

10 июндә Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов менән осрашты. Көн тәртибендә – ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре.
Эмиль Шәймәрҙәнов Башҡортостан Башлығына муниципалитет үҫешенең төп күрһәткестәре, шулай уҡ алдағы йылдарҙа Стәрлетамаҡта барлыҡҡа киләсәк ҙур инфраструктур һәм социаль объекттар хаҡында һөйләне.
Мәҫәлән, «Яр буйы» биҫтәһендә 2026 йылдың аҙағына тиклем 1 050 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшөн тамамлау күҙаллана. Проект сиктәрендә уҡыу йорто бинаһы төҙөлгән, тышҡы инженер коммуникациялары үткәрелгән, биҙәү эштәре башланған.
Билдәләп үтергә кәрәк: микрорайонды үҫтереүгә комплекслы ҡараш сиктәрендә шулай уҡ яңы юл файҙаланыуға тапшырыла, ул «Яр буйы» биҫтәһенә илтеүсе ваҡытлыса юлды алмаштырасаҡ.
Ҡаланың иң масштаблы инфраструктура проекттарының береһе – 398 метр оҙонлоҡтағы яңы Ағиҙел күпере. 2027 йылда сафҡа индереләсәк объектта планға ярашлы эш күләменең 42 проценты үтәлгән.
Ә 2028 йылда Стәрлетамаҡтың Көнбайыш районында сменаһына 930 кешегә иҫәпләнгән поликлиника төҙөй башларға планлаштыралар. 25 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк был учреждение ҡаланың иң заманса медицина учреждениеларының береһе булыр, тип күҙаллана.
Радий Хәбиров муниципалитеттың үҫеш темптарын юғары баһаланы, тәҡдим ителгән башланғыстарҙы хупланы һәм билдәләнгән пландарҙы ваҡытында тормошҡа ашырыу кәрәклеген билдәләне.
Эмиль Шәймәрҙәнов, үҙ сиратында, төбәктең идара итеү командаһына муниципалитетҡа ярҙамы һәм Стәрлетамаҡтың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: сайт Главы РБ