Әхиәр Хәкимов
Эшелон
Повесть (6)
Хатты, яҙып бөтөрөп, түш кеҫәһенә тыҡҡас, Ирназар эсен айҡаған һағыштан әҙ генә арынған кеүек булды. “Эйе, туғарылып төшөргә ярамай, тине үҙенә, сыҙарға, өмөт менән йәшәргә кәрәк...”
Йыл буйы иренән бер хәбәр ҙә булмағас, Берта уны юллап юғары хәрби ойошмаларға хат ебәргәйне. Байтаҡ көттөрөп, ниһайәт, яуап та килеп төштө. Утар хужаһы, ысынлап та, Сталинград һуғышында үлтерелгән булып сыҡты.
Түгеләһе йәштәрен түгеп бөтөрөп, күрәсәгенә алдан уҡ әҙерләнә килде, шикелле, Берта. Аяуһыҙ хәбәрҙән эскә бикләнеп, аҙна буйы өндәшмәй-тынмай һыҡтап йөрөнө лә кистәрен ҡайҙалыр китеп юғала торған булды. Ирназарҙың унда эше юҡ. Көлгә аунаһын, көнөн күрһен тип, уның ниндәй юлға баҫыуын һиҙенһә лә, белмәмешкә һалышты. Шуныһы яман, ул бәйҙән ысҡынған фрауҙың ҡайтҡанын көтөп ултырырға тейеш. Ә, дөйөм алғанда, был Ирназар файҙаһына, һис юғы, киске сәғәттәрҙә уның һәр аҙымын аңдып тороусы юҡ. Эшен бөтөрә лә иркенләп ял итә.
Һуғыш Германия сиктәренә яҡынлаған һайын, Берта аҙғынлана барҙы. Төн йөҙөндә уны ниндәйҙер ир-ат, башлыса, яраланып ҡыҫҡа ғына ялға йәки бөтөнләйгә ҡайтҡан хәрбиҙәр, ахырыһы, оҙата килә, ҡайһылары йыш ҡына ҡунып ҡала. Берәүһе хатта ике аҙна буйы һыйланып ятты. Берта уны өрмәгән ергә ултыртманы, һәр теләгенең алдын алып, орсоҡтай өйөрөлдө, йомғаҡтай тәгәрәне. “Ирем ошо инде хәҙер, – тине Ирназарға, бармаҡ янап. – Ҡара уны, итәғәтле бул уға, герр Пауль тип өндәш, бойорғанын үтә!..”
Ләкин һемәйтте уны герр Пауль. Бер кистә, күрше ауылдағы камрадым янына барып киләм, тип сығып китте лә, ер йотҡандай, ғәйеп булды.
Фрауҙың туҙыныуы! “Үҙенең ҡасып олағыуы етмәгән, ҡыйбатлы йөҙөк-беләҙектәремде, байтаҡ аҡсамды урлаған, яуыз. Эх, ҡулыма килеп эләкһә, белер инем нишләтергә!..” – тип бер иланы, бер күҙенән ут сәсеп, тегенең тетмәһен тетте.
Терһәген тешләрҙәй хәлгә төшкәс, Берта әҙерәк баҫылғандай булды, унда-бында йөрөүҙән тыйыла башланы. Уның ҡарауы, аҙна һайын утарға Бертаның үҙе кеүек үк яңғыҙ бисәләр килеп тула. Кис буйы патефон уйнатып, йырлашып-бейешеп, кәйеф-сафа ҡора немкалар. Табындары йыш ҡына илаш-һыҡташ менән барып тамамлана. Германия халҡын алдағы бай, ирәүән тормошҡа ымһындырып, һуғыш башлаған, ҡатындарҙы ирһеҙ, балаларҙы етем ҡалдырған Гитлер башына ҡарғыштар яуа.
Сулаҡ полицай ҙа әүәлге кеүек ҡупарынмай инде. Утарға һуғылып, батракты киҫәтеүе лә ғәҙәт буйынса ғына. Туҡмалған эт һымаҡ, башы эйеүле, күҙе ерҙә.
Немецтарҙың үҙгәрерлеге бар ине. Ҡырҡ бишенсе йыл башланғайны. Германияны уратып алған утлы ҡулса ҡыҫылғандан-ҡыҫыла. Көнсығыш фронтта уларҙы Ҡыҙыл армия ҡыйрата, көнбайыштан союзниктар баҫтырып килә. Нисәмә илде буйһондороп, бөтөн Европаны ҡанға батырған яуыз Германия бына-бына тар-мар ителәсәк.
Кистәрен, ярты күкте биләп, утар өҫтөнән самолеттар осоп уҙа. Донъяны геүләү баҫа. Күп тә үтмәй Мюнхен яғынан гөрһөлдәп бомбалар шартлауы ишетелә башлай, һауаға ғәрәсәтле янғын шаңдағы күтәрелә. “Америка самолеттары...” – тип аңлата Берта. Ул көн һайын, велосипедҡа атланып, өс-дүрт саҡрымдағы ауылға барып ҡайта ла унда ишеткән хәбәрҙәрен Ирназарға һөйләй. Имештер, идара етәкселәре, үтеп сыҡҡан фашистар, эш еңелеүгә киткәс, был тирәгә Ҡыҙыл армияға ҡарағанда американдар килеүен артығыраҡ күрә икән. Йәнә ун алты йәштән алтмышҡаса бөтөн ир-атҡа ҡорал таратыла, фюрер армияһына ярҙамға фольксштурм тигән халыҡ ғәскәре төҙөлә. Утар хужаларына йөк арбаһына егеүле ат, аҙыҡ-түлек тапшырыу бойоролған.
Берта, ҡарғана-ҡарғана, бойороҡто үтәргә мәжбүр булды. Ике алашаның береһен арбаға егеп, уға бер тоҡ арпа, ҡаҡлаған сусҡа түшкәһе һалып, фольксштурм отрядына тапшырып ҡайтты.
Ирназар йоҡонан яҙҙы. Ҡарашы менән Мюнхен яғына осҡан самолеттарҙы оҙата ла, бомбалар шартлауы баҫылғас, сосайып, көнсығыш тарафҡа ҡолаҡ һала. Туптар гөрһөлдәүе, танкылар геүләүе ишетелмәҫме? Ул, әлбиттә, үҙебеҙҙең ғәскәрҙе күҙ ҙә ҡаш көттө. Азатлыҡ көнбайыштан түгел, көнсығыштан килергә тейеш, һағындырған, төштәренә кереп һаташтырған ғәзиз тыуған иленән. Ә аҙаҡ бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ Ҡуштирәккә юлланыр Ирназар. Тиҙерәк килеп етһә ине ул көндәр.
Апрель урталарында ике тәүлек буйы утар эргәһенән, оло юлды биләп, сигенеүсе немец частары уҙҙы. Тимәк, бына-бына беҙҙекеләр ҙә күренер. Ләкин Ирназарҙың ҡотолоуы бөтөнләй икенсе төрлө булды. Май башында бер ниндәй һуғышһыҙ көньяҡ Германияны американдар биләп алды. Бүтән форверктарҙағы батрактар менән бергә Ирназарҙы, Дахауҙан азат ителгән тотҡондарға ҡушып, ҙур-ҙур машиналарҙа ҡайҙалыр алып киттеләр. Кисерәһе мажаралары бөтмәгәйне әле уның.
Утарҙан киткән саҡта Берта бер яҡшылыҡ ҡылды улай ҙа. Ирназарҙың таушалып, бысранып бөткән кейемен һалдырып, уға арыу ғына пинжәк-салбар, өр-яңы тиерлек итек бирҙе, арҡаһына аҙыҡ-түлек тултырылған ҙур ҡумта биштәрләтеп аҫты. Күпме кәрәк әҙәм балаһының күңелен табырға. Ирназар утарҙа тамаҡ ялына өс йылдан артыҡ көнө-төнө эшләүен, кәмһенеү-юҡһыныуҙарын онотоп, ҡылтым холоҡло фрауға рәхмәт уҡып китте. Нисә әйтһәң дә, ошонда йәшәүе арҡаһында үлем менән аймылышты бит ул.
Карлсруэ тигән ҡала янында совет армияһынан әсирлеккә төшкән тотҡондарҙы, бүтән илдәрҙекенән айырып, үҙҙәренә башҡа лагерға тупланылар. Унда-бында сығып йөрөргә рөхсәт ителмәй, бер ниндәй эш юҡ. Ашау-эсеү юлға һалынған, көн һайын тиерлек кино күрһәтәләр, ә тыуған илгә ҡайтарыу тураһында ләм-мим. Тотҡонлоҡтан ҡотолған әсирҙәрҙең яҙмышын нисек хәл итеү тураһында американдар менән беҙҙекеләр араһында бәхәс барыуын лагерҙағылар белмәй ине.
Һуғыш туҡтағандан аҙаҡ өс ай буйы улар ошо билдәһеҙлектә йәшәне. Хәйер, зыялы ҡиәфәттәге рус кешеләре килеп, бигүк баҫым яһамай ғына, әсирҙәрҙе Америкаға китергә өндәп йөрөнө-йөрөүен. Ризалыҡ биргәндәр шунда уҡ ҡалаға оҙатылды. Унда тейешле документ, юллыҡ аҡса, паек алғас, уларҙы пароходҡа ултыртырға тейештәр икән. Ләкин күпселек был тәҡдимде кире ҡаҡты, тиҙерәк ҡайтарып ебәреүҙе талап итте.
Ниһайәт, сентябрь баштарында, биш-алты совет офицеры килеп, әсирҙәрҙең Рәсәйгә ҡайтарыласағын хәбәр итте. Аҙна үтеүгә улар тәүҙә йөк машиналарында, унан поезда көнсығышҡа табан юлланды.
4
Тыуған илгә ҡайтарыу көндәрен зарығып көткән тотҡондарҙың ҡыуанысы эстәренә һыймай. Әле бер ерҙә, әле икенсе ерҙә күмәк йыр күтәрелә, шатлыҡ ауаздары яңғырай. Өмөт-хыялдар көнсығышҡа, һағындырған Рәсәй тарафтарына ҡанатланып оса. Хатта Дахауҙа имгәнеп, ҡоро һөйәккә ҡалып, һаман мандый алмаған бисараларҙың йөҙөндә һүрән генә йылмайыу, күҙҙәрендә нур. Улай ҙа үлемесле ҡоллоҡ ғазабынан ҡотолоуҙарына ышаныр-ышанмаҫ, улар бүтәндәргә бигүк ҡушылып бармай, үҙҙәренә башҡараҡ төркөмдәргә тупланып, айырыуса ныҡ миктәгән иптәштәренә ярҙам итергә тырыша.
Ирназарҙы әйтергә лә түгел. Уйы менән әллә ҡасан Ҡуштирәктә инде. Алдан хәбәр итмәйенсә ҡайтып төшөр ҙә, ишектән атылып кереп, иң тәүҙә Фәйрүзәне ҡосаҡлап бәғеренә баҫыр, унан иҙәнгә сүкәйеп, башын әсәһенең тубығына һалыр. Ҡайнар күҙ йәштәрен тыйып тормаҫ, туйғансы, йөрәге урынына ултырғансы илар. Ә атаһы юҡта тыуған Азамат – дүрт йәшлек малай бит инде хәҙер. Ул, моғайын, тәүҙә ятһыныр әле. Уға күҙен түңәрәкләндереп, томһайып ҡарар. Өйрәнә төшкәс иһә атаһының алдынан төшмәҫ, артынан тотамлап йөрөр.
Дүрт йылға һуҙылған һәләкәтле юлдан ҡайтһа ла, оҙон-оҙаҡ ял итеп, наҙланып ятырға йыйынмай Ирназар. Үҙе юҡта, ир-ат ҡулы теймәгәс, йорт-еренең, ҡаралты-ҡураһының ҡылҡаһы ҡалмағандыр. Ватыҡ-емеректе төҙәтергә, хужалыҡты ипкә-һапҡа килтерергә, бер һүҙ менән әйткәндә, тормошто ҡәҙимге тәбиғи көйгә һалырға кәрәк буласаҡ. Юҡ, юҡ, арыу-йонсоуға һылтаныр ваҡыт түгел. Өй тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе бөтөрөргә лә тиҙерәк колхоз эшенә тотонорға, Фәйрүзәне донъя хәстәренән ҡотҡарырға...
Уның сыуаҡ кәйефен бары тик янында бөршәйеп ултырған Петрҙың интегеп көрһөнөүе һүрелтеп ҡуя. Йәл Петр. Байғош, немец бисәһенә өйләнеп, Германияла ирәүән-һирәүән тормошта йәшәргә иҫәп тотҡайны. Яҙманы уға был бәхет. Ирекһеҙҙән ул да Рәсәйгә ҡайтып бара.
...Төрлөһө-төрлө утарҙа батраклыҡта йөрөгән әсирҙәргә ауылда тупланырға ҡушылғас, Ирназар Америка һалдаттарының килгәнен көтөп торманы, йыйылыу урынына үҙ ихтыяры менән китте. Иреккә сыҡҡан иллеләп кеше араһында Петр юҡ ине. Уны Карлсруэ лагерына аҙаҡ, әсирҙәр совет офицерҙары ҡулына тапшырылғас, үҙебеҙҙең һалдаттар тотоп килтерҙе.
Петрҙың ҡайтыу юлы үҙе бер фажиғәле тамаша булды.
Әсирҙәр егермеләп “студебеккер” машинаһына ултырған мәлдә, шау-шыуҙы баҫып: “Петер, Петер!” – тигән сәңгел тауыш яңғыраны. Ул да булманы, Петр машинанан һикереп төштө лә, һаҡсы һалдаттарҙы ситкә этеп, шул тауышҡа ташланды, “Клара, мин бында!” – тип ҡысҡырып, абына-һөрлөгә йүгергән ҡатынын ҡосаҡлап алды.
Клара йөклө икән. Иренең муйынына һарылып, үкһей-үкһей, ниҙер һөйләй, әлдән-әле ҡабарынҡы ҡорһағын һыйпап ҡуя. Петр уны ниҙер әйтеп йыуата, бер туҡтауһыҙ битенән, йәшле күҙҙәренән үбә. Клара уның һайын тыйыла алмай үкереп илай.
Ул арала машиналар гөрөлдәй башланы, ҡуҙғалырға команда бирелде. Ә ир-ҡатын һаман айырыла алмай. Кабинанан башын тышҡа һоноп, офицер тупаҫ тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе, һалдаттар Петрҙы, беләктәрен шаҡарып, машинаға табан һөйрәкләй, тағы береһе сәсрәп илаған Клараны уның ҡосағынан айырырға тырыша.
Сысҡанға – үлем, бесәйгә – мәрәкә, тигәндәй, ҡайһы бер әсирҙәр, әҙәпһеҙерәк иҫкәрмә өҫтәп, һаһылдашып көлә. “Ал үҙең менән немкаңды, бәлки, беҙгә лә өлөш сығарыр!” – ти бер йүнһеҙе, күҙен йылтыратып. Икенсеһе: “Ай-һай, сос икән егетең! Немецтың үҙенә көсө етмәгәс, ҡатынын ауҙарған!” – тип башын сайҡай. Улар эштең асылын белмәй, әлбиттә. Петр менән Клараның мөнәсәбәтен үткенсе ғишыҡ-ғишрәт уйыны итеп күрә. Ир танһыҡлап аҙған немец бисәһе өсөн ошо тиклем көйөнөрһөңмө, төкөр, йәнәһе.
Һалдаттар Петрҙы елтерәтеп машина янына килтерҙе, төрткөсләп кузовҡа мендерҙе. Клара бетон юлда ятып ҡалды.
Машинала барғанда ла, поезға ултырғас та Ирназар гел Петр янында булды. Уны йомшаҡ һүҙ менән йыуатты, ҡайғыһынан арындырырға тырышты. Петр иһә, әйтерһең, телдән яҙғайны. Ирендәрен ҡымтып, өндәшмәй-тынмай, артҡа, күкһел тауҙар артында тороп ҡалған Изар яҡтарына ҡарап бара. Ирназарҙың һиҙеүенсә, ул Клараның ярайһы уҡ мул тормошло, ыҡсым утарына ғына ҡыҙмаған, ошонда һөйөүен тапҡан. Элек бер осрашҡанда һөйләүенә ҡарағанда, Петр һуғыш башланыуҙан байтаҡ элгәре, хәрби хеҙмәтен тамамлағас, үҙ теләге менән армия сафында тороп ҡала, Киевтағы хәрби училищела рота старшинаһы итеп ҡуйыла. Йәше утыҙҙан ашып китһә лә, өйләнергә мәйеле лә, форсаты ла булмай Петрҙың. Ә инде әсирлеккә төшөп, осраҡлы рәүештә батраклыҡ яҙмышына тарығас, көтмәгәндә генә Клараға ғишҡы уяна, тора-бара был хис ысын мөхәббәткә әйләнә.
Һөйөү һис ниндәй кәртәләрҙе һанламай, күрәһең, тип уйлай Ирназар. Бит заманында Фәйрүзә лә унан дошман балаһы тип тайшанманы, ил-йортто аптырауға һалып, тотто ла һөйгәненең ғаиләһенә төн йөҙөндә ҡасып килде. Дөрөҫөн әйткәндә, ул үҙе лә, иңбашына ҡунырға торған мөхәббәт ҡошон ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн, Фәйрүзәне урлап алып китәйемме әллә, тип яндырайланып йөрөмәнеме ни? Ярай әле, һөйгәне ҡыйыуыраҡ булып сыҡты. Эх, иҫән-һау ҡайтып етелһә, Ирназар уны өрмәгән ергә ултыртмаҫ, һәр теләгенең алдын алып ҡәҙерләр, һаҡлар ине...
Клараһынан алыҫлашҡан һайын Петрҙың ҡылыҡ-фиғеле, ҡиәфәте үҙгәрә барҙы. Бәһлеүәндәй ир-егет, тамаҡтан яҙып, ябығып, ҡара-һарыға һабышты, күҙҙәре генә ҡәһәрләнеп янды. Бер көн машиналарҙан төшөрөп, әсирҙәрҙе ялға туҡтатҡанда, ул Ирназарҙың ҡолағына: “Барыбер ҡасам, миңә Кларанан башҡа йәшәү юҡ!” – тип шыбырланы. Ирназарҙың: “Юҡты...” – тип һүҙ башлауы булды, Петр усы менән уның ауыҙын баҫты. “Беләм, һин дә бүтәндәргә оҡшап, мине кире һүрергә теләйһең. Булмай, Германияла ҡалам. Клара янында, оҙаҡламай тыуаһы балам эргәһендә...”
Ниһайәт, Германияның Польша сигендәге Форст ҡалаһында машиналар колоннаһы туҡтаны, әсирҙәргә өс көнлөк ял бирелде. Уларҙы элек немецтарҙың хәрби госпитале хеҙмәтен үтәгән, әйләнә-тирәһен бейек тимер рәшәткә уратҡан өс ҡатлы ҙур бинаға урынлаштырҙылар. Карауаттарға ап-аҡ япмалар йәйелгән, бүлмәләр таҙа, яҡты. Рәхәтләнеп йыуынып, эҫе һурпа, ҡалъя-ҡалъя һимеҙ ит менән һыйланғас, әсирҙәрҙең кәйефе уғата күтәрелеп китте.
Ҡалаға сығып йөрөргә рөхсәт итмәһәләр ҙә, һаҡсы һалдаттарҙың мөғәмәләһе яҡшы, бер ниндәй ҡыҫым, тупаҫлыҡ юҡ. Ашау-эсеү буйтым. Күпме теләһәң, шул саҡлы йоҡла йәки иптәштәреңә ҡушылып йырла, кәрт уйна, уларҙың башынан үткән мажараларҙы тыңла...
Машинанан төшкәс, шау-гөр килеп, кем ҡайһы бүлмәне хуш күрһә, шунда таралышҡан арала Ирназар Петрҙан күҙ яҙҙырғайны. Ярай, аҙаҡ эҙләп табырмын әле тип, икенсе ҡаттағы бүлмәгә инде лә, тоҡсайын карауатҡа ырғытып, йыуынырға китте. Аҙаҡ киске ашҡа саҡырҙылар. Петр унда ла күренмәне. Үҙе менән бер машинала килгән таныштарынан һорашыуы ла бушҡа булды. Юғалды Петр. “Үҙ һүҙен һүҙ иткән, ҡасҡан барыбер”, – тип уйларға ҡалды.
Юлда саҡта Ирназар Айытбай исемле ҡаҙаҡ егете менән танышҡайны. Уның менән икәүләп бөтөн бүлмәләрҙе ҡыҙырып сыҡтылар, ләкин Петрҙы тапманылар. Ниһайәт, һораша-белешә торғас, уның машинанан төшкәндә үк ике һалдат һағында ҡайҙалыр алып кителеүе билдәле булды.
Ирназар ҡурҡыуға төштө. Күңеленең иң тәрән бер мөйөшөндә шомло тауыш менән нескә ҡыл сыңлағандай булды. Ниндәй хәбәр бирә ул? Ниҙән иҫкәртә?..
Ләкин уны-быны уйларға форсат ҡайҙа. Өс көнлөк ял үтте лә китте. Әсирҙәр поезға ултыртылды. Вагондар тамаша. Шуныһы яйһыҙ, улар арҡа терәп, ултырып ҡына йөрөмәле. Хәйер, ятыр урын булһа ла, күҙгә йоҡо ҡуйырлыҡмы. Тыуған ил яҡынайғандан-яҡыная. Польшаны үтеп китерҙәр ҙә үҙебеҙҙең ергә аяҡ баҫырҙар.
Эшелон артыҡ ашыҡмай. Етеҙ генә алға елгәндә, йөрөшөн ҡапыл әкренәйтә лә ҡола ялан уртаһында туҡтап ҡала. Юлда ремонт бара икән. Эреле-ваҡлы ҡалалар, станциялар бик ныҡ емерелгән, завод-фабрикалар, йорттар һаман ҡап-ҡара ҡоромға биләнеп ята. Аямаған һуғыш Польша ерен.
Үҙебеҙҙең ил сигенә дүрт тәүлек уҙғанда ғына еттеләр. Әсирҙәргә вагондарҙан сығырға, колонна-колонна булып теҙелергә ҡушылды. Эшелонды һаҡлап килгән алсаҡ фронтовиктарҙы НКВД һалдаттары алмаштырҙы. Һөмөрө сырайлы, сағыр күҙле подполковник илгә ҡайтҡан әсирҙәрҙең тикшереүҙән үтергә тейешлеген иғлан итте. “Күпме дауам итәсәк ул тикшереү?” “Ҡасан ҡайтарып ебәрәһегеҙ?” – тигән һорауҙарға: “Күҙ күрер...” – тип томанлы ғына яуап ҡайтарҙы ла ҡуҙғалырға бойорҙо.
Тотош вайран булып ятҡан Брест ҡалаһынан үткәс, әсирҙәр тирә-яғы ике рәт сәнскеле сым менән уратылған уйһыулыҡта тупланды. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ҡойоп ямғыр яуа, ышыҡланыр урын юҡ. Яума таң алдынан ғына тымды, шунда уҡ һыуытып ебәрҙе. Теше тешкә теймәй ҡалтыранған, өҫ-баштары лысма еүеш әсирҙәргә төш етеп килгәндә генә алюмин сеүәтәләрҙә йылымыс кәбеҫтә һурпаһы, шырпы ҡабы дәүмәлендәге икмәк бирелде.
Тикшереү аҙна буйы дауам итте. Билдәле, дүрт йыл тотҡонлоҡта зарыҡҡан әсирҙәрҙең бер ниндәй документы юҡ. Тикшереүсе офицерҙарҙың ҡәтғи һорауҙарына улар аныҡ яуап бирергә тейеш, һәр кемдең исем-фамилияһы, тыуған йылы, йорт адресы, ҡасан, ниндәй шарттарҙа, ҡайһы фронтта дошман ғәскәренә әсир төшөүе ҡағыҙға теркәлде. Бынан аҙаҡ уларҙы тикшереүселәрҙең үҙҙәренә генә билдәле тәртип менән икешәр йөҙ кешелек өс төркөмгә бүлделәр.
Иреккә сығыу урынына ҡамауға эләгеүҙән, аслы-туҡлы йәшәүҙән ризаһыҙлыҡ көсәйгәндән-көсәйҙе. Әсирҙәрҙе айырыуса ныҡ шомландырған бер ваҡиға хәтерендә Ирназарҙың.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.