

Күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә – Рәзилә менән Айбулат БИКБУЛАТОВТАРҙың бала сағы, йәшлек йылдары минең күҙ алдында үтте. Ейәнсура районының Юлдаш ауылында тыуып үҫкән ике йәш йөрәк бөгөн Өфө районының Нурлы ауылында йәшәй. Улар тураһында мәҡәлә яҙырға теләүемде әйткәс, бер аҙ уңайһыҙланып ҡына: “Беҙ бит ҙур эштәр башҡармайбыҙ. Барлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ – балалар үҫтереү”, – тинеләр. Был ата-әсәлек бурысын юҡҡа сығарыу һүҙе түгел ине. Бары халҡыбыҙға хас тыйнаҡлыҡ һәм әҙәплелек һыҙаты ғына, сөнки улар яҡшы белә: бар байлыҡтан, карьера баҫҡысынан, дан-шөһрәттәрҙән ғаилә бәхете күпкә өҫтөн...
Ишле ғаилә – нәҫел дауамы
Улар икеһе лә биш балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫте. Рәзиләнең атаһы Ришат ағай колхоз тарҡалғансы малсылыҡта эшләне, хәҙер инде үҙ хужалығында йылҡы малын үрсетә. Нәзиә еңгәй бөтмәҫ мәшәҡәттәргә, ваҡ эштәргә тулы хужабикә бурысын атҡарҙы. Баш бала булараҡ, үҙе артынан бер-бер артлы тыуған өс һеңлеһен һәм ҡустыһын ҡурсалап ҡына ҡарап йөрөтөү ҙә ҡыҙ иңенә төштө.
Ә Айбулат ғаиләлә икенсе бала. Шулай ҙа оло малайға ишле малды ҡарау гел уның иңендә ине. Әсәһе Рәйлә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡытыусы булып эшләне. Йорт хужаһы Нурғәли ағай һуңғы ике тиҫтә йылда ауыл хакимиәте башлығы йөгөн тарта. Бикбулатовтар ғаиләһе һәр ваҡыт мал үрсетте, ит, һөт менән һатыу итте.
– Беҙҙең ғаиләлә бер ваҡытта ла аҡсаһыҙлыҡ тигән проблема торманы. Табында ризыҡ мул булды, уҡыуға кәрәк-яраҡтар, кейем-һалымды гел генә яңыртып алып торҙолар. Ошо етеш һәм мул тормоштоң тир түгеп яуланғанын күреп үҫтек. Атай менән әсәй беҙҙе хеҙмәт менән тәрбиәләне. Магазин тотҡан саҡта, иптәштәребеҙ кеүек көн оҙоно уйнап йөрөп булмай – өлкәндәр өйҙә булмағанда һатыу итә инек. Трактор, машина йөрөтөргә өйрәндек тә йәй буйы яландан ҡайтып инмәйбеҙ – ишле малға бесән әҙерләргә кәрәк, араһында сират буйынса килгән көтөүҙе лә көтәбеҙ.
Һыу буйында башланған тарих
Улар мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөп, ғаилә ҡорҙо. “Беҙҙең мөхәббәт һыу ингәндә башланды”, – тип көлөшәләр. 2-се класты тамамлаған йәйҙә урамдан үтеп барған Рәзиләне Айбулаттар Һаҡмарға һыу инергә саҡыралар. Өйгә ҡайтып, алмаш кейем алырға ваҡыт булмай. Ҡыҙсыҡ өҫтөндәге күлдәге менән һыу инә лә, ул кипкәнсе, малайҙың футболкаһын кейҙереп торалар. Шунда тәүге тапҡыр бер-береһенә иғтибар итә лә инде улар. Ә бер нисә йылдан танауына еҫ инә башлаған үҫмер оҡшатып йөрөгән ҡыҙына дуҫлыҡ тәҡдим итә.
Айбулат хәҙерге Республика инженер лицейынан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Рәзилә Өфө дәүләт нефть техник университетының техник хәүефһеҙлек факультетында белем ала. Ата-әсәләренән ярҙам көтөп ятмай улар, икеһе лә уҡыуҙан буш арала эшләп аҡса таба.
