Шоңҡар
+13 °С
Ясно
Иҡтисад
9 Июля , 11:15

Зәнзәбилә Повесть (3) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

Шулай итеп, көтмәгәндә-уйламағанда,   егерме  йәшлек Зәнзәбиләне   ҡырҡ бер йәшендә  тол ҡалған өс балалы иргә тормошҡа бирҙеләр. Ашап-эскәс,   Мәһәҙей менән Айҙар мулла, Зәнзәбиләне арбаға ултыртып, ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡашҡар ауылына юлландылар. Көҙгө кис тиҙ ҡараңғылай шул, юл да йүнләп күренмәй, ат үҙе төҫмөрләп кенә  ашыҡмай атлай. Арбаның арт яғында ултырған  Зәнзәбилә, башын услап тотоп, күҙҙәренән туҡтауһыҙ аҡҡан   йәштәрен яулығының осо менән ҡорота-ҡорота шымып ҡалды. Мәһәҙей менән Айҙар мулла,  телдәре-телгә йоҡмай үҙ-ара  хәбәр һаттылар, әйтерһең дә, арбала уларҙан башҡа бер йән эйәһе юҡ һымаҡ ине.

Зәнзәбилә Повесть (3) Гөлдәр ҒӘБИТОВАЗәнзәбилә Повесть (3) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Зәнзәбилә Повесть (3) Гөлдәр ҒӘБИТОВА

Шул уҡ кисте  үк   табын артында Айҙар мулла   бата уҡып, Мәһәҙей менән Зәнзәбиләне ир менән бисә итеп йәрәштереп тә ҡуйҙылар. Мәһәҙей  Фәтих  менән Гөлғәйшәгә   ҡалым итеп  бер орғасы һарыҡ вәғәҙә итте.

Шулай итеп, көтмәгәндә-уйламағанда,   егерме  йәшлек Зәнзәбиләне   ҡырҡ бер йәшендә  тол ҡалған өс балалы иргә тормошҡа бирҙеләр. Ашап-эскәс,   Мәһәҙей менән Айҙар мулла, Зәнзәбиләне арбаға ултыртып, ете саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡашҡар ауылына юлландылар. Көҙгө кис тиҙ ҡараңғылай шул, юл да йүнләп күренмәй, ат үҙе төҫмөрләп кенә  ашыҡмай атлай. Арбаның арт яғында ултырған  Зәнзәбилә, башын услап тотоп, күҙҙәренән туҡтауһыҙ аҡҡан   йәштәрен яулығының осо менән ҡорота-ҡорота шымып ҡалды. Мәһәҙей менән Айҙар мулла,  телдәре-телгә йоҡмай үҙ-ара  хәбәр һаттылар, әйтерһең дә, арбала уларҙан башҡа бер йән эйәһе юҡ һымаҡ ине.

Ауылға төндә генә   ҡайтып еттеләр. Ҡашҡар  дөм ҡараңғылыҡҡа сумған ине, тик  унда-бында ғына   шәм йәки сыра яҡтыһы күренгеләй.

Ауылға ингәс, мулла үҙ йорто янында төшөп ҡалды, ат артабан үҙенең белгән юлын дауам итте һәм оҙаҡламай ауылдың икенсе башына, таш келәтле йорт алдына  килеп туҡтаны. Мәһәҙей ашыҡмай ғына арбанан төштө, ҙур ҡапҡаны асып, атты ихатаға индерҙе. Зәнзәбилә нисек ултырған, шул килеш ҡымшанмай ултыра бирҙе.  Мәһәҙей сатанлай-сатанлай атын туғарып ялан кәртәгә япты. Арбала ултырған Зәнзәбилә  күҙенең ситтәре менән генә ирҙең  сатан икәненә  иғтибар итте.  “Ҡап-ҡара, ни буйы юҡ, етмәһә, сатан! Шундай ямаҡай ҡартҡа биреп башымды ашанылар!“ – тип үҙен йәлләп,  тағы күҙ йәштәрен түгә  башланы.

Мәһәҙей эшен тамамлағас, арбанан Зәнзәбиләнең төйөнсөгөн килеп алды ла тәү тапҡыр күргән кеше кеүек:

– Әйҙә, өйгә ин! – тип һүҙ ҡушты.

Зәнзәбилә, арбала нисек ултырған, шул килеш ултыра бирҙе. Мәһәҙей, башҡаса бер ни өндәшмәй, йортона йүнәлде.

Зәнзәбилә ҡымшанмай бик оҙаҡ ултырҙы арбала. Башта бөтә үткән тормошон күҙ алдынан үткәрҙе. Аҙаҡ, йондоҙҙар ҡалҡҡас, төнгө күккә ҡарап, ялбарып     атаһына өндәште.

– Атай, атаҡайым, мин һинең  емешең, һинең ҡыҙың Зәнзәбиләң. Һин миңә йәшәргә    йән биргәнһең. Тик минең бөтөнләй йәшәгем килмәй, атаҡайым.  Нишләп кенә   тыуҙым икән был донъяға? Нишләп кенә йәнемде ҡыйманың икән,  Аллаҡайым?! Ҡыйын миңә, атаҡайым!   Иҫ белгәндән  алып бер бәхетле көнөмдө лә иҫләмәйемсе. Бәлки, һин тере булһаң, минең  тормошом   бөтөнләй икенсе  булыр ине. Моғайын, беҙ апайым менән бер ҡасан да артыҡ тамаҡ та  булмаҫ инек. Аталы бала – арҡалы бала шул. Атай, мин һине һис тә күҙ алдына  баҫтыра алмайым,  ниндәйерәк кеше булдың икән һин? Күршеләр һөйләүе  буйынса, һин бик кешелекле, бик эшлекле, бик алсаҡ кеше булғанһың. Зарифйән мулла әйтмешләй, ”Аллаһа Тәғәләнең яратҡан ҡоло булғанһың...” Ә беҙҙе, һинең балаларыңды,     Аллаһа Тәғәлә нишләп яратмай икән һуң? Беҙ бит тыуғандан алып уның алдында бер насарлыҡ та ҡылманыҡ. Кемдең  гонаһтары өсөн беҙ яуаплы икән? Белмәйем дә,   аңламайым да. Атай,  һин теге донъяларҙан кәңәш бир әле ҡыҙыңа. Бәлки, үҙ-үҙемә ҡул һалырғалыр, минең   илап ҡалыр бер кемем дә  юҡ. Нишләйем, атай, нишләйем? Ул сатан ҡартты күргем дә, уның  менән йәшәгем дә  килмәй. Атаҡайым, ярҙам ит миңә! Ярҙам ит!

Көҙ үҙенекен итә инде, бер аҙҙан  Зәнзәбилә өшөп, дер-дер ҡалтырай башлағас, түҙмәй  кәртәгә йүнәлде. Кәртә эсендә бер нисә кәзә, бер нисә һарыҡ һалҡындан өйкөмләшеп  мөйөшкә һырыҡҡандар. Зәнзәбилә оҙаҡ уйлап торманы, шул  һарыҡтарҙың  араһына барып ятты, күп тә үтмәй йылыға  ойоп, йоҡоға  талды.

Бик матур төш күрҙе Зәнзәбилә был төндө. Бейек тауҙан уның янына  ап-аҡ кейем кейгән өс ир кеше килеп төштө.  Урталағыһы – оҙон буйлы, ап-аҡ сәсле, күкшелт күҙле, йылмайып, нур сәсеп торған ир кеше  Зәнзәбиләне йылы ҡосағына алды, арҡаһынан һөйҙө, сәстәренән һыйпап иркәләне. Тик бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Зәнзәбиләгә, уның ҡосағынан, унан килгән йылылыҡтан  шул тиклем рәхәт булып китте, бөтә ҡайғылары онотолдо. ҡыҙыҡай  хатта илай башланы. Шул саҡ Зәнзәбилә уянып китте.  Күҙҙәрен  асып ҡарағайны, кәртәләге    малдар уны уратып баҫып, аптырап  ҡарап торалар. Ҙур кәзә тәкәһе уның биттәрен ялай.

Зәнзәбилә һикереп тороп кәртәнән тышҡа сыҡты. Таң атып килә. Тирә-яҡты ап-аҡ томан баҫҡан. Йыраҡта, томан өҫтөнән, тау баштары ғына суҡайып күренә. Кистән үлән өҫтәренә, арбаға ҡунған ысыҡтар,  ялтырап торған боҙлауыҡҡа әйләнгән. Тышта һалҡынса ине. Зәнзәбилә өшөй башлағас,  кире һарайға инде һәм таң алдынан  күргән   төшөн иҫенә төшөрә  башланы. “Төшөмдә мине иркәләгән, ҡосаҡлаған   кеше атайым булды, шикелле. Аҡ кейемдә килде атайым, пәйғәмбәр кеүек. Ысынлап та, Аллаһа Тәғәлә, бәлки,  миңә үҙенең өс пәйғәмбәрен ебәргәндер. Тик бер һүҙ ҙә өндәшмәнеләрсе. Ҡартсәй әйтә торғайны бит, үлгәндәр төштә һөйләшмәй, тип, ысындыр ул. Шулай ҙа уларҙан һуң  күңелем тынысланды, рәхәт булып киттесе!

