Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2025, 11:05

Иҡтисади өҫтөнлөктәре ҙур

Был биләмәлә баҡыр мәғдәне ресурстарын раҫлағанда Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү һәм Салауат баҡыр мәғдәне ятҡылығын эшкәртеү буйынса ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы планлаштыралар.

Иҡтисади өҫтөнлөктәре ҙур
Иҡтисади өҫтөнлөктәре ҙур

Иҡтисади өҫтөнлөктәре ҙур

“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге юғары кимәлдә тикшерелде

 

Компания һәр башланғысты ҡабул итергә әҙер

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә Әбйәлил районында “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тормошҡа ашырасаҡ инвестиция проекты тураһында һөйләшеү булды. Йәмғиәттең директоры Таһир Бәхтигәрәев эш барышы, районға киләсәк файҙа, экология, технологиялар һәм башҡалар тураһында һөйләне.

Федераль рөхсәткә ярашлы эшләнә

“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районындағы Салауат участкаһында баҡыр мәғдәнен геологик йәһәттән өйрәнеүгә, разведкалауға һәм сығарыуға “Роснедра”ның Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты биргән федераль лицензияға эйә. Әлеге ваҡытта компания, ер аҫты ҡаҙылмаларын файҙаланыу тураһындағы ҡануниәтте ҡәтғи үтәп, дәүләт органдары, Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы башланғысы буйынса ойошторолған Күҙәтеү йәмәғәт советы контролендә алдан күҙаллау участкаһында геологик разведка алып бара. Таһир Бәхтигәрәев әйтеүенсә, өлгөләрҙе алыу һәм скважиналарҙы рекультивациялауҙы йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләнәләр.

Был биләмәлә баҡыр мәғдәне ресурстарын раҫлағанда Әбйәлил районында тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү һәм Салауат баҡыр мәғдәне ятҡылығын эшкәртеү буйынса ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы планлаштыралар.

– Предприятиены эшләтеп ебәреүҙең яҡынса ваҡыты – 2029 йыл. Яңы тау-байыҡтырыу комбинаты Силәбе өлкәһендәге Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты өлгөһөндә төҙөләсәк, тип күҙаллана. Ул илебеҙҙәге иң заманса һәм экологик предприятиеларҙың береһе, – тине ул.

Иҡтисади өҫтөнлөктәре ҙур

Директор ағымдағы фаразлау параметрҙары буйынса проекттың төп характеристикаларын, шулай уҡ республика һәм район өсөн иҡтисади өҫтөнлөктәрҙе билдәләне.

Беренсеһе – инвестициялар ағымы. Инвестициялар күләме 40 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

Икенсеһе – яңы эш урындары. 1500 юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән эш урыны булдырыласаҡ.

Өсөнсөһө – һалым керемдәрен арттырыу. Төрлө кимәлдәге бюджеттарға һалым керемдәре йыл һайын 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был аҡсанан Әбйәлил районы бюджетына йыл да 250 миллион һум аҡса киләсәк.

- Дүртенсеһе – социаль яуаплы якорь районын барлыҡҡа килтергән предприятиеның оойошторолоуы.

– Һуңғы пунктҡа иғтибар итергә теләйем. Инвестиция проектын тормошҡа ашырғанда социаль партнерлыҡ килешеүе төҙөләсәк. Уға ярашлы, беҙ мөһим социаль башланғыстарға ярҙам итеү буйынса йөкләмәләрҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ һәм Әбйәлил районында инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырасаҡбыҙ, – тине Таһир Бәхтигәрәев.

Район яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланы

Был буш һүҙҙәр түгел. Компания үҙҙәренең етди ҡарашта булыуын дәлилләп өлгөрҙө инде. Улар геологик разведка этабында уҡ Әбйәлил районындағы социаль проекттарға ярҙам итә башланы. Мәҫәлән, Буранғол ауылындағы мәктәп-интернатты капиталь ремонтлауға һәм “Ирәндек” балалар лагерында спорт майҙансығы төҙөүгә 70 миллион һум бүлгән. Әлеге ваҡытта эштәр тулы көсөнә бара.

“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығымдары иҫәбенә мәктәп-интернатта ҡыйыҡ һәм фасад яңыртыла, яңы тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйыла, цоколь ҡаты йылытыла, сифатлы ремонт үткәрелә, иҙәндәр алмаштырыла, шулай уҡ заманса ҡорамалдар һәм йыһаз ҡуйыласаҡ. Ә “Ирәндек” балалар лагеры өсөн заманса спорт майҙансығы төҙөләсәк. Унда волейбол һәм баскетбол өсөн зоналар, шулай уҡ әүҙем уйындар, йөрөү өсөн майҙандар урынлашасаҡ. Эштәрҙең дөйөм майҙаны яҡынса ике мең квадрат метр тәшкил итәсәк.

Ғәмәлдә, был – компания тормошҡа ашырыуға аҡса йүнәлткән проекттарҙың бер өлөшө генә. Ошо йүнәлештә эш дауам итәсәк.

"Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ спорт һәм белем биреү сараларын ойоштороуҙа әүҙем ярҙам күрһәтә. Уларҙың ярҙамы арҡаһында 800 ғаилә быйыл икенсе ярты йыллыҡҡа урындағы баҫмаларға хәйриә яҙылыуы алды. Был ғаиләләр араһында күп балалылар, аҙ тәьмин ителгәндәр, ветерандар, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусылар бар. Яҙын компания ике экологик акция үткәрҙе. “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Оло Ҡыҙыл йылғаһының яр буйҙарын таҙартыу буйынса өмә башланғысы менән сығыш яһаны һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына “Хәтер аллеяһы”н ултыртыуға булышлыҡ итте.

Әбйәлил районы мәктәптәрендә “Ғилем” олимпиадаһын үткәреүҙә ярҙам иттеләр. Унда 1633 уҡыусы ҡатнашҡан, шуларҙың 315-е финалсы булған. Еңеүселәргә һәм призерҙарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылған. 40 уҡытыусы йыллыҡ 10 мең һумлыҡ профессиональ стипендияларға лайыҡ булған. Шулай уҡ мәктәпте тамамлаусылар менән айырым осрашҡандар һәм әле район мәктәптәре уҡыусыларын юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарҙа маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙәр төҙөйҙәр.

Башлыҡ үҙе контролдә тотасаҡ

– Беҙ урындағы халыҡтың борсолоуын аңлайбыҙ һәм геологик разведка эштәренең башынан уҡ асыҡ диалог алып барабыҙ. Геологик разведка башланыр алдынан беҙ йәмәғәтселек вәкилдәре өсөн ете сәнәғәт туры ойошторҙоҡ. Әбйәлил районынан 350-нән ашыу кеше Рәсәйҙең баҡыр тармағындағы иң заманса һәм юғары технологиялы предприятиеларҙың береһе булған Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты миҫалында баҡыр сығарыу процесын шәхсән күрә алды. Шулай уҡ беҙ районда инвестиция проектының мөмкин булған эҙемтәләренә борсолған ете ауыл биләмәһендә һигеҙ осрашыу-презентация үткәрҙек. Унда 1200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Беҙ урындағы халыҡты борсоған проекттың экологик аспекттарына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙек, – тине Таһир Бәхтегәрәев.

Компания Әбйәлил районы һәм республика халҡына объектив мәғлүмәт еткереү өсөн киң мәғлүмәт саралары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Өфөлә урындағы тиҫтәләгән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында компанияның матбуғат конференцияһы үтте. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына инвестиция проектын тәҡдим иттеләр.

– Радий Фәрит улы, беҙҙең компания Әбйәлил районы биләмәһендә юридик шәхесте теркәү процедураһын башланы. Үткән аҙнала Асҡар ауылында рәсми офисыбыҙ асылды. Унда беҙ инвестиция проекты тураһында һөйләйбеҙ. Шулай уҡ эш өсөн ғаризалар һәм сығарылыш уҡыусылары өсөн маҡсатлы килешеүҙәр ҡабул итәбеҙ. Беҙ район халҡының инвестиция проекты, уның халыҡҡа биргән һәм бирәсәк мөмкинлектәре менән ихлас ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ. Артабан да бөтә башланғыстарҙы һәм мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ тикшереүгә әҙербеҙ. Республика Башлығы Хакимиәтенә, Әбйәлил районы хакимиәтенә, эксперт берләшмәһенә, йәмәғәтселәргә һәм киң мәғлүмәт сараларына башланғыстарыбыҙҙы хуплауҙары өсөн рәхмәт белдерәм, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был бөтә эштәрҙең барышын шәхси контролгә алды.

– Беҙ был проектты компания етәкселеге менән бер нисә тапҡыр осрашып тикшерҙек. Үҙ вәкәләттәремә ярашлы, предприятиеның килешеүҙәрҙе нисек үтәүен шәхсән күҙәтәсәкмен. Сәнәғәт министрлығына социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында ҙур килешеү әҙерләргә ҡуштым, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Альфия Мингалиева

 

 

Автор:
Читайте нас