғанда 2 – 3 көнгә ҡайтып, бер аҙ бесән, баҡса эштәренд