Зәнзәбилә атаһын күҙ алдына баҫтырып арыуыҡ ултырыр ине лә ул, тик  шығырҙап ҡына кәртә ишеге асылып китте.  Кәртәгә бәләкәй генә буйлы, ябыҡ,  таҡыр башлы бер малай килеп инде. Ул кәртә  мөйөшөндә ултырған Зәнзәбиләне күрмәне. Малай йылт-йылт баҫып, тиҙ генә ҙур инә кәзә аҫтына ятты ла, уның имсәген һура башланы. Башҡа малдар, малайҙан өркөп, кәртә мөйөшөнә ҡастылар. Тик  инә кәзә генә ҡымшанмай тора бирҙе. Зәнзәбилә   аптырауҙан ни тиергә лә белмәй бергилке ҡарап ултырҙы, бер аҙҙан малайға  һүҙ ҡушырға булды.

– Һайт, нишләйһең анда, эй, мәсекәй!

Малай ҡурҡышынан һикереп торҙо. Уның ҡото осҡан ҡара күҙҙәре кәртә мөйөшөндәге Зәнзәбиләгә төбәлде, ауыҙы ситенән тамсы-тамсы һөт ағып сыҡты.

Зәнзәбилә,  тағы бер ҡабат уның ҡиәфәтен күҙ алдынан үткәрҙе лә һорауын ҡабатланы:

– Һин кем? Нишләйһең унда?

Малай ҡурҡышынан ҡалтырай-ҡалтырай  өндәшмәй тора бирҙе.  Шул саҡ тышта   Мәһәҙейҙең  тауышы ишетелде

– Әбдерәхмән, сыҡ кәртәнән! Әйҙә, сәй эсәбеҙ!

Малай ҡымшанмай ултыра бирҙе.  Бер аҙҙан     Мәһәҙей үҙе килеп инде. Ул  алмашлап Зәнзәбилә менән Әбдерәхмәнгә ҡарап алды ла   хәлде аңланы, шикелле:

– Әйҙәгеҙ өйгә, сәй ҡайнаған, – тип ҡабатланы.

Атаһын күргәс, малай һикереп тороп  тиҙ генә кәртәнән һыпыртты.  Мәһәҙей аптыранған Зәнзәбиләгә    аңлатып бирҙе:

– Был минең кесе улым – Әбдерәхмән. Тиҙҙән алты йәш була, дүрт йәшкә тиклем имсәк имде. Былтыр әсәһе үлгәс, инә кәзәне имә башланы.

Зәнзәбилә бер нимә лә өндәшмәне, урынынан тороп, Мәһәҙей артынан өйгә табан атланы.

Ағас йорт алты мөйөшлө, эре бүрәнәләрҙән һалынған. Ситке яҡта ҡаҙанлы ҙур мейес, киң  урындыҡ урынлашҡан.

Бәләкәй Әбдерәхмән, өшөгән аяҡтарын аҫтына бөкләп, урындыҡ мөйөшөнә менеп  ҡунаҡлаған ине. Ун йәштәр   тирәһендәге   икенсе малай, атаһын күреп, тиҙ генә уңып бөткән ашъяулыҡты  урындыҡҡа килтереп йәйҙе лә, боҫрап торған   еҙ самауырҙы ултыртты, табынға кәсәләр теҙҙе.

Мәһәҙей  самауыр алдына ултырҙы, шунан кәсәләргә сепрәк моҡсайҙан сығарып берәр семтем үлән һалып сыҡты, аҙаҡ самауырҙан ҡайнар  һыу өҫтәне.  Малайҙар шөрпөлдәтеп эҫе сәй һемерә башланы.  Зәнзәбилә лә урындыҡ ситенә килеп ултырҙы.

Мәһәҙей мейес башынан үрелеп кенә  бер төргәк алды  ла     асып ебәрҙе. Төргәктән  сөсө икмәк килеп сыҡты. Ир икмәкте  һындырғылап берәр киҫәк  малайҙарҙың һәм Зәнзәбиләнең алдына ҡуйҙы. Бәләкәй Әбдерәхмән, башын күтәрмәй генә, икмәккә йәбеште, тартып алып ҡуймаһындар тигән һымаҡ,  оло ҡабым менән икмәкте тиҙ-тиҙ  генә сәйнәй ҙә  башланы.  Ҡуйы ҡара ҡаштары аҫтынан улын күҙәткән  Мәһәҙей уға  иҫкәрмә яһап ҡуйҙы

– Ашыҡмай аша, берәү ҙә тартып алмай бит әпәкәйеңде!

Әммә шул арала Әбдерәхмән һуңғы киҫәк икмәкте  йотоп та ебәрҙе.  Аҙаҡ,  ағаһының алдындағы әпекәйгә  күҙ һалғылап, ашъяулыҡҡа төшкән икмәк ваҡтарын бармаҡ остарына йәбештереп, ауыҙына сүпләй башланы. Малайҙың  тамағы туймағаны күренеп тора ине. Зәнзәбилә малайҙы йәлләп, үҙенең алдындағы әпәкәйҙе Әбдерәхмәндең алдына ҡуйҙы. Тик Мәһәҙейгә был оҡшаманы, ул  уҫал итеп Зәнзәбиләгә ҡараны ла:

– Боҙма малайҙарҙы! Ашағың килмәй икән, бир мында, асыҡҡас  ашарһың! – тип,  Зәнзәбиләнең     өлөшөн кире төргәккә тығып ҡуйҙы.  Шуның менән иртәнге сәй тамамланды. Мәһәҙейҙең ҙурыраҡ  малайы Хөсәйен тиҙ-тиҙ генә йыйынып, моҡсайын аҫты ла,  мәктәпкә йүгерҙе, бәләкәй Әбдерәхмән мейес артындағы өкәләккә инеп йәшенде.  Мәһәҙей биленә балта, ситегенең ҡунысына бысаҡ ҡыҫтырып, “селек ҡырҡырға”  тип урманға сығып китте.

Зәнзәбилә, һаман да нишләргә белмәй, бергилке башына таш менән һуҡҡан кеше кеүек шаңҡып   ултырҙы. Уны тик  бер һорау ғына борсой ине: “нишләргә, нишләргә?” Ҡапыл өй  ишегенең   асылып китеүе Зәнзәбиләне  уйҙарынан бүлде. Өйгә    йәш кенә  ҡатын килеп инде:

– Әле һаумыһығыҙ, Мәһәҙей ағам йәш кәләш апҡайтҡан тип ишеткәйнем. Төплө аяғың менән, еңгәй! Мин ҡаршы йортта торам, Ғәлимә атлы ут күршең дә, бикәсең дә булам, – тип  ҡулындағы сүгәтәһен  урындыҡҡа ҡуйҙы ла, ике ҡулын һуҙып Зәнзәбилә менән  күреште.

Үҙен бикәс тип таныштырған ҡатын кәүҙәгә  унан оҙонораҡ, ҡулдары ир-аттыҡы кеүек ҙур һәм көслө  ине.  Ҡара  бөҙрә сәстәре яулыҡ аҫтына һыймай,  тырпайышып сығып торалар, тура танаулы, оҙонса битле  һылыу  һүҙен дауам итте:

– Мин малайҙарға  ҡатыҡ әпкилдем. Былтыр ағайымдың һыйырын  айыу йыҡҡас, балалар  аҡһыҙ ҡалды шул. Сәйгә һөт кәрәк булһа, инеп ал, еңгәй. Хәҙер танаҡай быҙауларға әҙерләнә, һыуалып килә инде. Барыбер сәйлек-ҡатыҡлыҡ һөтө ике-өс көндә әҙ-мәҙ йыйыла. Шулай инде, булғанын бүлешеп йәшәйбеҙ Мәһәҙей ағам менән. Ғәлимә, теле-телгә йоҡмай, һөйләне лә һөйләне.

Уның һөйләгәненән Зәнзәбилә  арыуыҡ нәмә асыҡланы. Мәһәҙейҙең һуғыштан ҡаты яраланып,  сатанлап ҡайтыуын,   иң өлкән улы ҡайҙалыр Баймаҡ аръяғында алтын ҡаҙыусыларҙа эшләүен, һирәк-һаяҡ ҡына ҡайтып та йөрөүен,   ҡатыны Сәхипъямалдың Әбдерәхмәнде тапҡандан һуң ныҡ сирләп китеүен, бер нисә йыл  түшәктә ятыуын, бөтә йорт-хужалыҡ эштәре, балаларҙы ҡарау, донъя көтөү, ашарға табыу    Мәһәҙейҙең елкәһенә төшөүен, ҡатыны үлгәс, ниндәй ауырлыҡтар кисереүен – барыһын-барыһын түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе Ғәлимә.  Зәнзәбиләгә   был һылыу, илгәҙәк, асыҡ күңелле  ҡатын.

Үҙ сиратында, Ғәлимә  Зәнзәбиләне эстән генә  йәлләп ҡуйҙы. “Күренеп тора, йәп-йәш ҡыҙыҡай. Ағайымдан ун биш-егерме йәшкә кеселер был ҡыҙ.  Үҙе теләп килдеме икән, әллә көсләп бирҙеләр микән ағайыма? Мәһәҙей ағайымдың өлкән улы Сәғәҙей йәшендәлер ул, уға ла бит егерме тирәһе бар.   Ҡайҙа, ниндәй ауыр тормошҡа килеп эләккәнен белмәй әле был ҡыҙый. Нисек тә булһа ярҙам итер кәрәк, балалар хаҡына, уларға хужалыҡта ҡатын-ҡыҙ бик кәрәк. Ағайым ни, бисәһе үлгәндән бирле йүнләп өйҙә тормай, йә  һунарға, йә балыҡҡа тип сыға ла китә,  йәм тапмай өйөндә”, – тип үҙенсә уйлап  ҡуйҙы Ғәлимә.

– Еңгәй, әйҙә икәүләп йортоңдо йыуып- таҙалап сығайык тине бер аҙҙан. – Күптән  таҙаланмаған был өй.  Икәүләһәк, “һә” тигәнсе эшләп сығабыҙ. Мин хәҙер күнәк    менән һыу, сепрәк, ауҙы  һеперергә селек һепертке, мейесте аҡларға аҡбур әпкиләм. Әтеү бында табып булмаҫ ул!

Ғәлимә нисек килеп ингән, шулай итеп тиҙ генә  сығып та китте.

Зәнзәбилә, сүгәтәләге ҡатыҡты тотоп, мейес артындағы Әбдерәхмәнгә яҡынлашты. Малай һыуыҡ мейескә арҡаһын терәп, тауышһыҙ-тынһыҙ ғына таштар теҙеп уйнап ултыра ине. Зәнзәбиләне күргәс, әллә ҡурҡыуынан, әллә оялыуынан,   ҡыҙарып, башын эйеп ҡыбырламай ултыра бирҙе.

– Ҡатыҡ эсәһеңме? – тип һораны Зәнзәбилә малайҙан.

Әбдерәхмән ризалашып   башын һелкте. Зәнзәбилә ҡатыҡтың яртыһын кәсәгә ҡойоп малайға тотторҙо.

Әбдерәхмәндең муйылдай  ҡара күҙҙәре,  аҙыҡ күргәс, ялтырап  киттеләр.   Малай  тиҙ генә ҡатыҡты күтәреп эсеп, кәсәне ялап та ҡуйҙы.  Зәнзәбилә ҡалған ҡатыҡты Хөсәйенгә ҡалдырҙы ла йорт эсен   байҡап сыҡты. Ысынлап та, йортҡа күптән ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгәне күренеп тора: урындыҡҡа ябылған турпыша-балаҫтар иҫкереп, урыны-урыны менән тишелеп, бысранып бөткән, иҙәндәр күптән һеперелмәгән, тәҙрә төптәренә, өҫтәл өҫтәренә саң-туҙан ултырған, түбә таҡтаһына ауҙар үрелгән... Ҡалай итеп мындай бысраҡта йәшәйҙәр икән? Бәләкәйҙән бөхтәлеккә-таҙалыҡҡа өйрәтелгән Зәнзәбилә сәй эскәндә үк малайҙарҙың өҫ- баштарының бысраҡлығына  ла иғтибар иткәйне. Етем ир-ат шулай йәшәйме  икән,  тип аптырап та ҡуйғайны шул.

Күп тә үтмәй,  кәрәкле  әйберҙәрен тотоп,  Ғәлимә килеп инде. Ике ҡыҙ өй таҙалау эшенә тотоноп киттеләр. Бөтөн ауҙарҙы һепереп төшөрҙөләр, түбә таҡталарын, тәҙрә өлгөләрен һөртөп сығарҙылар, мейестәрҙе аҡлап, иҙәндәрҙе йыуып алдылар.

Зәнзәбилә урындыҡтарҙа  ҡаҡашып бөткән  балаҫтарға, һөлгөләргә күҙ һалды. Уның ҡарашын һиҙгән Ғәлимә уны тынысландыра башланы:

– Еңгәй, иртәгә мунса яғып, бөтөн кереңде йыуып алырбыҙ, йәме, бөгөнгә етеп торор ул. Әйҙә, келәтте ҡарайыҡ әле.  Ашарға нимә бар икән?

Ҡыҙҙар икәүләп өй алдындағы таш келәткә сыҡтылар. Келәт бик боронғо икәне күренеп тора, бик тәфсирләп, таштарын бер- береһенә тап килтереп һалынған. Әммә   келәттә артыҡ бер нәмә лә тапманылар: Мәһәҙейҙең балыҡҡа  йөрөгән ҡармаҡтары, бер-ике көрәк, һәнәк, ептәр, иҫке күн киҫәктәре, сөйҙә киптерелгән бер-ике ит киҫәге, шаң төбөндә бер-ике бешерем он ҡалған ине.

– Аһ, аһ, ағамдың оно ла бөткән дә баһа! Нимә ашайҙар икән һуң? – Ғәлимә  аптырап ҡуйҙы.

– Ә был ниндәй ит ул? – тип төртөп күрһәтте Зәнзәбилә сөйгә киптереп элеп ҡуйылған  иткә.

– Киптерелгән бурһыҡ ите, бурһыҡты ағам  тоҙаҡ ҡуйып тота Йылайыр буйынан. Аҙаҡ тоҙлап киптереп ҡуя боҙолмаһын өсөн.

– Бешерһәң буламы икән?

– Була ла һуң, тик бик оҙаҡ ҡайнатырға кәрәк инде, тоҙлап киптерелгән ит ҡатылыр  ул, сәйнәп булмаҫ, – тип аҡыл өйрәтте Ғәлимә.

– Ә икмәкте нишләргә икән? Ондары бер бешерем генә ҡалған бит, – тип аптыранды Зәнзәбилә.

 Етем үҫһә лә, Зәнзәбиләнең былай ярлылыҡты күргәне юҡ ине әле.

– Ағайыма әйтерһең, берәй кәзәһен йома көнө Йылайыр урыҫтарына апарып онға алыштырып апҡайтһын, мәрйәләр бит күберәк кәзә һауалар, шуға күрә кәзәне алырҙар ул.

Зәнзәбилә мейескә ут тоҡандырҙы, бешерергә тип көлдөксәгә бурһыҡ итен һыуға һалып ебетергә ҡуйҙы.

Аҙаҡ өҫтөнә кейеп, Йылайыр йылғаһы буйына төштө. Йылға иркен генә, һыу төбөндәге  таштар  ялтырашып күренеп яталар, һыуы таҙа күренә, яр буйынан һыуҙың ситтәрен семәрләп боҙ киҫәктәре үҫә башлаған. Көн һалҡынса шул, Зәнзәбилә яр буйындағы оло аҡ ташҡа сүгәләп тирә-яҡты күҙәтте.

 Ауыл матур урында ултыра икән. Тирә-яҡта тауҙар, урмандар, оло йылғаһы ла яҡын ғына аға, минең  Һынташҡа ҡарағанда  ауыл ҙурыраҡ  күренә, бер нисә урам, мәктәп, мәсет тә  тә бар икән.  Тик  барыбер мин бында нишләйем  һуң  өндәшмәҫ ҡарт менән?! Донъяһының һәпрәһен саҡ таҙалап сығылды, ашарға йүнле бер нәмә лә юҡ. Әсәйемдәр артыҡ тамаҡ тип минән ҡотолғайнылар, хәҙер  бында ас тамаҡҡа әйләнәм  инде. Нишләргә һуң?

Ғүмерҙә лә күрмәгән атайым төшкә кереп,   фатихаһын бирҙе лә ул, ләкин йәнем һөймәгән ҡарт  менән торғом килмәй. Үҙ балаларын яратмаған кеше мине яратамы һуң?

Ҡуй! Ҡаҙаҡтарға сығайым да китәйем. Хоҙай бер сараһын бирер әле.  Һынташҡа ҡайтып, кәртә башындағы бесән араһына йәшерелгән моҡсайҙағы киптерелгән  ҡороттарҙы, муйылды алырға ла  юлға сығырға кәрәк Аҡтүшкә Әсмә апайымдарға. Ни булһа ла булыр! Ҡасырға кәрәк барыһынан, ҡасырға. Ошо уй менән Зәнзәбилә тиҙ-тиҙ йортҡа йүнәлде.  Мейестәге ут янып бөтөп бара, йорт эсе арыуыҡ йылынған.

Әбдерәхмән йылы мейескә арҡаһын терәп өкәләгендә йоҡлап киткән. Нимә тиһәң дә,    Мәһәҙейҙең  етем һәм  ас малайҙары барыбер уға йәл ине. Зәнзәбилә, көлдөксәгә күмерҙәр тартып, ит киҫәген бешерергә ҡуйҙы, самауырға тере күмер һалып тоҡандырҙы. Шунан һуң,  урындыҡта ятҡан төргәген ҡулына элеп, тәүәккәлләп юлға сыҡты.  “Ете саҡрым араны “һә” тигәнсә үтермен, бик тә кисләһәм, йә мунсала, йә бесән араһында ҡунырмын да иртәгә иртән ҡуҙғалырмын Аҡтүшкә”, – тип ниәтләне ул.

Зәнзәбилә юлдан атламаны, кеше күреп ҡалмаһын өсөн  урман ситенән генә барҙы. Ысынлап та, эңер төшөп килгәндә Һаҡмар ярына барып еткән ине ҡыҙыҡай. Анааа, тау итәгендә күренеп ултыра уның Һынташы! Ҡаршы ярҙан ҡараһаң, бигерәк бәләкәй генә шул. Күп йорттарҙың түбәләренән аҡ төтөн күтәрелә, кешеләр киске аш йүнәтәләрҙер инде.  Хәҙер кисеүгә төшөргә лә, һыу һалҡын булһа ла, кисеп үтергә тура килә инде, башҡаса әмәл юҡ.

Зәнзәбилә ойоҡ-ыштандарын сисеп  төйнәне лә төйөнсөгөн төшөп ҡалмаҫлыҡ итеп  бер таяҡҡа бәйләп, өҫкә күтәрҙе. “Хәҙер инде “бисмиллаһи” тип  йылғаны кисә башлаһаң да була”, – тип  уйлап аяҡтарын һыуға тыҡты ҡыҙыҡай.  Һаҡмар һыуы үҙәк өҙгөс һалҡын ине. Әммә Зәнзәбилә, тештәрен ҡыҫып, юлын дауам итте.  Кисеүҙе сығып бөткәндә аяҡтары һалҡындан бер ни һиҙмәй ине. Зәнзәбилә, яр буйына ултырып, төйөнсөктән сыҡҡан яулыҡҡа аяҡтарын ҡоротҡансы һөртөп алды. Бер аҙҙан ҡаны йүгереп, аяҡтары ҡыҙарғас,  кейенеп алды ла  кәртә артындағы  һуҡмаҡтан өйҙәре яғына юл тотто.

Кәртәлә арыуыҡ йылы.  Ҡыҙыл һыйыр   ҡырын ятып  көйшәй, һарыҡтар һыуыҡтан  бер мөйөшкә һырынғандар. Зәнзәбилә кәртә башына күтәрелде, артыҡ тауышланмай  ғына бесән аҫтына ҡулын тығып моҡсайын эҙләне.

 “Ә бына ул, табылды”, – тип эстән генә шатланып, моҡсайҙы  тартып сығарҙы ла,  ҡулын тығып ундпғы әйберҙәрен барланы. Ҡороттар урынында, кипкән еләк менән муйыл да бында, уларҙың хуш  еҫтәренән  хатта ауыҙ һыуҙары аға башланы.

Көнө буйына бер ҡабым ризыҡ та йотмаған Зәнзәбилә түҙмәне, бер ус кипкән еләкте ауыҙына һалып, ләззәтләнеп сәйнәй башланы.  Бер аҙҙан “Бөгөнгә етәр, Зәнзәбилә!” тип үҙен-үҙе ашауҙан туҡтатып,  бесән араһында сумды. Тик төнө буйы йүнләп йоҡлай алмай, һаташып сыҡты, аҙаҡ  ауыҙы кибеп уянып китте, ике сикәһе “һулҡ-һулҡ” килә, бөтә тәне бер өшөй, бер эҫей. Күпме ятҡандыр Зәнзәбилә, үҙе лә белмәй, уянып иҫенә килә башлай ҙа тағы ҡара упҡынға оса. Бер саҡ тағы  сарсап   уянып китте, ауыҙында бер тамсы төкөрөк тә ҡалмаған, теле аңҡауына йәбешеп, телен бора ла алмай ине. Зәнзәбилә   саҡ-саҡ тороп ултырҙы ла  тишектән йорт яғына күҙ һалды. Ихата буш ине. Ҡыҙыҡай  әкрен генә кәртә эсенә төштө,  малдарға һыу һалған арыҡ янына саҡ-саҡ имгәкләп барып, уның төбөндә ҡалған бысраҡ һыуҙы һемереп алды, аҙаҡ башын да күтәрә алмай  тағы төпһөҙ упҡынға осто. 

– Ҡоромағыр, был кем ул?  Нимә эшләп мында ята ул? Фәтих, Фәтих, тим, – тип ҡысҡырған тауышҡа уянып, башын күтәрҙе  Зәнзәбилә.

Уның янында күнәк тотоп әсәһе  тора ине. Зәнзәбиләне танығас, уның ҡулындағы күнәге шалтырап ергә төшөп китте:

– Аһ, аһ, Зәнбей, һин нишләп ятаһың мында?

Зәнзәбиләнең һыуыҡҡа бөтә тәне ҡатҡан, теле аңҡауына йәбешкән, башы зыңҡылдп ауырта, урынынан ҡуҙғалыр хәле лә юҡ ине.

– Фәтих, кил әле кәртәгә, тиҙерәк бул! – тип ҡысҡырҙы әсәһе.

Кәртәгә Фәтих килеп инде.

– Атаһы, ҡарале, бынауында Зәнбей ятасы.

– Ах, эт балаһы! Бында ҡайҙан килеп ингән? Ҡасып ҡайтҡанмы әллә, кәнтәйең?! – тип Фәтих  Зәнзәбиләнең ботона  тибеп ебәрҙе.

– Туҡта, Фәтих, туҡтасы атаһы, ул сирле шикелле! – Гөлғәйшә балаһын яҡлаған инә ҡаҙ кеүек Зәнзәбилә менән Фәтихтең араһына килеп  баҫты. Ире Гөлғәйшәне этә төртөп,  Зәнзәбиләне типкеләй башланы.  Зәнзәбилә ауыртыу ҙа, һыҙланыу ҙа һиҙмәне, тағы  төпһөҙ ҡара упҡынға сумды.

Иҫенә килгәндә ул өйҙә иҙәндә   ята ине. Өҫтөнә сәкмән ябып, маңлайына һыулы сепрәк ҡуйып, эргәһендә ҡустыһы Йәмил ултыра. Апаһының күҙе асылғанын  күреп, ул шатланып китте:

– Зәнбей апай, уяндыңмы? Һине әллә үлгән микән тип ҡурҡҡайным. – Малайҙың  бите буйлапкүҙ  йәштәре тәгәрәште. “Йәмил ништәп илай икән?” Зәнзәбилә   бер нәмә лә аңламай  ята бирҙе. Ҡолаҡтары тонған, бөтә тәне әрнеп һыҙлай, башы зыңҡып ауырта, зиһене буталған.

“Мин үлеп барам ахырыһы. Йәмил үлеү тураһында әйтте, шикелле. Ҡалай әҙ генә йәшәнем. Улай тиһәң, атайым да күп йәшәмәгән инде. Ярай, теге донъяла яңғыҙ булмам, атайым, ҡартәсәм бар... Аһ, аһ, ана торалар бит, мине алырға килгәндәр, күрәһең. Ҡартәсәй, башым ауырта, ҡуй әле ҡулыңды башыма...” Ысынлап та, йомшаҡ ҡына ҡулдар Зәнзәбиләнең маңлайын, сәстәрен һыйпай башланы... “Ҡалай рәхәт. Бала саҡтағы, кеүек, ҡартәсәй, һөтлө генә эҫе сәйең юҡмы, ауыҙым кипкән бит, ҡалаҡлап һал әле ауыҙыма. Күп тә үтмәй ҡартәсәһе ағас ҡалаҡ менән ауыҙына йылы сәй ҡоя башланы... “Аһ, аһ, мин бесәнлектә ятаммы ни? Ҡалай тәмле үлән еҫе, ҡояш йылыһы, аһ, аһ, атайым менән ҡартәсәм ҡолас йәйеп бесән сабалар. Атайым ниҙер һөйләй, ҡартәс көлгән була, тешһеҙ ауыҙын ҡаплап, гел шулай көлә, тештәре юҡ шул, оялалыр инде. Ҡалай  уларға күңелле! Үлән еҫе иҙрәтә, әҙерәк кенә ятайым әле, шунан ҡушылырмын уларға...” Зәнзәбилә тағы төпһөҙ упҡынға осто...

Зәнзәбилә Фәтихтең аҡырған  тауышына уянды. Ҡыҙыҡай   мейес эргәһендә иҙәндә ята ине, уның эргәһендә, бесән өҫтөндә, тайшаңлап   быҙау бәйле тора.

– Ҡашҡар кешеләренә әйтеп ебәрҙем, Мәһәҙей  килеп алһын ҡасҡалаҡ бисәһен, тип. Ошо арала  килеп етер. Мәһәргә әйткән һарығын да әпкилһен тинем. Мунса яҡ иртәгә, йыуынһын кәнтәйең, быҙау буғына буялып бөткән... – тип  Фәтих    йорттан сығып китте.

– Ярай, атаһы, яғырмын таң менән мунсаһын, кейемдәрен дә йыуып элермен, ярай.

Гөлғәйшә ҡыҙын күтәреп ултыртты ла  ауыҙына ағас ҡалаҡ менән көсләп ҡатыҡ ҡаптыра башланы:

– Аша, ике көн тәгәрәп ас ятаһың, ас ауыҙыңды, ҡап әйҙә!  Барғанһың икән иргә, йәшә шунда, кире ҡайтаһы булма!  Үлтерә бит һине үгәй атаң. Үлтерә. Нишләп шулай тиҫкәреһең һин, балам! – Гөлғәйшәнең күҙ йәштәре Зәнзәбиләгә тамдылар.

Ҡыҙыҡай  һөйләшер ҙә, ҡыбырларлыҡ та хәлдә түгел ине, бөтә тәне һыҙлай, танауы тығылған, ауыҙы кипкән.

Дауамы бар

Зәнзәбилә Повесть (3) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Зәнзәбилә Повесть (3) Гөлдәр ҒӘБИТОВА
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас