Ауырғазы районының Талбазы ауылында бөйөк шағир Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 тулыуға ҡарата "Йырым минең йөрәгемдән..." тигән хәтер кисәһе үтте. Тәүҙә сараға йыйылыусылар Талбазы башҡорт гимназия-интернаты алдындағы шағир һәйкәленә сәскәләр һалды. Артабан байрам район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Рәшит Назаров иҫтәлеген мәңгелештәреүгә күп эштәр башҡарыла. Шағирҙың юбилей йылында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "КИТАП" нәшриәтендә "Янған йөрәк" ("Горящее сердце") тип аталған шиғырҙар йыйынтығы башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрҙе. Тантанала шағир ижады буйынса үткәрелгән төрлө ижади конкурстарҙа еңеүселәргә, ижадын өйрәнеүселәргә бүләктәр тапшырылды.
Быйыл Ауырғазы районы хакимиәте Рәшит Назаров исемендәге премия булдырған. Ул шағирҙың ижадын өйрәнеүгә тос индергән шәхестәргә бирелә. Ошо йәһәттән район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһретдинов тәүге премияны шағир Риф Мифтаховҡа (үлгәндән һуң), шағирә Лариса Абдуллинаға тапшырҙы.