– Дуҫлашып йөрөгәндә һәр ваҡыт Рәзиләгә, беҙҙең биш балабыҙ буласаҡ, тип әйтә инем. Улыбыҙ тыуҙы, һаман фатир мәсьәләһе хәл ителмәгән. Торлаҡ-коммуналь хужалығында эшләүселәргә йәшәргә урын бирелә тигәс, шунда урынлашырға барҙым. Военкоматтан справка алырға барғайным, саҡырыу тоттороп сығарҙылар – ике көндән әрмегә барырға. Һамар өлкәһендә бер йыл хеҙмәт иттем. Ҡатыным эшләп йөрөнө, улыбыҙ Айморатты ла ҡарап өлгөрҙө. Атай-әсәйҙәр, ҡайным-ҡәйнәмдәр ярҙамынан ташламаны. Тик әрменән ҡайтҡас та фатир алырға мөмкинлек тыуманы – стаж булмағас, ипотека кредиты бирмәйҙәр. Атайым исеменә “Ауыл ипотекаһы” программаһы буйынса кредит алырға тура килде, – ти Айбулат.
Ил алдындағы бурысты үтәп, торлаҡлы, эшле булып йәшәй башлаған мәлдә генә йәш ғаилә алдына оло һынау килеп баҫа: улдары Аймораттың балалар церебраль фалижы (ДЦП) менән ауырыуы асыҡлана. Уны Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙың клиникаларына йөрөтөүҙәр, оҙайлы дауаланыу курстары башлана. Тап шул мәлдә Рәзилә икенсегә ауырға ҡалғанын белә. Һәр баланың үҙ ризығы, Аллаһы Тәғәлә яҙған яҙмышы менән тыуыуын аңлаған йәштәр артабан нимә эшләргә, тигән икеләнеүҙәргә юл ҡуймай. Үҫмерлек, йәшлек хыялдарына тоғро ҡалып, күп балалы ғаилә булып йәшәргә хәл итәләр. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Ләйлә, Йәмилә, улдары Искәндәр тыуа. Рәзилә декрет ялына киткәс, ауырыу бала ҡарауҙы атай кеше үҙенә рәсмиләштерә, әммә ул өйҙә ултыра торған кеше түгел. Өйләнешкән саҡта: “Һинең теләгән ереңә йөрөргә үҙ машинаң, өйҙө тәртиптә тотоу өсөн барлыҡ көнкүреш техникаһы буласаҡ. Бала ҡарау, дүрт стена араһында ултырыу түгел”, – тигән һүҙендә тора ғаилә башлығы. Машинаһы менән ҡала араһында пассажирҙар ташый, автосервиста машиналар йүнәтә – ғаилә аҡсаһыҙ ултырмай. Күмәкләшеп ҡайтып, йәй буйы бесән эшләүе лә юҡҡа түгел: ит һатҡан аҡсанан Нурғәли ағай менән Рәйлә апай бөтә балаларына ла тигеҙ өлөш бүлә. Рәзилә лә үҙенә килем килтерерлек өҫтәмә һөнәр алған: ҡатын-ҡыҙҙарға керпек үҫтерә, макияж яһай.
Балалар – йорт биҙәге
Бикбулатовтар менән баш ҡаланың “Бәрәкәт” хәләл кафеһында осраштыҡ. Улар балалары менән килгәйне. Һөйләшеп ултырғанда уларҙы күҙәтәм. Тәүҙә махсус бүлмәлә рәхәтләнеп уйнап алдылар. Бер аҙҙан иғтибар талап итеп, мыжый башлаған Искәндәрҙе алмаш-тилмәш әүрәттеләр. Уларҙың күплеге, хатта янда булыуы ла артыҡ күҙгә ташланмай ине. Асыҡҡас, тамаҡ ялғарға булдылар. Рәзилә дүртеһенә дүрт төрлө ризыҡ алды – бәшмәк менән ҡыҙҙырылған картуф, кәбеҫтә ашы, ит менән йәшелсәләр һәм дөгө бутҡаһы.
Һәр береһе үҙ алдындағы ризыҡты бер аҙ ашағас, тәрилкәләрҙе алыштырып, бер-береһенекен тәмләнеләр. “Быны ашамайым, уныҡы тәмлерәк йәки күберәк” тигән бәхәстәр һис булманы. “Һеҙҙә һәр ваҡыт шулай тынысмы?” – тип һорамай булдыра алманым.
