Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Ғинуар , 21:10

Икеләнмәй шул уҡ юлды уҙыр инем

Үткән йылдың һуңғы көндәрендә Ҡарағай урта мәктәбендә махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған тарих уҡытыусыһы Рәсих Ишмырҙа улы Муллашев хөрмәтенә тантаналы шарттарҙа Герой партаһы асылды

Икеләнмәй шул уҡ юлды уҙыр инем
Икеләнмәй шул уҡ юлды уҙыр инем

 

 

Йәш быуынды илһөйәрлек, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үткән сарала район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов, уҡыусылар, мәктәп коллективы һәм яугирҙың туғандары ҡатнашты. Уҡыусылар Ватаныбыҙ именлеген һаҡлаған яугирҙар тураһында шиғырҙар уҡыны, концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Арыҫлан Аҫылбаев Рәсих Ишмырҙа улының “Яугир һүҙе” шиғырын уҡығанда тамашасылар тулҡынланып, тын да алмай тыңланы. Һәр кем башҡаларҙың именлеге, улар бәхетле һәм тыныс йәшәһендәр өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙарҙың ҡаһарманлығы тураһында уйланғандыр был мәлдә.
Герой партаһын асыу хоҡуғы Рәсих Ишмырҙа улының ағаһы Сәлих Муллашев менән район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡовҡа бирелде. Сәлих Ишмырҙа улы ҡустыһы Рәсихтың бала сағы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уның батырлығы бөгөнгө мәктәп уҡыусылары өсөн ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыр, тип билдәләне. Һуңынан сарала ҡатнашыусылар яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, Герой партаһына Ватан һаҡсыһы батырлығына ихтирам символы булған ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынды.
Мәктәптәрҙә ошондай саралар үткәрелеүе, Герой партаһы булдырылыуы малайҙарға ватансылыҡ һәм хәрби бурыс төшөнсәләрен аңларға, ысын патриоттар, Ватаныбыҙҙың ысын һаҡсылары булып үҫергә булышлыҡ итә лә инде. Махсус хәрби операцияның үҙ тарихы әлегә юҡ, әммә шаһиттары, үҙ геройҙары бар. Тап уларҙың исемдәре мәктәп тарихында мәңгелеккә ҡаласаҡ.
Гүзәл ҮТӘГӘНОВА,
Ҡарағай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Көслө туғандарым барында

 

Дошмандарҙан азат иткән саҡта
ДНР-ҙың ябай ҡалаһын.
Тәүге көҙгө көндә күреп ҡалдым
Үлем менән йәшәү араһын.

 

Ошо көндә элек тыңлай инем
Ҡыңғырауҙың тәүге сыңлауын,
Ләкин быйыл үҙем һайлаған юл
Ишеттерҙе мина шартлауын.

 

Көслө шартлау... Ҡулым менән баҫтым
Туҡтатырға аҡҡан ҡанымды.
Тағы шартлау... Бына ошо мәлдә
Ниҙер биләп алды аңымды.

 

Ауыртыуҙар ҡапыл онотолдо,
Иҫкән кеүек булды һалҡын ел.
Күҙҙәремде йоҡо баҫып килә,
Ә тәнемә, ниңәлер, еңел...

 

Ҡулды алырға ла ҡуйырғамы?
Әйҙә ҡаным аҡһын яранан.
Шундай еңел, шундай рәхәт миңә!
“Дуҫтар, китәм һеҙҙең аранан!..”

 

Ләкин йөрәк: “Беҙ китмәйбеҙ! - тине,
Китеү уйлау беҙгә иртәрәк!
Туған ырыу көтә һин ҡайтыр, тип,
Гөрләп йәшәр өсөн бергәләп.”

 

Һуңғы көсөм менән ҡалҡындым мин.
Ошо һүҙҙәр тыуҙы аңымда:
“Ғүмеремде ҡыя алмаҫ дошман
Көслө туғандарым барында!”

 

 

Яугир һүҙе


Һуңғы алыш көтә мине, һуңғы алыш.
Тыныслыҡҡа килтереүсе ҙур бәрелеш.
Күкрәгемә һыймайынса ярһый йөрәк:
Шул алышта ҡатнаштыра мине яҙмыш.
Йәшермәйем тормошомда хаталарым
Кәрәгенән артығыраҡ булды минең...
Тик...яңынан үтә алһам ғүмер юлын,
Икеләнмәй шул уҡ юлды уҙыр инем.

Рәсих МУЛЛАШЕВ

Икеләнмәй шул уҡ юлды уҙыр инем
Икеләнмәй шул уҡ юлды уҙыр инем
Икеләнмәй шул уҡ юлды уҙыр инем
Икеләнмәй шул уҡ юлды уҙыр инем
Икеләнмәй шул уҡ юлды уҙыр инем
Автор: Венер Исхаков
Читайте нас