Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь , 13:25

Һәр яҡтан уңған Билаловтар

Ҡала ерендә алты бала тәрбиәлә улар. 

Һәр яҡтан уңған Билаловтар
Һәр яҡтан уңған Билаловтар

Ғаилә - йәмғиәттең ныҡлы бер нигеҙе. Ул ныҡ, татыу икән, йәшәйешебеҙ ҙә көслө була. Һәр кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ йылы усағы, тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Ғаиләләге татыулыҡ, берҙәмлек, мөхәббәт ни тиклем көслө булһа, усаҡтан килгән йылылыҡ та шул тиклем сағыуыраҡ була. Ғаилә тормошо кеше өсөн осһоҙ - ҡырыйһыҙ хеҙмәт һәм һикәлтәле тормош юлы, тип әйтергә була.

«Күбәләк» балалар баҡсаһында күп балалы ғаиләләр күп, улар араһында биш-алты бала үҫтергән ғаиләләр ҙә бар. Уларҙың һәр береһендә татыулыҡ, эшсәнлек һәм үҙ һөнәрҙәренә тоғролоҡ сағыла.

Баймаҡ ҡалаһында күркәм өйҙәр бихисап, әммә, миңә ҡалһа, иң матуры нәҡ Билаловтарҙыҡы. Әллә ҡайҙан нур бөркөп, сәскәләргә кумелеп, ҡот уйнап торған йортта ысын мәғәнәһендә татыу, ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйған, бер-береһен хөрмәт иткән, эшһөйәр, бөтмөр хужалар йәшәй. Алты балаға ғүмер биргән һәм алтыһы ла беҙҙең балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе, Рәйлә һәм Шаһит Билаловтар ғаиләһе тураһында һүҙем. Кәрим, Рәлиә, Әбделғәзиз, Асия, Сафия һәм Зәлиә тигән матур башҡорт исемдәре ҡушылған, береһенән береһе аҡыллы, тәртипле, итәғәтле, эшһөйәр балалар үҫә бында. Иң өлкән улдары Кәрим Өфө нефть-техник университетында уҡый, дүртәүһе икенсе мәктәптә белем ала, ә иң бәләкәстәре Зәлиә — «Күбәләк» балалар баҡсаһында тәрбиәләнә.

Шәһит Шәһигәрәй улы үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын алып бара, ә Рәйлә Рим ҡыҙы химия һәм биология уҡытыусыһы. Ошо өлкәлә яҡшы белгес булараҡ, үҙенең хеҙмәт юлын йәшеллеккә бәйләгән. Шуға ла ғаиләнең төп шөғөлө — сәскәләр үҫтереү. Бынан тыш, улар еләк, картуф, кәбеҫтә һәм декоратив, беҙҙең якка яраҡлы алма үҫентеләре үҫтереп һатыу менән шөғөлләнә. Ниндәй генә эшкә тотонмаһындар, һәр ваҡыт уңышҡа өлгәшәләр.

Билаловтар — һәр кем үрнәк алырлыҡ матур ғаилә. Уларҙың тырышлығы, татыулығы һәм эшсәнлеге барыбыҙ өсөн дә рухи көс сығанағы булып тора. Әлеге замандың ауырлыҡтарына ҡарамайынса, улар үҙ ғаиләләрендә йылы усаҡты һаҡлап, үҫеп килгән быуынға өлгө күрһәтә.

Шундай ғаиләләр булғанда, йәмғиәтебеҙ ҙә ныҡлы һәм матур, киләсәгебеҙ ышаныслы булыр.

Венера Вахитова, «Күбәләк» балалар баҡсаһының социаль педагогы.

Фото: "Һаҡмар" гәзите 

 

 

Һәр яҡтан уңған Билаловтар
Һәр яҡтан уңған Билаловтар
Һәр яҡтан уңған Билаловтар
Һәр яҡтан уңған Билаловтар
Автор:
Читайте нас: