Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Октябрь 2025, 15:00

Ышанысты лайыҡлы аҡлай

- Егеттәргә ярҙам, илде нацизмдан азат итеү өсөн махсус хәрби операцияға юлландым да инде, - ти яугир. - Был ҡарар бер-ике көн эсендә килмәне, күптән уйлап йөрөлгән ғәмәл ине ул. Ниәтемде ғаиләмә,  ҡыҙым- улыма, ағай-апайҙарыма ла әйтмәгәйнем. Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндән һуң ғына яҡындарыма хәбәр иттем. Ҡайһылары башта ышанып та етмәне.

Ышанысты лайыҡлы аҡлай
Ышанысты лайыҡлы аҡлай

“Ғәлим”гә -  58 йәш. Бөтә ғүмерен тиерлек руль артында үткәргән: ватан машиналары, ҡала-ара рейстар, һәр ваҡыт яуаплылыҡ талап иткән юлһыҙ, ҡатмарлы участкалар һәм йөҙҙәрсә мең саҡрымдар. Ул тәжрибәһенә, оҫталығына, дисциплинаға һәм тыныслыҡҡа таянырға күнеккән. Был сифаттар бөгөн айырыуса ҡаты ҡул һәм айыҡ аҡыл кәрәк булған урындарҙа әһәмиәткә эйә. Теүәл ҡырҡ йыл элек Белорет ДОСААФ-ын тамамлағанда, яратҡан һөнәренең тыныс тормошта ғына түгел, илебеҙгә хәүеф янағанда ла кәрәк буласағын уйламағандыр ҙа әле. Бөгөн нәҡ уның оҫталығынан, тәжрибәһенән әллә күпме яугирҙың ғүмере, задание үтәлеше тора бит. Әйткәндәй, сержанттың да хәрби часта хеҙмәт итеү тәжрибәһе бер йыл ғына түгел. Ҡасандыр Межгорье ҡалаһында урынлашҡан хәрби часта водитель була ул. 

...90-сы гвардия танк дивизияһының 228-се полкында хеҙмәт иткән яугирҙар Донецк Халыҡ Республикаһының Покровское йүнәлешендә дошманды тар-мар итә. Мотоуҡсылар полкында республиканың төрлө ра-
йон-ҡалаларынан йыйылған яҡташ-тар ҙа байтаҡ. Улар үҙҙәрен күптән ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу, ҡаһарман яугир итеп танытҡан. Полк та мобилизацияланғандарҙан һәм контракт буйынса хеҙмәт иткәндәрҙән тора. Юғары һөҙөмтәләргә ирешкән подразделение Донбасстың тиҫтәләгән ауылдарын азат итеүҙә лә ҡатнашҡан.  
“Ғәлим” позывнойлы яугир 2024 йылдың июленән махсус хәрби операция зонаһында. БТР-82А хәрби техникаһының механик-водителе ул. Мехвод (ҡыҫҡаса) - махсус хәрби операцияла кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Был вазифаны ла броневик механизмын яҡшы белгәндәргә генә ышанып тапшыралар. Яҡташыбыҙ ҙа шундайҙарҙың береһе.
- Егеттәргә ярҙам, илде нацизмдан азат итеү өсөн махсус хәрби операцияға юлландым да инде, - ти яугир. - Был ҡарар бер-ике көн эсендә килмәне, күптән уйлап йөрөлгән ғәмәл ине ул. Ниәтемде ғаиләмә,  ҡыҙым-
улыма, ағай-апайҙарыма ла әйтмәгәйнем. Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндән һуң ғына яҡындарыма хәбәр иттем. Ҡайһылары башта ышанып та етмәне.
Сермәндә тыуып-үҫкән, урта белемде лә тыуған мәктәбендә алған үҫмерҙең дә яҙмышы башҡа тиҫтерҙәренеке кеүек. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң ауылда, сит ҡалаларҙа  эшләп ала, өйләнә, ғаиләһе менән Межгорьела төпләнә. Алған һөнәре буйынса хәрби часта, һуңынан 30-сы төҙөлөш идаралығы подразделениеларының береһендә эшләй. Ә бөгөн ул махсус хәрби операция яугиры. Сираттағы хәрби заданиеға әҙерлек барышында механик-водитель бронетранспортерын ентекле тикшереп, хәүефле юлға әҙерләй. “Ғәлим” позывнойлы яугир штурмға барыусыларҙы алғы һыҙыҡҡа алып сығасаҡ. Пехотаның етди броняһы булған хәрби техника ла сәғәт кеүек эшләргә тейеш. Хәрби техниканы ла, ҡасандыр үҙенең тәүге машинаһын өйрәнгән кеүек, иғтибар менән күптән үҙләштергән. Ул броняны тере организм кеүек һиҙә: двигателдәге бәләкәй генә үҙгәрештәргә лә иғтибар  итә, юлды алдан тойомлай белеү һәләте лә техниканы һәм экипажды  позицияларҙан иҫән-һау алып сығырға ярҙам итә. Хеҙмәт итеү осоронда тиҫтәләгән маршруттар үтеп,  яу яланынан яралыларҙы алып сыға, боеприпастар ташый, иптәштәренә айырыуса ауыр булған урындарҙа ярҙам итә. Уның көсө - сыҙамлыҡта, оҫталыҡта, кәрәк саҡта һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлап ҡала белеүендә. Мехвод матур һүҙҙәр һөйләй белмәй, тик үҙ эшен теүәл һәм намыҫлы башҡара. Уның янында хеҙмәт итеүселәр, әгәр ул рулгә ултыра икән, юлды ышанып тапшырырға була, ти. Уның ышаныслы ҡулдары һәм айыҡ аҡылы бурыстың үтәлеүенә гарантия бирә. Һәм был ҙур исемдәр урынына хеҙмәтте, аныҡ бурысты  һайлаған һалдат өсөн иң ҙур баһа.
- Беҙ, башлыса, "ҡошсоҡ"тар осмаған көндә юлға сығабыҙ. Эшем - экипажды тиҙ һәм хәүефһеҙ алғы һыҙыҡҡа алып барып еткереү. Штурмлаусыларҙы координаталарҙа төшөрөп, техниканы маскировкала-
йым, һуңынан рация аша эвакуациялауға саҡырыуҙарын көтәм. Уҡсылар эшен тамамлау менән, уларҙы алып кире позицияларға юлланабыҙ. Егеттәр өсөн борсолаһың, ҡайһы саҡта тотҡарланалар, үҙеңә урын таба алмайһың, - ти яугир. - Шәхси составтың ғүмере өсөн дә механик-водитель яуаплы. Шулай уҡ башҡа бурыстар ҙа тапшырылған бит әле. Юғиһә, егеттәр көтә һәм өмөт итә. Был ваҡытта үҙең өсөн борсолоу ҙа икенсе урынға күсә. Тәү сиратта  - шәхси состав һәм үтәлергә тейеш бурыстар, - ти “Ғәлим”.
Олпат ир-уҙаман тәжрибәнең ҙур көскә эйә булыуын иҫбатлаған да инде. Хәрби операцияның уңышлы үтеүе бронетранспортер йөрөтөүсенең тәжрибәһенә туранан-тура бәйле. Бөгөн дә ул БТР-ында эшләүен дауам итә: янындағыларҙы  маҡсатҡа  теүәл, ышаныслы, ваҡытында алып бара.
Рәсәй армияһы сафында ысын илһөйәрҙәр  хеҙмәт итә, улар аңлы рәүештә Тыуған илен һәм яҡындарын яҡлау файҙаһына һайлау яһаған. Асыҡланыуынса, һуғышта ҡатнашыусылар үҙҙәренеке өсөн түгел, ә хеҙмәттәштәренең ғүмерҙәре өсөн борсола. Был хаҡта  йыл ярымдай махсус хәрби операция зонаһында Тыуған илен, ғаиләһен, яҡындарын нацизмдан ҡурсалаған “Ғәлим” позывнойлы яугир һөйләне. Башҡа яугирҙар кеүек, һеҙгә лә яҡындарығыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын! 


Эльвира ХӘМЗИНА.
Фото: яугирҙың шәхси архивынан. 

 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас