

Радий Хәбиров «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркындағы зубрҙарҙың вольер хужалығында булды.
Демонстрация вольерындағы зубрҙар кәртәләп алынған ҙур майҙанда йәшәй. Уларҙы теләге булған һәр кем ике кимәлдәге кәртәләр аша хәүефһеҙ аранан күрергә мөмкин. Әйткәндәй, уларҙы күрергә теләүсе туристар йылдан-йыл арта бара .
Ҡалған зубрҙар тәбиғи шарттарҙа йөрөй, иркенлеккә ебәрелгәндәр. Уларҙың береһенә хәрәкәт итеүҙәрен күҙәтеү өсөн радиомаяҡлы муйынсаҡ кейҙергәндәр.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов әйтеүенсә, күптән түгел зубрҙарҙың тағы ике быҙауы тыуған. Хәҙер уларҙың һаны - 33.
Боронғо заманда Көньяҡ Уралда зубрҙар йәшәгән. Үкенескә күрә, ваҡыт уҙыу менән улар юҡҡа сыҡҡан. Зубрҙар популяцияһын тергеҙеү буйынса уникаль проект 2023 йылда башланды: республика Башлығы Беларусияға эш сәфәре барышында Башҡортостанға Беловежск пущаһынан зубрҙар партияһын килтерергә тәҡдим итә һәм Минскиҙа был идеяны хуплайҙар.
Шул уҡ йылда Мораҙым тарлауығына 18 зубр килтерелде. 2024 йылдың йәйендә беҙҙә тәүге бәләкәс зубр тыуҙы.
Быйыл GRASS һәм RWB компанияларының тәбиғәтте һаҡлау инициативаһы һөҙөмтәһендә Башҡортостанға йәнә алты зубр тапшырылды.
Радий Фәрит улы 2027 йылда Президент тәбиғәт фонды гранты иҫәбенә Мораҙым тарлауығына тағы ла туғыҙ зубр килтерергә планлаштырылыуы хаҡында хәбәр итте.
Гульназ Саитбатталова