Журналдың был һаны ла уҡыусыларҙың күңеленә хуш килеренә шик юҡ. Тышлыҡты Өфө ҡалаһының Нуғай мәҙәниәт йорто директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Сабитованың фотоһы биҙәй. “Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе ойошмаһының әйҙәүсе рәссамы Альбина Таҡалова менән йәнле әңгәмә бирелгән. “Экрандың икенсе яғындағы тормош” мәҡәләһендә бүлек мөхәррие Рәзинә Зәйнетдинова журналист Гөлсимә Иштанованың бер көнлөк хеҙмәт көнө менән таныштыра. Шағирә Луиза Кирәеваның бер шәлкем шиғырҙары менән дә танышырға мөмкин. Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның Бөрйән һандуғасы Венера Рәхмәтуллина менән ойошторған йәнле әңгәмәһе журналды тағы ла балҡытып ебәрә. Был юлы “Оҫта ҡулдар”ҙа – Мәләүез ҡыҙы Сәлимә Ҡолмөхәмәтова.
Әҙәби әҫәрҙәргә лә мул урын бирелгән. Айгөл Ғәлиәкбәрованың “Нәҫел ҡаҙаны”, Гүзәл Иҫәнгилдинаның “Ҡағыҙға төрөлгән бүләк”, Гүзәл Яппарованың “Яҙмыштарҙы миҙгел үҙгәртә”, Хәлиҙә Чембарисованың “Ҡоҙа” исемле хикәйәләре донъя күргән.