Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Иҡтисад
14 Декабря 2024, 05:00

Туған тел Баязит БИКБАЙ

Һеҙ был шиғырҙы иҫләйһегеҙме? Бәлки, бала саҡта тыуған тел хаҡында ятлаған тәүге шиғыр ошо булғандыр?!

Туған тел    Баязит БИКБАЙТуған тел    Баязит БИКБАЙ
Туған тел Баязит БИКБАЙ

Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән…
Тел – тере шишмә - үлмәгән,
Бөгөнгә еткән !
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы !
Ерҙә халыҡ йәшәй икән, -
Теле лә йәшәй !
Телен асҡанда,
һәр бала
Әйтәсәк «Әсәй!».
Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен
Халҡымдың телен,
Ә кем уны һаңға һуҡмай,
Хурлай тик үҙен !..

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас