5 февралдә Ҡаҙағстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса төшөрөлгән " Тастамашы, ана!" ("Ҡалдырма, әсәй!") нәфис фильмының премьераһы үтә. Был байрамға яҙыусының үҙенә дә саҡырҙылар. "Алматаға килеп төшөү менән бөтә ерҙә фильмдың баннерҙарын күреп иҫем китте. Хатта премьераға махсус рәүештә 3 мең тираж менән фильмдан төрлө кадарҙар менән "Тастамашы, ана!" китабын нәшер иткәндәр, - яҙа Айгиз Ғиззәт улы үҙенең сәхифәһендә.
Был Рәсәйҙән ситтә башҡорт яҙыусыларының әҫәре буйынса төшөрөлгән тәүге кино. Фильмдың режиссеры – Рабиға Абилпатта, сценарисы — Бекзат Мырҙахмәт, продюсерҙары — Жадыр Скабыл һәм Дархан Балажанов, башҡарма продюсеры — Жансерик Сапарбай.
“Мин был китап менән осраҡлы ғына таныштым, баҡтиһәң, улым кластары менән мәктәптә уҡыған. Уны был әҫәр шул тиклем ныҡ тетрәндергән. Улымдың кәңәше буйынса мин дә был китапты уҡыным. Әҫәрҙең ниндәй ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын аңлап, фильм төшөрөү теләге менән янып киттем, — ти фильмдың продюсеры Жадыр Скабыл. Жадыл Скабыл бихисап популяр ҡаҙаҡ фильмдары һәм сериалдарын төшөргән шәхес булараҡ билдәле.
Башҡорт яҙыусыһының ижады Ҡаҙағстанда яҡшы билдәле. Айгиз Баймөхәмәтовтың " “Тастамашы, ана!” (“Ҡалдырма, әсәй!”) ҡаҙаҡ телендә ҡабат-ҡабат 10 тапҡыр яңынан нәшер ителә. Шулай уҡ авторҙың «Әкиәтһеҙ бала саҡ», «Урам балалары», «Алдаҡсы», «Ҡошҡа әйләнермен” повестары Ҡаҙағстанда тәржемә ителә һәм нәшер ителә. Айгиз Баймөхәмәтовтың ҡаҙаҡ телендә нәшер ителгән китаптарының дөйөм тиражы 100 000 дананан ашып китә.
Авторҙың әҫәрҙәре буйынса Ҡаҙағстан театрҙарында барған: И. Станиславский исемендәге Ҡарағанда рус драма театрында. К. Жандарбеков исемендәге Жетисай драма театрында (Төркөстан өлкәһе), Шымкент академия театрында, Күксәтау, Тараз ҡалаларының Йәштәр театрҙарында спектаклдәргә халыҡ ағылып йөрөй. 2024 йылда Айгиз Баймөхәмәтовҡа «Ҡаҙағстандың Почетлы яҙыусыһы» исеме бирелде.
Был Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән берҙән-бер фильм түгел: Быйыл Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Беҙҙе ҡалдырма» фильмының премьераһы көтөлә, режиссеры-Вилүрә Иҫәндәүләтова.