Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ноябрь , 11:18

“Замана балаларына — заманса алымдар”

— Уҡытыусы булыуҙың иң матур яғы — балалар менән аралашыу. Миңә, бәлки, йәш булғанғалыр, уҡыусылар менән уртаҡ тел табыу еңел бирелде.

“Замана   балаларына   —  заманса   алымдар”
“Замана балаларына — заманса алымдар”

Айрат менән үҫмер саҡтан танышБЫҘ. Уның менән йәйге лагерҙа бер отрядта ял иттек. Ул беҙҙең капитан булды. Шул ваҡытта уҡ лидер ине, хатта сәхнәгә сығырға уңайһыҙ­ланған малайҙарҙы әүҙем булырға, һәр сарала ҡатна­шырға нисектер күндерә торғайны. Бөгөн Айрат МОСТАФИН — Өфөнөң Рауил  Бикбаев  исемен­дәге 102-се башҡорт гимназияһында йәш быуынға белем бирә.

Айрат Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән. Атаһы ла, әсәһе лә — алған белемдәре буйынса музыканттар. Фәрүҡ Биктимер улы Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай, әммә артабанғы яҙмышын сәнғәт менән бәйләмәй. Бөгөн ул шәхси хужалығында мал үрсетә. Фәнирә Миңлебай ҡыҙы — музыка уҡытыусыһы.
Айрат ғаиләлә иң өлкәне. Уның ике ҡустыһы бар. Ата-әсәләре малайҙарҙың тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бер мәҙәни сараны ла ҡалдырмайҙар, конкурстар булһа, мотлаҡ ҡатнашалар. Спорт ярыштары ла уларһыҙ үтмәй. Ата-әсәһе, кәрәкһә, формаһын да алып бирә, ярыштарға ла әҙерләй, ҡуша йөрөй. Ҡыҫҡаһы, малайҙарҙың бала сағы бик әүҙем, райондың, республиканың мәҙәни, спорт тормошо уртаһында ҡайнап үтә.
Айрат ауыл мәктәбендә белем ала. Егет уҡыу яғынан да һынатмай. “Уртаса уҡыным”, — ти ул. Уртаса тигәне — “дүрт” тә “биш”. Бында ла ата-әсәһе тәрбиәһенең көслө булыуын билдәләй. Уҡыуҙағы уңыштары менән даими ҡыҙыҡһынып торғас, “өслө”гә, “икеле”гә төшөп китеүгә юл ҡуймайҙар. Хәйер, Айрат үҙе лә тырыша, сөнки бәләкәй сағында табип булырға хыялланған. Аҡ халат кейеп йөрөгән ағайҙар уны һоҡландыра.
Ҙурыраҡ кластарға еткәс, мәктәпкә математика уҡытыусыһы булып йәш егет килә. Белгес үҙе лә белмәҫтән Айратҡа ҙур йоғонто яһай. Уның эшләү алымы, балалар менән уртаҡ тел табыуы, ауыр теманы ла еңел генә итеп аңлатыуы үҫешеп килгән аңды хайран итә. Айрат үҙе лә һиҙмәҫтән унан өлгө ала башлай, уның кеүек үк математика уҡытыусыһы булырға тигән маҡсат ҡуя.
Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырғандан һуң, Айрат Г. И. Носов исемен­дәге Магнитогорск дәүләт техник университетының ғәмәли математика һәм информатика кафедраһына уҡырға инә. Егет бакалавриат дипломы менән генә сикләнмәй, Башҡорт дәүләт университетында магистра­турала уҡып сыға. Хәҙер ул — Г. И. Носов исемендәге МДТУ-ла аспирант.
Шул уҡ ваҡытта Айрат Рауил Бикбаев  исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында математика уҡытыусыһы булып эшләй. Һөнәренә ул ысын күңелдән ғашиҡ.
— Уҡытыусы булыуҙың иң матур яғы — балалар менән аралашыу. Миңә, бәлки, йәш булғанғалыр, уҡыусылар менән уртаҡ тел табыу еңел бирелде. Улар йәштәрҙе ныҡ ярата. Эргәбеҙҙән китмәүҙәре, һорауҙар биреүҙәре, фән менән ҡыҙыҡһыныуҙары беҙгә көс, энергия бирә, — тип бүлеште йәш белгес.
Һәр һөнәрҙең, әлбиттә, үҙ ауырлыҡтары ла бар. Айрат айырыуса балаларына тейешле иғтибар бүлмәй, әммә һәр нәмәне уҡытыусынан талап итергә, уны ғәйепләргә әҙер торған ата-әсәләрҙән насар һүҙҙәр ишетеүҙе ауыр кисерә. Шулай уҡ уны йәштәрҙең мәктәпкә эшкә урынлашып бармауы ла бер аҙ борсой:
— Йәштәр, ысынлап та, белем биреү өлкәһенә килергә ынтылмай. Мәҫәлән, беҙҙең мәктәптә — 60 уҡытыусы, шуларҙың өсөһө генә йәштәшем. Ҡағыҙ эше күп, тип уйлайҙарҙыр. Бөгөн бит барыһын компьютер аша эшләргә мөмкин. Хатта журналды элеккесә ҡулдан тултырып ултырырға кәрәкмәй. Өйгә эште лә сервистар аша тикшереп була. Хәҙерге мәктәп эше — уҡытыу һәм электрон форматта эш алып барыу.
“Был быуын уҡыусылары ниндәйе­рәк?” тигән һорауға “Телефон уҡыу­сы­лары”, — тип йылмая йәш белгес. Шуға ла замана балаларына заманса алымдар ярҙамында белем биреү мотлаҡ. Үҙенең дәрестәрен Айрат яңы технологияларҙы, интернеттың барлыҡ мөмкинлектәрен ҡулланып алып бара.
— Элек мәктәптә донъяның бар белемен бирергә кәрәк булған. Егерме беренсе быуатта ундай мохтажлыҡ юҡ. Барлыҡ мәғлүмәт интернетта бар. Уҡыусылар үҙҙәре лә: “Уны мин интернетта ла табам, ул миңә нимәгә ул?” — ти. Улар менән тулыһынса килешәм, мәктәптә телефон, компьютерҙан алып булмаҫлыҡ төплө белем бирергә кәрәк, — ти Айрат.
Йәш белгес фекеренсә, уҡытыусы ижад кешеһе булырға тейеш. Үҙенә килгәндә лә, егет йыр-моңға ғашиҡ. Музыканттар ғаиләһендә үҫкәс, унһыҙ ҙа булмайҙыр. Айрат, йырлауҙан тыш, диджеинг менән дә мауыға. Ә йәйге каникулдар ваҡытында төрлө сараларҙа тамада кеүек сығыш яһай.
— Алып барыусы эше менән уҡытыусы һөнәрен бер ни тиклем оҡшаш күрәм. Уныһында ла, быныһында ла кешеләр менән эшләргә тура килә. Мәктәптә — балалар, сараларҙа — өлкәндәр. Айырмаһы йәштә генә, — тип йылмая егет.
Айрат бәләкәйҙән спорт менән дә мауыға, айырыуса футболды ярата. Уҡытыусылар, балалар менән ярыштарға барырға кәрәкһә, ҡуш ҡуллап риза. Тик спортҡа күберәк ваҡыт бүлергә бөгөнгө көндә мөмкинлеге юҡ. Әле аспирант булғас, уйҙарының күп өлөшө уҡыуына бәйле. Иң ҙур хыялдарының береһе — диссертация яҙып, уны яҡлап, фән кандидаты булыу.
Бала, уҡыусы уҡытыусыһынан өлгө ала. Кем белә, бәлки, уҡыусыларының береһе, Айратҡа ҡарап, киләсәктә үҙе лә әүҙем, дәртле педагог булғыһы килер...

Сәлихә МОРТАЕВА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: