Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Март , 17:25

Автотуризм өсөн шарттар бармы?

Башҡортостан Башлығы ошо хаҡта һөйләне. 

Автотуризм өсөн шарттар бармы?
Автотуризм өсөн шарттар бармы?

 

2025 йыл йомғаҡтары буйынса республикала 174 ғәмәлдәге һәм 173 яңы юл буйы сервисы объекты яңыртылған. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров хәбәр итте.

Системалы эште Башҡортостан биләмәһендә Юл буйы сервисын үҫтереү концепцияһы сиктәрендә дауам итәләр. Уның төп маҡсаты – юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар сифатлы хеҙмәттәр ала алырлыҡ заманса комплекстар булдырыу.

Төбәктең сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы муниципалитеттар менән берлектә тармаҡҡа яңы инвесторҙар йәлеп итеү өҫтөндә эшләй. Эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы саралары буйынса бөтә кәрәкле консультациялар ала.

Билдәләп үтәйек, республиканың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә юл буйы сервисы өлкәһендә 54 башланғыс инә, уларға дөйөм аҡса һалыу күләме 6,1 миллиард һум самаһы.

Башҡортостан Башлығы сәйәхәт өсөн инфраструктураны артабан үҫтереү кәрәклеген билдәләне.

– Был йәһәттән хәл яҡшыра. Мин үҙем Башҡортостан буйлап рулдә йөрөйөм һәм автотуризм өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килеүен күрәм, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор: Венер Исхаков
Читайте нас