– Гел генә тыйып ултырмайбыҙ, әлбиттә. Шау-гөр килеп уйнайҙар, ҡысҡырышып та, илашып та, еңмешләнеп тә алалар. Шулай ҙа ҡунаҡ килгәндә, дәрес әҙерләгәндә, атай эштән арып ҡайтҡанда шауларға ярамағанын яҡшы беләләр. Тәртип боҙған өсөн мөйөшкә ҡуйыу язаһы ҡаралған. Йыш килгән дуҫ-туғандар белеп бөткән: балалар артыҡ шаяра башлаһа, Айбулат бер генә бармаҡ шартлата – тынлыҡ урынлаша. “Был тылсымлы ишара беҙҙә эшләмәй”, – тип көлөшә ҡунаҡтарыбыҙ. Уйынсыҡтарҙы йыйыу, һауыт-һаба йыуыу кеүек эштәрҙә ярҙам итәләр. Дүрт балала дүрт төрлө холоҡ. Айморат – үтә тыныс бала, әммә алдына алғанды эшләп ҡуя. Ләйлә ут бөрсәһе кеүек, үҙ һүҙле холҡон күрһәтеп ала, тәртип ярата. Ә Йәмилә хәйләкәр булмаҡсы: кәрәккәнен юхалап, иркәләнеп кенә алып ҡуя. Искәндәр ағаһы менән апаларын йүгертә генә, көйөн көйләтергә өйрәнеп алды. Төрлө булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар – шуныһы шатландыра. Тәртип булһын өсөн өйгә эштәрҙе ваҡытында үтәүҙе талап итәбеҙ, әммә насар билдә алған өсөн әрләмәйбеҙ. Барлыҡ фәндәрҙән дә яҡшы уҡып булмай. Беҙҙең өсөн уларҙың тәртибе мөһим. Ялҡау булмаһындар, урлашмаһындар, кешелекле, тәртипле, сабыр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти әсәй кеше, һәр береһенә ҙур иғтибар бүлеп.
– Ауылда рәхәтме, әллә ҡалаламы? – тип балаларҙың үҙҙәренә өндәшәм.
– Ауылда! Бигерәк тә йәй көнө! Ҡартәсәй ҡаймаҡ менән һыйлай, ҡартатай атта йөрөтә, – тиҙәр Ләйлә менән Йәмилә бер тауыштан.
Уй-ниәттәре изге
Ҙур йорт ваҡ ҡына кирбестәрҙән барлыҡҡа килгән кеүек, Рәзилә менән Айбулат үҙ тормоштарын, йәшәйештәрен, бәхетен ваҡ ҡына мәшәҡәттәрҙән, шатлыҡтарҙан төҙөй. Ә был тормошта иң мөһим урын, әлбиттә, балаларға бүленгән. Киләсәккә яҡты хыялдар, матур маҡсаттар ҙа билдәләнгән. Шуларҙың береһе – үҙ балаларын бер аҙ аяҡҡа баҫтырғас, етем ҡалған бер нисә сабыйҙы уллыҡҡа алыу. Был турала Айбулат күптән ниәтләп ҡуйған.
– Өфөгә лицейға уҡырға килгәс, төрлө балалар менән аралашырға тура килде. Яҡында ғына балалар йорто урынлашҡан. Ундағы йәштәштәр менән дә һөйләшеп йөрөнөк. Аллаға шөкөр, беҙҙең турала хәстәрлек күргән атай-әсәйҙәр, бергә йыйылыр тыуған нигеҙ, аралашыр туғандарыбыҙ бар. Кемдәрҙер ошо бәхеттән мәхрүм. Ә беҙҙең уларға ғаилә йылылығы бирер мөмкинлегебеҙ бар. Шәхси йорт алғас, үҙебеҙҙекеләрҙе үҫтерә биргәс, балалар йортонан ике сабый алып, өй, ғаилә бәхетен бүләк итеү ниәтебеҙ.
Бикбулатовтарҙың изге теләге бойомға ашасағына шик юҡ!
Гөлнур ҠЫУАТОВА.