2
Арыу уҡ ваҡыт үткәс, Шәрифә мәрйәне эйәртеп өйҙән килеп сыҡты.
– Шунан, Шәрифә, ҡараныңмы, ней булған?
– Ҡараным, апһын, ҡараным. Был ҡатын бик сирхәү генә, әммә түле бар, бала табыр! Башта имләргә кәрәк. Эсе төшкән, сөнки ауыр күтәргән, ауырын тота алмай. Эсен майлап күтәрергә кәрәк. Шунһыҙ ауыры тормаясаҡ. Эсенә, бала ятҡан урынға ит ҡундырырға кәрәк. Ит ашаһын күберәк! Ит ҡуныр! Бер ун тапҡыр кәмендә майлар кәрәк, әле ырымлап, майлап эсен күтәреп бәйләнем. Ҡанын да сығарҙым! Ҡаны ныҡ шыйыҡ, былтыр йыйған үләнде төрөп бирҙем, кискә генә эсеп ятһын бер аҙна-ун көн, шунан туҡтатһын! Эсен ысҡындырмай йөрөһөн, апһын, үҙең аңлат инде.
Нәғимә, белер-белмәҫ һүҙҙәрен йыйып, ир менән бисәгә аңлатырға тотондо.
Ир кеше һорау артынан һорау бирҙе, Нәғимә телен боҙа-боҙа, дөрөҫмө-юҡмы, яуаптарын ҡайтарҙы. Урыҫтар тағы икешәр кәсә сәй эсеп, юлға сыҡтылар.
...Төштән һуң эҫе томралана төштө. Һыу буйындағы бер көтөү бала-саға, һыу инеп күгәрешеп, арып, асығып ҡайтыу яғына юлландылар.
– Мырҙа, әйҙә иртәгә Аҡ томан артына урманға барайыҡ, турғай еләге ҡарап ҡайтайыҡ, бәлки, бешкәндер. Урыҫтар йыйып бөткәнсе, беҙҙә ашап ҡалайыҡ, – тип һүҙ башланы Батыр.
– Әллә инде, әсәй ебәрһә, Мөслимәне ҡарарға кәрәк...
– Мөслимәне беҙҙә ҡалдырайыҡ, ҡартәсәй ҡарап торор, өйҙә ултыра бит, – тип ҡушылды Имаметдин.
– Мөслимә сырылдай башлаһа, былай ҙа ишетмәгән ҡартәсәй бөтөнләй һаңғырау ҡала бит! – тип көлөп ебәрҙе Мырҙагилде.
– Ул былай ҙа бер ни ишетмәй, эргәһендә айыу аҡырһа ла йоҡлай ул ҡәртәс.
– Мөслимәнең тауышына зыяраттағы үлектәр уяныр! – тип малайҙар көлөшә-көлөшә юлдарын дауам иттеләр. Ауылға ингәс, һәр береһе үҙ йортона боролдо.
Мырҙагилде эҫе ихатала туҡтамай, туп-тура йортҡа килеп инде. Өйҙә рәхәт, һалҡынса...
Эҫе төшмәһен тип, әсәһе өйҙөң өс тәҙрәһен эстән дә, тыштан да ябып ҡуйған, ситке бүлмәнең бер тәҙрәһенән ингән яҡтылыҡ төпкө бүлмәгә бөтөнләй төшмәй тиерлек. Әсәһе, Мөслимәне йоҡлатам тип, күрәһең, ҡыҙын ҡосаҡлап төп яҡтағы урындыҡ мөйөшөнә ятып торған, икәүләп мышнай-мышнай йоҡлап яталар.
Мырҙагилде мейес алдында торған тимер сеүәтәләге ыумасты күтәреп һемерҙе лә, ҡура эсендәге тиреҫте сығарып, ялан кәртәгә өйә башланы. Бәләкәйҙән атаһына эйәреп эшкә өйрәнеп үҫкән Мырҙаны йорт эштәре ҡурҡытмай, рәтен белә, һә тигәнсә башҡарып ҡуя.
Йәй бигерәк эҫе тора быйыл. Ҡоролоҡтан ҡурҡып, ауыл халҡы бешер-бешмәҫ үләнде июль башында уҡ сабып күбәләп бөттө. Тау битләүендә, асыҡлыҡта үҫкән үлән июль аҙағына һарғайып-ҡороп бөттө. Ҡоролоҡтан ағастарға ниндәйҙер ҡорттар төштө. Япраҡһыҙ ағастар аша урман үтәнән-үтә күренеп тора. Көтөүгә ҡыуған һыйырҙар туймай, буш елен менән ас ҡайталар. Колхоз көтөүен алыҫҡа, Бөрйән-йылға аръяғына, ятаҡҡа ҡыуҙылар, һауынсылар, көтөүселәр унда ҡыуыш ҡороп ятып эшләйҙәр.
Эсе күпәйеп, иркен күлдәктәргә лә һыймай башлаған Шәрифәне ятаҡҡа алманылар, һауынсылар һөттө алмашлап айырталар.
Шәрифә саҡ-саҡ атлап ялан кәртә яғына йүнәлде. Ҡайнағаһы Мөхәмәтдин менән Мырҙагилде июнь айында сәскән картуфтың йәм-йәшел булып ултырыуын күреп, күңеле күтәрелеп китте. Һәр кис улы йылғанан һыу ташып ҡоя, һулытмай ғына үҫтереп алып килә бит картуфын.
Шәрифәнең күҙенә картуф араһында тибенеп йөрөгән күрше Зөлхизәләрҙең ике ала тауығы салынды. Улар картуфтың төбөн типкеләп, нимәлер суҡыйҙар ине.
– Кеш, кеш, бар ҡайтып китегеҙ, ах, ҡоромағырҙар! Әллә картуфты суҡыйҙар инде былар. Кеш! Кеш! Ах, суҡынғандар!
Шәрифә эйелеп таш алып сәпләйем тигәйне, үҙәк өҙгөс ауыртыу эсен үтәнән-үтә бысаҡ менән ҡайырып алған кеүек булды. Йән кергән балаһы ҡапыл ныҡ итеп тибенә башланы. Шәрифә “ах“ итеп артына ултыра төштө, башы әйләнеп күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ауыртыуға түҙә алмай, Шәрифә ҡысҡырып ебәрҙе, күҙҙәренән эре-эре йәштәр атылып, бите буйлап эйәк остарынан һикерештеләр...
“Туҡта, туҡта, ҡысҡырырға ярамай, Мөслимәне ҡурҡытырмын. Түҙ, Шәрифә, түҙ, тип үҙен ҡулға алырға тырышты. Йә Мырҙагилдеһе лә өйҙә юҡ бит, Миклуйға мейес сығарышам тип, бер аҙна инде таң һарыһы менән сығып китә”.
Шәрифәнең маңлайынан һалҡын тир бәреп сыҡты. Ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн ул сәс толомон тешләне лә эстән “бисмилләһи-рахманир-рахим” тип доғаларын уҡый-уҡый эсен һыпырғыланы.
Урамда бер әҙәм дә күренмәй шул, ҡысҡырһаң да берәү ҙә ишетмәҫ! Хатта эттәр-бесәйҙәр ҙә ышыҡ эҙләп кәртә-һарай эсенә йәшенгәндәр... Ҡайнар һауа томраланып, күҙҙе ҡамаштыра.
“Нишләргә һуң, уй Аллам?.. Башланды, шикелле! Кисәнән бирле эсенең аҫ яғы тарта.
Шәрифә ыштан-күлдәген һәрмәп ҡараны. Ыштаны ла, күлдәге лә аҫ яҡтан еп-еүеш ине. “У-уй Аллам, һыуым киткән бит! Нишләргә һуң? Нишләргә? Туҡта, Шәрифә, тыныслан! Күпме бисәләргә бала табып бирештең, үҙеңә лә ярҙам ит! Әйҙә, Шәрифә! Тиҙерәк ҡылан!”
Шәрифә тубығы менән мүкәйләй-мүкәйләй ҡаҙанлыҡҡа барып етте, ҡаҙан өҫтөндәге еҙ батмуста ятҡан бысаҡты галушының ҡунысына тыҡты, батмус ситенә йыуып элгән таҫтамалды түшенә ҡыҫтырҙы ла, яңынан кәртә яғына мүкәйләне. “Тулғағы көтмәгәндә башланды бит! Оҙаҡ көттөрмәҫ. Был бит инде бишенсе балаһы, тулғаҡ оҙаҡ бармаҫ, Мөслимә генә уянмаһын”.
Һарай эсе еләҫ кенә. Белгән кеүек, Мырҙаһы кәртәне тиҙәктән таҙалап, ер иҙәнен һепереп ҡуйған. Шәрифәнең тулғағы көсәйгәндән-көсәйә бара, оҙон балаҡлы ыштаны, йәрпесләп тегелгән оҙон күлдәге лә лысма һыу булды. Ярай әле башындағы аҡ яулығы ҡоро ҡалған. Ул бала төрөргә тип яулығын сисеп эргәһенә һалды ла, эстән уҡына-уҡына, ҡулдары менән эсен аҫҡа табан ыуалап, балаһына ярҙам итергә тырышты. Һыҙланыуҙан һарай эсендә күпме ваҡыт ятҡанын да онотто.
– Шәрифә, һин ҡайҙа? Шәрифәү!
Апһыны Нәғимәнең ҡысҡырған тауышы Шәрифәне ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. “Эй, Аллаға шөкөр! Апһыны килгән бит!”
– Апһын, мин бында, бында! – тип кипкән ауыҙын саҡ-саҡ асып бар көсөнә ҡысҡырып яуап бирҙе.
– Аһ-аһ, һарайҙамы һин, анда нимә эшләйһең?
– Аһ-һ!
Һарайға килеп ингән Нәғимә бер күреүҙә үк хәлде аңлап алды.
– Уй, Шәрифә, нишләп өндәшмәнең һуң? Әйткәйнем бит, тулғағың башланыу менән саҡыр тип! Уй Аллам, шунан ҡаның ағып бөтһә нишләрһең?
– Бер аҙналай ваҡытым бар ине, апһын. Алданыраҡ башланды...
– Туҡта, аҫтыңа ҡорама юрған булһа ла йәйеп ҡуяйым! Уй Аллам, ҡомған менән һыу әпкиләйем, йәһәтләйек, – тип, йүгерә-йүгерә ярҙамға ташланды апһыны.
Бер аҙҙан Шәрифә яҡты донъяға яңы тыуған ҡыҙын ҡосаҡлап урындыҡ мөйөшөндә ята ине. Апһыны ҡаҙан төбөнә ут яғып, күлдәк-ыштандарын йыуып элде, эҫе итеп һөтлө сәй яһап, Шәрифә менән Мөслимәгә сәй эсерҙе.
– Сәйеңде эҫеләй эс, Шәрифә! Һөт төшөр имсәгеңә! Сәйҙе күберәк эс, әйҙә!
Апһыны орсоҡ кеүек тегендә-бында йүгергеләй... Мөслимәһе эргәһендә... Шәрифә, танһыҡланған йәш бала еҫен еҫкәп-еҫкәп ала. Аллаға шөкөр, ҡалай имен-һау ҡотолдо!
– Әсәй, был беҙҙең бәпесме?
– Беҙҙеке, беҙҙеке, ҡыҙым.
– Исеме кем ул?
– Исеме юҡ әле, балам.
– Әйҙә исемен Зуйка тип ҡушайыҡ! Нәнә инәй, матуй бит Зуйка, әйеме?!
– Ҡыҙым, ул исем беҙҙеңсә түгел бит... Мәрйәләр исеме бит!
– Буһа ней, Зуйка матуй бит.
– Юҡты һөйләмә, Мөслимә, беҙҙең һыйырҙың исеме Зуйка! Һеңлеңә һыйыр исеме ҡушып, аҙаҡ һыйыр тип атарҙар, – тип көлөп ебәрҙе Нәғимә.
– Нишләп, Микуланың Зуйкаһы ҫыйыр түгел бит?
– Улар яғында һыйыр тотҡан кеше һирәк. Күберәк сусҡа, кәзә тоталар бит! Шуға уларға ярай ул.
Бәләкәй булыуына ҡарамай, Мөслимә һүҙгә ҡыҫылып, еңмешләнеп маташты. Һүҙ көрәштереү нимә менән бөтөр ине, әммә шат йылмайып урамдан Мырҙагилде ҡайтып инде. Ҡултыҡ аҫтындағы хром итекте шап иттереп урындыҡ ситенә ҡуйҙы ла:
– Мейес эше бөттө быйылға! Мин –мейес оҫтаһымын! Мейес сығарышҡан өсөн Миклуй миңә хром итеген бирҙе! – тип маҡтанып әсәһенә күҙ һалды.
Шул саҡ ҡына әсәһенен ҡуйынында ятҡан аҡ төргәкте күреп ҡалды.
– Әсәй, беҙҙең кем тыуҙы? Ҡустымы, һеңлеме?
Мырҙагилде аҡ төргәкте ҡулына күтәреп алды:
– Ҡалай матур ғына, еләк кеүек ҡыҙыл ғына!
– Туҡта, улым, ипләп! Берәй ерен ауырттырып ҡуйма! Һеңлең тыуҙы, һеңлең.
– Әсәй, мин бала тота беләм инде, үҙең өйрәттең бит, Мөслимә тыуғас! Башын нығыраҡ тот, тип. Исемен кем тип ҡушабыҙ?
– Ана, Мөслимәң исем тапҡан инде, – тип көлөп ебәрҙе Нәғимә. – Зуйка була, Зуйка!
– Мөслимә, ауылда бер Зуйка бар бит инде, икенсе исем ҡушайыҡ! Ҡыҙыл ғына, еләк кеүек матур бит, әйҙә Гөлйемеш булһын. Фатима инәйҙәргә килә бит ҡунаҡҡа Гөлйемеш. Шуның кеүек матур була, беҙҙең ауылда ят исем!
– Ҡалай матур исем таптың, Мырҙагилде! Әйҙә, сәй эсеп ал да мунсаға һыу ташып, кискәләтә генә мунса яҡ! Әсәйеңә лә, Гөлйемешкә лә сайынып сығырға кәрәк! – тип йомоштарын таратты Нәғимә.
Мырҙагилде хром итеген кейеп алды ла өй буйлап улай-былай йөрөп ҡараны. Хром итектәрҙән ағас иҙән шығырлаған һайын, Мырҙагилденең ҡәнәғәтләнеүе йөҙөнә сыҡты – ауыҙы йырылып, күҙҙәре ялтырап китте:
– Итектәр шәп булған! Шығырлап тора!
– Улым, итек ныҡ ҙур бүләк бит. Бигерәк ҙурлаған һине Миклуй. Уңайһыҙ түгелме һуң, һин бит ярҙамға ғына йөрөнөң Миклуйға?
– Ниндәй ярҙам булһын, әсәй! Беҙ мейесте кәңәшләшеп, икәүләп һалдыҡсы. Миклуй күп нәмәне белеп етмәй, мин өйрәттем уға. Иҫләйһеңме, Мөхәмәтдин олатай менән анау йылы бер йәйҙә өс мейес эшләнек Крепостнойҙа. Шунан һуң мейесте мин бер үҙем дә сығара алам! Тик балсыҡ баҫырға, кирбес биреп торорға иптәш кәрәк.
– Отоп алырға әҙер тора был малайың, собханалла! Мөхәмәтдин дә бик маҡтай Мырҙаны! Үҙенең малайҙары мейес эшен шыпа белмәй, был малайың өйрәнеп тә алған! – тип маҡтап ҡуйҙы Нәғимә.
– Бар, бар, улым, тоҡандыр мунсаны, кис хәҙер килеп етәр, һыуҙы күберәк ташы! – тип ашыҡтыра башланы Шәрифә.
– Мырҙагилде, анау беҙҙең ҡаҙанлыҡта торған ҙур күнәктәргә лә тултырып ҡуй! Йылынып торһон мейес янында! Олатайың, ағайыңдар ҙа сайынып сығыр!
Мырҙагилде оҙаҡ көттөрөп тормай, йылп итеп сығып йүгерҙе.
Ҡашҡат ауылының ике башында, ике ҡара мунса тора. Шуның береһе – Мөхәмәтйән олатаһы төҙөгән мунса. Эре-эре бүрәнәнән һалынған ҡара мунса, Һәптән йылғаһының яр башында уҡ тора. Һыуға яҡын булһын тип һалғандыр, күрәһең, олатаһы! Ярты ауыл, сиратлап мунсаны яғып, шунда йыуына, кем яҡһа ла, эҫеһе ҡалһа, теләгән бер кеше инеп сабынып-йыуынып сыға ала. Мунса яғыу ҡыйын эш түгел! Тик ҡарап торорға кәрәк бынау эҫелә.
– Бөгөн иртән әбейҙәр ҡырға сығып ямғыр һорап, ырымлап йөрөп ҡайттылар. Эй Хоҙай, һыу бирһен инде! Бигерәк эҫе тора, бөтә нәмә ҡороп бөттө... Ул ағастар, ул үләндәр... Ут сығып китмәһен, туҡтатып булмаҫ, Аллам һаҡлаһын! Урамдағы сыуалды ҡарап ҡына торам, күмерҙәрен һепереп, осҡоно осмаһын тип, ауыҙын ябып тотам, – тип һүҙен дауам итте Нәғимә.
– Аллам һаҡлаһын инде! Теге егерме беренсе йыл, аслыҡ йылы, шулай эҫе торғайны бит. Йәй башынан уҡ үләндәр ҡороп бөткәйне, малдар аслыҡтан тамыр эҙләп ер ашай башланы... Күп кеше ҡырылды инде аслыҡтан.
– Әйтмә инде, Шәрифә! Ҡуй инде, минең ике һеңлем дә аслыҡтан ятып үлделәр. Әсәм тамыр ҡаҙып ашата ине, шуның нимәһелер оҡшамаған, шикелле, ике көн ауыҙҙары күпереп хәлһеҙ ятҡандар, өсөнсө көн бер-бер артлы киткәндәр мәрхүмкәйҙәр! Күршеләр хатта бесәйҙәрен бешереп ашағандар, тип һөйләнеләр! Аслыҡ эсәк өҙә, кем түҙә, кем бөҙә инде! Ярай, мин кейәүгә сығып киткән инем, ҡайным-ҡәйнәм хәлле кешеләр ине бит! Түҙҙек инде! Яңы саҡ тамаҡ туйып, өҫ бөтәйә башлағайны, тағы ни булыр...
– Шулай, апһын! Ҡайһы берәүҙәр тире тундарын бешереп сәйнәп ултырҙылар, аслыҡ-ғазаплыҡ, үлмәйем тиһәң, туныңды ла сәйнәрһең, ҡулыңды ла сәйнәрһең, ти торғайны әсәйем мәрхүмә! Йә Хоҙай, яҡшыға юрайыҡ! Апһын, тегеү машинаңды биреп тор әле бер-ике көнгә. Теге Крепостной урыҫы бисәһен баҡҡанға өс аршын туҡыма килтергәйне, Мөслимәгә яңы күлдәк тегәйем, бәпәйгә лә йүргәк-фәлән кәрәк.
– Аһ, аһ! Алырһың, Мырҙаға ҡуш, биреп ҡайтарырмын. Бәпәйгә лә ҡырҡы тулғансы, исем ҡуштырыр кәрәк, оҙаҡ исем ҡушмаһаң, ен алыштырып ҡуйыр, Аллам һаҡлаһын! Әбейҙәр генә йыйып алып исем ҡушырбыҙ. Уларға бер самауыр сәй етә инде, күп кәрәкмәй.
– Шулай, апһын, шулай. Батман төбөндә әҙерәк он ҡалғайны, бауырһаҡ бешерербеҙ! Бәлки, Шәмсетдин ҡайтып төшөр әле. Һуңғы ваҡыт төшөмә йыш күренә башланы, беҙҙең өсөн ҡайғыралыр инде. Бөгөн дә таңға табан төшөмә инде. Һәптән ныҡ ташып киткән тим, Шәмсетдин Үкер яғында тороп ҡалған тип күрәм, эй аялана, эй аялана, тик сығалмай беҙҙең яҡ ярға... – Шәрифәнең күҙҙәренә йәштәр тулды, тауышы ҡарлығып сыҡты.
