Иҡтисад
22 Апреля , 16:55

Йырҙы ерләп булмай Зилә ПСӘНЧИНА

“Шоңҡар” журналында Венер Исхаҡовтың “Йырланмаған йырым һин” повесын күптән яратып уҡып сыҡҡайным инде. Башдрамтеатрҙа шул исемле премьера була, тигән яңылыҡты ишетеп ҡыуандым, уны көтөп алдым. Эйе, сәнғәт үҙе лә, ул өлкәнең әһелдәре тормошо ла һәр саҡ кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә, арбай һәм оло ҡыҙыҡһыныу уята. Премьера минең өмөтөмдө тулыһынса аҡланы. Шундай яҡты,сағыу, йыр-моңдарға бай тамаша булды.

Йырҙы ерләп булмай    Зилә ПСӘНЧИНАЙырҙы ерләп булмай    Зилә ПСӘНЧИНА
Йырҙы ерләп булмай Зилә ПСӘНЧИНА

Күптәр йыш ҡына элек уҡыған китабын яңынан ҡулына алырға, ҡараған спектаклен ҡабаттан ҡарарға ярата. Был иҫке танышың менән осрашҡандай һиндә йылы хистәр уята, уның яңы сифаттарын асаһың, уны тәрәнерәк беләһең.

  “Шоңҡар” журналында Венер Исхаҡовтың “Йырланмаған йырым һин” повесын күптән яратып уҡып сыҡҡайным инде. Башдрамтеатрҙа шул исемле премьера була, тигән яңылыҡты ишетеп ҡыуандым, уны көтөп алдым. Эйе, сәнғәт үҙе лә, ул өлкәнең әһелдәре тормошо ла һәр саҡ кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә, арбай һәм оло ҡыҙыҡһыныу уята. Премьера минең өмөтөмдө тулыһынса аҡланы. Шундай яҡты,сағыу, йыр-моңдарға бай тамаша булды.

Сценарий авторҙары Динара Ҡәйүмова, Айрат Әбүшахманов, режиссер Айрат Әбүшахманов, рәссам Алина Нуриманова, композитор Рәмис Хәкимов, хореограф  Алина Мостаева, видео Руслан Юлтаев – ижади коллективтың өр-яңы матур әҫәр тыуҙырыуына шаһит булып хайран ҡалғайным. Спектакль тәьҫирендә, Фидан һәм Азамат Ғафаровтарҙың йырҙары тулҡынында оҙаҡ йөрөнөм.

  Театрға барыу – үҙе байрам бит ул, күңел шуны көҫәп кенә тора. Апрель башында “Йырланмаған йырым Һин”де  тағы ҡараным. Фидан Ғафаровһыҙ!  Спектакль – экрандағы кино түгел, уны көн дә бер төрлө итеп уйнап та, ҡабул итеп тә булмай! Ә премьера ул – әҫәрҙең тыуыуы ғына, тәүге ораны тием микән, ул артабан үҫә, һәр уйындан, һәр ҡабатлауҙан камиллаша, нығына, үҫешә, байый, үҙгәрә, яңы буяуҙар менән балҡый. Тере организм кеүек йәшәүен дауам итә. Спектаклде тәүге ҡарағанда ваҡиғалар ағышын күҙәтәһең, “Хәҙер нимә булыр?” тип көтәһең, ә икесегә “Ниңә улай булды әле? Ә ни өсөн?” тип ҡарайһың, уйланаһың, бөтөнләй яңы тойғолар, башҡа хистәр кисерәһең.  Был юлы ла  музыкаль мелодрама шаршау асылыу менән үҙенең матур йырҙары менән тамашасыларҙы үҙенә йотто. Артистарыбыҙ башҡарыуында  халыҡ йырҙары ла, Рим Хәсәновтың да, йәш авторҙарҙың яңы йырҙары  ла йөрәктәргә берҙәй үтеп инде.

  Өләсәй тәрбиәһендә генә үҫкән, ябай ауыл малайы Хәсән үҙенең тәбиғәттән бирелгән һәләтен белә, таланты халҡына хеҙмәт итергә тейеш икәнен дә аңлай. Матур хыялдар менән йәшәгән саф күңелле, үтә бер ҡатлы егеттең ялғанлыҡ ҡорбанына әйләнеүен күңел ҡабул итмәй. Уны тәүҙә йәлләйһең, аҙаҡ “быҙаумы әллә һин!” тип әрләйһең, тора- бара аңлайһың. Яҡты,таҙа күңелле, алдаша белмәгән кешеләр башҡаларҙы ла үҙе кеүек күрәлер инде, барыһына ла ышаналар, бигерәк тә, ижад кешеләренең күңеле йомшаҡ булалыр инде, тип аҡларға тырышаһың. Ғөмүмән, тамашасы төп герой менән бер тулҡында йәшәй, шатлана, өмөтләнә,көлә, йырлай, борсола, алдана, ҡайғыра... Повесть геройҙарына йән өрөүсе актерҙарҙың юғары  оҫталығына баһа биреү төп маҡсат түгел. Илдар Ғүмәров,  Азамат Ғафаров, Алһыу Бәхтиева, Светлана Хәкимова, Римма Ҡаһарманова, Минзәлә Хәйруллина кеүек арҙаҡлы артистарыбыҙ менән бергә йәштәрҙең уйыны әсир итте. Төп ролдәге моңло йырсы Алмаз Йосопов, Илүзә Күсәбаева,  Гүзәл Йәнбирҙина, бер үҙе 4 ролде башҡарыусы Лилиә Сәғитова, 2-шәр ролдә уйнаған Руслан Хайсаров, Азат Вәлитов, йәштәр, фанаттар, ауыл кешеләре ... актерҙар күп яҡлы һәләттәре менән яңыса асылды.

  Әлбиттә, сәхнә әҫәре тәүсығанаҡтан айырыла, шулай булырға тейеш тә. Әммә идея-тематик йөкмәтке һаҡланған. Исемдәрҙә аҙыраҡ үҙгәреш бар икән. Повестағы Фәриҙәне (мәғәнәһе: ынйы бөртөгө), яһил бисәне Нәжибә итеп, режиссер отҡан, тип уйлайым. Геройҙар араһында  Венера Исхаҡованың  булыуы ла ҙур мәғәнәгә эйә. Әҙәби әҫәр һүрәтләү сараларына бай, унда Өфөбөҙҙөң гүзәллеге, Салауат Юлаев һәйкәле, Ленин урамдары, Башҡортостан тәбиғәте һәм ауылдары тасуирлана, былар барыһы ла музыка, йырҙар, бейеүҙәр, йәштәрҙең кәйефе аша оҫта бирелә, артҡы пландағы видео ла урынлы һәм уңышлы ҡулланыла. Халыҡсан тыйнаҡ юмор ҙа тамашаға йәм өҫтәй.

  Спектаклде был юлы ла халыҡ йылы ҡабул итте, аяҡ өҫтө тороп оҙаҡ алҡышланы. Эйе, ҡоштарға ҡанат кәрәккәндәй, кешегә йыр кәрәк! Сөнки ул беҙгә ҡанат ҡуя, йәшәүгә дәрт бирә. Йырсыны баҫып, юҡҡа сығарып була, туҡтатып була, ә йырҙы туҡтатып, бикләп,үлтереп ҡара! Йырҙы ерләп булмай! Йырҙың тылсым көсөнә инанып сыҡты тамашасы театр тигән сихри донъянан.      

   Рәхмәт “Йырланмаған йырым һин” повесының авторы Венер Исхаҡовҡа һәм уны йырлы-моңло матур спектакль итеп сәхнәгә сығарыусы театр коллективына!

  P.S.  Төп ролдәрҙең береһен (йәш Хәсән)  башҡарыусы, беҙҙең элекке уҡыусыбыҙ (Күгәрсен районы Мораҡ Башҡорт гимназияһы) Алмаз Йосоповтың уңыштарына бик шатбыҙ. Яратып, һоҡланып ҡараным. Ҙур- ҙур еңеүҙәре алда ла күп булыр, тип ышанам. Беҙ, Күгәрсендәр, яҡташ актерҙарыбыҙ Руслан Хайсаров, Ирада Фазлаева, Алмаз Йосопов, Рафаэль Ғәйнуллин, Илгизә Ғилмановалар менән ғорурланабыҙ, уларға яңынан- яңы уңыштар теләйбеҙ.

Зилә ПСӘНЧИНА.

Күгәрсен районы. 

 

Йырҙы ерләп булмай    Зилә ПСӘНЧИНА
Йырҙы ерләп булмай    Зилә ПСӘНЧИНА
Йырҙы ерләп булмай    Зилә ПСӘНЧИНА
Йырҙы ерләп булмай    Зилә ПСӘНЧИНА
Йырҙы ерләп булмай Зилә ПСӘНЧИНА
Автор:
Читайте нас