Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Иҡтисад
17 Февраля 2025, 09:03

Күҙҙәр – күңел көҙгөһө

Уларҙа кешенең эске хәл-торошо, холҡо, темпераменты ғына түгел, ә организмдың сәләмәтлеге лә сағыла.

Күҙҙәр – күңел көҙгөһөКүҙҙәр – күңел көҙгөһө
Күҙҙәр – күңел көҙгөһө

Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, тиҙәр. Кеше күҙенең төҫө, рәүеше, ҙурлығы уның рухы, һәләте, зирәклек дәрәжәһе тураһында күп мәғлүмәт бирә. Уларҙа кешенең эске хәл-торошо, холҡо, темпераменты ғына түгел, ә организмдың сәләмәтлеге лә сағыла. Күҙ һәм уның тирәһендәге үҙгәрештәр органдарҙағы етешһеҙлектәрҙе, гормональ тайпылыштарҙы, витамин етмәүҙе асыҡларға ярҙам итә.

Күҙҙәрең ниндәй төҫтә?

Ҡуңыр күҙҙәр

Иң күп таралған төҫ. Донъяла 55 процент кешенең күҙҙәре шул төҫтә. Көрән күҙлеләр бик тәрән хисле, нескә күңелле була. Үҙ-үҙенә ышанған, лидерлыҡҡа ынтылған кешеләргә хас был. Иғтибар итһәгеҙ, улар башҡаларға бик асылып бармайҙар. Уларҙың күбеһе, оптимист, уйлағандарын тормошҡа ашырырға ынтыла. Күҙҙең төҫө бер аҙ ғына үҙгәрһә лә, ҡуңыр күҙлеләр бер-береһенә һис тә оҡшамаҫҡа ла мөмкин икән. Карамель йә бал төҫөндәгеләр, мәҫәлән, тиҙ аралаша белеүҙәре менән айырылып тора. Яңғыҙ ҡалып, кем менән дә булһа һөйләшә алмау – улар өсөн иң ҡаты яза. Ҡаршығыҙҙа ҡараға яҡын йәки ҡуйы ҡуңыр күҙле кеше тора икән, белеп тороғоҙ, ул бик амбициялы! Ҡара-ҡуңыр күҙлеләр – тыумыштан лидерҙар, ҡайһы саҡ хатта рәхимһеҙ, ҡаты ла булырға мөмкиндәр. Шундай кешеләр – ысын перфекционистар.
Кире яҡтары: Башҡаларға ышанып бөтмәйҙәр. Дуҫтар табыу, ғашиҡ булыу ауыр уларға. Стресҡа тиҙ бирешәләр.


Зәңгәр күҙҙәр
Характерҙарына хас сифат: улар бик һөйкөмлөләр. Һеҙҙе яйлап-майлап эш ҡушып, үҙ ниәттәренә ирешмәй ҡалмайҙар. Уларға һәр саҡ романтика кәрәк. Донъя гиҙергә ашҡынып торалар. Елбәҙәклек, еңел-елпе холоҡ та бар үҙҙәрендә. Яраттыра ла беләләр, үпкәсел, үсле лә була алалар. Һәр тәнҡит һүҙен йөрәктәренә бик яҡын ҡабул итәләр.
Кире яҡтары: ундай күҙлеләр – ысын эгоистар.


Ҡара күҙҙәр
Астрологтар ҡара күҙлеләргә ышанырға була тигән фекерҙә. Уларға сер һөйләп була: бер кемгә лә һөйләмәйәсәктәр. Бик мәрхәмәтлеләр, игелеклеләр, үҙҙәрендә һәр саҡ яуаплылыҡ тоялар. Стресҡа, баҫымсаҡлыҡҡа ҡаршы тора алалар. Үҙҙәре бик эмоциональ кешеләр. Хистәрҙе йәшерә белеү буйынса эксперттар. Кәңәш кәрәк булһа, ҡара күҙлеләргә генә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Кире яҡтары: Бик эмоциональ булғанға йомоҡлоҡ та хас. Күберәк бер ситтә булырға тырышалар. Шуның арҡаһында дуҫтарын һәм хатта мөхәббәтен дә юғалтырға мөмкиндәр. Иртәгеһе көн өсөн артыҡ көйәләнеп, бөгөнгө көнгә зыян килтерәләр.


Һоро күҙҙәр
Генетика күҙҙәрен һоро төҫ менән бүләкләнгәндәрҙең бик һиҙгер, эмоциональ, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер икәне билдәле. Улар эш аттары: маҡсатҡа ирешер өсөн теләһә ниндәй ҡаршылыҡты ла еңергә әҙерҙәр. Власҡа ынтылалар. Ҡараштары менән сихырлап, тирә-яҡтағыларҙан бөтә эште башҡартырға һәләтлеләр.
Кире яҡтары:
Улар һалҡын, бөтә нәмәләре иҫәптә, ваҡсылдар.


Сәтләүек төҫө
Ундай күҙҙәрҙең төҫөн ҡара һәм һоро төҫтәр ҡатнашмаһы тип аңларға кәрәк. Тормошҡа һәр саҡ позитив ҡарашта. Бөгөнгө көн менән йәшәргә яраталар. Яңы эштәргә бик ҙур теләк менән алыналар, килеп сыҡмаһа ла иҫтәре китмәй. Эште ҡасан башларға, ҡасан теүәлләргә дөрөҫ икәнен самалайҙар. Тәүәккәлдәр, һәр саҡ формала булалар.
Кире яҡтары: Ҡыҙып китеүҙәре арҡаһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр оҙаҡ дауам итә алмай. Бик һаҡ, йәшертен кешеләр, шуға уларға икеләнеп, шикләнеп ҡарайҙар.


Йәшел төҫ
Планетала иң һирәк осрай торған күҙҙәр – асыҡ йәшел төҫтәге күҙҙәр. Бындай кешеләр бик креатив була. Мөхәббәт, тормош, хеҙмәт тураһында йөҙләгән пландар, идеялар ҡайнай баштарында – тыңлай белергә генә кәрәк. Башҡаларға ярҙам, мәрхәмәт кәрәк булһа, улар ҡояш кеүек йылыта. Ауыр саҡта йәшел күҙлеләрҙең саф күңеленә, уңайлы кейеменә, ҙур ризығына, шулай уҡ яҡшы компанияһына таяна алаһың. Дуҫ була беләләр, файҙалы кәңәштәр бирәләр. Йәшел күҙлеләргә оялсанлыҡ, үҙҙәренә тартып тороуы хас. Шәп әңгәмәләшәләр, үҙ һүҙен үткәрә белгән тәүәккәл кешеләр. Улар башҡаларҙың эске теләктәрен күрә, тоя белеү һәләтенә эйә.
Кире яҡтары: Көнсөллөккә тиҙ бирешәләр. Партнерҙары башҡалар менән һөйләшеп торғанды күтәрә алмайҙар. Башҡаларға мөнәсәбәттә эгоцентризм, скептицизм сағыла.


Күҙҙәр һәм сәләмәтлек
Әгәр ҙә күҙ ағы һары икән, тимәк, бауыр сәләмәт түгел.
Өҫкө күҙ ҡабаҡтары шешеү бәүел юлдары, бөйөрҙәр эшмәкәрлеге боҙолоуын күрһәтә.
Уларҙың бик ныҡ шешенеүе үт ҡыуығында таштар хасил булыуын да аңлатырға мөмкин.
Күҙ төптәре шешенеү – йөрәк эшмәкәрлегенең боҙолоу билдәһе.
Сәләмәт кешенең күҙ ҡабаҡтарының эсе тигеҙ алһыу төҫтә була.
Ҡыҙыл төҫ ҡан әйләнешенең, аҙыҡ эшкәртеү эшмәкәрлегенең боҙолоуын, енес ағзаларына бәйле сирҙәр күҙәтелеүен белдерә.
Төҫлө ҡатламда ҡара-көрән нөктәләр булыу эсәктәрҙең тимерҙе насар үҙләштереүе билдәһе.
Күҙҙәрегеҙгә иғтибар менән ҡарағыҙ, сәләмәтлектәге тайпылыштарҙы улар шунда ук күрһәтә.

Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, тиҙәр. Кеше күҙенең төҫө, рәүеше, ҙурлығы уның рухы, һәләте, зирәклек дәрәжәһе тураһында күп мәғлүмәт бирә. Уларҙа кешенең эске хәл-торошо, холҡо, темпераменты ғына түгел, ә организмдың сәләмәтлеге лә сағыла. Күҙ һәм уның тирәһендәге үҙгәрештәр органдарҙағы етешһеҙлектәрҙе, гормональ тайпылыштарҙы, витамин етмәүҙе асыҡларға ярҙам итә.


Күҙҙәрҙе нисек һаҡларға
Күҙҙәрегеҙ һәр ваҡыт балҡып торһон өсөн А, Е, С һәм В витаминдары ҡулланырға кәрәк. Улар кишер, петрушка, диңгеҙ ризыҡтары, ҡара еләктә, сәтләүек, йомортҡа, ярмаларҙа бар. Күҙ өсөн ысын мөғжизә – 1 стакан кишер һыуы, – уны көнгә бер тапҡыр эсеү ҙә етә. Бауырға зыян килтерә торған аҙыҡтан (майлы, шәкәрле ризыҡтарҙы күп ҡулланыу) һаҡ булырға кәрәк, сөнки бауыр туранан-тура күҙ сәләмәтлегенә бәйле. 75 процент мәғлүмәтте кеше күҙ аша ала. Дөрөҫ туҡланмау, бысраҡ тирә-яҡ, оҙаҡ итеп телевизор ҡарау күҙгә бик насар тәьҫир итә. Компьютерҙа эшләгәндә мониторҙан 50–70 сантиметр йыраҡлыҡта ултырырға һәм һәр сәғәт һайын күҙҙе 5–10 минут ял иттереп алырға кәрәк.
Тәмәке тартыу ҙа күҙгә ҙур зыян килтерә. Никотин күҙҙең яҡтылыҡ нурҙарын ҡабул итеүсе эске сүрүенең (сетчатканың) ҡан йөрөшөн боҙа.

Керпектәр. Күҙҙе тышҡы тәьҫирҙәрҙән керпектәр һаҡлай. Керпектәр сәс кеүек 90 процент кератиндан тора. Улар беҙгә һиҙҙермәй генә ҡойола, ҡойолғандары урынына яңылары үҫә. Ә ҡайһы ваҡыт керпектәр бөтөнләй һирәгәйеп ҡалған кеүек була. Быға сифатһыҙ косметика, стресс, невроз, күҙ ауырыуҙары сәбәпсе булыуы мөмкин.
Кастор, баҙам (миндаль), дегәнәк, зәйтүн майы һөртөү файҙалы. Ҡара сәйгә манылған тампондар күҙгә лә, керпеккә лә яҡшы тәьҫир итә.


Ҡояш һәм күҙ. Ҡояштың яҡты нурҙарына оҙаҡ ҡарап тороу күҙ тирәһендә бик күп йыйырсыҡтарҙы барлыҡҡа килтерә. Ҡыш көнө ҡара күҙлек кеймәйбеҙ, ә бит ҡарға төшкән ҡояш нурҙары сағылышы күҙгә насар тәьҫир итә.

 

Арыған-талған күҙҙәр. Күп уҡығас, компьютер артында оҙаҡ эшләгәс, күҙ бик арый. Был уларҙың ҡыҙарыуына, ялҡынһыныуына килтерә. Ваҡыт-ваҡыт күҙҙәрҙе йыш-йыш асып йоморға (ҡан әйләнешен яҡшырта) йә иһә бер нисә секундҡа йомоп торорға кәрәк.


Дымландырыу. Күҙ тирәһенә даими дымландырғыс кремдар, гелдәр һөртөп торорға кәрәк. Дымландырғыс процедураларҙы иртән яһау файҙалы. Кисен ҡулланған дымландырғыс крем иртән күҙ төбөн шешендереүе ихтимал.


Күҙ өсөн махсус гимнастика
Башты тура тотоп, башта уң яҡҡа, шунан һул яҡҡа ҡарағыҙ. Күҙ менән ҙур түңәрәк яһап, ҡарашты башта бер яҡҡа, һуңынан икенсе яҡҡа шуның тирәләй хәрәкәт иттерегеҙ.
Күҙҙәрҙе ныҡ итеп йомоғоҙ һәм уларҙы мөмкин булғансы ҙурыраҡ итеп асығыҙ. Күҙ мускулдары арығанын һиҙһәгеҙ, күҙҙәрҙе йомоп, бер нисә минут тыныс ҡына ултырып тороғоҙ.
Тәҙрә ҡаршыһына баҫып, иң алыҫ нөктәгә ҡарағыҙ, унан ҡарашты танау осона күсерегеҙ. Хәрәкәттәр биш-алты тапҡыр ҡабатлана.
Күҙгә урта бармаҡ менән йомшаҡ итеп баҫҡылап массаж яһағыҙ.

 

 


Айгөл КҮСИМОВА әҙерләне.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/excited-amused-redhead-girl-posing-against-white-wall_10729651.htm#fromView=search&page=2&position=4&uuid=a41935e3-ce15-4fea-9ee2-ea5c7af9be0e&query=Глаза

Автор:
Читайте нас