– Ҡуй, Шәрифә, илама, һөтөң юғалыр! Илама, ҡайтыр Шәмсетдин, ҡайтыр көҙгөлөккә ҡайтыр, Алла бирһә! Ҡыҙын күреп, эй ҡыуаныр әле. Беҙгә Хоҙай ҡыҙ бирмәй шул, ҡыҙ теләп йөрөп, дүрт малай таптым инде! Аталары һаман ҡыҙ һорай, – тип көлөп ебәрҙе Нәғимә.
– Беҙҙең тәүгеһе – Шәмсиәбеҙ ике көн генә йәшәне. Унан һуң йәш ярымда сәсәк ауырыуынан Аҡмалетдинде юғалттыҡ. Шәмсетдин бик ҡайғырҙы... Тыштан һыр бирмәһә лә, эстән ҡайғырып, ҡоро һөйәккә ҡалды. Мырҙагилдебеҙ көслө булып тыуҙы. Тырышып-тырышып имә башланы, бер ҙә юҡҡа иламаны! Шәмсетдин, был бала бирешмәҫ, булыр бала буғынан, тип шатланып йөрөнө. Атаһы уны бәләкәйҙән тиң күреп, ирҙәр эшенә ҡушты! Бер ҙә бала тип йәлләп торманысы. Мөслимәһе тыуғас, “ҡыҙым-ҡыҙсығым” тип ҡулынан төшөрмәй осоп йөрөгәйне, уныһы ишеккә ҡыҫылып ҡазаланып ҡуйҙы шул. Гөлйемеште лә ҡулынан төшөрмәҫ инде Шәмсетдин. Эй бала йәнле бит ул. Ҡайтһа, төшөрмәҫ, Алла бирһә.
– Шәрифә, ҡайғырма, төштәреңде яҡшыға юра! Нимәгә юрайһың шул була, ти торғайнылар боронғолар! Аҡмалетдин бигерәк матур, ап-аҡ ҡына йомро малай ине, күҙ генә тейҙе, шикелле. Был ҡыҙың да Аҡмалетдин кеүек ап-аҡ ҡына, йомро күренә! Бәхетле-тәүфикле булһындар инде. Бала ҡайғыһы бирмәһен Хоҙай. Ҡайтыр, Шәмсетдин, ҡайтыр! Тикшереү бөткәс тә ҡайтыр, Алла бирһә!
Шәрифә апһынына бер ни ҙә өндәшмәне. Нимә тиһен инде? Сөнки бәләкәйҙән төштәренең дөрөҫ, алдан иҫкәртә торған төштәр икәнен үҙе генә белә. Төштәрен бала саҡтан кешеләргә һөйләргә, улар менән бүлешергә лә ҡурҡа ине. Бөтә нәмә Алла ҡулында, яҙмыштан уҙып бер нимә лә эшләп булмай шул. Әммә һыу аша Шәмсетдиндең сыға алмауы, иренең юлы тотораҡлы икәнен үҙе белә ине Шәрифә.
Шәрифә менән Нәғимә ашыҡмай ғына, сөкөрләшә-сөкөрләшә сәй эстеләр.
Төргәктәге яңы тыуған бала мышнай-мышнай йоҡлай. Баланың бер ҡайғыһы ла юҡ... Өй йылы, әсәһе янында, асыҡһа, түш бирә һалалар, ағаһы менән апаһы ла ярҙамға әҙер торалар. Тағы нимә кәрәк һуң? Әсәһенең аҡ яулығына төрөлгән бала, бер күҙен ҡыҫып ҡына асып ҡарай ҙа тағы йоҡоға тала...
Алһыу битле, ҡыйғас ҡашлы бәләкәй ҡыҙға, ағаһы һайлаған исемде ҡуштылар. Гөлйемеш тигән исем Ҡашҡат ауылында тәүге, яңы исем булып иҫтәлеккә ҡалды.
***
Дауамы бар.